«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ЙӘНЛЕ БӨРЙӘНДӘР БЕҘ!
+  - 



Бөрйән ырыуының килеп сығышы ифрат ҡыҙыҡлы, ул башҡорт халҡының этногенезында айырым урын биләй. Бөрйәндәрҙең боронғо тарихи тамырҙары Урта Азия, Кавказ һәм Көнсығыш Европа тарафтарынан Көньяҡ Уралғаса таралып китеп, этнографик һәм тарихи тикшеренеүҙәр өсөн күп төрлө мөмкинлектәр ҡалдырған. Яҙма сығанаҡтар, мифология (легенда-риүәйәттәр), археология, палеогенетика һәм геногеография материалдары бөрйән тарихын асыҡларға, уның дөйөм башҡорт тарихындағы урынын билдәләргә ярҙам итә.

Шул уҡ ваҡытта VII - IX быуаттарҙағы Византия, әрмән һәм Сирия авторҙары Кавказдағы Бурджан иле йәшәгән территорияла Берзилия (Берсалия) исеме менән аталған ил хаҡында ла яҙа. Византиянан Феофан (IX б.) "Берзилия төпкөлөнән, беренсе Сарматиянан, бөйөк хазар халҡы сыҡты", - тип яҙһа, VII быуатҡа ҡараған "Әрмән географияһында" һундар батшалығында, Кавказ тауҙарына яҡын урында, уларҙың Вараджан ҡалаһы булыуы теркәлгән. Моисей Каганкатвациҙың "Албан тарихында" Дербенттан төньяҡтараҡ урынлашҡан гүзәл Варачан ҡалаһы булып, унда һундарҙың бөйөк кенәзе йәшәүе хаҡында мәғлүмәт бар. Иран шаһы Ануширван тап ошо заманда Кавказдағы Бурджанға һөжүм итә лә инде. Ибн әл Асир ошо хаҡта былай тип яҙа: "Уның эштәре көйләнгәс, ул Фирғәнәгә һәм Бурджанға яу асты, Бурджандан ҡайтҡас, Шабиран, Маскат һәм Баб әл Абваб ҡалаларын төҙөттө. Был ҡала "ҡапҡа" тип атала, сөнки ул тауҙар юлында урынлашҡан". Бынан Берзилия (ғәрәптәрҙә - Бершалия, Берсула) һәм Бурджандың бер үк ил икәнлеген аңлап була.
Тарихсы С. Хәмиҙуллин был осраҡта бурджан һәм берсула атамаларының боронғо берз/бурз тамырынан яралып, фарсы телендәге "бейеклек" мәғәнәһенә ярашлы, тауҙарҙа йәшәүсе ҡәүемгә ҡарата ҡулланыла башлауын фаразлай. "Бурджан" - тау кешеһе булһа, "бурдж-оглы" йәиһә "берз-ула" - тау улдарын аңлата булыр. Был ысынбарлыҡҡа тап килһә, бурджандар иран сығышлы булып, алан тип исемләнгән халыҡ менән ҡәрҙәш булып сыға. VI йәшәгән Иоан Эфесский "Сиркәү тарихы"нда Берзилияны аландар иле, тип атай. Башҡорт риүәйәттәренең береһендә башҡорттарға ҡушылып киткән алан-бөрйән ҡәүеме лә иҫкә алына. Ғәрәп авторы әд Димашки рустар хаҡында яҙған бер мәғлүмәтендә ошондай юлдар бар: "Был ҡәүем менән Аллан һәм әл Бурджандар сиктәш. Ошо ике халыҡ бер туған икән, тип әйтәләр". С. Хәмиҙуллин ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә берзил-бурджандар тип аталыусы ҡәүемдең сармат-алан донъяһының бер өлөшөн тәшкил итеүе хаҡындағы һығымтаға килә. Шулай итеп, хәҙерге бөрйәндәрҙең тәү бабалары беҙҙең эраның тәүге быуаттарынан бирле Арал диңгеҙенән Көньяҡ Уралға тиклем һуҙылған киң далала йәшәүсе берсул-бурджан тип теркәлгән ҡәүемдән булған, тип фекер йөрөтөргә була. Боронғо Иран эпосы "Шахнамә"лә легендар туран батшаһы Афрасиабтың ейәненең исеме Бурзевейл булыуы ла ошо фекергә тап килә. Ғәрәп тарихсыһы Хишам әл Ҡәлби (IX б.) генеалогияһына ярашлы, Бурсул Хуваризмдың (Хорезмдың) бер туғаны, тип теркәлә. Урта быуаттар аҙағында ла Урта Азияла йәшәүсе бурджандар хаҡында мәғлүмәт бар. XIV быуат энциклопедисы Ибн Фадл Аллаһ әл Умари былай тип яҙа: "Хорезмға йәнәшә Мангышлак тип аталған түңәрәк ер бар; уның оҙонлоғо 5 айлыҡ юлға тиң, киңлеге лә шул тиклем; ул тотошлайы менән даланан хасил, бында күп һанлы бурджан ҡәбиләләре йәшәй".
Күрәһең, сак-сарматтарҙан булған Кангюй массагеттары (турҙар) этник мөхитендә формалашҡан бурджандар II - III быуаттарҙа аландар менән Арал буйҙарынан көнбайышҡа табан хәрәкәт итә башлай. Был Кавказ аръяғында Маскут батшалығын барлыҡҡа килтерә, уның составында берсул-бурджандар ҙа була. Улар Төньяҡ Кавказда VI быуатҡа тиклем иң көслө ҡәбиләләрҙән һаналып, Иран шаһын үҙҙәренә яһаҡ түләп торорға мәжбүр итә.
VI - VII быуаттарҙа фарсы һәм ғәрәп ғәскәрҙәре Хазар ҡағанатына бер-бер артлы һөжүм итеп тора, һөҙөмтәлә бында нығынған Берзилия/Бурджан кенәзлеге лә тарҡалыуға дусар ителә. Шул ваҡыттан бирле яҙма сығанаҡтарҙа ошо ҡәүем Кавказ тарафтарындағы халыҡтар араһында күренмәй башлай. Бурджан вариҫтарының VII быуатта Көньяҡ Урал территорияһына күсеп килеп, ошо урынды төйәк итеүен күҙалларға була. Быны ошо ерлектә асылған турбаҫлы археологик мәҙәниәтенең Төньяҡ Кавказдағы археологик ҡомартҡылар менән тап килеүе аша аңлатырға була. VII - VIII быуатҡа ҡараған Өфө ҡәберлектәренән алынған материалдар ҙа турбаҫлы мәҙәниәтенә тап килә, һәм бында Төньяҡ Кавказдың Кумбулта, Камунта һәм Чма ҡәберлектәренә хас булған һыҙаттар ҙа бар. Стәрлетамаҡ эргәһендә асылған Левашов ҡәберлегендә лә Көньяҡ Урал аландарынан ҡалған предметтар табылып, уларҙың Салтов һәм Кавказдағы катакомба ҡәберлектәрендәгенә оҡшаш булыуы асыҡланды. Башҡорт археологы Ф.А. Сөнғәтов белдереүенсә, Өфө-II ҡаласығында табылған, турбаҫлы мәҙәниәтенә хас ҡомартҡылар Урал янында формалашҡан һуңғы быуын сарматтары вариҫтарыныҡы булып тора. Турбаҫлы мәҙәниәте кешеләре урындағы сармат ҡәбиләләре һәм европа һундарының ҡатнашлығында барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләнә. Бындағы мәҙәниәткә тап ошо осорҙа Кавказ тарафтарынан күсеп килгән бурджандарҙың туранан-тура ҡатнашлығын, уларҙың тап шул ваҡыттан башлап дөйөм башҡорт этник берлегенә ҡушылып китеүен күҙалларға ерлек бар. Нисек кенә булмаһын, тап ошо осорҙан бөрйәндәрҙең башҡорттар составындағы өр-яңы тарихы башлана.
Бөрйән ырыуы ауылдары тарихи Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, Һаҡмар йылғаһының үрге ағымында, Ирәндек һыртының ике яғы буйлап, Баймаҡ, Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарында, Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә, хәҙерге Бөрйән районы ерҙәрендә урынлашҡан. Шулай уҡ Оло һәм Кесе Ыҡ, Юшатыр йылғалары буйында, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура райондарында ла, ҡыпсаҡ башҡорттары менән аралаш, бөрйән ауылдары байтаҡ. Дим үҙәнендә, мең ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә - Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә, Стәрлебаш райондары ауылдарында йәшәүсе бөрйәндәр бар. Шулай уҡ Ырымбурҙың Тоҡ-Соран төбәгендә, көнбайышҡа табан китеп, Һарытау һәм Һамар яҡтарындағы ауылдарҙа ла бөрйән ырыуы вәкилдәре йәшәй. Ҡайһы бер иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, XX быуаттың 20-се йылдарында бөрйәндәрҙең һаны 64 - 66 мең самаһы булған, хәҙерге ваҡытта был һан 85 мең тирәһен тәшкил итеүе мөмкин.
Этногенетик тикшеренеүҙәр бөрйәндәр генофондының төп гаплогруппаһы R1b-M343 булып, уның 74,5 процентҡа етеүен күрһәтте. Шулай уҡ ошо ырыу вәкилдәре араһында N1b, O, L, G һәм T гаплогруппаларына ҡарағандар бар. Тәүге гаплогруппа Көнбайыш Европа халыҡтарында йыш осрай. Ошо гаплогруппаның R1b-L23 субкладының ике ҙур тармағы - R1b-L51 һәм R1b-Z2103 асыҡланды. Тәүгеһе Көнбайыш һәм Үҙәк Европала таралһа, икенсеһе Көньяҡ-көнбайыш Азия, Кавказ һәм Көнсығыш Европа халыҡтарына хас. Бөрйәндәр R1b-Z2103 тармағына ҡарай. Шулай итеп, көнбайыш европалыларҙың һәм бөрйәндәрҙең боронғо уртаҡ ата-бабалары бынан 6500 йылдар элегерәк йәшәгәне билдәле булды. Шул уҡ генетик субклад археологик ям мәҙәниәтенә ҡараған ҡәберлектәрҙәге кеше һөйәктәренең ДНК-һын тикшергәндә асыҡланды, улар Урта Волга, Ҡаҙағстан территорияларында, шулай уҡ Көньяҡ Уралда табылды. Генетик тикшеренеүҙәр бөрйәндәрҙең ата-бабаларының боронғо һинд-европа һәм иран ҡәбиләләре менән ҡәрҙәш булыуын раҫлай.
Бөрйән ырыуы башҡорттары дөйөм башҡорт тарихында лайыҡлы урын биләй. Башҡорт батырҙары Алдар Иҫәкәев, Ҡаранай Моратов, дәүләт эшмәкәрҙәре Харис Йомағолов һәм Зекериә Аҡназаров, халыҡ сәсәндәре Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтов, халыҡ яҙыусылары Зәйнәб Биишева, Абдулхаҡ Игебаев, Таңсулпан Ғарипова, атаҡлы ҡурайсылар Кәрим Дияров һәм Ғата Сөләймәнов, ғалимдар Әкрәм Биишев, Салауат Галин, Әнүәр Әсфәндиәров, Хәлил Барлыбаев, композиторҙар Рәүеф Мортазин, Айрат Ҡобағошов, йырсылар Райман Ишбаев, Рамазан Йәнбәков, бейеүсе Рәшиҙә Туйсина һәм башҡа йөҙәрләгән зыялылар Бөрйән ырыуының ғына түгел, бөтөн башҡорт халҡының да данлыҡлы ул-ҡыҙҙары булып танылды, халҡыбыҙҙың матди һәм рухи мәҙәниәтен байытыуға айырыуса ҙур өлөш индерҙе.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 28-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.19 | Ҡаралған: 691

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru