«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ СӘНҒӘТ ҺАҠЛАНҺА, ТЕЛЕБЕҘ ҘӘ, РУХ ТА ҺАҠЛАНАСАҠ
+  - 



Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының быйылғы 80-се ижад миҙгеленең бөтөн тамашалары ла "ФиларМоңия" тигән девиз-атама аҫтында үтте. Ысын мәғәнәһендә моң донъяһы ул филармония - халыҡ йырҙары, джаз ритмдары, милли эстрада музыкаһы, академик вокал сәнғәте... Зауығына ҡарап, һәр тамашасы музыка сәнғәтенең төрлө-төрлө йүнәлештәрендәге концертты һайлап йөрөү мөмкинлегенә эйә. Баш ҡалала тиңе лә, конкуренты ла булмаған был сәнғәт усағы ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй? Филармонияның эстрада буйынса художество етәксеһе, баш режиссер Сулпан Раил ҡыҙы АСҠАРОВА менән ошо һәм сәнғәт донъяһына ҡағылышлы башҡа темалар тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Һәр ойошманы унда эшләгән шәхестәре бар итә. Ғәҙәттә, ниндәй ҙә булһа ойошма тураһында һөйләйбеҙ икән, шунда уҡ уның йөҙөн тәшкил иткән аныҡ кешеләрҙе иҫкә төшөрәбеҙ. Һеҙҙең өсөн башҡорт филармонияһы кемдәр ул?

- Һуңғы йылдарҙағы ижади эшмәкәрлегем күберәк театр донъяһы менән бәйле булһа ла, республика филармонияларын яҡшы беләм. Минең Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килеүем уның 80-се - юбилей миҙгеленә тура килде. Шуға ла мин быға тиклем ошо ойошма менән бәйләп ҡараған шәхестәр исемлеге тағы ла артты, тип әйтер инем. Ғөмүмән, башҡорт профессиональ сәнғәтен булдырыу һәм үҫтереүҙә Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың роле ҙур булыуын беләбеҙ. Ауылдарҙан һәләтле йәштәрҙе йыйып, Мәскәүҙә консерваторияларҙа уҡыта. Диана Нурмөхәмәтова, Хәбир Ғәлимов, Баныу Вәлиева, Ғабдрахман Хәбибуллиндар, композиторҙар Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтовтар һ.б. шулар рәтенән. Филармонияла эстрада йүнәлешенең сәскә атыуы иһә Фәриҙә Ҡудашева, Мәғфирә Ғәлиева, Наил Ғәлиев (Николай Голов), Бәхти Ғайсин, Сөләймән Абдуллин, Рамаҙан Йәнбәков ижады менән бәйле. Беҙҙең быуын ошо быуын кешеләрен күберәк беләлер, моғайын.
1939 йылдың ғинуарында хөкүмәт ҡарары менән эш башлаған Башҡорт филармонияһы баштан уҡ төрлө ижади йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Был мәлгә Фәйзи Ғәскәров бейеү ансамбле төҙөй, Заһир Исмәғилев, Ғата Сөләймәновтар ҡурайсылар ансамбле йыя, уларҙан тыш, музыкаль-әҙәби лекторий, хор, оперетта һәм хатта эстрада-цирк бригадаһы була. Һуғыш йылдарында фронт бригадалары эшләй, яртышар йыллап һуғышта сығыш яһайҙар. Ҡалала ҡалған артистарҙы утын әҙерләү кеүек эштәргә лә йөрөтәләр, был турала ла ҡарарҙар һаҡланған. Профессиональ сәнғәткә нигеҙ һалыусы ул быуындың иңенә ниндәй генә ауырлыҡтар, ниндәй генә эштәр төшмәгән, тип уйлайһың ошоларҙы белгәндән һуң. Башҡорт сәнғәтен үҫтереүгә һалған өлөштәрен иһә баһалап та булмай. Ҡурайҙы, башҡорт халыҡ йырҙарын ниндәй кимәлгә күтәргәндәр! Шуға ла уларға ҡарата ихтирамыбыҙ сикһеҙ.

Ошондай бай тарих һеҙҙе "80 йондоҙло йыл - 8 кистә" тигән тематик концерттар серияһын эшләргә этәргәндер?

- Ысынлап та, юбилей йылында ошо тарих тураһында һөйләмәһәк, дөрөҫ булмаҫ ине. 8 кискә бүлеп, лекторийҙан башлап, Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры, БР Дәүләт академия хор капеллаһы, Эстрада-джаз оркестры, композиторҙарға, айырым эстрадаға арналған концерттар үтте. Ихлас ҡына тамаша килеп сыҡты, халыҡ та күпләп йөрөнө уларға. Хәҙер беҙҙең алда тағы ла бер еңел булмаған мәсьәлә тора - 80-се ижад миҙгелен ябыу концертын ойоштороу. Тарихты ла, легендар йырсыларыбыҙҙы ла, йәш артистарыбыҙҙы ла күрһәтке килә. Нисек итеп ошо тиклем байлыҡты бер концертҡа һыйҙырырға - ошо хаҡта уйлайбыҙ. Гала-концерт 27 майға тәғәйенләнгән.

Һеҙ филармонияла эстрада йүнәлешен етәкләйһегеҙ, дөйөм башҡорт эстрадаһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, һеҙҙе күберәк нимә борсой?

- Әлеге мәлдә профессиональ эстрадала һынылыш осоро бара тип уйлайым. Беҙҙә профессиональ яңғыҙ бейеүселәр юҡ кимәлендә. Әйтәйек, Рәшиҙә Туйсина, Зөлфиә Ҡудашева, Гүзәл Мамина кеүек данлыҡлы бейеүселәребеҙгә алмашҡа кем киләсәк? Яңғыҙ ир-егет башҡарыусылар юҡ кимәлендә. Сәхнәне тултырып бейей, башҡорт бейеүҙәрен үҫтерә торғандарҙы көтәм. Гөлдәр Моратоваға рәхмәтлемен, ваҡытында беҙҙе, бер төркөм бейеүселәрҙе, Мәскәүгә балетмейстерҙар курсына уҡырға ебәрҙе. Хәҙер ҙә кәрәк беҙҙең һәләтле ҡыҙ-егеттәребеҙгә ошондай курстар.
Халыҡ йырҙарын башҡарыусы йәштәргә иғтибар булһын ине. Яңыраҡ "Карауан" егеттәре менән Ҡаҙанда, Ваһапов исемендәге бәйгелә ҡатнашып, еңеүсе булып ҡайттыҡ. Ойоштороусылар һаман шылтырата, йырҙарығыҙ шундай моңло ла, көслө лә, киң диапазонлы ла, тип. "Оҙон көй", "Ирәндек моңдары" кеүек конкурс үткәреү генә етмәй, оҫталыҡ дәрестәре кәрәк. Абдулла Солтанов иҫән саҡта алып барһындар уға егеттәрҙе, ул уларҙы тыңлаһын, кәрәк ерендә төҙәтһен, кәңәш бирһен. Ҡурай менән халыҡ йырҙарын үҙ ҡурсыуы аҫтына алған продюсерҙар килеп сыҡмаҫмы икән? Дөйөм сәнғәт донъяһында уникаль күренеш бит улар.

Филармониялағы эстрада үҫешен нисек баһалайһығыҙ?

- Әлеге мәлдә Рәсәйҙә бер филармонияла - Башҡортостанда ғына эстрада йүнәлеше бар. Башҡа ерҙә күптән ябылып бөттө улар. Хөкүмәткә рәхмәт, ваҡытында һаҡлап ҡала алғандар. Ә филармония артисҡа профессиональ стаж һәм, иң мөһиме, статус бирә. Мөмкинлек булғанда, костюм, фонограмма менән ярҙам итергә тырышабыҙ. Эстрадала ғына 75-кә яҡын артист, бынан тыш яҡтыртыусылар, тауыш операторҙары һ.б. бар, шуға ла гел генә мөмкинлек булып та тормай. Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры яңынан-яңы әҫәрҙәр эшләй, "Арғымаҡ"тар әле генә донъя кимәлендә ҙур еңеү яулап ҡайтты, Эстрада-джаз оркестрын Рәсәйҙең һәр төбәгендә көтөп алалалар. Ошолай һанай башлаһаң, һәр жанр йүнәлешендә уңыштар бар. Балаларға иғтибар көслө, үҫмерҙәр филармонияһы бар, "Салауат" балалар бейеү академияһы Санкт-Петербургта беренсе урын алды. Малайҙар капеллаһына әле үҫергә лә үҫергә. Артистарыбыҙға һорау ҙур, хөкүмәт кимәлендәге концерттар, сит төбәктәргә, илдәргә делегациялар составында ла сығыш яһайҙар. Әлеге мәлдә беҙҙең иң ҙур проблема - тамашасы юҡлығы. Өфөлә генә түгел, райондарҙа ла. Программалар насар тиер инең, һәр концерттан һуң тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтәләр, яҙалар.

Сибайҙар баш ҡалаға килһә, зал тултырып тамашасы йыя. Ни өсөн тамашасы уларға бара һуң?

- Быға аныҡ ҡына яуап биреүе лә ауыр. Ваҡытында үҙем дә Сибай филармонияһының бейеү ансамблендә эшләнем. Беҙҙең үҙебеҙҙең стилебеҙ бар ине. Иҫләһәгеҙ, Учалы филармонияһы ла үҙенең стиле менән айырылып тора ине. Һуңғы ваҡытта Стәрлетамаҡ бейеү театрына: "Ҡайтарығыҙ Хәлил Ишбирҙиндың стилен", - тип йыш әйтәм. Нефтекамаға стилде Саттаров бирҙе. Һәр коллектив үҙенең стиле менән үҙенсәлекле. Әгәр ҙә улар бер-береһенә оҡшай башлаһа, үҫеш булмаясаҡ.
Һуңғы йылдарҙа театрҙар режиссерҙар уҡытып алды. Ә бына концерттар эшләй торған белемле ҡыҙ-егеттәребеҙ юҡ. Башҡорт рухын, башҡорт сәнғәтен аңлаған һәм ҡәҙерләгән режиссерҙар булырға тейеш. Бер йыллыҡ иғтибарһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә юғалтҡанды кире тергеҙеү өсөн ун йыл ваҡыт кәрәк. Ә милли сәнғәттең әһәмиәте ҙур, ул һаҡланһа, телебеҙ ҙә, йөрәгебеҙҙәге рух та һаҡланасаҡ.

Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.19 | Ҡаралған: 624

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru