«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР МӨМКИНЛЕККӘ ТЕШЕҢ-ТЫРНАҒЫҢ МЕНӘН ЙӘБЕШ
+  - 



Бөгөнгө йәштәр тураһында ике төрлө фекер бар. Берәүҙәр яңы быуынды ғәмһеҙ, тәрбиәһеҙ, мораль ҡиммәттәре түбән, тип битәрләһә, икенселәре уларға ҡаршы сыға, бөгөнгө ҡыҙ һәм егеттәрҙең ҡыйыу, маҡсатына тиҙ ирешеүсән, алдан күрә белеүсән булыуын билдәләй. Эйе, хәҙерге йәштәр тиҙ уйлап, оператив эшләргә ярата. Улар өсөн һөҙөмтә лә шунда уҡ һәм бары тик яҡшы булһын. Шуға күрә лә, йәш быуынды матди байлыҡҡа өҫтөнлөк биреүҙә, юғары дәрәжәләр яуларға тырышыуҙа, карьераға ынтылыуҙа ла ғәйепләп маташалар. Белгестәр белдереүенсә, йәштәр һуҙылып, бер урында оҙаҡ торорға яратмай, ҡыҙыҡһындырмаған әйбергә иғтибарын да 8 секундтан артыҡ йүнәлтмәй. Мейеләре лә ҙур мәғлүмәтте шунда уҡ тулыһынса ҡабул итә алмай икән. Кәрәкле әйберҙе уларға әҙләп кенә, күргәҙмә мәғлүмәт, йәғни хәҙергесә әйтһәк, смайлик, йылмайликтар менән еткереүе яҡшыраҡ, имеш. Ҡайһы ваҡыт күбеһенсә виртуаль режимда көн күргән йәштәр ысын донъяла йәшәргә ялҡауланмаймы икән, тигән фекер ҙә уянып ҡуя. Ҡыҙыҡ, бөгөнгө йәштәр ниндәй ул, ниндәй ҡарашҡа эйә, ниндәй ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирә? Ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып, әүҙем йәштәребеҙҙең береһе - йәш ғаилә башлығы, Белорет районы Мәхмүт ауыл биләмәһе депутаты Нур Фәррәх улы Камалетдинов менән әңгәмәләштек.

Йәштәр йәмғиәттә ниндәй урын биләй, шул урынға лайыҡлымы ул, ғөмүмән, бөгөн йәш булыу еңелме?

- Дөрөҫөн генә әйткәндә, йәштәрҙең барыһы ла бөгөнгө йәмғиәткә яраҡлашып китә алмай. Ә бит элекке менән сағыштырғанда, хәҙер тормошта үҙ урыныңды табыу, үҙеңә кәрәккән йүнәлеш буйынса үҫеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Тик нимә генә тиһәк тә, бының өсөн дә тәү сиратта аҡса кәрәк. Уны ла яңғыҙыңа ғына эшләүе ауыр, элекке кеүек, дәүләткә генә ышанып ултырып булмай. Белеүебеҙсә, милләттәштәребеҙҙең күбеһе ауылда йәшәй. Ә ауылда аҡса ҡайҙа? Урманда ла, сауҙала. Үҙеңдең эшең булмаһа, етеш йәшәү өсөн һис юғында ниндәйҙер ҙур вазифа биләргә кәрәк. Бөгөн күптәр әҙгә лә риза булып, саҡ осон-осҡа ялғап йәшәүгә күнеп, тормошонда үҙгәрештәр яһауҙан ҡурҡа. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡасандыр мин дә кабинетта ғына ултырып эшләүгә күнегеп, шул комфортлы зонаны ҡалдырып китеүҙән ҡурҡа инем. Тормошом үҙем дә көтмәгәндә үҙгәреп киткәс, теләмәһәм дә, үҙгәрештәргә яраҡлашырға тура килде һәм быға бөгөн бер ҙә үкенмәйем. Заман талаптары буйынса йәшәү өсөн ауыҙыңды асып йоҡлап ултырырға түгел, ә бәләкәй генә мөмкинлеккә лә тешең-тырнағың менән йәбешергә кәрәк. Мәҫәлдәге ҡыҫала, суртан кеүек булмаһаҡ, берҙәмлек менән аҡсаһын да, үҙ урыныңды ла табырға була.

Ҡасандыр һин "Иҙел башы башҡорттары" ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе булдың. Магнитогорск ҡалаһының "Салауат" ойошмаһы менән дә тығыҙ бәйләнеш тоттоғоҙ. Ул саҡта ниндәй маҡсаттар менән яндығыҙ?

- Ул ваҡыттар күңелле үҫмерлек осоро булып артта ҡалды. Үҙебеҙгә үтәй алмаҫтай ҙур талаптар ҡуйып, күкрәк һуғып, ысын башҡорт булырға тырыштыҡ. Көс, дәрт-дарман күп, ғаилә, балалар юҡ, буш ваҡытты, энергияны ҡайҙа итергә белмәйбеҙ. Милләтебеҙгә үҙебеҙсә файҙа килтерергә тырышып, башҡорт йәштәре ойошмаһы төҙөп ебәрҙек. Маҡсатыбыҙ - башҡорт рухын уятыу, йәштәребеҙҙе үҫтереү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү ине. Магнитогорск йәштәре менән бергәләшеп төрлө республика сараларында, бизнес-форумдарҙа ҡатнаштыҡ. Үҙебеҙ ойошторған сараларҙың бағыусылары ла үҙебеҙ булдыҡ. Тик ойошмалағы әүҙем егеттәр кәләш ала, армияға китә, ә беҙҙең менән эшләгән студенттарыбыҙ уҡып бөтөп, төрлө ергә таралыша башланы. Лидерҙар китеп бөткәс, яңы ағзалар йыйыу ҙа һүлпәнәйҙе һәм шулай итеп ойошмабыҙ ҙа юҡҡа сыҡты.

Сәйәсәт тормош-көнкүрешебеҙгә даими йоғонто яһап тора. Көндәлек сәйәси ваҡиғаларҙың айышына төшөнмәй, уның уртаһында ҡайнамай ғына йәшәп буламы?

- Бөгөн бары тик үҙеңдең генә көсөңә ышанып йәшәр заманда сәйәсәтте белеү мотлаҡ кәрәк. Дәүләт программаларын, гранттар буйынса положениеларҙы өйрәнеү мөһим. Үҙен генә ҡайғыртмаған берәй дәртле кеше ошо программалар менән эш итһә, уның эргә-тирәһендәгеләргә лә файҙаһы күп буласаҡ. Ҡайһы берәүҙәр сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынмайым, ул беҙгә ҡағылмай, тиһә лә, сәйәсәт елдәре беҙгә үҙе килеп ҡағыла. Быға аныҡ ҡына миҫал да килтереп китергә була. Мәҫәлән, Радий Фәрит улы Хәбиров Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булып килгәс, күптәр социаль селтәрҙәр аша үҙе лә һиҙмәҫтән сәйәсәткә ҡушылып, дөйөм социаль проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән әүҙемләшеп китте. Лайыҡлы тормошта йәшәргә теләйбеҙ икән, һайлауҙарға ла мотлаҡ йөрөргә тейешбеҙ, сөнки гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәүҙән дә күп нәмә тора. Ғөмүмән, тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙан ситтә торорға ярамай. Бынан тыш, таныштарың, дуҫтарыңдың күп булыуы ла кәрәк. "Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын" тигән мәҡәлгә таянып йәшәү яҡшы, сөнки кәрәк урында кәрәк кешенең бер һүҙ әйтеп ебәреүе лә бер проблемаңды хәл итеүе бар.

Йәш кешегә төрлөсә йоғонто яһарға, бөгөргә, өйрәтергә, хатта баҫым яһарға ла тырышалар. Ошондай мөхиттә үҙ ҡарашыңдан, маҡсатыңдан тайпылмай ғына йәшәүе ауыр түгелме?

- Йәш булып, ниндәйҙер уңыштарға ирешеү еңел генә эш түгел. Иң тәүҙә үҙ фекереңде дөрөҫ еткереп, аныҡ маҡсатыңды, юридик хоҡуҡтарыңды яҡшы белеү шарт. Үҙеңде, өҫ-башыңды тейешле кимәлдә тота белеү ҙә мөһим. Хәл итергә теләгән мәсьәләләрең буйынса ярҙам һораған кешеңдән бер аҙым алда булырға кәрәк. Закондарҙы белеп, юридик яҡтан грамоталы булһаң, юғары вазифа биләгәндәр ҙә һинең менән иҫәпләшергә, фекереңде тыңларға мәжбүр буласаҡ. Үҙеңдән өҫтәгеләр менән типә-тиң һөйләшә белеп, артабан ошо һөйләшеүҙе дөрөҫ анализлай беләһең икән, ярты уңышҡа ирештең, тигән һүҙ. Шуға ла үҙең менән һәр ваҡытта ла ручка, ҡағыҙ йә булмаһа диктофон алып йөрөүҙе ғәҙәткә индереү яҡшы, сөнки һөйләшеү барышында барыһын да аңлап етмәүең бар. Ҡайтҡас, яҙып алғандарыңдан сығып, әңгәмәне тағы бер тапҡыр тыңлап ҡарау мөмкинлеге буласаҡ.

Йәмғиәттәге хәл-ваҡиғалар уртаһында ҡайнап, халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп, юғары трибунанан хәбәр һөйләүселәр ысынлап та лайыҡлы тормош булдырыуға өлөш индерәме?

- Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн бушҡа хәбәр һөйләп йөрөүселәр күп арабыҙҙа. Артыҡ тауыштан башҡа, ундайҙарҙан әллә ни файҙа ла юҡ. Бында ла ябай ғына миҫал килтереп китергә була, мәҫәлән, бөгөн ҡайһы берәүҙәр эскегә ҡаршы көрәш юлына баҫҡан. Әлбиттә, бик тә кәрәкле, изге эш. Тик, үкенескә ҡаршы, ошо уҡ кеше көндөҙ үҙе рейд яһаған йорттан араҡы барып ала. Йыйылыштарҙа янып сығыш яһағандар араһында ла өйҙән шым ғына араҡы һатып ятыусылар бар. Бушҡа хәбәр һөйләп, күкрәк һуғыу менән генә булмай шул. Быны беҙ йәштәр ойошмаһы ойоштороп йөрөгәндә үк аңланыҡ. Ысын башҡорт - ул айыҡ башҡорт, яҡшы башҡорт - бай башҡорт. Айыҡ аҡыл менән йәшәп, бай булғанда үҙебеҙҙең, милләтебеҙҙең файҙаһына әллә күпме файҙа килтерергә була.

Шулай итеп...
Йәш быуыныбыҙҙың иң әүҙем вәкилдәренең береһе Нур Камалетдинов менән бына ошондай әңгәмә ҡорҙоҡ. Үҙен һүҙҙә генә түгел, эштә һынап, йәмғиәттә лайыҡлы урын биләргә тырышҡан йәш ғаилә башлығына артабан да ысын башҡорт, бай башҡорт булып, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә әллә күпме файҙа килтереп йәшәргә яҙһын, тип теләйбеҙ.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.19 | Ҡаралған: 713

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru