«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ ҠЕҮӘТЕБЕҘ КҮРҺӘТКЕСЕ – ЙӘМӘҒӘТ ОЙОШМАЛАРЫ ҺӘМ ХАЛЫҠТЫҢ БЕРҘӘМЛЕГЕ УЛ
+  - 



Йыйындар, ҡоролтайҙар элек-электән башҡорт халҡы тормошонда мөһим роль уйнаған. Уларҙа милләт яҙмышы өсөн хәл иткес ҡарарҙар ҡабул ителгән. Бөгөн, V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан ҡайһы бер һорауҙарға асыҡлыҡ индереү өсөн редакцияға тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премиялары лауреаты Салауат ХӘМИҘУЛЛИН менән социология фәндәре кандидаты Илгиз СОЛТАНМОРАТОВты саҡырҙыҡ.

Оло ҡор алдынан тағы бер тапҡыр тарихҡа байҡау яһап, йыйындарҙың, ҡоролтайҙарҙың әһәмиәтен билдәләп үтәйек әле, булмаһа...

С. Хәмиҙуллин:
Бөгөн халыҡ ҡына түгел, йәмғиәт күп нәмәне, шул иҫәптән тарихсылар килтергән яңы концепцияларҙы ҡабул итергә һәм аңларға теләмәһә лә, башҡорттар 15-се быуаттан яңы заманға тиклем акефаль йәмғиәттә, йәғни ниндәйҙер иерархияға буйһонмай, үҙидара принцибында йәшәгән. Әлбиттә, бындай йәмғиәт башында йыйындар торған. Айырым кландар көндәлек мәсьәләләрҙе үҙҙәре хәл иткән, ә дөйөм милләт, мәҫәлән, һуғыш, солох, аҫабалыҡ мәсьәләләре, ниндәйҙер бәхәсле мәлдәр, Рус дәүләте составына ингәнгә тиклем, хатта унан һуң да тап ошо йыйындарҙа хәл ителгән. Шуға күрә башҡорт халҡының демократик традициялары йәмғиәтебеҙҙең шундай әһәмиәтле элементына эйә тип әйтергә була һәм ул менталитетыбыҙға ла һеңгән. Ғәмәлдә, башҡортто бер ваҡытта ла уның ихтыярынан тыш нимәлер эшләргә мәжбүр итеп булмай, сөнки һәр аҫаба үҙен азат, хоҡуҡлы кеше тип иҫәпләгән һәм уға тархан нимә тип әйтә, хатта батша нимә ти - иҫе лә китмәгән. Әгәр ул риза түгел икән - ихтилалға күтәрелгән. Был, ҡайһы берәүҙәр яҙғанса һәм уйлағанса, артта ҡалғанлыҡ билдәһе түгел, ошо демократик башланғыс, киреһенсә, башҡорт халҡына тере ҡалыу, бөгөнгәсә йәшәү мөмкинлеге бирә. Ә демократик булмаған, вертикаль структураларҙа юғалыу, ассимиляцияға бирелеү еңелерәк. Беҙгә бына ошо тарихи булмышыбыҙҙы, башҡорт халҡының демократик тенденцияларын нигеҙ итеп алырға кәрәк. Ҡоролтайҙарға килгәндә, ни өсөн беренсе мосолман съезынан һуң унда ҡатнашыусылар Башҡортостанға ҡайтып, Башҡорт халҡы бюроһы һәм Бөтә Башҡорт ҡоролтайы ойошторорға ҡарар итә? Был тап элекке, ғүмер буйы йәшәп килгән традицияларға кире ҡайтыуҙы аңлата, сөнки улар ниндәйҙер мөһим мәсьәләләрҙә халыҡтың ризалығынан башҡа ҡарар сығарырға үҙҙәрен вәкәләтле түгел, тип иҫәпләй. Һәм ҡабул иткән теләһә ниндәй ҡарарҙың, әгәр халыҡ хупламай икән, көсө булмауын аңлағандар. 1917 йылда үткән өс Ҡоролтай ҙа Башҡорт Республикаһын ойоштороуға һәм булдырыуға нигеҙ һала. Һуңынан 70 йыл буйына бер ниндәй ҡоролтай ҙа үтмәне, уҙған быуаттың 1995 йылында тағы ла халыҡ хәрәкәттәре башланды, халыҡ инициативаһы менән ҡоролтай тергеҙелде. 1917 йылғы ҡоролтай менән хәҙерге замандағыһын сағыштырырға ярамай, бөгөн милләт алдында һуғыш йәки солох, республика төҙөү мәсьәләһе тормай. Улар икеһе ике төрлө нәмә. Бөгөн Ҡоролтай рекомендация биреү характерындағы сара һәм ул үтер ҙә китер. Иң мөһиме - йыйылдыҡ та, ҡунаҡ булдыҡ та, сәй эсеп, йырлап-бейеп таралыштыҡ булмаһын, йүнәлештәр билдәле бит, велосипед уйлап сығараһы түгел, шуға ла был ҡоролтайҙан һуң да ең һыҙғанып эшләргә кәрәк.
И. Солтанморатов: Ошо демократик принциптар Рәсәйҙә парламентаризмға табан беренсе аҙымдар башланыуға ла сәбәп була. Рәсәй Дәүләт Думаһындағы мосолман фракцияһында башҡорт депутаттары, мәҫәлән, Шаһихәйҙәр Сыртланов, әүҙем ҡатнаша. Йыйындарҙың традицияһын - халыҡ фекерен тыңлап, халыҡ мәнфәғәтен яҡлауҙы бөгөн көнбайыштан ингән яңылыҡ итеп күрһәтергә тырышһалар ҙа, парламентаризм, федерализм башҡорттарҙа элек-электән булған. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына, хатта уларға ғына түгел, башҡорт халҡы, Башҡортостан тураһында һүҙ алып барған ваҡытта башҡаларға ла ошоно һәр ваҡыт күҙ уңында тоторға кәрәк. Үкенескә күрә, күптәр был фактты онота. Был бит төбәгебеҙҙең төп үҙенсәлектәренең береһе, тип әйтер инем. Бөтә сер, хатта башҡорт халҡы менән идара итеү һәм уны үҫтереүҙең сере лә шунда. Шуны күҙ уңында тотмайынса, аңламайынса, алға китеш булмаясаҡ. Сөнки ниндәйҙер федераль проекттарҙы, программаларҙы нисек бар, шулай тормошҡа ашырырға тырышабыҙ, ә бит Башҡортостандың үҙенең үҙенсәлеге бар, өҫтәүенә, уның һәр бер районы айырым үҙенсәлеккә эйә. Барыһына бер тигеҙ ҡараһаҡ, совет осороноң хатаһын ҡабатлаясаҡбыҙ. Ҡоролтай ҙа ошо үҙенсәлектәрҙе күҙ уңында тотоп эшләргә тейеш. Ҡаныбыҙҙа булған демократик башланғысҡа әҙ генә ирек бирергә кәрәк, халыҡ үҙе күтәреп сыҡһын, хәл итһен үҙ проблемаларын. Күреп торабыҙ бит, ауылдарҙа халыҡ эскелеккә ҡаршы яу асты, ир-аттар ҡорҙары, клубтары булдыралар. Бары тик ошо башланғысты күтәреп алып, ярҙам итергә, халыҡ аңлаған рәүештә эшләргә кәрәк.

Халыҡ өсөн Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты - власть менән халыҡты бәйләп торған ептәрҙең береһе. Әгәр БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары власть кимәлендә шундай вәкәләткә эйә булһа, Ҡоролтай ағзалары - йәмәғәтселек кимәлендә. Һәм ул был бурысын нисегерәк үтәй һәм үтәргә тейеш?

С. Хәмиҙуллин:
Ҡоролтай - формаль рәүештә йәмәғәт ойошмаһы булһа ла, ул дәүләт менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Шуға күрә унда ниндәйҙер демократлаштырыу яғына үҙгәрештәрҙе ҡапыл ғына атҡарыу мөмкин түгел. Күп райондарҙа ҡоролтай рәйесе итеп район хакимиәте башлығына яраған, уның һүҙен тыңлаған кеше, күп осраҡта хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары һайланды. Һөҙөмтәлә эш тә шул кимәлдә генә барҙы, бар нәмәгә кәртә ҡоролдо. Бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш төбәктә был асыҡ күренде. Йәғни ҡайһы бер район ҡоролтайҙары рәйестәре, киреһенсә, эшкә аяҡ салды. Әле Ҡоролтай үҙенең сафтарын таҙартыу буйынса, исмаһам, урындарҙа бар күңеле менән милләт өсөн янған кешеләр эшләһен өсөн бер аҙ эш башланы. Урындарҙа зыян килтереүселәр ултырғанда, ойошманың нисек һөҙөмтәле эшләүен теләйһегеҙ? Был - беренсе мәл. Икенсе мәл: һигеҙ йылға һуҙылған торғонлоҡ осоронда Башҡорт Ҡоролтайын бөтөрөү буйынса ҙур эшмәкәрлек алып барылды. Әммә бында бумеранг һөҙөмтәһе килеп сыҡты. Ә бит башҡорт халҡының законлы вәкиле, уның мәнфәғәтен яҡлаусы ойошма булған Ҡоролтай менән бергә эшләргә кәрәк ине, сөнки Ҡоролтай дәүләттән азат була алмай, шуға күрә, алтын урталыҡты табыу зарур: ниндәйҙер кимәлдә дәүләт ихтыяжы ла ҡәнәғәтләндерелһен, шул уҡ ваҡытта Ҡоролтайҙа борон-борондан килгән демократик принциптар ҙа юғалтылмаһын ине. Ә теге-был яҡҡа ауышҡанда эш алға бармаясаҡ. Шуға, сафтарҙы таҙартыу йүнәлешендә ныҡлы эшләргә кәрәк.
И. Солтанморатов: Әле ниндәйҙер алға китеш күренә башланы. Мине бигерәк тә сит төбәктәрҙә үҙ аҫаба ерҙәрендә йәшәгән башҡорттарҙың яҙмышы борсой һәм уларҙа ҡоролтайҙар үткәреү, делегаттар һайлауҙы ойоштороу тәртибе оҡшаны: Башҡортостан Башлығы ҡултамғаһы менән алдан ошо төбәктәр губернаторҙары исеменә хаттар яҙылған. Был - ғүмерҙә лә булмаған күренеш, дөрөҫ йүнәлеш, сөнки әгәр ҡайҙалыр башҡорттар йәшәй икән (бигерәк тә диаспора түгел, үҙенең аҫаба ерендә йәшәһәләр), тимәк, ундағы башҡорттар тураһында хәстәрлек күреү - туранан-тура Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең эшмәкәрлеге өлкәһенә инә.
С. Хәмиҙуллин: Быға тиклем билдәле бер арауыҡта башҡорттар күпләп йәшәгән күрше өлкәләр онотолған хәлдә булды. Ул ғына ла түгел, Башҡортостанда ла башҡорттар баҫылып ҡалғайны. Баяғы һигеҙ йыл эҙемтәһе оҙаҡҡа һуҙыласаҡ әле. Әммә халыҡ үҙенең милләте яҙмышы өсөн яуаплы икәнен аңлаһа, уны үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә тырышһа, ул эҙемтәләрҙе тиҙерәк бөтөрөргә булыр.
И. Солтанморатов: Тағы бер нәмәне әйткем килә: бөгөнгө Ҡоролтай йәштәргә йүнәлеш алды һәм уның сафында йәштәр булырға тейеш, тип бара. Әммә бында ла ниндәйҙер баланс булырға тейеш һәм кемде бөгөн йәш тип атайбыҙ, шуға асыҡлыҡ индерергә кәрәк. Эйе, закон буйынса йәш категорияһы 35 йәшкә тиклем, әммә мин был осорҙо 45 йәшкә тиклем арттырырға тәҡдим итер инем. 45-тән үткәндәр - тап йәштәрҙе тәрбиәләрлек урта быуын, уларҙың белеме бар, тәжрибәһе бар, аяғында ныҡлы баҫып торалар, йәмғиәттә абруй яулағандар. Ә 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең, эйе, күҙҙәре янып тора, әммә тормош һәм эш тәжрибәһе самалы. Минеңсә, йәмәғәт эшенә килгән кеше ирекмән түгел, иң элек ниндәйҙер өлкәлә белгес булырға тейеш. Ғалим булһынмы, табип булһынмы, башҡа һөнәр эйәһеме - параллель рәүештә профессиональ йәһәттән үҫергә, шунан ғына туплаған тәжрибәһен йәмәғәт эшендә ҡулланырға тейеш. Ни өсөн Нияз Мәжитов заманында Ҡоролтай көслө булды? Сөнки ул ваҡытта Ҡоролтай башҡорт халҡының 45-60 йәшлек тотош бер ҡатлам белгестәренән тупланғайны. 25 йыл эсендә улар ҡартайҙы. Ә уларҙың урынына кем килә? Фәндә лә күренә был бушлыҡ, мәҫәлән, археология, антропология буйынса фән докторҙары юҡ, йә улар берәм-һәрәм генә. Шуға, йәмәғәт эштәренә урта йәштәге кешеләрҙе күберәк йәлеп итергә кәрәк. Ҡоролтайҙа быуындар күсәгилешлеге булырға тейеш. Ә уның өсөн алмаш бармы, юҡмы икәнен барларға, анализ яһарға, кадрҙар ревизияһы үткәрергә, ниндәй өлкәләрҙә кадрҙар етмәгәнен асыҡларға тейешбеҙ.

Ысынлап та, беренсе Ҡоролтайҙан алып бөгөнгә тиклем милли кадрҙар әҙерләү проблемаһы күтәрелә килә, резолюцияға индерелә, әммә йөк һаман урынында ҡала. Һуңғы йылдарҙа был эш хатта насарайҙы ла тиергә мөмкин. Был йәмәғәтселектең маҡсат ҡуйып, талап итә белмәүе һөҙөмтәһеме, әллә Хөкүмәттең йәмәғәтселек фекеренә ҡолаҡ һалмауымы?

И. Солтанморатов:
Хөкүмәт айырым бер милләттең генә кадрҙарын үҫтерә алмай. Был тап йәмәғәтселектең көсөндә. Ул талаптар ҡуйып, махсус программалар ҡабул иттереүгә өлгәшһә, ҙур эш башҡарыласаҡ. Мәҫәлән, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары студенттарын берләштергән Ассоциацияла Башҡортостандан барған йәштәр тупланған. Шулай ҙа уларҙың 90 процентын башҡорттар тәшкил итә. Быны ни өсөн әйтәм, Башҡортостанда иң әүҙем, нимәгәлер ынтылған йәштәр - тап башҡорт йәштәре. Йәштәрҙең ниндәйҙер башланғысын хуплайым тиһәң, унда мотлаҡ башҡорттар була. Бигерәк тә райондарҙан сыҡҡан йәштәрҙе туплау, уҡырға ебәреү буйынса әле әйткән ойошма матур эш алып бара. Тағы ла: БДИ-ны ни тиклем генә яманлаһалар ҙа, ул хатта төпкөл ауыл балаларына ҙур ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлеге бирҙе. Был да кадрҙарҙы үҫтереүгә ҙур өлөш.

Тимәк, БДИ милли кадрҙар әҙерләү мөмкинлеген бирә, әммә артабан был кадрҙарҙы республикала файҙаланыу эше алып барылмай. Әйтеп китеүегеҙсә, ревизия эшләнмәй, кадрҙар резервы юҡ...

С. Хәмиҙуллин:
Милли кадрҙар әҙерләү эше элек алып барылды ул. Әммә ул саҡта башҡорт элитаһының кимәле ул тиклем үк юғары түгел ине. Улар был эште ниндәйҙер маҡсатлы йүнәлешкә бороп ебәрә алманы. Бөгөн элита заман менән бергә атларға тырыша, әммә ҙур тиҙлек менән барған үҙгәрештәргә өлгөрә алмай. Шуға күрә урбанизация мәсьәләһенә күҙ йоморға ярамай. Татарстанда, мәҫәлән, кадрҙар проблемаһы бер ваҡытта ла булманы. Улар күптән урбанизацияланған халыҡ. Беҙҙең халыҡ күбеһенсә ауылда йәшәне, ҡалаларға күсергә атлығып торманы. Хәҙер башҡорттарҙың иң тупланған урыны - Өфө. Шуға беҙгә баш ҡала башҡорттары менән ныҡлап эшләргә, уларға, Силәбегә йәки башҡа төбәктәргә китмәһендәр өсөн, йәшәү, эшләү шарттары тыуҙырырға кәрәк. Боронғо Өфө элек-электән башҡорттар ҡалаһы булған һәм беҙгә бөгөн дә бында нығынырға, баш ҡалала башҡорт субмәҙәниәтен булдырыу, уларҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү һәм башҡортлоҡтоң бөтөн тармаҡтарға, бөтөн ҡатламдарға, бөтөн мөхиткә үтеп инеүен маҡсат итеп ҡуйыу кәрәк. Был Ҡоролтай эшмәкәрлегенең дә төп йүнәлеше булырға тейеш.

Өфөгә башҡорттарҙы күберәк туплау мәсьәләһе, моғайын да, V Ҡоролтайҙа ҡараласаҡ документтың - Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһының бер пункты булып торорға лайыҡтыр. Ә уның башҡа пункттарын, ғөмүмән, стратегияны һеҙ нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

С. Хәмиҙуллин:
Бындай документтарҙың барыһына ла скептик ҡараштамын. Быға тиклем дә әллә күпме программа ҡабул ителде. Улар яҙыла ла тап ошо мәлдә башҡорт йәмәғәтселегенең нимә тураһында уйлағанын, хыялланғанын раҫлаусы архив документына әүерелә. Минең өсөн Стратегияны яҙыу процесы мөһим, сөнки халыҡ уйлай башлай, башында ниндәйҙер фекер тыуа. Ҡағиҙә булараҡ, стратегияларҙың барыһы ла тормошҡа ашмай. Бер-ике пункты үтәлһә лә бик яҡшы. Бында бығаса эшләгән практикалар уңайлыраҡ, тап шуларға баҫым яһарға һәм ошо нигеҙҙә эшләргә кәрәк. Ә стратегия - ул дөйөм йүнәлеш, ниндәйҙер теләк кенә. Иң мөһиме - эшләргә һәм әлеге ваҡытта Ҡоролтайҙың нимә менән шөғөлләнергә тейешлеген асыҡларға. Тел мәсьәләһе - ул дәүләт, Хөкүмәт кимәлендә хәл ителә торған мәсьәлә. Күпме ҡысҡыр, йоҙороҡ болға, уны йәмәғәт ойошмаһы ғына хәл итә алмай. Ә Ҡоролтай ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итә ала һуң? Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары мәсьәләһен әле килеп беҙҙең өсөн берәү ҙә хәл итмәйәсәк икәнен аңлау кәрәк. Икенсеһе - Ҡоролтай башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәр менән ныҡлап эшләргә тейеш. Улар Башҡортостандың юрисдикцияһында түгел, унда йәмәғәтселектән башҡа берәү ҙә башҡорт халҡын ҡайғыртып ултырмай. Өсөнсөһө - Ҡоролтай башҡорт халҡының мейе үҙәге булырға, милләттең бар вәкилдәрен бергә йыйырға, тупларға тейеш. Ошо өс йүнәлеште мин иң мөһимдәре тип һанайым.
Башҡортостандан ситтә башҡорттар күпләп йәшәгән ҡайһы бер урындарҙа Ҡоролтай бер тапҡыр ҙа булғаны ла юҡ, халыҡ уны белмәй ҙә, ишетмәгән дә. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһендә тотош бер район бар - Әсекәй. Район тотош татарлашҡан ҡыпсаҡ һәм тамъян ырыуы башҡорттарынан тора. Тамъян ауылы бар. Был хаҡта Ҡоролтай бер нәмә белмәй, бер тапҡыр ҙа барғандары ла юҡ. Ә Бөтә донъя татар конгресы унда айына бер тапҡыр барып тора. Ниндәй генә байрам булмаһын - баралар ҙа етәләр, телевидениеға төшөрәләр. Унда йәшәүселәрҙең кейемдәре лә хәҙер татарҙыҡына әйләнгән. Ләкин был бит уларға ҡул һелтәп ҡуйырға ярай, тигәнде аңлатмай. Улар менән эшләргә кәрәк, маҡсатлы эш алып бармаһаҡ, әлбиттә, халҡыбыҙҙың бер өлөшөн юғалтып бөтәсәкбеҙ. Татарҙар татар диаспоралары менән ныҡлы эш алып бара, ә ундағы башҡорттар диаспора түгел, улар - аҫаба. Айырма шунда, Татарстанда татар диаспораһы менән эшләү дәүләт кимәлендә алып барылған сәйәсәт. Ә беҙҙә, үкенескә күрә, был эшмәкәрлек йәмәғәтселек кимәленә ҡалдырылған. Дәүләт тә мөнәсәбәтен үҙгәртергә, үҙен ошо территорияла ғына административ эштәр башҡарыусы орган, Башҡортостандың ғына Хөкүмәте түгел, ә донъяла йәшәгән башҡорттарҙың Хөкүмәте, тип ҡарарға тейеш.
И. Солтанморатов: Минеңсә, Стратегияға аныҡ тәҡдимдәр, оло ҡорҙа ҡабул ителгән резолюция ҡарарҙары ла инергә тейеш. Ғөмүмән, мин ҡабул ителәсәк документты стратегия тип түгел, ә ғәмәлдәр программаһы тип атар инем. Преамбулала бөгөн хәл ителергә тейешле проблемаларҙы күҙ уңында тотоп, дөйөм һүҙҙәр яҙырға мөмкин: телде үҫтереү, уның өсөн шарттар булдырыу, ауыл халҡына эш булдырыу, демография һ.б. Ә уларҙы аныҡ тәҡдимдәр менән нығытһаҡ, мәҫәлән, уҡытыусыларҙың I съезында 11 махсус милли белем усағы булдырыу идеяһы булды, Ҡоролтай ҡарарына, шул уҡ стратегияға уларҙың аныҡ урынын, районын индерергә кәрәк. Йәки ниндәйҙер районда йәки ауылда кооператив йә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү пункты астырыуҙы алайыҡ. Федераль кимәлдә ҡабул ителгән программаларға нигеҙләнеп, уларҙы республика, район, ауыл кимәленә тиклем төшөрә, йәғни урындарҙағы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, өҫтәмә программалар эшләүгә йүнәлеш бирә һәм талап итә алабыҙ. Юҡһа, III Ҡоролтайҙа Торатау итәгендә "Ырыуҙар ташы" эшләргә ҡарар ителде, ул һаман тормошҡа ашырылманы. Ҡоролтайҙан ҡоролтайға мираҫ итеп тапшырыла килгән бурысты - арҙаҡлы башҡорттарға һәйкәлдәр ҡуйыуҙы ла ҡабаттан күтәрергә була. Тағы ниндәй ырыуҙарҙың йыйындарын үткәрергә? Ул тәҡдимдәрҙең һөҙөмтәһе 3-5 йылдан күренергә тейеш. Шулай уҡ ҡала башҡорттары, башҡорт ауылы, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары айырым иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта милли мәҙәниәтебеҙҙең, телебеҙҙең, демографияның сығанағы булып ауыл тора. Төньяҡ-көнбайышҡа килгәндә, күпме тылҡыйбыҙ шул төбәк ырыуҙарының йыйынын үткәрергә, айырым уҡ булмаһа ла, шәжәрә сиктәрендә дөйөм йыйын үткәрергә мөмкин. Ҡарарҙар ниндәйҙер һауала осоп йөрөгән түгел, ә ерлек менән бәйле булырға һәм төбәктәрҙең үҙенсәлеген иҫәпкә алып, ниндәйҙер ваҡиғағамы, шәхескәме, мөһим мәсьәләгәме, проблемағамы бәйле ҡабул ителергә тейеш. Тағы бер мөһим мәсьәлә - Салауат Юлаев проспектындағы Әр-Рәхим мәсете. Уның буйынса ләм-мим өндәшмәйбеҙ. Стратегияла йәки V Ҡоролтай ҡарарында был мәсьәлә лә, уның ҡасан төҙөлөп бөтөүен дә аныҡ күрһәтергә кәрәк. Шулай уҡ республикаға ҡайтырға теләүсе башҡорттар өсөн шарттар тыуҙырыу мәсьәләһе лә инергә тейеш был стратегияға.

Граждандар йәмғиәте, әгәр уны дөрөҫ файҙаланғанда, ҡеүәтле көс. Бына шул көскә нисек ыңғай йүнәлеш бирергә, нисек файҙалы эшкә йәлеп итергә?

С. Хәмиҙуллин:
Чечендар үҙҙәренең батшаһы ла, хакимы ла булмауы менән ғорурлана. Хатта шундай әйтемдәре лә бар: "Каждый чеченец - уздень (төрки һүҙе - үҙҙән - үҙеңдән)", йәғни азат кеше. Уларҙа һәр кеше азат, бер ваҡытта ла хужа ла, хеҙмәтсе лә булмаған, шуға күрә уларҙы бер кем дә буйһондора алмай. Беҙҙә, киреһенсә, булған потенциалды дөрөҫ файҙаланыу урынына, баҫырға тырышалар. Ҡоролтай, ырыуҙар хәрәкәте, башҡа йәмәғәт ойошмалары, ысынлап та, әгәр уларҙы дөрөҫ файҙаланғанда, власть органдары өсөн шул тиклем ҡеүәтле көс, ҙур ярҙам. Мәҫәлән, әле Нефтекамала гәрәй башҡорттарының хәрәкәте шул тиклем киң ҡолас алды, уларға казактар ҡушылды. Казактар тарих менән ҡыҙыҡһына башлап, үҙҙәренең башҡорт икәнен асыҡлаған. Ул яҡта ҡайҙандыр Баймаҡ-Әбйәлилдән килгән түгел, ә урындағы, үҙ диалектында һөйләшкән йәштәр үҙҙәренең тарихы менән ҡыҙыҡһынып, ҙур хәрәкәт барлыҡҡа килтерҙе. Хәҙер унда "Гәрәй ере" тигән иҫтәлекле таш ҡуйырға ниәтләйҙәр. Был инде этник хаж урыны, рух урыны буласаҡ, сөнки урындағы башҡорттар үҙ территорияларын билдәләй башланы, күңелдәрендә аҫабалыҡ уянды. Аҫабалыҡ уянғас, ул кеше бер нисек тә тәбиғәтенә лә, теленә лә, башҡа нәмәләргә лә битараф була алмай. Аҫабалыҡ - бик ҡеүәтле тойғо! Был мәсьәләне бары тик ғалим этнологтар ғына күтәрә, әммә күп осраҡта йәмғиәттә һәм власта быны етди ҡабул итмәйҙәр. Шуны үҫтерергә, күберәк йәмәғәт ойошмалары булдырырға, халыҡтың әүҙемлеген арттырырға, уларҙы хупларға кәрәк. Уларҙың үҙ-ара горизонталь бәйләнеше - беҙҙең милли ҡеүәтебеҙ күрһәткесе.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.19 | Ҡаралған: 1082

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru