«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛ ЭШҠЫУАРҘАРЫ – ЕҢЕЛ БУЛМАҒАН ЮЛ КЕШЕЛӘРЕ УЛАР
+  - 



Бөгөн ауыл ерлегендә эшҡыуар булып китеү ауыр мәсьәләме? Нисек итеп был юлда хаталанмаҫҡа, ҡайһылайыраҡ итеп дөрөҫ йүнәлеш таба белергә? Эшҡыуарҙы ниндәй ауырлыҡтар көтә һәм уларҙы нисегерәк итеп хәл итергә мөмкин? Быларҙы үҙ башынан үткәргән кеше генә һөйләй ала, әлбиттә. Редакциябыҙ ҡунаҡтары яуаплылығы сикләнгән "Бай" ауыл хужалығы тәьминәт-һатыу-ҡулланыу кооперативы етәксеһе Рөстәм Иғдислам улы ӘхмӘтов менән теоретик белгес ролендә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент Вилүр Йәмил улы ӘхмӘтов үрҙә телгә алынған мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерер, тип уйлайбыҙ.

Әйҙәгеҙ, ошо һорауҙан башлайыҡ: бөгөнгө ауыл халҡының йәшәйешен нисек баһалайһығыҙ? Ауыр йәшәйме халыҡ? Әллә беҙ был мәсьәләне артыҡ ҡабартып ебәрәбеҙме?

Р. Әхмәтов:
Ауыл халҡы уртаса йәшәй. Насар тип тә әйтеп булмай, сөнки хәҙер һәр өйҙә тигәндәй транспорт. Һыйыр малынан тыш, йылҡы тоталар, ҡайһыларҙа улар иллешәр башҡа барып етә. Малды ла файҙаланып өйрәнде ауылда йәшәүселәр: ҡымыҙ, һөт аҙыҡтары етештереп һаталар, ит менән сауҙа итәләр. Шулай уҡ көҙ миҙгелендә тотоноуға ғына мал аҫырағандар ҙа бар. Бөгөн шул мал менән балаларын да уҡыта, кейендерә, ғаиләһен дә ҡарай ауыл кешеһе. Ә инде мал тотмағандарға көн итеү еңелдән түгелдер, һатып алып ҡына туҡланып йәшәү мөмкин дә түгел бит хәҙер.
В. Әхмәтов: Һәр районды, ауылды төбәгенә ҡарап баһаларға кәрәк йәшәү кимәлен. Мәҫәлән, бына минең тыуған ауылым булған Урғаҙаны телгә алғанда, унда йәшәүселәрҙең хәле шәптән түгел, тип әйтергә була. Элекке заманда даны яңғырап торған "Йылайыр" совхозы бөгөн бөлгөнлөккә төшкән ауылдарҙың береһелер. Мал менән булышҡан кешеләр, әлбиттә, бирешмәй, әммә улар бик аҙ. Ауылда һыу проблемаһы һаманға тиклем хәл ителмәй. Ир-егеттәр күпләп Себергә йәки башҡа яҡҡа эшкә сығып китеп бөткән һәм төбәк ҡатын-ҡыҙ менән ҡарт-ҡоро ҡарамағына тороп ҡалған, тиергә лә була...

Ни өсөн беҙҙең халыҡта сәмләнеп донъя көтөүгә ынтылыш юҡ? Малдарын ишәйтергә, ерҙәрен киңәйтергә, мөлкәтен арттырырға тигән теләк юҡмы икән ни? Ни өсөн беҙ бай булыуҙан, байыуҙан ҡурҡабыҙ? Ә бит борон беҙҙең халыҡ мал артынан эйәреп, әллә ҡайҙарға ла сығып киткән, мал өсөн барымталашҡан һәм башҡалар...

В. Әхмәтов:
Башҡорттар араһында, ғөмүмән, мосолман халыҡтары араһында революцияға тиклем эшҡыуарлыҡ яҡшы үҫешкән булған. Хатта "эшҡыуарлыҡ" тигән төшөнсәгә тиклем үк байҙарҙың өйөр-өйөр малы, осһоҙ-ҡырыйһыҙ ерҙәре, ашлығы, урманы булған. Беҙҙең яҡта заманында сит илдән автомобиль, бесән сабыу машиналары алдырған хәллеләр ҙә йәшәгән. Уртаса көн итеүселәрҙең дә икешәр һыйыры, бер нисә баш йылҡы малы иҫәпләнгән. Һәр хәлдә, һәр ғаилә үҙ ерендә иген игеп, бесән сабып, нимәләре менәндер сауҙа итеп йәшәй алған. Артабанғы колхозлашыу, коллективлашыу һәм совет осоро үҙ сәйәсәте менән беҙҙең халыҡ аңындағы "үҙ аллылыҡ" тигән төшөнсәне бөтөнләй юйып ташланы. Байҙарҙы ғәйепләне, уларҙан енәйәтселәр яһап, һөргөнгә һөрҙө, репрессия йылдарында байҙарҙың зат-ырыуын эҙәрлекләп ҡоротто. Ошо хәтлем трагедиялар, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәне - беҙ бай булыуҙан биҙерәп, ҡурҡып ҡалдыҡ. Бәхеткә күрә, бына хәҙер ул замандарҙан һуң бер-нисә быуын алышынды инде һәм беҙгә яйлап-яйлап үҙ асылыбыҙ ҡайта килә. Күрәһегеҙ бит, эшҡыуарҙар күбәйә бара. Халыҡ кемдәндер, ҡайҙандыр көтөп ултырыуҙың файҙаһыҙ икәнен төшөнөп етте, ниһайәт. Өлкәнерәктәр үҙҙәрен һындырып, баҙар иҡтисадына яраҡлаша алмаһалар ҙа, уларҙың балалары, ейәндәре ҡулайлаша ала.
Р. Әхмәтов: Ауыл ерендә бай булып йәшәүҙең шарттарын ҡарап китәйек әле иң тәүҙә. Хатта боронғо байҙарҙы ғына алып ҡарағанда ла, улар бит бер тоҡ алтын табып байып китмәгән. Улар быуыны-быуыны менән шул мөлкәтте арттырыу өсөн тир түккән. Кемдәрҙелер яллап эшләтерлек булғансыға тиклем, улар бар нәмәне лә үҙ ҡулдары менән тотоп эшләгән, балаларын йәштән шул хеҙмәткә еккән. Һәм бөгөн дә ауылда бай булыу өсөн ҡара таңдан төн уртаһына тиклем эшләргә кәрәк. Бер көн тырыштым да, икенсе көн ял иттем түгел. Бер көн айыҡ булдым да, икенсе көн байрам итеп йөрөнөм түгел. Көн дә, көн дә - алһыҙ-ялһыҙ эшләү кәрәк! Байлыҡ ул ялҡауҙар, ҡурҡаҡтар, баҙнатһыҙҙар өлөшө түгел.
Ауылдарҙа хәлләнеп барған ғаиләләргә әле лә ҡырын ҡараш бар. "Байға ялланып эшләгәнсе" тип ғәрләнгән була ла беҙҙекеләр, әллә ҡайҙағы Себер байына барып яллана. Унда ғаиләһенән айырылып, өшөп-туңып, һаулығын бөтөрөп йөрөп ҡайта. Беҙҙә бына ҡатын-ҡыҙҙар бик ихлас эшләйҙәр, һөт аҙыҡтарын уларҙан яҡшы белгән кем бар инде? Ә бына мал көтөргә ир-егет табып булмай. Йә эсәләр, йә яуапһыҙ ҡарайҙар - бына шундай хәлдәр. Мал ҡараусыны шунлыҡтан ситтән алып килергә мәжбүр булабыҙ.

Эшһеҙ ҡалыу, эшһеҙлек, эшләргә теләмәү кешене әҙәм булараҡ юҡҡа сығарыусы иң беренсе фактор, тигәнгә ниндәй фекер әйтерһегеҙ?

В. Әхмәтов:
Бөгөн беҙ эшләү һәм эшһеҙ ҡалыуҙы шул тиклем хөкүмәткә бәйле итеп кенә ҡабул итәбеҙ. Йәғни, тик хөкүмәткә, дәүләткә генә эшләп була, тигәнде башыбыҙға һеңдергәнбеҙ. Ә эшләү ул, ғөмүмән, тәнде физик рәүештә йәки башты аңлы рәүештә хәрәкәттә тотоу, шул хеҙмәт арҡылы ҡәнәғәтлек, файҙа алыу, шул рәүешле үҫеү ул. Кеше ошолай эшләү рәүешенән яҙа икән, уның тәнендә лә, аңында ла кире реакция китә. Ҡыҫҡаса әйткәндә, деградация башлана. Ауыл ерендә, мәҫәлән, хужалыҡта мал тотоу ғына ла үҙе үк ҙур хеҙмәт талап итә. Хужа иртәнән-кискәсә шул малды тәрбиәләү, ашатыу маҡсатында әллә күпме эш-хәрәкәт башҡара. Шул хеҙмәте барышында ул төрлө эмоциональ торошҡа инә, әллә күпме уйҙар уйлай, ыңғай тойғолар кисерә. Йәки баҡса сәсеү ҙә һине яҙ-йәй-көҙ буйына ҡыбырлата. Йәки уҡыу ҙа - хеҙмәт, спорт менән шөғөлләнеү ҙә хеҙмәттең бер төрө булып тора. Кешене үҫешкә алып бара икән - был хеҙмәт.

Ауыл халҡы һеҙгә "Эшҡыуарлыҡты нимәнән башларға?" тигән һорау менән йыш мөрәжәғәт итәме? Һәм бына ошо эште башлаған ваҡытта күпселек тарафынан яһала торған иң беренсе хаталар ниндәй ул?

Р. Әхмәтов:
Йыш киләләр, шылтыраталар шул һорау менән. Әлбиттә, һәр кемгә хәлдән килгән тиклем ярҙам итәбеҙ, берәүҙе лә бороп ебәргәнебеҙ йәки яуап бирмәй ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Башта нисек була: тәүҙә ул бик дәртле башлана, теләктәр хәтәр, пландар айҡап сыҡҡыһыҙ була. Әммә беҙҙең халыҡ күп осраҡта шул уйҙан үтеп, эште хәрәкәттә башҡара алмай аҙаплана. "Тәүәкәллек" тигән нәмә етмәй. Ҡыйыулыҡ етмәй! Һәм, ахырҙа, шул беҙҙең менән кәңәшләшкәндәрҙең егерменән берәүһе генә ысынлап эшкә тотонһа ла, "ярай әле" тибеҙ.
Беҙҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн бөтөн шарттар ҙа тыуыҙырыла йәки эшҡыуарҙарға ярҙамға, тигәнерәк темаларға күп һөйләнә, яҙыла һәм нимәләрҙер тормошҡа ашырыла ла кеүек. Ә реаль ысынбарлыҡта был мөмкинлектәрҙе ҡуллана алмау өсөн бөтөн ҡаршылыҡтары ла булдырыла һымаҡ. Бына шундай көлкө лә, ҡыҙғаныс та хәл.
Эш башлаусыларҙың иң беренсе хатаһы - ҡапыл ғына килем алырға теләү. Ҡапыл ғына килем булмай ул. Башта бик күп эшләргә, ныҡ сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ һалырға кәрәк. Ныҡлыҡ кәрәк. Ауырлыҡтарға ла, ҡаршылыҡтарға ла, күңел төшөнкөлөгөнә лә бирешмәҫкә, мөмкин тиклем ҡурҡмаҫҡа, шөбһәләнмәҫкә. Тағы ла - үҙеңде йәлләмәҫкә. Был хаҡта мин кәңәш һорап килгән егеттәргә лә әйтәм. Бына минең инде биш йыл бер ергә лә йөрөй алғаным юҡ. Сөнки әле бына бишенсе йыл тырыша торғас, яңы саҡ минустан сыҡтыҡ. Был ваҡыт эсендә барыһына ла ҡул һелтәп ҡуйғы килгән саҡтар ҙа булды. Шундай мәлдәрҙә йыйынабыҙ ҙа, йә концертҡа, йә берәй мәҙәни сараға, ҡунаҡҡа барып, онотолоп, яҙылып ҡайтыу ярап ҡала.

Ауыл эшҡыуарының иң бәкәленә һуҡҡан нәмәләр нимәләр улар?

Р. Әхмәтов:
Иң ҙур сығымдарҙы талап иткәне - яғыулыҡ һәм электр энергияһы. Ябай кеше ике һум етмеш тин менән түләгән электр энергияһын эшҡыуар биш һум алтмыш тин менән түләй. Ни өсөн бында шулай айырма ҙурҙыр - аңлауы ҡыйын. Ошо тәңгәлдә генә лә эш башлаусы эшҡыуарҙар минустан сыға алмай ыҙалай. Беҙҙең илдә дәүләт электростанцияһы юҡ, барыһы ла шәхси ҡулдарҙа, шунлыҡтан, даими хаҡтар ҙа ҡуйылмаған, кем нисек теләй, шулай хаҡ ҡуйып тик ултыра. Кооператор булараҡ, мин яғыулыҡтың да, электр утының да хаҡын осһоҙораҡ итеү юлдарын уйлайым. Мәҫәлән, әҙер продукцияны ҡалаға оҙатыу өсөн кооператорҙар йыйылып, бер машинаны яллап ебәрә ала һәм башҡалар. Унан энергияны ла производствола тотона торған ҡояш батареялары аша алырға мөмкин. Һәр бер эшҡыуарҙың автоном электр станцияһы булырға тейеш, шунһыҙ ауыл хужалығы өлкәһендә күтәрелеү бик ауыр. Әлеге мәл тап шул мәсьәләне юлға һалыу буйынса министрлыҡ тупһаһын тапайым.

Кооператив ысулының уңайлыҡтары хаҡында һөйләп китегеҙ әле? Ауыл эшҡыуарҙарына ни өсөн был юл уңайлыраҡ?

Р. Әхмәтов:
Кооператив ысулында ауыл халҡы бер юридик шәхестең ҡул аҫтында төрлө йүнәлештәге эшҡыуарлыҡ менән булыша ала. Был эште бер йәки ике кешегә башлауы ауыр, ә бер нисә кеше берләшеп тотонһа, күпкә еңелерәк тә, тиҙерәк тә була. Беҙҙең "Бай" кооперативында, мәҫәлән, ун дүрт хужалыҡ иҫәпләнә. Һәр кем үҙ йүнәлешендә тауар етештерә һәм һатыуға сығара. Бында, беренсенән, һәр кемдең юридик документтар менән ваҡыт һәм көс түгеп йөрөү мәсьәләһе төшөп ҡала, икенсенән, һатыуға тауарҙар бер үк машина менән юллана ала. Өсөнсөнән, хакимиәт етәкселектәре менән аралашыу ҙа ойошҡан рәүештә бара, шулай уҡ бергәлек тойғоһо ла ҙур көскә эйә.

Тормошта ҙур бизнесмендарҙың уңышҡа килеп еткәнсе был юлды әллә нисә төрлө итеп башлап ҡарауын һәм тәүгеләрендә йыш ҡына тулыһынса ҡыйралышҡа дусар булыуын да беләбеҙ. Ауыл эшҡыуарҙарына, ҡаршылыҡтарға осрағанда, был турала һәм башҡа нескәлектәр хаҡында белеү ҙә файҙаға булыр ине, шулай бит?

В. Әхмәтов:
Минең дуҫтарым араһында ла икешәр-өсәр тапҡыр үҙ эшен башлап ҡараусылар бар. Тәүгеләрендә "башҡаса тотонмайбыҙ" тип ябылдылар ҙа, рухи көс, белем туплап алып, яңынан башланылар. Был юлда уларға хәләл ефеттәре лә, туғандар ла ҙур ярҙам булып тора. Бына, Рөстәм Әхмәтов менән Гөлдәр Ишҡыуатованың миҫалында ла беҙ ғаиләнең бер маҡсат менән эшләү өлгөһөн күрәбеҙ. Уңышҡа өлгәшеү өсөн был мөһим. Яҡын кешеңдән хуплау ишетеү, уның терәген, ярҙамын тойоу ҙа көс бирә ул кешегә. Шул уҡ ваҡытта бизнесҡа, эшкә артыҡ бирелеп йәки уңыштарҙан артыҡ шашып китеү ҙә матур күренеш түгел. Таныштар араһында туҡһанынсы йылдарҙа ярайһы уҡ күтәрелгән ир-егеттәр "Башҡорт байыһа, бисә ала" тигән принцип менән "байҙарса" ҡыланып ташлап, ғаиләләрен юғалтҡандары ла булды. Ул байҙарҙың ниндәйҙер өлөшө байлығын кәйеф-сафаға ебәреп, эсеп, аҙып-туҙып юғалып ҡалды. Бер өлөшө рәшәткә аръяғына ла инеп китте. Бик аҙҙары, хатта бармаҡ менән һынарлыҡтары ғына эйәрҙә ҡала алды һәм бөгөн улар инде ейәндәрен эшҡыуарлыҡҡа өйрәтеп маташа. Аҡса таба белеү ҙә үҙенә күрә бер һынау, күрәһең.

Ни өсөн "Бай" үҙенең продукцияһын Урал аръяғынан Өфөгә алып килеп һата?

Р. Әхмәтов:
Урал аръяғында ике бәләкәс ҡала, эргә-тирәләге бөтөн ауылдар шул ҡалаларҙа һатыу итә. Әгәр беҙ ҙә барып ҡыҫылһаҡ, уларҙың ашына өлөш булып инәбеҙ йәки бөтөнләй ашһыҙ ҡалдырып та ҡуясаҡбыҙ. Был эш бары тик изге ниәттәрҙән генә сығып башҡарыла. Унан килеп, баш ҡаланың халҡы ла миллионлаған, унда ауылда етештерелгән тәбиғи аҙыҡ-түлеккә һорау ҙа күп, сауҙа урындары ла етерлек. Ҡиммәтерәккә төшһә лә, был юл беҙгә лә, Урал аръяғы халҡына ла яйлыраҡ.

Ауыл эшҡыуарҙарына ауыл хакимиәте, район етәкселеге менән берлектә хәл итә торған иң беренсе сетерекле мәсьәләләр нимәләр улар?

Р. Әхмәтов:
Иң беренсе ер мәсьәләһе алға килеп баҫа. Ер аҙ түгел ул беҙҙә, етерлек, әммә күп осраҡта уның эшкәртелмәй, ташландыҡ булып ятыуы мөһимерәк булып сыға. Етәкселәрҙең һәр кеме үҙ урынында ниндәйҙер кимәлдәге түрә һәм һәр береһе үҙенең мөһимлеген иҫбатларға теләй. Эшҡыуарҙарға бер киҫәк ер алыу өсөн дә аҙаплы юл үтергә тура килә.
Беҙҙең Баймаҡ районында ла ер етерлек, әммә әлеге мәлдә ҡарауһыҙ йөрөгән йылҡы малы хәүеф тыуҙыра. Халыҡта мал күбәйеүе, бер яҡтан, ҡыуаныслы күренеш булһа, икенсе яҡтан, улар айырым иғтибар талап итә, уларға тәғәйен ерҙәр һәм ҡараусы кәрәк була. Бөгөнгө тәртиптәр аҙыраҡ үҙгәрҙе. Хәҙер эшҡыуар булып эш башлаусыларға тәүҙән үк ерен һәм малын күрһәтергә кәрәк була.
В. Әхмәтов: Ошо урында ауыл биләмәләре етәкселәренә ҡағылышлы көләмәс һөйләп китәйем әле. Ысын булған хәл ул. Бер мәл бер ағай шылтырата: "Ҡустым, тиҙ генә диплом алырға ине", - ти. "Диплом алыу тиҙ генә булмай инде, уның өсөн уҡырға кәрәк",- тием. "Уҡып торорға ваҡыт юҡ, ауылда силсәүит булайым тигәйнем, шуның өсөн генә кәрәк диплом", - ти был. Бына ошондай кимәлдәге етәкселек тә бар һәм, әлбиттә, ундайҙарҙан ауыл йәшәйешен үҫтереүгә фәтеүә аҙ. Шулай ҙа хәҙер заманалар ҙа, етәкселеккә талап та үҙгәрә, уларҙың аңлылары халыҡ менән бергә атларға ынтыла. Шунлыҡтан, ауыл эшҡыуарҙарына ла был осраҡта бергә булып, бер-береһен төрлө хәл-ваҡиғаларҙа күтәрмәләп, ярҙам итеп, етәкселәргә лә бергәләп мөрәжәғәт итеп эш алып барыу фарыз. Ауыл хакимиәтенә лә эшҡыуарҙар бер ярҙам ғына бит, әгәр үҙҙәре дөрөҫ мөнәсәбәт тота белһә. Нимәлер үткәрә икән - ярҙам, нимәлер ойоштора икән - бағыусы, тигән кеүек. Аҡыллы етәксе быларҙы үҙе лә белергә тейеш.

Көләмәс темаһын дауам итеп, мәктәп "отличниктары" тормошта "икелеләргә" ялланып эшләй, тигән әйтем дә бар бит әле.

В. Әхмәтов:
Был нимәнән улай килеп сыға? Мәктәптә отличник булған бала - ул уҡытыусыны тыңлап, уға буйһоноп өйрәнгән бала. Ә уртаса уҡығандар иһә ҡыҙыҡ булмағанды тыңламай ҙа, хатта был турала уҡытыусының күҙенә ҡарап әйтергә лә мөмкин. Йәғни, беренсеһе үҙаллы түгел, икенсеһе нимәгә әүрәргә икәнде үҙе хәл итә. Отличниктар уҡыу өлкәһендә бөтәһенең дә яҡшы булыуына, барыһының да маҡтап ҡына тороуына күнеккән, насар уҡығандар әрһеҙ, әрләүҙе лә үткәрә ала, әллә ниҙә бер килеп эләккән "бишле"гә лә ҡыуана белә. Йәғни, киләсәктә, оло тормошта улар ауырлыҡтарҙы һәм стрестарҙы төрлөсә ҡабул итәсәк. Отличник беренсе ауырлыҡтан бөгөлөп төшәсәк, ә оролоп-бәрелеп өйрәнгәне, был ғына донъя ахыры түгел, ти ҙә, артабан еләсәк. Отличниктар барыһын да үҙҙәре эшләп, барлыҡ көсөн һәм ваҡытын нимәнелер килтереп сығарыуға бағышлаясаҡ, ә тегеһе был эште башҡарыуға икенселәрҙе файҙалансаҡ. Һәм киләсәктә был ике кеше башҡалар менән етәкселек итеүҙә лә ошо уҡ ысулдарын ҡулланасаҡ. Бына ошондай миҫалдарҙы күп килтерергә була. Күҙәтеүҙәр буйынса, отличниктар улар әпәүлерәк, ата-әсәһе ныҡ иғтибар иткән, ҡурсыулы ғына балалар була. Ә уҡыуға иҫтәре китмәгәндәр күберәк үҙаллы, йә ололарының ваҡыты булмаған, күп балалы, аҡса етешмәгәнерәк ғаиләләрҙән сығыусан. Шунлыҡтан, икенселәренең йәшәү өсөн көрәш тәжрибәһе лә күберәк, улар әрһеҙерәк тә, рухи яҡтан көслөрәк тә булып үҫеп етәләр. Бына шундай ҡыҙыҡ ҡына күҙәтеүҙәр бар.

Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә күтәрелештәр ҙә, түбән ҡолауҙар ҙа аҙ түгел, тинегеҙ, ә бына шундай ҡанаттар төшөп киткәндә, артабан барырлыҡ көс табылмаҫ кеүек тойолғанда ни эшләйһегеҙ? Ниндәй саралар ярҙам итә?

Р. Әхмәтов:
Әйттем инде, бик тә сабырлыҡ һынып, артыҡ йонсоп киткәндә беҙ ҡатыным Гөлдәр Ишҡыуатова менән йыйынабыҙ ҙа берәй ергә концертҡа йәки театрға китәбеҙ. Фермала, эштә йөрөгән төҫөбөҙҙө баштан-аяҡ алмаштырып, бөтөнләй икенсе ҡиәфәттә, биҙәнеп-төҙәнеп, балҡып барып йөрөп ҡайтабыҙ һәм бындай сығыштар ҙа беҙгә илһам өҫтәй. Унан беҙҙең бер яратҡан йомағыбыҙ бар. Ул ҡыҫҡаса түбәндәгесә: бер күлдә тәлмәрйендәр йәшәгән. Күл бер мәл ҡороған һәм был тәлмәрйендәр алдына нисек итеп тау аша ятҡан икенсе күлгә күсеү бурысы килеп баҫҡан. Төрлөсә уйлай былар, һәр кем үҙ фекерен әйтә, бәхәс, ғауға... Шулай ҙа юлға сығалар. Юлда ла берәү "юҡҡа сыҡтыҡ", икенсеһе "үлеп бөтәбеҙ", өсөнсөһө "һыуһайбыҙ", дүртенсеһе "кире боролайыҡ", бишенсеһе... Кире боролғандары ла, "барыбер үләбеҙ" тип ятып үлгәндәре лә, эт-ҡош еме булғандары ла, арып тороп ҡалғандары ла булған һәм, ахырҙа, бер генә тәлмәрйен теге күлгә барып еткән. "Нисек улай?" тигән һорауҙы бирәбеҙ беҙ шулай аптыранып, ҡаршылыҡтар алдында ҡаушап ҡалғандарға. Яуабы былай: теге тәлмәрйен һаңғырау булған һәм бер шикләнеүҙәрҙе лә, бәхәстәрҙе лә ишетмәгән, шунлыҡтан, уйламаған да, ҡурҡмаған да. Ә бары алға ҡуйылған маҡсатҡа табан китеп тик барған.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ысынлап та, был тәлмәрйен күптәргә өлгө булмаҡсы. Һәм һәр ауыл эшҡыуарына ошо тәлмәрйен һәм "Бай" кооперативындағы егет-ҡыҙҙар кеүек ныҡышмалы, талымһыҙ, ҡыйыу һәм маҡсатлы булып йәшәү, эшләү, уңыштарға өлгәшеүҙәр теләйбеҙ. Еңел булмаған юл һайлаған кешеләр улар ауыл эшҡыуарҙары. Белеүебеҙсә, тауға илткән юлдар бер ваҡытта ла еңел булмай.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.19 | Ҡаралған: 895

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru