«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЙӨРӘКТӘГЕ ЯҘМАЛАР" НИ ТУРАҺЫНДА?
+  - 



Күренекле шағир, прозаик, публицист һәм ғалим-энциклопедист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүрҙең "Йөрәктәге яҙмалар" тип исемләнгән мемуарҙарын китап көйө ҡулға алғандар һирәктер әле. Сөнки китаптың донъя күреүенә әле йыл да юҡ. Ә танышып өлгөргәндәр уны ҡабат-ҡабат уҡып сығыр һәм ундағы оло яҙмышлы кешеләр, оло ваҡиғалы заманалар һәм оло тарихлы быуатты эстәлекле, мауыҡтырғыс итеп һүрәтләгән авторҙы күҙ алдына килтерер. Беҙ иһә авторҙы күҙ алдына килтереп кенә ҡалманыҡ, уның үҙен әңгәмәгә саҡырып алдыҡ һәм был һөйләшеүҙе гәзит уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итәбеҙ.

Рәшит Закир улы, мемуар яҙырға теләү теләге кеше ғүмеренең ниндәй ваҡытында барлыҡҡа килә? Һеҙ, мәҫәлән, был хаҡта ҡасандан уйлай башланығыҙ? Һәм һеҙҙең яҙмаларығыҙ нимәләр тураһында?

- Яҙмышы бары үҙ шәхесенә генә арналмаған, ә ил, халыҡ, йәмғиәт яҙмышы менән дә ҡуша үрелеп барған һәм фәһем итеп, ғибрәт итеп һөйләрлек хәл-ваҡиғаларға бай булғандар өлөшөлөр ул хәтирәләр яҙыу. Шәхсән үҙем мемуар яҙырға тип алдан әҙерләнмәнем. Бары һаҡланып, йыйылып барған яҙмаларым папкаһы артыҡ ҡалынайып киткәс, уны китап итеп әҙерләү теләге уянды. Бында минең үҙем һәм минең кисерештәрем генә түгел, бында минең күҙлектән ҡаралған донъя, минең ҡараш аша баһаланған шәхестәр, замандаштарым, ил тарихы.

Һеҙ һуғыш йылдарындағы тыл тормошон үҙ елкәгеҙҙә татыған кеше. Унан һуғыштан һуңғы ауырлыҡ... Шул михнәтле заман һеҙҙең дә бала сағығыҙҙы урланымы?

- Мин ҙур ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килгәнмен, етебеҙ иҫән ҡалған. Дүрт йәшлек сағымда һуғыш башланып, өлкән өс ағайым бер-бер артлы яуға, инде олоғайған атайым хеҙмәт армияһына алып кителә. Инәйем беҙҙе нисек кенә аҫырап, киткән улдарын ниндәй генә борсолоуҙар аша көткәндер - уныһы миңә, бәләкәй балаға, ҡараңғы. Шулай ҙа һуғышҡа тиклемге бер бәхетле һәм рәхәт мәлде хәтерләйем. Инәйемә ашлыҡ һуғыусылар өсөн бутҡа бешерергә ҡушылды. Ул арышты көйәнтәләп алып ҡайтып, елгәреп, таҙартып, ҡул тирмәнендә тартып, ҡаҙан тултырып бутҡа бешерҙе лә, шулай уҡ көйәнтәләп алып ашты эшселәргә алып китте. Миңә: "Әйҙә, балам, барыһы менән бергә ашарһың", - тине. Мин уның итәгенә тотоноп, эҫелә янып-бешеп, ялан аяҡ көйө тағылып барам. Бутҡаның еҫе танауымды ҡытыҡлай һәм минең сабырлығым һына ла, биҙрә ситенә бер генә бармағымды тейҙереп, һыпырып алып ауыҙыма ҡабам. Шулайтып, барып еткәнсе яланып барып туям. Барғас, бутҡа һалып бирәм, тиһә лә инәйем, баш сайҡайым. Минең ни ҡыланып барыуым уның күҙ ситенә салынмай ҡалмаған, әлбиттә. Ҡалайтһа ла эйәреп барһын, мыжымаһын, тигәндер. Аҙаҡ, күп йылдарҙан һуң да, ошо хаҡта һөйләшеп көлөшөр инек.
Бала сағым үтә ныҡ туҙып бөткән ауыл өйөндә үтте. Атайым эшкә шәп кеше булһа ла, яңы йорт күтәрә алманы. Утыҙынсы йылдарҙа ҙур итеп буралап күтәргән дә, ике өйлөләрҙе кулакка һанаясаҡтар тигәс, бураһын һатып ебәрергә мәжбүр булған. Иҫке өйҙә ашау-эсеүгә, кейемгә генә түгел, йылыға ла туйып булмай торғайны. Шулай ҙа ана шул һыуыҡ өйҙә шау-гөр килешеп һуғыш ваҡытын, унан һуңғы михнәтле заманаларҙы үткәрҙек. Иҫке булһа ла өйөбөҙ ҡотло, күңелдәребеҙ бөтөн, яҙмыштарыбыҙ яҡты булды. Аллаға шөкөр, атайыбыҙ ҙа, өс ағайым да имен-һау әйләнеп ҡайттылар. Был үҙе үк бер мөғжизә һәм оло бәхет ине.

Һеҙҙәге шағирлыҡ, ижадҡа һөйөү һәм ғилемгә ынтылыш кемдән?

- Ғаиләбеҙҙә мин бер үҙем шулай шауҡымлы булдым. Атайым эшкә егелгән крәҫтиән ине. Инәйем указлы мулла ҡыҙы, бик зирәк, зиһенле, үтә иҫле булды үҙе. Уҡыу эләкһә, әллә ниҙәргә өлгәшә алыр ине, тип уйлайым. Белемгә ынтылыу шулай ҙа ғаиләбеҙҙә бер айырым һыҙат булып килгәндер ул. Дүртенсе кластан һуң өлкән ағайымды атайым Өфөгә уҡырға алып бара. Ундағы мәктәптә, бишенсе класҡа ҡабул итеү бөттө, тип әйтеүҙәре була, ағайым: "Улайһа, алтынсыға алығыҙ!" - тип һөрәнләп ебәрә. Көләләр. Көлһәләр ҙә белемен һынап ҡарайҙар һәм осҡорлоғона хайран ҡалып, алып ҡалалар. Был ағайым һәм башҡа туғандарым хаҡында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрем китапта бар - уҡырһығыҙ. Ике өлкән ағайым белемле хәрбиҙәр булды һәм минең артабанғы белем алыу яҙмышын да улар хәл итте. Мин бәләкәй ҡусты булараҡ, шундай абруйлы ағайҙарымдың һүҙен йыға аламмы инде! Улар мине инженер итергә теләне һәм етенсе кластан һуң документтарымды Октябрьский ҡалаһына нефть техникумына алып барып бирҙе. Русса имтиханды тапшыра алмаҫмын, тигән өмөт менән барғайным, билдәләремә, Маҡтау грамотаһына ҡарап, имтиханһыҙ алдылар ҙа ҡалдылар. Мин, ҡаҡса ғына ауыл малайы, ете ят ҡалала, урыҫ араһында торҙом да ҡалдым. Бында иһә ауылдағы шиғыр яҙыу теләге юҡҡа сыҡты, бөтөнләй икенсе һәм ят мөхиттә башкөллө уҡыуға сумдым. Шулай ҙа ижад итеү теләге, шул теләгемә ярашлы белем алыу уйы мине бер ваҡытта ла ташламаны һәм мин армия хеҙмәтенән һуң булһа ла БДУ-ға уҡырға индем.

Рәшит ағай, һеҙ шағирмы, әллә ғалиммы? Уйлап ҡараһаң, ғалим менән шағир араһында айырма ҙур бит? Был ике өлкәнең ҡайһыһына күберәк иғтибар бүлдегеҙ һәм үҙегеҙгә ҡайһыныһы яҡыныраҡ булды?

- Ҡайһыныһы яҡыныраҡ булды икән? Һәр хәлдә, икеһенә лә етди ҡараным. Ғөмүмән, мин башҡарған бөтә хеҙмәттәремә лә, өлкәләремә лә етди, хатта үтә етди ҡараным һәм бирелеп, онотолоп эшләнем. Улай уҡ булырға кәрәкмәй, тип кәңәш итер инем бөгөн ҡайһыларға. Әммә, шулай булмаһаң, ул эштең сифаты ла булмаҫ ине, тип уйлайым.
1961 йылдан алып 2011 йылға тиклем ярты быуат буйына ғилми экспедицияларҙа, командировкала үткән юлдарымдың осо-ҡырыйы юҡтыр. Ижадым һәм ғилми эшмәкәрлегем күп яҡлы булғанлыҡтан, материал йыйыу буйынса эштәремде лә, ғәҙәттә, күп ҡырлы, комплекслы планда алып барырға тырыштым. Был йәһәттән мин үҙемде ниндәйҙер кимәлдә ил өйрәнеүсе тип атай ала торғанмындыр. Миңә шуның телгә, тарихҡа, топонимикаға, әҙәбиәткә, фольклорға ҡараған йүнәлештәре буйынса эш алып барыу мөмкинлеге тейҙе. Шулай ҙа, ниндәй генә етди ғилми хеҙмәттәр өҫтөндә эшләһәм дә, шағирлыҡ шауҡымынан ҡотола алманым. Ваҡыты-ваҡыты менән шиғриәт быуаһына сума һәм унда ла шулай уҡ бирелеп, илһамланып ижад итә инем.

Аҡмулланы халыҡҡа ҡайтарыусы ла һеҙ бит әле...

- 60-сы йылдар башында башҡорт әҙәбиәт һәм тел белеме, Башҡортостан тарихын өйрәнеү өлкәһендә ҡасандыр беҙгә көсләп тағылған яңы концепцияларҙан ҡотолоу бурысы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнгәйне. Мин дә үҙемде ғилем һәм ижад өлкәһендә яңылыҡҡа ынтылыусылар сафындамын тип тоя инем. 1965 йылдың 15 апрелендә университет студенттарының VIII ғилми конференцияһында "Аҡмулланың донъяға ҡарашы" тигән доклад менән сығыш яһаным. Докладым өҫтөндә артабан да эшләнем һәм Аҡмулла темаһына диплом яҡланым. Унан был теманы үҫтерә төшөп, "Шиғриәт йондоҙо. Башҡорт мәғрифәтсе-шағиры Мифтахетдин Аҡмулла" тигән китабымда файҙаландым.
1964 йылда Аҡмулланың тормошон һәм ижадын өйрәнеү йәһәтенән ғәйәт әһәмиәтле бер табышҡа юлыҡтым. Әлшәй районының Аксен урта мәктәбендә практика үтә инем. Шул ваҡытта Миәкә районының Туҡһанбай ауылынан шағирҙың яҡын ғына туғаны, арҙаҡлы ил ағаһы Хәбетдин Бәҙретдинов олатай менән осрашыу бәхете тейҙе. Хәбетдин олатайҙың хәтере хазина тоҡсайы булып сыҡты. Аҡмулла шиғырҙарын, шул иҫәптән атаҡлы "Нәсихәттәр" әҫәрен ул яттан һөйләне, атаҡлы ҡәрҙәшенең тормошона бәйле иҫтәлектәрҙе бәйән итте. Түкмәй-сәсмәй яҙып алып ултырҙым. Артабан арҙаҡлы тарихсы Әнүәр Әсфәндийәров ярҙамы менән архив документтары буйынса мәғлүмәттәр таптым. Был яҙмалар буйынса беҙ Аҡмулланың биографияһына ҡарата бик күп аҡ таптарҙы юйҙыҡ, айырым авторҙарҙың уйҙырмаларына сик ҡуйҙыҡ. Бөтөн йыйылған матеиалды һәм әҙиптең шәжәрәһен дә индереп, "Шиғриәт йондоҙо" тигән яңы китап әҙерләнде һәм ул биш мең тираж менән баҫылды. Тираждың бер өлөшө Мәскәүгә оҙатылды һәм Союздар йортоноң Колонналы залында өс йөҙҙән артыҡ Башҡортостан делегацияһы ҡатнашлығында Аҡмулланың юбилей кисәһе үткәрелде. Шул кистә генә лә меңдән ашыу китап һатылды. Өфөләгеләре лә тиҙ арала таралып бөттө. Шулай итеп, бөйөк Аҡмуллабыҙҙы күтәрәйем, халҡыбыҙға ҡайтарайым тип, бихисап эштәр башҡарып, йән атып йөрөй торғас, яҙыусы, әҙәбиәт белгесе булараҡ ул мине күтәреп ебәрҙе.

Башҡорт ғилми тарихында, башҡорт әҙәбиәте тарихында һәм, ғөмүмән, башҡорт халҡы тарихында һеҙ бер сағыу эҙ, әллә күпме аманаттар ҡалдыра алған кеше. Был юл маҡсатлы рәүештә үтелдеме?

- Бөтөн был хеҙмәттәр миңә Аллаһы Тәғәлә тарафынан һалынған миссия булғандыр. Ул мине халҡыма хеҙмәт итеү өсөн шулай яралтҡан һәм мөмкинлектәр биргәндер. Хатта ғүмер баҫҡыстарының ҡайһылыр өлөшөндә ниндәйҙер ҡаршылыҡтар сығып, икенсе йүнәлештән китергә мәжбүр булғанда ла, ниндәйҙер хыялдар тормошҡа ашмай, уларҙан дүнергә тура килгәндә лә, барыһы ла ошо торошҡа, ошо халәткә, ошо емештәргә алып килә торған тоғро юл булған, тигән фекергә киләм бөгөн. Һәм бөгөн дә, һикһәндең аръяғына ҡарай ҡолап барғанда ла, көн дә өҫтәл артына ултырырға тырышам. Сәләмәтлек бәкәлгә һуға һуғыуын, әммә фольклор өлкәһендә тупланған материалдарым байтаҡ, шуларҙы халыҡҡа тапшырып өлгөргө килә...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Аҡыллы кеше менән һөйләшеү үҙе бер ғүмер бит ул. Хатта һөйләшмәй генә йәнәш ултырыу ҙа мәртәбә һымаҡ. Арҙаҡлы ағайыбыҙ менән аралашыуҙан һуң да күңелдә әллә ниндәй бөйөк пландар, юғары идеялар, ең һыҙғанып ижади эшкә керешеү дәрте уянды. Ысынлап та, бындай шәхестәр милләттең бер байлығы, хазинаһы шул инде ул. Ҡыҫҡаһы, әҙиптең "Йөрәктәге яҙмалар" китабын уҡып ҡына ла ошондай уҡ аралашыуға өлгәшә алаһығыҙ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.19 | Ҡаралған: 582

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru