«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР-БЕРЕГЕҘГӘ БАТЫР ТИЕГЕҘ
+  - 



Егерме беренсе тапҡыр ойошторолған һәм Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсы был юлы Ишембай ерендә үтте. Унда республиканың төрлө райондарынан үҙен тулы хоҡуҡлы Урал батыр вариҫы тип атарға хаҡлы ике йөҙҙән ашыу бала ҡатнашты. Быны улар тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һалынған эпос юлдарын рухлы итеп һөйләүе һәм туған телде камил белеүе менән иҫбат итте.

Башҡорт еренең изге урыны - Торатау итәгендә бары тик башҡорт кешеһенә генә серен асҡан эпосты яңғыратты, бер-береһен тыңлап илһам һәм дәрт алды уҡыусылар. Улар араһында 49 кеше эпосты яңғыҙ башҡарҙы, 30 коллектив сәхнәләштереүҙә ҡатнашты. Баһалама ағзалары әйтеүенсә, йылдан-йыл йәш ҡобайырсылар камиллаша, телмәр оҫталығын һәм актерлыҡ һәләттәрен үҫтерә бара, коллективтар ғәжәйеп ҡыҙыҡ сюжеттар тәҡдим итә, хатта тәүге тапҡыр "Сәйфелмөлөк" эпосын сәхнәләштергәндәр. "Ҡатнашыусылар һаны алдағы йылдарға ҡарағанда бер ни тиклем кәмерәк булһа ла, беҙҙең өсөн республиканың төрлө тарафынан балалар тупланыуы һәм эпосты аңлап һөйләүе әһәмиәтле. Быйыл ете йәш ҡобайырсы "Урал батыр"ҙы тулыһынса ятлап килгән, улар теләгән урындан тотоп һөйләп китә белеүҙән тыш, кәрәкле интонация, үҙен тотошо, ҡиәфәтенә лә тейешле иғтибар бирә белеүе менән һоҡландырҙы. Был үҙе ғәжәйеп бер күренеш һәм камиллыҡтың сиге юҡ икәненә ишара. Ҡатнашыусыларҙың ғына түгел, ойоштороусыларҙың да бәйгенең кимәлен күтәреү йәһәтенән бик тырышып эшләгәненә шик юҡ", - тине ярыш тураһында баһалама ағзаһы, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов.
Был һүҙҙәрҙе конкурстың йомғаҡлау тантанаһында бөтә залды үҙҙәренә мөкиббән иткән А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының командаһы йөпләне: тамашасы егеттәрҙең һәр һүҙенә, хатта ым-ишараһына ышанып ҡабул итте сәхнәләштереү ваҡиғаларын. Ҡустыһы Урал алдында һыр бирмәҫкә тырышҡан Шүлгән ролендәге Алмаз Шәйбәков, яуыз һәм ҡотҡо таратыусы Әзрәҡә батшаһы - Рушан Ғәйнуллин, уның бөтә һүҙен йөпләп һәм кәңәштәр бирергә әҙер Һынсы дейеү - Дим Искәндәров, мөһабәт кәүҙәле, ғәҙел һәм ҡыйыу Урал батыр - Камил Ғирфанов ҙур талант эйәләре булып сыҡты. Сценарий авторы һәм команданы әҙерләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйсә Мөхәмәтова әйтеүенсә, егеттәр кейемдәрен һәм сәхнә биҙәлешен дә үҙ ҡулдары менән әҙерләгән. Уларҙың тырышлығын жюри ағзалары ла юғары баһаланы һәм "Урал батыр" эпосын сәхнәләштереү номинацияһының төп еңеүсеһе тип тапты. Ә бына II урынды Баймаҡ ҡалаһы 2-се мәктәбе командаһы алды, III урынды Сибай гимназия-интернаты һәм Республика инженер лицей-интернаты командалары бүлеште. "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсы Гран-приһын быйыл Күмертау ҡалаһы 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының 10-сы синыф уҡыусыһы Гөлназ Үтәгәнова яуланы. Бишенсе синыфтан алып эпосты өйрәнгән һәм хәҙер инде тулыһынса яттан белгән ҡыҙ республика кимәлендә икенсе тапҡыр ҡатнаша. "Былтыр тау-урманлы Бөрйән районына барғайныҡ, ҡатнашыусылар ҙа күберәк булған һымаҡ тойолғайны, әммә бында ла конкурс көсөргәнешле барҙы. Миңә эпостың башын, Һаҡмар батыр килгәнен, Аҡбуҙат һәм Зәрҡүм һүҙҙәре ингән өлөшөн яттан һөйләргә тура килде. Мине конкурсҡа оҙаҡ йылдар әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым Гөлсинә Йосопованың да хеҙмәт емеше был еңеү", - тине тәьҫораттары менән бүлешеп иң шәп ҡобайырсы. Эпосты яттан һөйләүселәр араһында I урынды Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Таһир Шаһморатов һәм Ишембай ҡалаһы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Ғәлиә Шәрипова яуланы. II урынға Йылайыр ауылы Ш. Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһынан Гөлнәзирә Мәхмүтова, Бөрйән районы Иҫке Монасип мәктәбенән Сара Истәкова, Учалы районы Озерный ауылы мәктәбенән Алһыу Ҡотоева лайыҡ тип табылды. III урынды Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатынан Ғайсар Ҡансурин, Илеш районы Ябалаҡлы ауылы мәктәбенән Диана Ағалиева, Учалы районы Ураҙ лицейынан Лениза Шәйхетдинова, Өфө ҡалаһы Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһынан Сөләймән Ғәниев бүлеште. "Республика кимәлендә икенсе тапҡыр ҡатнашам, ә быға тиклем Өфөләге халыҡ-ара конкурста һәм Баймаҡ районы кимәлендә "Урал батыр" эпосын һөйләгәнем булды. Әлегә эпостың 3000 юлын яттан беләм, киләһе йыл 4500 юлға барып етергә һәм "Урал батыр"ҙы үҙем өсөн нығыраҡ асырға уйлайым. Шуға әле Гран-при алмаһам ярар ине, тип теләп ултырҙым, - ти I урын хужаһы Таһир Шаһморатов. - Икенсе ҡатнашыусыларға ҡарап һоҡландым, һәр кемдең үҙенә генә хас һөйләү ғәҙәте бар, бигерәк тә сәхнәләштергән командаларҙың сығышы күңелгә ятты. Бөтәһенән дә эпостың беренсе юлдарын һөйләтәләр, унан тыш минән Ҡоҙғон, Үгеҙ һәм Аҡбуҙат һүрәтләнгән өлөштәрен һоранылар. Ҡоҙғондо сағылдырыу өсөн әҙерләнгәндә "YouTube" каналындағы ошо ҡоштар тураһындағы видеоларҙы ҡараным, тауышымды ла оҡшатыбыраҡ һөйләргә тырыштым. Үгеҙҙе инде фильмдарҙағы кеүек ярһыу, ташланырға торған итеп күрһәтеп ҡараным. Ләкин эпостың Аҡбуҙат тураһындағы өҙөгөн саҡ ҡына нығытып өлгөрмәгәйнем, шул урыны эләкте лә ҡуйҙы. Киләһе йыл тулыһынса яҡшылап ятлап киләм!" Шулай итеп, башҡа уҡыусылар ҙа Таһир кеүек сәмләнеп, "Урал батыр" эпосын тағы ла яҡшыраҡ өйрәнергә, күберәк ятларға һәм сәхнәлә үҙҙәрен батыр тоторға вәғәҙә итеп ҡайтты. Уларға конкурстың жюри ағзаһы, педагогия фәндәре кандидаты Вәкил Хажин да шундай кәңәш бирҙе: "Беҙҙе һаҡлай торған тағы бер һүҙ бар - ул "батыр" тигән һүҙ. "Үлер илдең балаһы бер-береһенә "бахыр" тир", үҫер илдең балаһы бер-береһенә "батыр" тир. Бына бөгөн бында йыйылыуҙың да сәбәбе - Урал батыр рухы. Әкиәттәребеҙҙе ҡарағыҙ: кем генә булмаһын, уның төп геройын батыр тигән исем менән йөрөтәбеҙ. Үҙебеҙҙе лә һәр ваҡыт батыр тип йөрөтәйек, бер-берегеҙгә батыр тип өндәшегеҙ", - тине Вәкил Исмәғил улы еңеүселәрҙе тәбрикләп. Бына шулай, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады менән яҡындан таныштырыуҙан тыш, булдыҡлы, рухлы һәм лайыҡлы алмаш тәрбиәләй "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсы.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.19 | Ҡаралған: 643

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru