«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛО ҠОРҘАН ОЛО ЭШТӘР КӨТӨП
+  - 



Республикабыҙ тарихының һынылышлы осорона тура килгән V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ниндәйҙер бер һөйөнөслө өмөт менән көтөлә. Тәҡдим ителгән проекттарҙың, программаларҙың яңыса, ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле булыуы ла, ҡорҙо әҙерләүгә күпләп эшлекле йәштәр йәлеп ителеүе лә, ойошманың етәкселеге алышыныуы ла өмөткә сәбәп бирә шикелле. Был хаҡта беҙ ҡоролтайсыларҙың үҙҙәре менән - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Данир ҒӘЙНУЛЛИН һәм Башҡарма комитет аппараты белгесе, проекттар менеджеры Илдар КИНЙӘБУЛАТОВ менән һөйләштек.

Был ҡоролтайҙа, моғайын, барыһын да ҡыҙыҡһындырған мәсьәлә - ул "Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы" проектылыр, шулай бит? Кемдең идеяһы булды был проект? Уның төп маҡсаты нимәлә? Тормошҡа аша торған хәлме унда яҙылғандар? Бына ошо һорауҙар һәр башҡортто борсойҙор әлеге мәлдә...

И. Кинйәбулатов:
Идея билдәле тарихсы, бик фекерле замандашыбыҙ Салауат Хәмиҙуллиндыҡы. Белеүегеҙсә, Стратегия уңышлы һәм төрлө ҡараштарҙан формалашһын өсөн конкурс та иғлан ителгәйне, дүрт йөҙҙән ашыу эш ҡаралды. Халыҡ ысынлап та тәҡдим, идеялары менән әүҙем ҡатнашты.
Стратегия - ул башҡорт халҡының киләсәген аныҡ программала кәүҙәләндерә торған документ буласаҡ. Башлыса йәштәр өсөн эшләнәсәк ул. Шунлыҡтан, йыйын делегаттарының утыҙ проценты йәштәр булырға һәм улар үҙ тәҡдимдәре менән килергә тейеш, тип теркәп ҡуйылғайны положениеға. 90-сы йылдарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙар иҫкергән инде, бөгөнгө заманға ярашлы икенсе ҡараш, икенсе төрлө йүнәлештәр талап ителә. Проект бөгөнгә түгел, ә киләсәккә күҙаллап ҡоролған. Ә киләсәк ул - тап бөгөнгө йәштәр. Һәм улар үҙҙәренең киләсәген үҙҙәре ҡорорға тейеш, шуға ла стратегияны күмәкләп төҙөйбөҙ ҙә инде. Беҙҙең дәүләт ҡарамағында үтәлмәй ятҡан матур-матур программалар бар. Ни өсөн үтәлмәй һуң улар? Сөнки улар дөрөҫ ҡоролмаған. Беҙ бына ошондай хаталарҙы яһамаҫ өсөн барыһын да ентекле уйланыҡ һәм етди өмөт менән тәҡдим итәбеҙ проектты.

Ысынында, беҙ ҡоролтайҙан ҡоролтайға үтәлмәй күсеп килгән бер үк мәсьәләләр тирәһендә һүҙ ҡуйыртабыҙ кеүек. Мәҫәлән, ер, туған тел, милли мәғариф тирәһендәге һорауҙарҙан ары китә алмайбыҙ. Былар шулай уҡ та мәңгелек темамы ни?

Д. Ғәйнуллин:
Бишенсе ҡоролтай йыйыны ысынлап та яңы форматта һәм эшлекле буласаҡ, тип күҙаллайбыҙ. Бығаса үткән ҡоролтайҙарға анализ эшләйәсәкбеҙ. Сөнки хаталарыбыҙҙы һәм йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы аңларға тейешбеҙ. Күҙ буяу, ҡоро һүҙ һөйләү һымаҡ күренештәргә сик ҡуйыласаҡ. Һәм пландар ҙа ысынбарлыҡҡа тап килтереп төҙөләсәк. Был ҡоролтай ололарҙың йыйылып ултырып, әңгәмәләшеү урыны түгел, сөнки беҙ бөгөн әлеге мәлде лә, үткәнде лә тикшерергә түгел, ә киләсәкте ҡайғыртып, аныҡ эштәр башҡарырға йыйылабыҙ. Борон йыйындарҙа, ҡоролтайҙарҙа йөҙәр йыл алдағы быуындар мәнфәғәте ҡайғыртылған, һәм шуның арҡаһында беҙ дәүләтле милләт булып йәшәп киләбеҙ ҙә. Хәҙер беҙ ҙә, ниһайәт, шул аҡыл буйынса эшләргә өйрәнергә тейешбеҙ.
Үткән ҡоролтайҙарҙың да тормошҡа ашҡан эштәре аҙ булманы. Беҙ ни өсөндөр Ҡоролтай үҙе генә эшләргә, үҙе генә яуларға ла, халыҡҡа әҙерҙе килтереп тотторорға йә һөҙөмтәләрен иғлан итергә тейеш, тип кенә ҡабул итәбеҙ. Ысынында, Ҡоролтай халыҡтан башҡа айырым көс түгел.
Йәмғиәт - ул шундай нәмә: ул һәр ваҡыт үҫештә булырға, үҙгәрергә ынтылып тора. Һәм бөгөн беҙҙе лә элекке ҡаҙаныштарыбыҙ ғына ҡәнәғәтләндермәй башланы. Беҙгә яңылыҡтар, яңы үрҙәр яулау кәрәк. Әммә ул яңылыҡтар ҙа ысынбарлыҡҡа тап килергә тейеш. Мәҫәлән, әле күптәр талап иткән аҫабалыҡ хоҡуғын ҡайтарыу ул ысынбарлыҡҡа тап килә торған хәл түгел. Әлбиттә, аҫабалыҡ беҙҙең милләттең иң шәп, уникаль хоҡуғы булған, тик, үкенескә күрә, 1917 йылдағы Лениндың ер тураһындағы декреты бөтә халыҡтарҙы ла тигеҙләгән. Әммә беҙ бөгөн "башҡорттоң ере юҡ", тип әйтә алмайбыҙ. Ауылдарҙа ер иркен, пай ерҙәре бар, фермерҙар ерҙе дәүләт фондынан да алып эшкәртә ала, көтөүлектәргә лә артыҡ сикләү юҡ һәм башҡалар. "Ер юҡ", тип зарланыу урынһыҙ, әлеге мәлдә "булған ерҙе эшкәртеүсе юҡ" тип әйтергә кәрәк. Ҡайҙалыр Себергә китеп йәки башҡа халыҡҡа ялланып эшләп йөрөгән егеттәр үҙ ерҙәрендә аҡса табыу юлын тапһын, йәғни баш баҫып барып ялланыу урынына тормоштарына бер аҙ фекерле, ижади ҡараш ташлаһын ине. Ғөмүмән, "Беҙ ерһеҙ, беҙ телһеҙ" тигән һүҙҙәрҙе бөтөнләй онотайыҡ! Дәүләт һәм закон тарафынан телебеҙ ҙә, еребеҙ ҙә үҙебеҙгә нығытылған. Бығаса меңәр йылдар башҡорт теле бер ниндәй закондарһыҙ һәм мәжбүр итеүһеҙ һаҡланып килгән дә, ни өсөн бөгөн закон һағында булған тел ҡурҡыныс аҫтына эләгә һуң? Тимәк, быға йәмғиәт, ғаилә һәм һәр беребеҙ үҙебеҙ ғәйепле. Беҙ үҙебеҙ бурысыбыҙҙы тейешенсә үтәмәйбеҙ - булған еребеҙҙе ҡулланмайбыҙ, телебеҙҙе балаларыбыҙға өйрәтмәйбеҙ. Төп ҡаршылыҡ - беҙ үҙебеҙ. Ошо турала уйланайыҡ әле.

"Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы" проекты тиҙ генә әҙерләнде түгелме? Бындай программа бит йылдар дауамында эшләнергә тейеш. Быны нисек аңлатаһығыҙ?

И. Кинйәбулатов:
Беҙ әлеге Стратегияға дөйөм эштәрҙе индермәйбеҙ. Беҙ бында аныҡ маҡсаттарҙы алып, уны башҡарыуға индивидуаль программалар булдырабыҙ. Унан яйлап был йүнәлештәрҙең тармаҡтары барлыҡҡа киләсәк һәм һәр тармаҡ үҙ тармаҡтарын асып дауам итәсәк.
Программабыҙға шулай уҡ ҡайһы бер төшөнсәләргә ҡарата яңыса ҡараш ҡабул итеү, үҙаңды үҙгәртеү кеүек һорауҙар ҙа индерелә. Мәҫәлән, башҡортлоҡтоң асылын яңынан билдәләргә кәрәк. Юғиһә, һуңғы йылдарҙа башҡортлоҡ мәҙәни өлкәгә генә ҡайтарып ҡалдырылды. Был һорау асыҡ тора. Унан һуң, "әҙәби тел" тигән төшөнсәне лә яңынан тикшереп ҡарау зарур. Байтаҡ ҡына диалект һөйләшле милләттәштәребеҙ бары әҙәби телде ҡабул итә алмауҙары арҡаһында ғына милләттәш булыуҙан төшөп ҡала бара. Шулай уҡ беҙгә файҙаһыҙ булған ҡайһы бер нәмәләрҙән дә арынырға кәрәк.
Әлеге стратегияны халыҡ үҙе төҙөй. Ултырыштарҙа, ғалимдарҙан тыш, төрлө өлкә хеҙмәтсәндәре, студенттар, эшҡыуарҙар ҡатнаша. Улар стратегияны халыҡҡа яҡын итә лә инде. Беҙ проектты артыҡ ҡатмарлаштырмау, аңлайышһыҙ һәм ауыр итеп күрһәтмәү яҡлы. Был программаның әле һөлдәһе генә була. Ә уның йөкмәткеһен, ғәмәлгә ашырыу формаларын алдағы йылдарҙа бергәләп билдәләйәсәкбеҙ.

Бөгөн башҡорт донъяһында милли мәнфәғәттәге лидер булырға ынтылған төркөмдәр бер нисә булып китте. Ҡарап торһаң, улар ҙа бик файҙалы эштәр башҡара кеүек. Стратегия төҙөгәндә улар ҡатнаша алдымы?

Д. Ғәйнуллин:
Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ "стратегия" тип ауыҙ асҡас, күптәр ышанмай ҡараны. Тик тора-бара был эшкә ябай халыҡ та ҡушылғас, төрлө йәмәғәт ойошмалары үҙ фекерҙәрен әйтеп ҡалырға, тәҡдимдәрен индерергә ынтылды. Әлбиттә, беҙ уларҙың тәҡдимдәрен ҡабул иттек һәм йыйылыштарға ла саҡырҙыҡ. Шулай уҡ дини ойошмаларҙың да кәңәшен ишеттек. Дөйөм алып әйткәндә, башҡорт халҡының яҡшы киләсәген көҫәгән һәм ҡайғыртҡан төркөм һәм ойошмаларҙың сәләмәт булған бөтөн фекер һәм тәҡдимдәрен дә ишетәбеҙ.
И. Кинйәбулатов: Бөгөн милләт кимәлендәге лидерлыҡҡа өлгәшеү өсөн сикләнгән ҡарашлы булыу ярамаҫ ине. Әгәр һин халыҡҡа тәҡдим иткәнеңде айырым бер сиктәргә генә индереп ҡуяһың икән, унда шул сиктәргә күнгән кешеләр генә киләсәк. Шулай уҡ халыҡты баҫып, һындырып, мәжбүр итеп тә тотоп булмай бөгөн. Бөгөн халыҡҡа ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы булыу мөһим. Консерватив ҡарашлы ойошмалар барыбер тарих боролоштарында тороп ҡаласаҡ. Быны тарих үҙе күрһәтеп тора.

Данир Әхмәҙи улы, бына һеҙ, белеүебеҙсә, йәш ваҡытығыҙҙан милли хәрәкәттә йөрөгән кеше. Суверенитет даулап пикеттарҙа, митингыларҙа йөрөүсе, аслыҡ иғлан итеп ятыусыларҙың да береһе һеҙ. Һәм бөгөн килеп Ҡоролтайҙы етәкләүегеҙ ҙә осраҡлы түгел һымаҡ. Нисек уйлайһығыҙ, беҙҙең заман ҡоролтайсыһында ниндәйҙер кимәлдә милләтселек, ихтилалсы холҡо булырға тейешме?

Д. Ғәйнуллин:
Бындай холоҡ кешелә ваҡыт үтеү, тәжрибә туплау менән генә үҫешмәй, ә кеше әлеге фиғеле менән тыуалыр. Лидер була торған бала ул йәштән ихтилалсы була. Ул ғаиләлә лә, мәктәптә лә, йәмғиәттә лә үҙ аллы булырға, үҙ аллы фекерләргә һәм идеялар тыуҙырырға ынтыла.
Бөгөнгө Ҡоролтайға килгән йәштәр ҙә яҡшы мәғәнәләге "революционер" булырға тейеш. Әгәр улар йәмғиәтте үҫтерергә ынтылмаһа, уларҙан ни файҙа? Ҡоро исем тағып йөрөүселәр, фекерһеҙҙәр, ҡурҡаҡтар беҙгә кәрәкмәй. Беҙҙең эш пикет-маҙар ойоштороуҙа ғына түгел, ә аҡыл менән, белем менән алға барыуҙа бөгөн. Хатта Ҡоролтайҙы карьера баҫҡысы итеп ҡараусы йәштәр ҙә булһын. Амбициялы булыу ул үҙе үк бер ныҡлы характер билдәһе. Ҡушҡанды ғына үтәп йөрөүгә ҡарағанда, үҙең белеп эшләй белеү күпкә файҙалыраҡ. Бер башҡорт мәҫәленә ошондай мәғәнә һалынған. Атаһы улын туҡмай икән, күршеһе "Ниңә туҡмайһың?" - тип һорай. "Ҡушҡанды үтәй!" - тип яуаплай икән атай кеше. "Ҡушҡанды үтәгәнгә туҡмайҙармы ни?" - тип аптырай күршеһе. "Ҡушҡанды көтмәһен, үҙе белеп эшләһен!" - тип яуаплай икән атаһы. Бөгөн дә беҙ үҙе белеп эшләргә тейеш кешеләрҙең заманында йәшәйбеҙ.

Һеҙ Ҡоролтай аппаратында икегеҙ ҙә яңы кешеләр. Ниндәй уй менән килдегеҙ бында? Башҡорт халҡының киләсәген ниндәйҙер "оһо!" тип әйтерлек ыңғайлыҡҡа йүнәлтеп, үҫештереп булыр, тигән өмөт менән килдегеҙме?

И. Кинйәбулатов:
Мин республикабыҙға яңы етәкселек килеп, төптән атҡарылған үҙгәрештәр башланыуын белгәс, Мәскәүҙән ҡайттым. Был үҙгәреш елдәрен милләт мәнфәғәттәрендә файҙаланып ҡалырға кәрәк. Әлбиттә, беҙҙең халыҡтың уңышлы һәм уңышһыҙ яҡтары ла бар, әммә уның потенциалы шундай ҙур. Йәш булһам да, мин сит илдәрҙә, сит халыҡтар менән күп аралаштым һәм башҡорттоң уларҙан өҫтөн булған сифаттары күп икәнен аңланым. Шунлыҡтан, мин милләтемдең әле алда матур киләсәге бар икәненә ышанам.
Д. Ғәйнуллин: Мин Ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзаһы булдым быға саҡлы ла, ғөмүмән, Ҡоролтай сәйәсәтендә ҡарт бүре тип иҫәпләйем үҙемде. Нисә тапҡыр бер тырмаға баҫһам да, әле һаман да шул уҡ тырмаға үҙ теләгем менән килеп баҫырға торам. Сөнки милләтемә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә бер ваҡытта ла битараф ҡала алманым. Ә бөгөн беҙҙән икеләтә, бишләтә уяуыраҡ һәм сапсаныраҡ булыу талап ителә. Республикабыҙҙың яңы етәксеһенең республиканы, халыҡты үҫтерергә теләген күтәреп алырға, бергә булырға, ярҙам итергә кәрәк. Шундай әүҙем һәм рухлы, эшлекле һәм аҡыллы кешенең артынан бер уйһыҙ, ҙур ышаныс менән эйәрәм һәм быларҙың барыһын да үҙ милләтемә лә аңлатырға теләйем. Беҙ был ваҡытта бер уйҙа һәм бер һүҙҙә булып, алға ынтылырға бурыслы. Шундай һынылышлы мәлдә милләт мәнфәғәтен алға ҡуйыусы барса йәмәғәтселәр ҙә, дин әһелдәре лә, башҡа зыялыларыбыҙ ҙа, заман тулҡынын эләктереп алып, әүҙем хәрәкәт итеп ҡалырға тейеш. Торғонлоҡто аҙ кисермәнек, әле башланып ҡына торған үҫеш осорон тулыһынса файҙаланып ҡалайыҡ, туғандар, тием.

Шулай итеп...
Ҡоролтай алдынан барыбыҙҙың да күңел түрендә яңы, өмөтлө уй-хыялдар ярала, пландар ҡорола, шунһыҙ яңырыу ҙа булмаҫ ине. Оло ҡорҙоң уңышлы үтеп, милләтебеҙгә файҙалы емештәр биреүен теләйек.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.19 | Ҡаралған: 1058

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru