«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР ЯЛ ИТӘ
+  - 



25 марттан 5 июнгә тиклем баш ҡалала "Иң яҡшы күп фатирлы йорт советы" муниципаль конкурсы үтте. Уға 67 ғариза бирелеп, ҡала этабына 8 кандидат һайлап алынды. Күп фатирлы йорттар советтарының үҙҙәренең милкендә булған майҙандарҙы төҙөк тотоу буйынса бик күп тәҡдимдәре булғанлығын асыҡлай был конкурс. Тейешле органдарға бары тик уларҙы хупларға һәм ярҙам итергә генә кәрәк. Ҡала хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмә тап ошо конкурста еңеүселәрҙе тәбрикләүҙән башланды. Еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата приздар тапшырылды. Был сумма йорт ихтыяжына тотоноласаҡ. Ә инде күсмә кубокка быйыл Дим районы эйә булды.

Йәй - уҡыусыларҙың каникулы мәле. Баш ҡалала балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең ялын, мәшғүллеген һәм сәләмәтлеген нығытыу сараларын ойоштороу тураһында хакимиәттең Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова сығыш яһаны. Уның билдәләүенсә, быйыл йәйге һауыҡтырыу миҙгеленә республика бюджетынан - 203,1, ҡала бюджетынан 107,5 миллион һум аҡса бүленгән һәм төрлө типтағы 274 ял, балаларҙы һауыҡтырыу учреждениеларында, 138 ихата майҙансыҡтарында 116,5 мең бала, үҫмер һәм йәш кеше, шул иҫәптән 16 меңе - ауыр хәл-торошта ҡалыусылар, ял итәсәк. Балаларҙы хеҙмәткә өйрәтеү маҡсатында йыл һайын белем биреү усаҡтарында хеҙмәт бригадалары һәм берләшмәләре ойошторола. Быйыл 50 меңдән ашыу уҡыусы мәктәп яны участкаларын һәм учреждение ҡарамағындағы территорияны йәшелләндереү эшенә йәлеп ителгән. Балиғ булмағандарҙың мәшғүллеген ойоштороу сиктәрендә Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге аша 5750 үҫмерҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу һәм уларға эш хаҡы түләү планлаштырыла. Бынан тыш, балаларҙы физик культураға һәм спортҡа йәлеп итеүе, спортсыларҙың күнекмәләрен өҙлөкһөҙ дауам итеүе йәһәтенән дә шарттар тыуҙырылған. Етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар - айырым иғтибар үҙәгендә тора. Майҙан авгусҡа тиклем улар шифаханаларға һәм һауыҡтырыу лагерҙарына ебәреләсәк. Әлбиттә, уҡыу йылы тамамланыр алдынан мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек буйынса синыф сәғәттәре үткәрелгән, балаларҙың ял итеү урындарында тәртип һаҡлау буйынса саралар уҙғарылған, тейешле органдар барлыҡ спорт ҡорамалдарын һәм инвентарҙарын тикшереп сыҡҡан, шулай уҡ санитар тикшереү, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек саралары булдырылған, һыу инеү, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса инструктаж үткәрелгән. Елена Хаффазова белдереүенсә, барлыҡ хеҙмәттәр менән берлектәге эш балаларҙың йәйге ялын ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үткәрергә булышлыҡ итәсәк.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.



ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында үткән аҙнала дүрт төрлө балалар лагеры үҙ эшен башланы. Уларҙа гимназияның һәм баш ҡаланың башҡа белем усаҡтары уҡыусылары йәйге ялдарын файҙалы, күңелле итеп үткәрергә йыйылды.

Белем усағында ун алтынсы тапҡыр ойошторолған Америка-Башҡорт интерколледжының "ACCESS /ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы буйынса йәйге лагерына быйыл 30 уҡыусы йөрөй. Күптән бөтә Рәсәйгә билдәле һәм 35 урында тормошҡа ашырылған был гуманитар проект, һәр ваҡыттағыса, файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп ойошторолған. Инглиз теле буйынса белемен спорт күнекмәләре яһаған, гитарала уйнарға һәм бейергә өйрәнгән, баш ҡала буйлап экскурсия мәлендә һәм дуҫтар менән һөйләшкән арала нығыта уҡыусылар. "Инглизсә иркен һөйләшергә өйрәнеү өсөн бик ҡулайлы педагогик модель булып тора беҙҙең был халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы. Шуға, беҙҙең лагерҙа ял итергә теләүселәр йыл да күп, әммә финанс мөмкинлектәр бер аҙ сикле, - ти Америка-Башҡорт интерколледжы директоры Вячеслав Швайко. - Бейеү, драма, IT-технологиялар, спорт, видео клубтарының дәрестәре көн һайын мотлаҡ үткәрелә, тағы ла уҡыусылар гитарала уйнарға, сәнғәт һөнәре һәм ҡул эштәре дәрестәренә йөрөй. Икенсе эш йүнәлеше - тематик көндәр ойоштороу һәм лидерлыҡ мәктәбе. Тыйнаҡ һәм оялсан балалар бар, уларҙа үҙ көсөнә ышаныс, һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итәбеҙ, шунһыҙ кеше юғары уңышҡа өлгәшә алмай хәҙер. Был йәһәттән тематик көндәр бик ярҙам итә, 14 көн дауамында уҡыусылар төрлөсә үҙен күрһәтә. Өсөнсө йүнәлеш - Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап, баш ҡала буйлап мәҙәни һәм тарихи экскурсиялар ойошторабыҙ". Әйтергә кәрәк, лагерға йыл да инглиз телле уҡытыусылар эшкә йәлеп ителә һәм Джереми Севидж уҡыусыларға күптән таныш. Быйыл уның улы Семюэль да башҡорт телле тиҫтерҙәре менән бергә лагерға йөрөй. "Коллегам, инглиз теле уҡытыусыһы һәм был лагерҙа драма түңәрәген етәкләүсе Гүзәл Моратова менән беҙгә алмашҡа үҫеп килгән йәштәрҙе күреп һөйөнәбеҙ. Быйыл лагерҙа эшләгән вожатыйҙар һәм уларҙың унлап ярҙамсыһы беҙҙең элекке уҡыусыларыбыҙ һәм ваҡытында ошо халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһын үткән кешеләр", - ти лагерь етәксеһе Диана Закирова.
Шулай уҡ 20-се Башҡорт гимназияһында тәүге тапҡыр "Йәйләү" лагеры асылды, унда Совет районының төрлө белем усаҡтарынан 30 бала йөрөй. Уның сиктәрендә уҡыусыларға башҡорт мәҙәниәте, тарихы, музыка уйын ҡоралдары буйынса файҙалы дәрестәр, экскурсиялар, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар планлаштырылған. Ә бына хеҙмәт лагерына 10-сы синыф уҡыусылары йөрөй, үҫмерҙәр йәйге ял осоронда үҙҙәре яратҡан белем усағы территорияһын тәртиптә тотоу өсөн теләп эшкә сыға. "Үҙебеҙ ултыртҡан ағас, сәскәләрҙе ҡараған уҡыусыларҙың хеҙмәт емешен көҙгөһөн мәктәптәр араһында үтәсәк иң матур баҡса конкурсында һынаясаҡбыҙ. Әммә лагерҙың төп маҡсаты: балаларҙы тырышлыҡҡа, хеҙмәткә өйрәтеү, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү", - ти гимназияның тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Марат Ғилманов. Был белем усағында тағы ла "Ҡурай" көндөҙгө лагеры 14 йәшкә тиклемге 120 бала өсөн ойошторолған. "Был лагерға башланғыс синыф уҡыусылары күп йөрөй, уларға 21 көнгә ял итеү программаһы төҙөлгән. Балалар бында саҡта ике тапҡыр бушлай ашай, төрлө урындарға экскурсияға, бассейнға, театрға, киноға йөрөй, күңелле уйындар уйнай, тиҫтерҙәре менән аралаша. Ата-әсәләргә борсолорға урын ҡалдырмайбыҙ", - тип һөйләне лагерь эше тураһында етәксеһе Зөһрә Ҡазыханова.

Камилә ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.19 | Ҡаралған: 656

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru