«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕРҘӘ ЙӘШӘГӘНДӘ БАҠЫЙЛЫҠ КҮГЕНӘ АШЫРЫБЫҘҘЫ ОНОТМАЙЫҠ
+  - 

Беҙ йәш саҡтарыбыҙҙан күреп белгән, аралашҡан, йәиһә ҡылған ғәмәлдәре, ҡаҙаныштары менән һоҡланған күренекле замандаштарыбыҙ, киң билдәле милләттәштәребеҙ бер-бер артлы фани донъябыҙҙы ҡалдырып, йыш ҡына хәсрәтле уйҙарға батырып, арабыҙҙан китеп тора. Беребеҙ ҙә ергә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ шул. Тормошобоҙ шулай ҡоролған - дини байрам көндәрендә, изге рамаҙан айында, яҡындарыбыҙ йәиһә таныштарыбыҙ яҡты донъянан киткән ваҡытта ошо хаҡта ла уйланмай ҡалмайбыҙ, әлбиттә. Тик донъя мәшәҡәттәре артынан ҡыуып, башлыса, ҡараштарыбыҙҙы юғарыраҡҡа, рухи бейеклектәр тарафына күсерергә ашығып бармайбыҙ. Ерҙә йәшәп, Мәңгелек Күк барын онотобораҡ та китәбеҙ.

Ислам тәғлимәтен ҡабул иткәнгә тиклемге дәүерҙәрҙә ата-бабаларыбыҙ бөйөк Күк Илаһы - Тәңрегә табынған. Боронғо кешеләр - тәбиғәт балалары, башҡорттар ҙа үҙҙәрен мәңгелек тәбиғәттән айырып ҡарамаған. Тәңре лә, улар үҙҙәре йәшәгән матди донъянан айырылып тороп, икһеҙ-сикһеҙ күк төпкөлдәренән барса йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт есемдәре менән идара итеүсе рухи зат рәүешендә күҙалланған. Башҡорт тәңреселеген мәжүсилек менән бутарға ярамай, сөнки башҡорттарҙың беҙгә билдәле булған башҡа илаһтары юҡ. Ошо уңайҙан Ибн Фаҙландың башҡорттарҙың 12 илаһы бар, тип яҙыуын уның, башҡорт телен белмәгәнлектән, тәржемәсе аша ишеткәнде яңылыш яҙып алыуы менән генә аңлатып булалыр. Ысынбарлыҡта башҡорттарҙың ҡыш, йәй, ел, ямғыр һ.б. шундай илаһтары һис ҡасан булмаған: бында һүҙ ер йөҙөндәге әйбер-күренештәрҙең хужалары - эйәләре тураһында бара. Һыу эйәһе, урман эйәһе, өй эйәһе кеүек мистик заттар халыҡ фольклорында ла сағылыш тапҡан, әммә улар бер ҡасан да илаһҡа тиңләнмәгән. Тимәк, Исламға тиклем дә халҡыбыҙ тик берҙән-бер илаһҡа табынған, тәңреселек ул замандағы йәшәйештең ғәҙәти инаныстарына ҡуша килеп, айырым бер системалы тәғлимәте булмаған дини ҡарашты тәшкил иткән. Тап шуның өсөн дә Ислам башҡорт мөхитенә тиҙ арала, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үтеп инә алған. Милләттәштәребеҙҙең күпселеге үҙ тормошонда исламиәт ҡанундарын ҡабул итә, дини традицияларға тоғро ҡалырға тырыша.
Хәҙерге осорҙа фән, ғилем тармаҡтарының иҫ китмәле ҡаҙаныштары дини инаныстарҙы юҡҡа сығара алманы, дини тәғлимәт бөгөн дә рухиәт нигеҙен тәшкил итә. Бының кире ҡаҡҡыһыҙ сәбәптәре бар. Кеше йәшәйештә бығаса күрелмәгән матди байлыҡ туплауға, шәхси тормошонда барса ихтыяждарының, теләк-талаптарының үтәлеүенә өлгәшә ала. Әммә тик матди етешлелек кенә уның күңелен, тойғолар һәм уй-фекер донъяһын бөтәйтә лә, байыта ла алмай. Аҡса-әйбергә бай булып, рухи яҡтан фәҡирлектә көн итеүсе замандаштарыбыҙ бихисап. Әммә һәр кемдең көндәре һанаулы. Әҙәм балаһы, теләһә-теләмәһә лә, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсәсәге хаҡында уйланмай булдыра алмай. Ниндәй генә күркәм йортта йәшәһәң дә, ниндәй генә затлы кейемдәр кейһәң дә, ниндәй генә татлы ризыҡтар ейһәң дә, ошо донъяуи уңыштарың һинең рухыңды биҙәмәй, күңел күгеңде бейегәйтә лә алмай. Былар аңлы рәүештә, йә осраҡлы ҡылынған гонаһлы ғәмәлдәреңде бер нисек тә аҡламай. Бындай хәлдә кешегә бары бер генә юл ҡала - үҙең хаҡында үҙеңә уйланырға, рухиәт юлына ныҡлап аяҡ баҫырға, дини тәғлимәт аша шәхси йәшәйешең асылына төшөнөргә, йәнеңде баҡыйлыҡҡа әҙерләп өлгөрөр форсаттан файҙаланып ҡалырға. Боронғолар ҙа әйткән бит - әҙәм балаһына тәүбәгә килергә бер ҡасан да һуң түгел, тип. Тик матдилыҡҡа мөкиббән китеп, ҡараштарыбыҙҙы ерҙән күктәргә күсерә алмаһаҡ, иманлы була алмаҫбыҙ. Үҙең йәшәгән мөхиттә яҡшылыҡтар, изге тип нарыҡланыр ғәмәлдәр ҡылыр өсөн һуң булып ҡуйыуы бар. Ошо хаҡта йышыраҡ уйланһаҡ ине, хөрмәтле милләттәштәрем.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.19 | Ҡаралған: 703

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru