Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
СОВЕТ МАЙҘАНЫНДА ШАЙМОРАТОВҠА ҺӘЙКӘЛ БУЛАСАҠ!
|
Был аҙнала Хөкүмәт Йортонда үткән оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләргә - "Башҡорт ихаталары" һәм подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаларын тормошҡа ашырыуға - айырым иғтибар бирҙе. Ҡаланың район хакимиәттәре башлыҡтарына һәм яуаплы идаралыҡтарға был мәсьәләгә етди иғтибар бирергә ҡушып, ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин үҙе шәхсән ихаталар һәм подъездар буйлап контроль тикшереү үткәрергә теләген белдерҙе.
Хәбәр итеүебеҙсә, баш ҡалала "Автодозвон" системаһы эшләй башланы. Ул реклама иғландарын рөхсәт ителмәгән урындарға йәбештереүселәр менән көрәшеү өсөн булдырылды. Мәғлүмәт базаһында 800 номер бар, тиҙҙән был һан 2 меңгә етеүе лә ихтимал. Әлеге ваҡытта 15 кеше автодозвонды алыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Уларҙың барыһына ла административ протоколдар төҙөлгән. Был йүнәлештә эш дауам итә, бары тик ваҡыт ҡына уның һөҙөмтәлелеге йәки һөҙөмтәле булмауын асыҡлаясаҡ. Баш ҡалала үткән оператив кәңәшмәлә һүҙ ошо хаҡта ла барҙы.
Йәй ҡала халҡы эштән һуң, ял көндәрендә тәбиғәт ҡосағында, ял зоналарында булырға тырыша һәм парктар һәм ял зоналары халыҡтың, баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү урыны ғына түгел, улар ижад һәм социаль проблемаларҙы хәл итеү урыны ла булып тора. Ә улар бөгөн ниндәй торошта икән? Көн тәртибенә сығарылған ошо мәсьәлә буйынса хакимиәттең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы начальнигы Олег Байдин бәйән итте. Билдәләнеүенсә, ҡалала барлығы 95 ял зонаһы иҫәпләнә һәм уларҙа төҙөкләндереү, капиталь ремонт эштәре алып барыла. Орджоникидзе районындағы Ҡала мәҙәниәт һарайы территорияһы эргәһендәге "Имәндәр" ("Дубки") скверында реконструкция үткәрелеүе, "Торналар" фонтанының эшләй башлауы күҙаллана. Килеүселәр өсөн паркинг булдырыласаҡ, сквер йыл әйләнәһенә эшләһен өсөн бәҙрәфтәр, стационар булмаған сауҙа нөктәләре, балалар майҙансыҡтары, воркаут тибындағы спорт майҙансығы булдырыласаҡ. "Беренсе Май" мәҙәниәт һәм ял паркында ла төҙөкләндереү эштәре ҡаралған. Проект буйынса "Ғашиҡтар аллеяһын" - Калинин районы ЗАГС-ынан күл эргәһендә урынлашҡан тематик арт-объекттары булған фото төшөү зонаһына тиклем килеүсе маршрут ойоштороу, башҡа уңайлыҡтар тәҡдим ителә. Ленин районындағы "Тулҡын" мәҙәниәт һәм ял паркында ла, элекке булған һуҡмаҡтарҙы һаҡлап ҡалып, өҫтәмә һуҡмаҡтар һәм велосипед, күл тирәләй прогулка юлы һәм "Сәләмәтлек һуҡмағы" эшләү, үҙәк аллеяның ике яғынан, һаҙлыҡҡа әйләнә барған соҡорҙарға йылдың төрлө ваҡытында сәскә атыусы үҫемлектәр һәм ҡыуаҡтар ултыртып, "һыу баҡсаһы" эшләү планлаштырыла. Шулай уҡ балалар өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса практик күнекмәләр үткәрерлек "Автоҡаласыҡ" төҙөү, башҡа бик күп эштәр башҡарыу планлаштырыла. Октябрь районының "Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркында "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә 2017-2018 йылда реконструкция буйынса эштәр башлана, әммә 53-сө Халыҡ-ара Балалар уйындары үтеүе һөҙөмтәһендә проектҡа бер ни тиклем үҙгәрештәр индерелә. Паркта ҙур амфитеатр ойоштороу, бынан тыш, бәләкәй сәхнә ҡуйыу күҙаллана. Шулай уҡ территорияла ролледром булдырыу проектланған. Киров районының Совет майҙанында ике кимәлле паркинг төҙөү тәҡдим ителә. Уның өҫтөндә сквер булдырылып, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ. Аҙна һуңына тиклем Сутолока йылғаһы тамағы эко-регенерацияһының архитектура-ҡала төҙөлөшө концепцияһын әҙерләү буйынса конкурс тамамлана. Конкурстың төп маҡсаты - объектты Ватан паркы - Ағиҙел яры буйы - Дуҫлыҡ Монументы рекреацион прогулка зонаһына индереп, уны халыҡ өсөн уңайлы һәм ылыҡтырырлыҡ итеү.
Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә ҡала халҡының "баш ауырыуына" әйләнгән ямғыр һыуын йыйыу ҡоҙоҡтары һәм люктарҙың торошо мәсьәләһе лә ҡаралды. Был хаҡта Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Рөстәм Хәмитов отчет бирҙе. Бөгөн баш ҡалала 88 меңдән ашыу ҡоҙоҡ бар. Июнь башында уларҙың барыһы ла тикшерелгән һәм ҡайһы бер етешһеҙлектәр, аныҡлап әйткәндә, люктарҙың һәм юл ҡатламының бер кимәлдә булмауы, улар тирәләй асфальттың ашалыуы, төп ҡоҙоҡ нигеҙҙәренең ултырыуы, ямғыр һыуын йыйыусы ҡоҙоҡтарҙың рәшәткәләре йәки люктары булмауы, уларҙың тығылыуы асыҡланған. Әлбиттә, тормош булғас, уны бер кимәлдә генә тотоп, бер төрлө генә алып барып булмай. Бер урынды ямағансы, икенсе урында тишек барлыҡҡа килә. Етешһеҙлектәр әҙерәк булһын өсөн ҡала хакимиәте лә мөмкин ҡәҙәр эшләргә, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртырға тырыша. Быға тиклем юлдарҙағы соҡорҙар буйынса интерактив карта эшләп, битараф булмаусылар унда соҡор-саҡырлы юлдар тураһында мәғлүмәт ҡалдырһа, хәҙер был картаға асыҡ ҡоҙоҡтар буйынса яңы функция өҫтәлгән. Һәм, әлбиттә, граждандарҙан әүҙемлек, етешһеҙлектәр хаҡында тиҙ арала хәбәр еткереү талап ителә.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 16.07.19 | Ҡаралған: 627
|
|
Киске Өфө
|
|
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|