«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ ҠОРОЛТАЙЫ ИЛ ҠОРОНА СЫҠТЫ
+  - 

Билдәле булыуынса, ил тормошонда йәмәғәтселек мөһим һәм файҙалы функциялар башҡарып, граждандар йәмғиәте тип аталған ижтимағи күренештең нигеҙен барлыҡҡа килтерә. Ошондай йәмәғәт институттары үҫешмәһә, дәүләттең ижтимағи ресурстары ныҡ бүҫкәрәсәк.

Был дөйөм ҡағиҙә башҡорт милли ойошмаларына ла ҡағыла. Хәҙерге осорҙа халҡыбыҙҙың милли рухын һаҡлау, уны милләт булараҡ нығытып торған барлыҡ билдә-сифаттарын үҫтереү, этник берҙәйлеген юғалтмау, ерле дәүләтселегебеҙҙе яҡлау кеүек көнүҙәк проблемалар йәмәғәтселектән башҡа бер нисек тә хәл ителмәйәсәк. Йәмәғәт ойошмалары ни тиклем күп төрлөрәк һәм ойошҡаныраҡ икән, дәүләткә лә, власть даирәләренә лә, йәмғиәттең үҙенә лә отошло йәшәйеш мөхите урын ала. Бына баш ҡалабыҙҙа өр-яңы йәмәғәт ойошмаһы - Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы барлыҡҡа килде. Ошо йылдың 14 майында уҙғарылған ойоштороу йыйынында ойошманың Уставы ҡабул ителде, уның башҡарма комитеты ағзалары һәм етәкселеге һайланды. Иң әүҙем башҡорт йәмәғәтселәренең береһе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева ойошманың башҡарма комитеты рәйесе вазифаһына иң ҡулай кандидатура итеп табылды һәм бер тауыштан хупланды.
Әлегә тиклем Өфөнөң һәр районында башҡорт ҡоролтайҙары булған хәлдә лә, уларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереп, берләштереп, контролдә тотоп тороусы дөйөм ҡала ойошмаһы юҡ ине. Яңы йәмәғәт ойошмаһы ошо юҫыҡта ла ойоштороу эштәрен башҡарыр, тигән өмөт уянды хәҙер.
Ҡала мөхитендә аң-зиһен үҫтереү өсөн, йә иһә мәҙәни, мәғрифәти мөмкинлектәр нисек кенә күп төрлө һәм бай булмаһын, был милли тарҡаулыҡҡа, айырымланып йәшәүгә кәртә була алмай. Ҡыҙғанысҡа күрә, тап ҡала мөхитендә этник ассимиляция күренештәре лә көсәйә бара, был хәл, туған телен бик насар белгән йә бөтөнләйе менән онота барған йәштәрҙең арта барыуын да иҫәпкә алғанда, ҡала башҡорттарының этник берҙәйлеген үтә ныҡ ҡаҡшата. Шуның өсөн баш ҡалабыҙҙа башҡортлоҡ рухын һаҡлау, милләттәштәребеҙ араһында яңы бәйләнештәр булдырып, бер ҡорға туплау Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының төп бурыстарының береһе итеп ҡабул ителергә тейештер, тим.
Әлбиттә, ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу торошон күҙәтә барыу, булған етешһеҙлектәрҙе ваҡытында асыҡлау, тейешле мәғариф органдары менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу һымаҡ мәсьәләләрҙең дә йәмәғәтселектең күҙ уңында тороуы фарыз. Бынан бер нисә йылдар элегерәк баш ҡалабыҙҙа Башҡорт теле көнө үҙе бер оло тамаша рәүешендә, матур байрам төҫөн ала ине. Наилә Сәфәрғолова уҙғарған "Йөрәк һүҙе" телевизион конкурсы ла халҡыбыҙ күңеленә хуш килеп, һоҡланғыс тәьҫораттар ҡалдырҙы бит. Ошондай сараларҙы айырым мәктәптәрҙә лә, ҡала кимәлендә лә ойоштороу телебеҙгә ихтирам уятып, милли булмышыбыҙға ла ҡот өҫтәр ине.
Ҡала мөхитендә милләттәштәребеҙгә бергә йыйылып һөйләшер, кәңәш ҡорор, кесе йыйындар, мәҙәни саралар уҙғарыр өсөн махсус тәғәйенләнгән бина булыуы бик тә ҡулай булыр ине. Заманында "Нефтселәр" мәҙәниәт һарайында даими эшләп килгән "Аҡ тирмә" клубы эшмәкәрлеге үҙе бер тарихи ваҡиға булып урын алды бит. Тимәк, яңы ойошмаға баш ҡала хакимиәте менән дә, республика етәкселеге менән дә ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатыу урынлы булыр. Баш ҡалабыҙҙа милли ихтыяждарыбыҙ төйәге булырҙай Башҡорт йортон төҙөтөү киләсәк быуындар өсөн дә алыштырғыһыҙ бер йәдкәр булып ҡалыр ине.
Баш ҡалабыҙҙың милли йөҙөн билдәләйәсәк монументаль комплекстар, билдәле шәхестәребеҙгә һәйкәлдәр, айырым арт-объекттар төҙөтөү маҡсатында власть даирәләренә мөрәжәғәт итеү кеүек инициативалар ҙа бик кәрәк. Өфө урамдарында башҡорт телендә социаль реклама баннерҙарын элеү, биналарҙың стеналарында милли геройҙарыбыҙҙың граффити-портреттарын төшөрөү кеүек тәҡдимдәр ҙә ошо юҫыҡта урынлы булыр ул. Ғөмүмән, баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе башҡорттар яңы йәмәғәт ойошмаһына теләктәшлек белдереп, ярҙам итешеп, уның эшмәкәрлегенә көс-ҡеүәт өҫтәп торор, тип ышанайыҡ. Һәр кем дөйөм мәнфәғәттәребеҙҙе иҫтә тотоп, үҙ тәҡдимдәрен гәзитебеҙ аша ҡоролтай етәкселегенә еткерә ала. Ә йәмәғәт ойошмаһы халыҡ менән власть араһында аралашсы ролен үтәп, уның талаптарын, теге йәки был күренештәр, хәл-ваҡиғалар, ғәмәлдәр менән килешеүен, йә ризаһыҙлығын ваҡытында етәкселәргә белдереп торасаҡ. Яңы ойошма ла халыҡсан булып, милләттәштәребеҙ араһында танылыу табыр, тигән өмөттә ҡалайыҡ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.19 | Ҡаралған: 530

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru