«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАН ШАУҠЫМЫ УЛ ИНТЕРНЕТ ДОНЪЯҺЫНА КИТЕП БАРЫУЫБЫҘ
+  - 



Мөнәсәбәт ҡороу, бәйләнештәр булдырыу - оло хеҙмәт, әммә бөгөн улар кәрәк тә түгел кеүек. Ә нимәгә ул? Диңгеҙҙә балыҡтар күп булған кеүек, ерҙә лә кешеләр күп. Береһе менән дуҫлаша, һөйләшә, аралаша алмаһаң, эргә-тирәлә башҡалары етерлек. Ысынында, бөгөн хатта әхирәт булышыуға, серләшеүгә мохтаж тигән ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла артыҡ яҡынлыҡ юҡ. Йән дуҫ булыу, тоғролоҡ һаҡлау тигән төшөнсәләр онотола бара. Сөнки хәҙер барыһы менән дә интернет аша аралашабыҙ. Һөйләшеү, фекерләшеү өсөн яҡын танышлыҡ та кәрәкмәй. Интернетҡа инеп, теләгән темаға бәхәс ҡороп, быу сығарып әрләшеп, яңы фекерҙәр ишетеп, мәғлүмәттәр алып була...

Ә бит бөтә ошо мөмкинлектәр кешегә дуҫ һайлауға ла, ишен табыуға ла, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеүгә лә тотҡарлыҡ яһай. Интернет донъяһындағы аралашыуҙарға өҫтөнлөк биргән кеше эргәһендә һөйгән йәре йәки дуҫы булғанда ла, улар менән мөрхәтһенмәҫкә күнегә. Бына бит, шул сайтта аҡыллыраҡ кеше бар, бының фотоһы һоҡланғыс, бының яҙмалары ҡыҙыҡлы, тип уйлаясаҡ ул. Кемдәрҙеңдер шәхси тормошон, сәйәхәттәрен, шөғөлдәрен ҡарап, күҙәтеп, үҙенең йәшәйешен онотоп ебәрергә лә мөмкин әле. Бына шулай, ноутбук, планшет экрандары аша туҡтауһыҙ тышҡы ҡуҙғытҡыстар атакаһына дусар булабыҙ, бер аяғыбыҙ менән асылдағы йәшәйешебеҙҙә торһаҡ та, икенсеһе менән шул интернеттағы донъяға китеп барғандайбыҙ. Сөнки унда варианттар, мөмкинлектәр күберәк һәм киңерәк кеүек... Тормошобоҙҙоң әле нисек икәнен күрмәйбеҙ, ә нисек булмағанын бик яҡшы тоябыҙ, сөнки сағыштырабыҙ...
Шәхси тормошон бөтөн халыҡ күҙе алдына сығарырға ла ғәҙәтләнеп алды бәғзеләр. Ундайҙар нимә эшләһә лә, эшләмәһә лә, барыһын да интернетҡа һалырға ғәҙәтләнде. Кейем алһа ла, аш бешерһә лә, никахлашһа ла, кеше тыуһа ла, үлһә лә. Иғтибарға мохтажмы улар шулай, әллә үҙ-үҙҙәрен раҫлап маташыуҙарымы? Асылда, был кешенең шәхси "мин"енең тарҡалыуылыр ул. Уның үҙе бер айырым донъя, тулы, камил бөтөнлөк булыуҙан туҡтауы. Ул хәҙер массаға эшләй, уның марионеткаһына әйләнгән. Шул массаның ысын булған йәки булмаған хуплауы, лайктары, маҡтауҙарына мохтажлыҡ кисерә ул. Ә масса иһә шул тиклем яһалма. Рәхәтләнеп алдай, ҡоторта, ялағайлана...
Интернетҡа шәхси тормошобоҙҙо сығарып, беҙ уны идеал итеп күрһәтергә тырышабыҙ. Йәнәһе, ҡарағыҙ, бына мин иртәнсәк йүгерәм, бына тренажерҙа баҫып торам, бына мине һөйгәнем үбеп уята, бына ул сәскә алып ҡайтҡан, бына минең улымдың маҡтау ҡағыҙҙары, бына ҡыҙымдың көндәлегендәге баһалары... Ғәҙәттә, быларҙы тормоштары ысынында идеаль булмағандар, эске донъялары, ҡаҙаныштары, хеҙмәттәре (һ.б.) менән ҡәнәғәт булмағандар ҡуя һымаҡ. Уларға ошо мәлдәр, ошо күп көс түгеп яһап алған, әллә ниҙә бер өлгәшкән мәлдәре шундай танһыҡ һәм ғәзиз, һәм улар быны барыһына ла күрһәтергә тырыша. Тимәк, улар хистәргә, яҡшы мәлдәргә, бәхеткә һыуһап йәшәй. Ни өсөн берәү ҙә интернетҡа илап ҡыҙарған йөҙөн һалмай? Йәки төнгө сәғәт 3-тә иҫерек ире менән ғауғалашыуын тәфсирләп яҙмай? Йәки эш хаҡының етмәүе, балаларының ауырыуы, етәксеһен яратмауы тураһында аноним булып ҡына ғына ташлайҙар? Сөнки былар уның тормошонда былай ҙа етерлек. Ул бәхетле мәлдәргә мохтаж, шул мәлдәрен барыһына ла күрһәтеп, яһалма, уйҙырма булһа ла эмоциялар ала. Бының өсөн уны ғәйепләп тә булмай. Ә инде йәшәйештә теләгәненә өлгәшә алғандар йәки үҙ халәттәре менән ҡәнәғәт булған, башҡаларһыҙ ҙа камиллыҡ кисерә алғандар бәхеттәрен, шатлыҡ-ҡыуаныстарын йәшерә, улар менән шым ғына ләззәтләнеүҙе хуп күрә.
Беҙҙең заман лайктар менән һайлау, сағыштырыу, үлсәү заманы булып сыҡты. Быға тиклем бер заман да яҡшы һәм яманды, матур һәм насарҙы, изге һәм яуызды алыҫтан тороп, бары ҡарап-уҡып ҡына баһаламаны һәм баһаламаған. Постар ҡуйған һәм комментарийҙар яҙғандарҙың кем икәнен дә, ниндәй йәшәйеш алып барғанын да, психик торошо ҡалай икәнлекте лә белмәйбеҙ. Ә инде ул кешенең әхлаҡи, рухи йөҙө хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Һәм беҙ шул билдәһеҙ, ят, алыҫта булған йәки таныһаҡ та яҡын аралашмаған кешеләрҙең фекеренә, хуплауына мохтаж. Был - рухи тарҡалыш, йәғни деградация.
Күптән түгел Япония йәштәренең интернет, компьютер донъяһына башкөллө сумып, унан йотолоп, йәмғиәт, кешелек өсөн юҡҡа сығыуҙары хаҡында тапшырыу ҡарағайным. Унда хәҙер үҙ-ара мөнәсәбәт тотоу, парлашыу, ғаилә ҡороу алға ҡуйылмай икән. Мөнәсәбәттәр өҫтөндә эшләргә теләмәгән, аралашыуға, бер-береңде тойоуға күнекмәгән, хатта ул төшөнсәләрҙе онотҡан кешеләр виртуаль донъяла "йәшәй". Улар өсөн махсус программалар булдырылған һәм был мәхлүктәр шул программаларҙы һатып ала. Ундағы донъя шундай идеаль! Тәбиғәте лә матур, кешеләре изге, өйҙәре шәп һәм башҡалар. Унда улар бер насар ҡараш та күрмәй, йә насар һүҙ ишетмәй. Нимә әйтһәләр, йә яҙһалар ҙа теге яҡтағылар (булмаған кешеләр, яһалмалар, фейктар) күтәреп ала, хуплай, маҡтай. Ул донъяла хатта быларҙың парҙары ла бар. Шулай уҡ идеаль төҫлө һәм холоҡло ир (ҡатын) был кешенең интернетҡа ингәнен көтөп кенә тора. Был әҙәмгә теге яҡтың бер талаптары ла юҡ, йәғни бындағы мөнәсәбәттәр өсөн аҡса түләүҙән башҡа эмоциональ көс һалырға кәрәкмәй. Көймәйһең дә, ҡайғырмайһың да, көнләшмәйһең дә, бары "яратаһың һәм яратылаһың" ғына.
Япониялағы миҫал беҙҙең йәмғиәттә лә юҡ түгел. Интернет аша танышҡан "мөхәббәттәре" менән әллә нисә йылдар яҙышҡан ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр етерлек. Был кешеләрҙең күптәре махсус ошо эш менән шөғөлләнгән вампирҙар менән аралашыуын, үҙҙәренең был кешенең ошондай командаһында унынсы-ун бишенсе булыуын аңламай ҙа. Әллә күпме ваҡыттарын, тойғоларын әрәм итәләр. Шул донъяға ҡапланып, эргәһендәге тере донъяны күрмәйҙәр, күҙгә элмәйҙәр.
Балаларҙың Бәйләнештәге, Фейсбуктағы, Инстаграмдағы донъяһын алайыҡ. Улар хәҙер бөтөн кәңәштәрҙе лә интернеттан ала. Әллә ниҙә бер бирелгән һорауҙарына ата-әсәләрҙең дә яуаптары шәп: "Гугли". Бешереү рецептары - шунан, бала ҡарау ысулдары- шунан, ҡул эштәренә өйрәнеү - шунан, дәрес әҙерләү күптән шунан. Бынан тыш, 12-15 йәшкә етһә, беҙ уларҙың интернет тормошон тикшермәйбеҙ ҙә. Сөнки үҙебеҙ балаларыбыҙ өсөн шул интернеттан ҡыҙыҡһыҙыраҡҡа әйләндек йәки әйләнә барабыҙ. Ә тора-бара? Киләсәктә?..
Был хаҡта, беҙҙе йотоп барған интернет донъяһы тураһында күп һөйләргә була. Әммә быны үҙ аҡылы менән тойоп аңламағанға вәғәз уҡыу стенаға борсаҡ атыу менән бер генә буласаҡ. Әйҙәгеҙ, һынамаҡҡа ғына бер көн интернетҡа инмәй ҡарағыҙ әле. Яҡындарығыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарашып ултырып һөйләшегеҙ, балаларығыҙҙың хәбәрен тыңлағыҙ, ҡунаҡта өҫтәл аҫтында телефонға текләп ултырмағыҙ. Үҙегеҙ менән бер өйҙә йәшәгән кешене тыуған көнө менән инстаграм аша ҡотламағыҙ, ә ҡосаҡлап-һөйөп тәбрикләгеҙ. Нимәгәлер ризаһыҙлығығыҙҙы битегеҙҙәге ҡырҡыу, текә постар менән белдермәгеҙ, ә проблеманың үҙегеҙҙә икәнен аңлап, ысынлап хәл итегеҙ. Йомғаҡлап әйткәндә, бөгөнгөбөҙҙә, реаль донъябыҙҙа йәшәйек, ысын мәғәнәһендә үҙ-ара аралашайыҡ, мөнәсәбәттәр ҡорайыҡ, дуҫлашайыҡ. Ә интернетты иһә бары файҙа өсөн генә ҡуллана беләйек.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.19 | Ҡаралған: 640

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru