«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШЛАНҒЫС – ФОЛЬКЛОРҘА
+  - 

Күптән түгел Үзбәкстандың Термез ҡалаһында сәсәнлек сәнғәтен һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатынан ойошторолған Халыҡ-ара баҡши сәнғәте фестивалендә музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илһам БАЙБУЛДИН икенсе урын яулап ҡайтҡайны. Илһам Ханнан улы менән ошо сара тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Урта Азия халыҡтарындағы баҡшилыҡ - фольклор һөйләү сәнғәтенә бағышланған был саранан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ?

- Былай ҙурлап, дәүләт кимәлендә үткәрелгән сара тик ыңғай тойғолар уятты. Ҡала архитектураһында ла миллилектәрен һаҡлап ҡала алғандар. Ғөмүмән, мәҙәниәттең һәр йүнәлешендә халыҡсанлыҡ сағыла. Сәсәнлек традициялары ла, бар нескәлегендә булмаһа ла, һаҡланған. Президенттары фестивалде асыу тантанаһында ҡатнашып, кешелек тыуҙырған бар сәнғәттең башланғысы - фольклорҙан, тине. Улай ғына ла түгел, сара Үзбәкстан президенты Шәфҡәт Мирзиёевтың шәхси теләге буйынса ойошторолған. Был да уларҙың һүҙ сәнғәтенә булған мөнәсәбәте тураһында һөйләйҙер. Фестиваль-бәйге ике йылға бер үтәсәк, тип килешеп таралыштылар.
Фестивалгә эпос һөйләүселәр йыйылғайны. 60-ҡа яҡын эпос һөйләүсе булды. Ҡатнашыусыларҙың иң олоһона 90 йәш ине, малайҙар ҙа бар ине. Гран-при Ҡаҙағстандан Улжан Байбусиноваға тапшырылды. ЮНЕСКО ҡанаты аҫтында үткән был фестивалдә бәйге генә түгел, ғилми-ғәмәли конференция ла үтте. 74 дәүләттән барлығы 160 милләт вәкиле килгән, тинеләр. Төрлө милләттәр менән аралашып, үҙең өсөн ниндәйҙер асыштар яһап, үҙең дә тәжрибә менән уртаҡлашып, бер-береңдең мәҙәниәте менән танышып ҡайтыу үҙе бер мәртәбә. Шуға ла бындай сараларҙа урын алыу мөһим дә түгел.

Сығышығыҙҙа башҡа милләттәрҙе ниндәй башҡорт халыҡ эпостары менән таныштырҙығыҙ?

- Ғәҙәттәгесә, ҡурайҙа "Урал" көйөн уйнап, һуңынан "Урал батыр" эпосына күстем. Уны өзләп, ә "Аҡһаҡ ҡола" эпосын үҙенең көйө-йыры менән башҡарҙым. Һәр сығыш яһаусыға ярты сәғәт ваҡыт бирелгәйне. Үзбәктәрҙең төп дастаны "Алпамыш", шуға улар күберәк уны һөйләне. Барыһы ла эпос килтермәгәйне, сөнки бар халыҡтар ҙа эпослы түгел. Ҡайһыларҙың сығыштары ябай музыкаль номерҙарҙы хәтерләтте.
Үзбәкстандағы ҡарағалпаҡтар эпосты өзләп һөйләйҙәр икән, ғөмүмән, үзбәктәрҙең үҙҙәрендә өзләп һөйләү манераһы бар. Иң ҡыҙығы, уларҙың сығышы гел юғары нотала бара. Урта Азия халыҡтарының көйҙәре лә шулай бит. Хакастар, мәҫәлән, чакан тигән музыка ҡоралына ҡушылып, тыныс ҡына һөйләйҙәр. Ҡырғыҙҙар иһә "Манас"ты музыкаль инструментһыҙ, һөйләп кенә башҡара.

Был өлкәлә сағыштырыу мөмкинлеге булған сәсән булараҡ, беҙҙәге сәсәнлек сәнғәте кимәле тураһында ниндәй фекерҙәһегеҙ?

- Иң тәүҙә, беҙҙә сәсән тигән һүҙгә саҡ ҡына аныҡлыҡ индереү кәрәктер. Юғиһә, шиғыр менән һөйләшә белеүсене лә, эпос һөйләүсене лә, фольклор өйрәнеүсене лә сәсән тиҙәр ҙә ҡуялар. Стиленә ҡарап, уларҙы, бәлки, төрлөсә атарғалыр? Боронғо замандағы сәсән менән әлеге үҙҙәрен сәсән тип атаусылар бер тигәнде аңлатмай. Миңә лә сәсән тип һүҙ бирһәләр ҙә, ундай дәрәжәне ҡабул итә алмайым. Сәсән булыу өсөн ныҡлы өлгөрөп етеү, боронғо сәсәнлек традицияларына эйә булыу кәрәк. Мин әле өйрәнсек кенә. Ғөмүмән, сәсәнлекте сәңгелдәктән тәрбиәләү фарыз.
Икенсенән, шул уҡ эпос һөйләүгә килгәндә, беҙҙә уны тасуири шиғыр уҡыған кеүек һөйләйҙәр. Әйтәйек, хакастар, шиғыр һөйләгәндәге кеүек ҡулдарҙы болғап һөйләү эпосҡа хас түгел, тиҙәр. Инструментҡа ҡушылып һөйләүгә иғтибар аҙ. Бер яҡтан, инструмент булһа, һөйләүсегә еңелерәк, икенсе яҡтан, уның тыңлаусыға тәьҫир көсө лә бермә-бер арта.
Шулай уҡ башҡорт халҡында йыр формаһындағы эпостар байтаҡ - "Аҡһаҡ ҡола", "Ҡуңыр буға" һ.б. Яҙма фонетикала эпосты ошо рәүешле башҡарған өлгө юҡ. Әммә фольклор экспедициялары ваҡытында уларҙы өлөшләтә-өлөшләтә яҙып алғандар. Мәҫәлән, "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосының бер өлөшө "Балҡантау" көйө менән беҙгә таныш. Беҙҙең эпос һөйләүселәргә шуларҙы йыйырға һәм халыҡҡа ҡайтарырға ине. Йыр формаһындағы бик үҙенсәлекле, матур жанр бит ул. Һуңғы йылдарҙа беҙҙә сәсәнлек традицияларын тергеҙеү буйынса күп саралар үтә, сәсәндәр мәктәптәре барлыҡҡа килә. Балалар араһында "Урал батыр" эпосын һөйләүселәр ярышы бар. Яйлап барыбер йәш быуын араһынан көслө эпос һөйләүселәр үҫеп сығасаҡ, шулай итеп сәсәнлек мәктәбен дә ҡайтара аласаҡбыҙ, тип уйлайым.

Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.19 | Ҡаралған: 557

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru