«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОШТАРҘАН ӨЙРӘНӘЙЕК!
+  - 

Мин ҡыҙыҡ ҡына бер мәғлүмәт уҡыным әле һәм ҡоштарҙан, хайуандарҙан беҙгә, кешеләргә, үрнәк алырға кәрәк икәненә инандым! Баҡтиһәң, инә бөркөт үҙенә оя ҡорор, балалар сығарыр өсөн бына нисек пар һайлай икән, тыңлағыҙ:

Инә бөркөт суҡышына бер сыбыҡ ала ла, һауаға бейеккә-бейеккә күтәрелә. Күтәрелә лә, өйрөлөп йөрөй башлай. Ата бөркөттәр уның тирәләй әйләнә. Инә бөркөт сыбыҡты суҡышынан ысҡындырып, аҫҡа ҡарай ташлай. Шунан ата бөркөттәр араһынан береһе сыбыҡ артынан аҫҡа ҡарай сөйә. Сыбыҡты төшөп барған еренән тотоп ала ла, инә бөркөттөң суҡышына ғына алып барып тоттора. Инә бөркөт сыбыҡты тағы ла ташлай. Ата бөркөт тағы ла сыбыҡты һауала килеш тотоп алып килтереп бирә инә бөркөткә. Был хәл әллә күпме тапҡыр ҡабатлана. Бер үк ата бөркөт инә бөркөт ташлаған сыбыҡты бер нисә тапҡыр тота алғандан һуң, инә бөркөт уны үҙенә пар итеп һайлай...
Шунан улар бейек, иң бейек ҡая башына икәүләшеп оя ҡора башлайҙар. Тирә-яҡтан ҡая башына сыбыҡ-сабыҡ ташыйҙар, унан инде икәүләшеп сыбыҡтан оя үрәләр. Ояны үреп бөткәс, икеһе лә үҙҙәренең ҡаурыйҙарын йолҡалар. Ошо ҡаурыйҙары менән улар ояны йылыталар.
Инә бөркөт йомортҡа һала, уларҙы баҫып ултыра. Себештәре сыға, улар әле сеп-сей, яп-яланғас көйө генәләр, тәндәрендә бер генә лә йөн бөртөгө юҡ. Әсе елдән, эҫе ҡояштан, ҡойма ямғырҙан һаҡлап, ашарға аҙыҡ һәм эсергә һыу ташып үҫтерәләр улар себештәрен. Себештәре ҙурая төшә әҙләп ҡаурыйҙары барлыҡҡа килә.
Бына шул ваҡытта инде инә бөркөт ояһынан осоп сығып китә. Балыҡ тотоп алып килә лә, йырағыраҡ ҡына ҡаяла, балалары күрерлек алыҫлыҡта урынлашып, балыҡты ашай башлай. Ә ата бөркөт иһә ҡошсоҡтар ултырған ояның ситенә ултырып алып, уны сайҡалта. Сайҡалтҡан һайын оялағы йылы һәм йомшаҡ ҡаурыйҙар йән-яҡҡа осоп ҡойолоп бөтә. Ояла ҡап-ҡаты сыбыҡтар ғына тороп ҡала. Себештәргә ҡаты ояла уңайһыҙ, улар нишләп аталары ояны боҙа, ә әсәләре ашарға алып килмәй, нишләп улар үҙгәрҙе икәнен анламай әле. Бер көн, ике көн ашамаған ҡошсоҡтар асыға башлай. Шунан улар оянан сыға. Оянан сыҡҡан ыңғайы аҫҡа ҡарай тәгәрәйҙәр, упҡынға ҡарай осалар. Бына тап ошо ваҡытта кәрәк була ла инде һауанан осоп төшөп барған сыбыҡты тотоу һәләте! Упҡынға ҡарай осоп төшөп барған себеште ата бөркөт арҡаһына ғына һалып ала ла кире ояға илтеп ҡуя. Был хәл тағы ла әллә күпме тапҡыр ҡабатлана. Шулай, ҡолай-ҡолай себештәр осорға өйрәнә, инә бөркөттөң эргәһенә осоп барып ултыра ала, тик әсәләре башҡаса уларға ашарға ташымай. Йәш бөркөттәр осорға ныҡлап өйрәнгәс, атаһы менән әсәһе уларҙы балыҡлы урынды күрһәтергә алып төшә, аҙыҡты үҙҙәренә табып ашарға өйрәтәләр. Кешеләргә фәһем алырлыҡ был күренеш. Беҙ ҙә балаларҙы йылы оябыҙҙа артыҡ оҙаҡ тотмай, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп өйрәнһен өсөн хәстәрлек күрергә тейешбеҙ! Ғаилә башлығы итеп тә балаларҙы бергә-бергә тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарыр өсөн ышаныслы, тоғро иптәш һайларға кәрәк! Ҡоштарҙан, хайуандарҙан өйрәнәйек, кешеләр!..

ИНТЕРНЕТТАН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.19 | Ҡаралған: 736

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru