Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан баш ҡалала ике көн дауамында "Өфө - балалар өсөн ҡала" тигән күмәк уйын-көлкө саралары ойошторолдо. Шул сиктәрҙә Салауат Юлаев майҙанында Өфө ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы тарафынан әҙерләнгән егерменән ашыу тематик майҙансыҡта балалар һабантуйы үтте.
Балалар һабантуйында кескәй ҡунаҡтарҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен әкиәт геройҙары сәләмләп ҡаршы алып торҙо. Артабан ҡала халҡын байрамдың төп тамашаһы, "Тамыр" балалар телеканалының йәш таланттары һәм Өфө ҡалаһының төрлө йыр-бейеү ансамблдәре ҡатнашлығындағы концерт көтә ине. Салауат Юлаев майҙаны аллеяһы башланған ерҙән ике яҡлап рәт-рәт булып күргәҙмәләр, уйын-көлкө ойоштороусы майҙансыҡтар теҙелгәйне. Был эштә Өфөнөң һәр районындағы өҫтәлмә белем биреү учреждениелары, йәкшәмбе һәм спорт мәктәптәре ҡатнашты. Балалар яратҡан әкиәт геройҙары менән аралашты, фотоға төштө, төрлө уйындарҙы һәм оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Мәҫәлән, спорт майҙансығында үҙеңде яҡлау ысулдарын өйрәнеп була ине, унан тыш "Ағас һырлау", "Керамикаға һүрәт төшөрөү", "Диңгеҙ уйынсыҡтары", "Таҫма техникаһы" тигән оҫталыҡ дәрестәре булды. Спорт менән дуҫ булғандар "ГТО" Бөтә Рәсәй комплексы һынауҙарын үтеп ҡараны. Мәктәпкәсә йәштәге балалар һүрәт төшөрөү, аппликация яһау, таланттар ярышында ихлас ҡатнашты. Уҡыусыларҙы ҡул көрәше, уҡ атыу ҡыҙыҡһындырҙы, шахмат, шашка, төрлө ҡул эштәре серҙәренә төшөнөргә теләүселәр ҙә күп булды.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге ата-әсәләр комиссияһы ойошторған майҙансыҡта балаларға балаҫ һуғып ҡарау, уйынсыҡ уҡтан атыу, ҡул көрәштереү, селтәр тегеү, башҡорт халыҡ кейемдәренә аппликация эшләү һәм буямдарҙы буяу, асыҡ микрофон, футболкаларҙы махсус буяу менән башҡортса нағышлау тәҡдим ителде, төрлө уйындар уйнатылды. "Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған масштаблы сарала беренсе тапҡыр ҡатнашабыҙ, элек башҡортса бындай махсус ойошторолған айырым майҙансыҡ булмай торғайны. Беҙ битараф булмаған ата-әсәләрҙе, йәмәғәт ойошмаларын, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеп, башҡорт балаларында туған теленә ҡарата һөйөү, рух тәрбиәләү, милли йолалар менән таныштырыу маҡсатын тормошҡа ашырабыҙ. Әлегә балалар бик әүҙем: майҙансыҡтың бөтә уйындарында ҡатнашып, ҡулдарына төшкән тәңкәләрҙе алдан әҙерләп ҡуйған тәмлекәстәргә, башҡортса буям, китап, значоктарға алмашып китәләр", - тине ойоштороусыларҙың береһе Айгөл Атанова.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Баш ҡала балаларының йәйге каникулдары бына шундай күңелле байрамдан матур тәьҫораттар һәм оҫталыҡтарын арттырыуҙан башланып китте. Балаларҙың үҙҙәре менән әңгәмәләшкәндә байрамды бик оҡшатыуҙары тураһында ғына һөйләнеләр, ҡәнәғәтһеҙлек белдергән һис кем булманы. Уларҙың ялын, именлеген, күңелен ҡайғыртып торған ойоштороусылар эшенә ошонан да оло баһа юҡтыр.
Камилә ҒӘЛИЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|