«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕАТР РЕФОРМАТОРЫ
+  - 

"Ҡабаттан йәнләнгән фотоһүрәттәр" проекты гәзит уҡыусыларҙы "Беренсе Республика" фильмының геройҙары менән таныштырыуҙы дауам итә. Гениаль актер, башҡорт театрын төҙөүселәрҙең береһе, Зәйни Иғдәүләтов, Ғәшиә Абыҙгилдина, Тәлиға Бикташева, Вәлиәхмәт Ғәлимов, Булат Имашевтарҙың уҡытыусыһы - уның башҡорт мәҙәниәте үҫешенә индергән өлөшөн баһалап бөтөп булмай. Проектта шәхестәрҙең тарих архивтарынан, фәнни хеҙмәттәрҙән, музейҙарҙан тупланған фотолары һәм костюмдар буйынса рәссам Әлиә Байрамғолова тарафынан кинорежиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тарихи нәфис фильмын төшөрөү майҙансығынан яһалған фотолары тәҡдим ителә.

Мәкәрим Әҙһәм улы МӘҺӘҘИЕВ (актер Артур Ҡунаҡбаев уйнай) - актер, режиссер, театр белгесе, уҡытыусы һәм театр реформаторы. 1922 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй, Театр сәнғәтенең үҙәк техникумында (һуңғараҡ - ГИТИС) белем ала, Мәскәү татар эшсе театрында сығыш яһай. 1926 йылда Өфөгә килә һәм Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумы театр бүлегенең уҡытыу бүлеге етәксеһе һәм педагог булып эшләй башлай. Бер юлы актер һәм режиссер ҙа була, һуңғараҡ Вәлиулла Мортазин уны Башҡорт драма театрының художество етәксеһе вазифаһына тәҡдим итә. Күп актерҙарҙың уҡытыусыһы иҫәпләнә. Режиссер булараҡ, милли сәхнәгә Константин Станиславский идеяларын тормошҡа ашырыусы. Заманса театр мәҙәниәте һәм актерлыҡ оҫталығы, социалистик реализм принциптарын индереүсе, шулай уҡ репертуарҙы, театрҙың репетиция процесын үҙгәртеп ҡороусы. Мәкәрим Мәһәҙиев милли театр тарихы һәм эстетика буйынса мәҡәләләр авторы.
Сәйәси торғонлоҡ йылдарында Мәкәрим Әҙһәм улы ла шәхес культы ҡорбанына әүерелә. 1937 йылдың сентябрендә ҡулға алына һәм РСФСР Енәйәт кодексының 58-8 һәм 58-11 статьялары (террористик акттар ойоштороу һәм енәйәткә әҙерләнеү йүнәлешендә эшмәкәрлек алып барыу) буйынса хөкөм ителә. Бынан һуң Башҡорт театрының милли репертуары тулыһынса тыйыла.
Замандаштары хәтерләүенсә, "халыҡ дошмандары"н өс көн буйына театрҙа хөкөм итәләр. Залға Вәлиулла Мортазинды, Мәкәрим Мәһәҙиевты, Зәйтүнә Бикбулатованы, Бәҙәр Йосопованы алып киләләр һәм коллегалары уларҙың енәйәттәре тураһында һөйләргә һәм буржуаз милләтселектә ғәйепләргә тейеш була. 1938 йылдың 10 июлендә Мәкәрим Мәһәҙиевты Мәскәүҙә аталар. Ҡәбере билдәле түгел. 1957 йылда аҡлана. 1938 йылда ялған яла буйынса уның ҡатыны - актриса Зәйтүнә Бикбулатова ла ҡулға алына.

Гөлнара ЯРУЛЛИНА,
тарих фәндәре кандидаты,
проект авторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.19 | Ҡаралған: 718

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru