"Киске Өфө" гәзитенең һәр һанында тиерлек ошо рубрика менән донъя күреп торған мәҡәләләрҙе уҡып барам: эшлекле фекерҙәр ҙә, ҡайһы бер проблемалар хаҡында тәнҡит һүҙҙәре лә була. Гәзиттең даими уҡыусыһы булараҡ, мине бер һорау борсой: ана шундай эшлекле фекерҙәр һәм тәнҡит һүҙҙәре ҡала властары иғтибарына барып етәме икән?
Ни генә тиһәң дә, гәзит уҡыусы хаттары - ул асылда йәмәғәтселек фекерен сағылдыра бит. Элегерәк гәзиттә баҫылып сыҡҡан аныҡ фекерҙәр-тәҡдимдәр, шулай уҡ тәнҡит материалдары ошо матбуғат баҫмаһының ойоштороусылары иғтибарына еткерелеп торор ине. Хәҙер электрон бәйләнеш заманында был эштең бер ауырлығы ла юҡ. Элек кенә ул махсус бланк тултырып, уны иҫәп журналына теркәп, конвертҡа һалып, почта аша ебәреп ултыра ине махсус хеҙмәткәр. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, тигәндәй, мин дә баш ҡалабыҙ тормошона ҡағылышлы бер мәсьәлә хаҡында һеҙгә яҙып ебәрергә булдым.
Үҙегеҙгә лә күптән мәғлүм булыуынса, Матбуғат йорто эргәһенә хәтәр шәп ҡунаҡхана төҙөп ҡуйғайнылар бит. Унда күберәк сит илдәрҙән килгән кешеләр генә урынлаша, сөнки бындағы хаҡтар ябай кешеләр өсөн түгел. Ошо ҡунаҡхана эргәһендә электән эшләп торған "Матрица" магазины бар ине, хәҙер ул ябылды һәм, уның бинаһы байтаҡ ваҡыт буш торғандан һуң, урынына "Светофор"тип аталған магазин-склад асылды. Ул ябай һатып алыусылар өсөн бик уңайлы һәм нигеҙҙә улар өсөн тәғәйенләнгән дә: хаҡтар арзан, ассортимент төрләндереп торола. Тик бындай склад-магазиндың сит ил ҡунаҡтары ял итә торған ҡиммәтле отель янында тороуы ғына һис тә урынлы түгел.
Бер көн күрәм: оҙон буйлы (күрәһең, волейболсы йә баскетболсыларҙыр инде), ҡара тәнле сит ил егеттәре ошо склад магазиндың йәшниктәр, уларҙан бушатылып бөтмәгән һауыт-һаба, хужалыҡ тауарҙары өйөлөп торған шыҡһыҙ залдары буйлап йөрөп яталар. Нимә эҙләп килеп инделәр икән - кем белә инде... Ҡайҙа килеп эләктек, тип аптыраған ҡиәфәттә алырға теләгән әйберҙәрен тапмай, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөгән кеүек күренде улар миңә.
Бер нисә көндән йомош менән Матбуғат йортона килә ятҡанда әлеге спорт кейемендәге был егеттәрҙең ҡунаҡхананаға инеп барғанын күрҙем. Миңә нисектер үҙебеҙҙең Башҡортостан, уның баш ҡалаһы Өфөбөҙ өсөн уңайһыҙ булып китте. Быларҙың магазиндары шулай хөрт кенә икән, тип уйлағандарҙыр инде, тип йән көйҙө. Ҡала властарына, уның архитекторҙарына, сауҙа бүлектәренә былай ҙа яҡшы билдәле булырға тейештер бит: зиннәтле ҡунаҡхана төҙөп ултыртылған икән, уның эргә-тирәһен дә ҡараштырырға, төҙөкләндерергә, йәшелләндерергә кәрәктер бит. Өҫтәүенә, ошонда уҡ милли ризыҡтар, сувенирҙар, үҙебеҙҙең Башҡортостанда етешерелгән тауарҙар менән сауҙа итеүсе "Байрам", "Һабантуй", "Йәрминкә" магазиндары, исеме беҙҙеңсә булмаһа ла "Пышка" эко-маркетының сауҙа нөктәләре эшләп торһа, әйтерең бармы. Ә инде "Светофор", "Полушка" кеүегерәк арзан магазиндарҙы сит-ят күҙенән арыраҡ, һәр хәлдә, ҡаланың бай кварталынан ситтәрәк асырға ла булыр ине. Баш ҡалабыҙ Өфөлә айырыуса һуңғы йылдарҙа бик күп халыҡ-ара саралар үткәрелә, ситтән килеүсе ҡунаҡтар, студенттар күп. Ниңә әле беҙ уларға Өфө ҡалаһының матурлығын, миллилеген, уңайлығын, байлығын күрһәтеп, ҡайһы бер мегаполистарҙан һис тә кәм түгеллеген раҫлай алмайбыҙ? Һуңғы йылдарҙа был мәсьәлә айырыуса көнүҙәк, сөнки баш ҡалабыҙҙа йыш ҡына нефть, газ һәм химия буйынса халыҡ-ара форум, иҡтисад һәм инвестиция мәсьәләләре буйынса бизнес-форумдар үткәрелә. Әле генә Халыҡ-ара "Евразия йөрәге" фестивале, унан Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы гөрләп үтте, уны Халыҡ-ара балалар уйындары алмаштырҙы. Киләһе йыл Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итергә йыйына һәм башҡалар... Тимәк, баш ҡалабыҙға сит ил ҡунаҡтарын ҡаршыларға бөтә яҡлап әҙерләнергә кәрәк. Был йәһәттән ваҡ мәсьәлә булырға тейеш түгел, минеңсә. Башҡортостан даны алыҫтарға китһен, ситтән килеп, беҙҙә булып ҡайтҡандар ҙа "Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?" тип йырлап йөрөһөндәр, әйҙә!
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА,
шағирә, журналист.
КИРЕ СЫҒЫРҒА