«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАБИЧ - САЛАУАТ ЯНЫНДА
+  - 

Өфөлә башҡорт халҡының йөрәк моңо, ҡеүәтле һәм ҡәҙерле заттарының береһе Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыла, тигән хәбәр йәшен тиҙлеге менән Ер шарын ураны, ахырыһы! Төрлө ҡитғаларҙа йәшәгән башҡорттар күҙ йәштәре аша шатлығын белдерҙе, Башҡортостанға ҡайтыу менән тап шунда юлланасағын әйтте - сикһеҙ ине ҡыуаныс тойғолары. Урыны ла ниндәй шәп бит әле: "Башҡортостан" концерт залы алдында!

...Тик бер көн көтмәгәндә һәйкәл урынын А. Матросов паркына күсерергә йыйыныуҙары хаҡында яңылыҡ ишетелде. Улай ғына ла түгел, паркта ағас араһында бер урын ҡарап ҡуйыуҙарын да әйттеләр. Ошонда мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың фекерен ишеттерҙеләр: "Шәйехзада Бабич кеүек шәхескә һәйкәл асыу мәсьәләһен бер кеше генә хәл итә алмай, йәмәғәтселек ни әйтер? Улар менән кәңәшләшәйек", - ти ул. Шулай итеп, министрлыҡ һәм Өфө ҡала округы хакимиәте Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаларын, яҙыусыларҙы йыйып алырға ҡарар итә. Тиҙ арала йыйылған оператив кәңәшмәлә йәмәғәтселек вәкилдәре үҙ фекерен әйтте: Ш. Бабич һыны А. Матросов һәйкәле алдына ҡуйылһа, ике шәхес бер-береһен ҡаплаясаҡ, эстетик яҡтан был дөрөҫ булмаясаҡ. Ҡоролтай Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин да ҡарашын өҙөп әйтте: "Һәйкәлде кеше һирәк йөрөгән урынға ҡуйырға хаҡыбыҙ юҡ! Мең ғазаптар кисергән шағирҙы кәмһетергә ярамай!"
Эйе, күпме тантаналар залы, мәғрүр биналар бар, уларҙа меңәрләгән халыҡ йыйыла, тап шундай урында ҡаршы алып торорға тейеш бит Бабич! Ул - Шағир! Һүҙ сәнғәте вәкиле. Ул башҡорт шиғриәте кимәлен билдәләгән шәхес. Уның бейеклегенә етә алғандар бик һирәк. Ул халҡыбыҙҙың рухи юлбашсыһы! 24 йәшендә шәһит китеп, Башҡортостан Автономияһы өсөн үҙен ҡорбан иткән зат! Уның "Ғазазил" әҫәрен уҡып ҡарағыҙ әле! Был бит Фауст философияһы. Бабичтың һәр әҫәренән Аллаһы Тәғәләнең әйтергә теләгәндәре яңғырай. "Башҡортостан - гөлбостан" шиғырын уҡып, уның еренә, халҡына, теленә мөхәббәтенән күҙҙәргә йәш эркелә. Кем Башҡортостанын яратыуын шундай итеп һүҙҙәр аша әйтеп бирә алған! Автономияны үҙ иңдәрендә йөкләп бар иткән ир-егеттең тәрән мөхәббәте, һыҙланыуҙары сағыла юлдарҙа... Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова шунда уҡ бергәләп "Башҡортостан" концерт залы алдын яңынан барып ҡарарға тәҡдим итте. Архитекторҙар ҙа, подрядсылар ҙа бында, рәссамдар ҙа. Урын матур, һүҙ ҙә юҡ! Ниңә икенсе ергә күсерергә? Төҙөүселәр һәйкәлде был урында ҡуйырға мөмкин, әммә биләмә бик ныҡ сикләнәсәк икәнен әйткәс, тағы ла берәй вариант эҙләп ҡарарға кәрәк, тип таралашты йыйылғандар...
Һәм, ниһайәт, Зәки Вәлиди урамында "Зәки - башҡорт терәге" тип яҙған Шәйехзада шағирға һәйкәл ҡуйыласағы хәл ителде. Салауат Юлаев эргәһендә. Бабич үҙе яҙған "Салауат ҡандай арыҫлан" янында. "Торатау" конгресс холына кимәлле ҡунаҡтар киләсәк, бында юғары даирәләр фекер алышасаҡ! Был тап Бабич кимәле. Урамға килеп менеү менән Шәйехзада Бабичтың азатлыҡ рухы ҡаршылап торасаҡ! Был урын - күптән халыҡ яратҡан, ҡибла тиңләшерҙәй ер. Кемдең башына килгәндер һәйкәл урынын алыштырыу уйы, әммә бында, һис шикһеҙ, барыһы ла Башҡортостан, башҡорт, Шағир файҙаһына эшләнде. Күктәрҙең ҡыҫылышы булды бында! Бабич юғарылығын унда ғына хәл итеүҙәре ихтимал! Шәп! Барып баш эйергә, сәскәләр һалырға, шиғыр уҡырға яҙһын!

Лариса АБДУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.19 | Ҡаралған: 727

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru