«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАБИЧТЫҢ ЕТЕ ҠУҘЫ
+  - 



Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, ти халыҡ мәҡәле. Шуға күрә халыҡ үҙенең шәхестәре, даһиҙары хаҡында күпме генә һөйләһә лә, йырлаһа ла, был һис кенә лә бер ҡылда көй уйнау кеүек ҡабул ителмәй. Киреһенсә, танһыҡ моңдо төрлө музыка ҡоралдарында уйнауҙы хәтерләтә: сөнки һәр автор теге йәки был шәхес хаҡында үҙ фекерен әйтергә, үҙ ҡарашын белдерергә тырыша. Бер ҡараһаң, Шәйехзада Бабич хаҡында кеше аптыратырлыҡ бер ниндәй яңылыҡ та әйтеп булмаҫ, әммә күрәҙәлек, алдан тойомлау кеүек сифаттар хас булған был шиғриәт шулай уҡ һәр заманда ла көнүҙәк булырмы икән ни, тигән фекергә киләһең. Хәйер, уйҙарым менән уртаҡлашыу өсөн Ш. Бабичтың ижад донъяһына тағы ла бер тапҡыр күҙ һалырға саҡырам. Ижад донъяһына, тим, унда һүҙ уның шиғриәте хаҡында ғына түгел, ә Бабич ижады усағында һаман да баҙлап ятҡан ете ҡуҙ хаҡында барыр.

Н. Чернышевскийҙың "Патриот - ул тыуған иленә хеҙмәт иткән кеше, ә тыуған ил - иң беренсе сиратта халыҡ", тигән ҡанатлы һүҙҙәре бар. Эйе, Ш. Бабич ижадының юғары маҡсатлы, халыҡ өсөн йырланған йыр булыуы хаҡында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәнов, Бабичевтар шәжәрәһен өйрәнгән тарихсы Әнүәр Әсфәндийәров кеүек ҡәләм оҫталары үҙ һүҙен әйтте. Үҙ сиратымда мин дә 24 йыл ғына йәшәү осоронда үҙен һүҙ, тел, моң, телмәр маһиры итеп танытҡан Шәйехзада Бабичтың ижады аша халҡыбыҙҙың бөгөнгөһөнә күҙ һалырға саҡырам.
Күктәр илсеһе булған Шағирҙы Ваҡыт, Замана, Халҡы тыуҙыра. Сарсап ҡаршы ала башҡорт ере Шәйехзаданың сая, ҡыйыу, ярһыу һүҙен. 1914 йылда Бабич "Халҡым өсөн" шиғырында:
Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн,
Йырлаймын алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн, - тип, берсә бөркөттәй ҡанат кирһә,
Иламайым мин көндәрем
Һырғаҡ, һыуык һалҡын өсөн,
Илайым тик ярлы, меҫкен,
Ҡыҙғаныс халҡым өсөн, - тип ғорур башын эйә. 1915 йылда ул һәр милләттәшен "Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде" тип, мәғәнәле, маҡсатлы яҙмышҡа өндәй. Бер быуаттан һуң да шағирҙың йөрәк ауаздары бөгөнгөбөҙ хаҡында төҫлө тойола. Башҡорт халҡының донъя аренаһында ла юлы - ул көрәш аша яуланған хәләл майҙан, үр! 1916 йылда яҙылған "Көтәм" шиғыры өмөт бүләк итһә лә, "аҡ көн тыуғанын көтһә" лә, асылда, хәлдәр былайыраҡ була бит:
Тауҙарына менһәм, ҡырҙа йөрөһәм,
Балҡый йәннәт нуры - гөлөстан,
Меҫкен башҡорт ауылын килеп күрһәм,
Аңҡый хәсрәт, үлем - гүрестан,
Гүрестандай ғәмле ауылдарҙа
Ҡыбырлаша йәнле мәйеттәр,
Йәнле мәйеттәрҙең ғәмен көйләп,
Илап аға Һаҡмар, Яйыҡтар.
Ә ниндәй хәлдә һуң бөгөнгө башҡорт ауылы? Һандарға, статистикаға туҡталып тормайым, әммә командировкаларға йөрөгәндә, ауылға ҡайтып килгәндә күргәндәрҙән дә сығып фекер йөрөтөүе ауыр түгел. "Ҡыбырлаша йәнле мәйеттәр" тигән юлдар бөгөнгө ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тип кем әйтә алыр: бер ҡараһаң, йәндәре бар, хәрәкәт итәләр, әммә рухтары һүнгән, үләт йоҡоһона бирелгән халыҡ. Белмәйем, ниндәй йөрәк ялҡындары кәрәк икән башҡортҡа үҙенең ниндәй бөйөк милләттең вариҫы икәнен аңлатыу өсөн? Эскәне эсеп үлеп бөтөп бара халыҡтың. Ниндәй яуҙарҙы, көрәштәрҙе еңгән башҡортто ошо бәләкәй генә ялтыр башлы шешә һындырҙы, бөлдөрә яҙҙы, юҡ итә яҙҙы. Шуға күрә, әгәр бөгөн ғәм халыҡтың ниәтен республика етәкселеге күтәреп алып, "Айыҡ ауыл" акцияларын иғлан итә икән, был формаль сара түгел, ә һуңлап булһа ла үҙ хәлебеҙҙе аңлауҙан тыуған ғәмәлдәр. "Кем өсөн?" тигән киң билдәле шиғырын Ш. Бабич 1916 йылда яҙа: "Ал да сәс нур халҡыңа!" тигән юлдары һәр милләттәштең рухи маяғы булһа ине лә бит... Ошо булыр беренсе ҡуҙ. Ул беҙҙә дөрләргә әҙерме бөгөн?

* * *

1917 йылда яҙылған "Тупраҡ" шиғырында шундай юлдар бар:
Тупраҡ алһаҡ, ҡалабыҙ,
Бүтәнсә юҡ сарабыҙ.
Тупраҡ китһә, һау бул, донъя,
Өҙөлмәктер самабыҙ.
Ер, тупраҡ - башҡорт халҡы өсөн мөҡәддәс, изге төшөнсәләрҙең береһе. Ашатҡан, кейендергән дә - ер. Хәйер, уның өсөн генә лә түгел, ә кендек ҡаны төшкән ҡара тупраҡта ата-бабалар рухы, хәтере, быуындар бәйләнеше, боронғолоҡ аһәңе һаҡлана. Юҡҡа ғына халыҡта элекке дәүерҙәрҙән үк, Уралды, ерҙе һаҡлағыҙ, тигән васыят телдән-телгә әйтелеп, һаҡланып килмәй, күрәһең. Уралһыҙ ҡалып бара башҡорт, Уралы - урманһыҙ. Тәбиғәт ҡосағында үҫкән, йәшәгән башҡорт - ул тәбиғәт балаһы, ябай йән эйәһе, ә уны тәбиғәттән - урман-тауынан мәхрүм итеү, һәләк итеү менән бәрәбәр.
"Көтәм" шиғырында Ш. Бабич юҡҡа ғына: "Килер микән аҡ көн беҙгә лә, тип, Уралҡайға ҡарап илайым..." - тимәгәндер. Ошо уҡ фекерҙе шағир "Список №9" шиғырында ла дауам итә: "Эй, туған башҡорт, әгәр булмаһаң бәдбәхет, Ерҙе һаҡла, ер ҡосаҡла, ер һиңә алтын тәхет". Икенсе ҡуҙҙан осҡон тоҡанырмы башҡорт ерендә? Ер мәсьәләһе ул территориаль билдәләнеш кенә түгел, ә Күктәр тарафынан башҡортҡа бирелгән аҫабалыҡ хоҡуғы. "Урал батыр" эпосында башҡорттоң тап ошо ерҙә яралыуы, халыҡ булып ойошоуы һүрәтләнә, ул бөйөк әҫәр башҡорт телендә яҙылған. Ошо ерҙә беҙҙең нисәмә быуын ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны түгелгән, аҫыл һөйәге һеңгән - ә улар иң бөйөк көс. Ана шулар аша бөгөнгө вариҫтар ҡеүәт алып, нисек кенә ҡырһалар ҙа, юҡ итергә теләһәләр ҙә, бар булып йәшәп ята. Тамырҙарҙы, ер менән бәйләнеште, уны заман талаптарына ярашлы документаль яҡтан үҙеңдеке итеп ҡуйыу юлын хәстәрләргә тейешбеҙ бөгөн. Ә әллә нисәмә гектар ергә 10 мең бирҙеләр тип ҡыуанып ултырырға тейеш түгелбеҙ!..
Ә шағир тыуған еренә, уның тәбиғәтенә, халҡына, хатта һәр бер гөлсәскәһенә ғашиҡ! Ниндәй яғымлы, яҡты, нурлы һүҙҙәр менән иркәләй ул ғәзиз ерен! Сайпылып түгелгән хис-тойғоларын шиғыр юлдарына һалып:
Башҡортостан - гөлбостан,
Сөмбөлстан, нурбостан,
Былбылстан, рәйханостан...
Башҡортостан - йәмбостан...
Илһамыстан, шиғырстан,
Шунда тыуып, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан! - тип яҙа. Ошо хәтлем итеп Башҡортостанды яратҡан, ул тойғоларын шундай яҡты, мөҡәддәс һүҙҙәр табып иркәләгән, фекер һүҙ сәнғәте аша еткерә алған башҡа шағирҙы белмәйем. Һәр хәлдә, Бабичҡа етә алған юҡ әле! Улай ғына ла түгел, тыуған ере өсөн Бабич үҙ йәнен фиҙа ҡылырға ла әҙер булыуын һүрәтләгән "Ғәскәр доға"тигән шиғырында:
Намыҫ өсөн, тәңрем, йәндән кисәм,
Килтер вәғәҙә... Ҡөҙрәт ҡулың бир!
Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир!

* * *

Өсөнсө - күрәҙәлек ҡуҙы - башҡорт ерен ҡурсаларҙай һүҙ оҫталары йөрәгендә яңынан ҡабыныр, тип теләйек. Һиҫкәндерерлек күрәҙәлек кәрәк бөгөн! Бер ҡараһаң, бер ни үҙгәрмәгән кеүек, шул һымаҡ беҙҙең бәләләр:
Бер әйләнсек ҡамғаҡ төҫлө хәлдәр
Быуат аша тағы киләләр...
Бабичтың "Башҡорт халҡына көйлө хитап"ын уҡырға кәрәк! Бар хикмәт ана шул әҫәрҙә!

* * *

Шағир бөтә рухи халәтен, булмышын, оҫталығын Башҡортостанды өр-яңынан тыуҙырыуға һалырға тырышҡан. Уҙған быуат башында йәшәгән шәхестәр Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Фәйзи Ғәскәров, Шәйехзада Бабич, Әхмәтзәки Вәлиди, әйтерһең, Күктәр тарафынан махсус рәүештә башҡорт еренә, иленә яңы һулыш өрөр өсөн ебәрелгән. "Ҡурайҡайға" шиғырында шағир Шәйехзада:
Күкрәтеп, геүләп, һайрап, өзләп,
Килде, ҡурай, һайрар миҙгелең,
Яҡты уйҙар һалып, дәртен ҡуҙғап,
Күккә ашыр йөрәктәр һиҙгереп! - ти.
Әле генә ул беҙ - ҡурайсылар конкурстары, байрамдары ойошторолоп торғас, меңәр ҡурайсы бер юлы башҡорт көйҙәрен уйнағанын ишеткәс, моңдан наҙланабыҙ, моңға иҙрәйбеҙ, иркәләнәбеҙ. Ә бит заманында ҡурай уйнау ҙа тыйылған, ҡурайсылар ҙа һирәгәйгәндән-һирәгәйгән булған, шөкөр Хоҙайға, Бабичҡа ҡушылып:
Килде заман, инде шатлан, ҡурай,
Йәмле тауышың илгә яңғыраһын! - тип әйтәбеҙ.
Дүртенсе: ҡурай ҡуҙының осҡондары бөгөн башҡорт ерендә ялҡын, усаҡ булып ҡабынды. Улар үҙҙәренең боронғо ауаздары менән йәнде имләй, ата-бабалар, тамырҙар менән бәйләнеште нығыта, халҡыбыҙҙы тағы ла оҙаҡ йылдарға, мәңгелеккә Ер шарына бәйләй, шул уҡ ваҡытта ҡанатлы итә. Ҡурайсы егеттәребеҙ Роберт Юлдашев, Ринат Рамаҙанов донъя сәхнәләренә алып сыҡты башҡорт моңон, башҡорт ҡурайын, ҙур еңеүҙәр яуланы. Тәбиғәттә үҫеп ултырған ябай ҡурай бөгөн музыка ҡоралы ғына түгел, ә заман афәттәренән, сирҙәренән дауалар имгә әйләнде.

* * *

Халыҡты юҡ итергә теләһәң, иң беренсе уның ерен, телен, шәхестәрен юҡ итергә кәрәк. Бына ошоға юл ҡуймау тураһындағы иҫкәртеүҙе башҡорт йөрәгендә ҡуҙ итеп тоҡандыра Бабич. Төрки донъяһы ғына түгел, ә Европа, Америка илдәре ғалимдары Әхмәтзәки Вәлидиҙең шәхесен танып, уның бөйөк ғилми хеҙмәттәренә таянып эш итә башлағас, Рәсәйҙә Вәлиди шәхесенә бысраҡ өйөргә тырышыусылар табылды. Уның исемен янъялсылар менән йәнәш ҡуйырға тырышыу башҡорт халҡын һиҫкәндерергә тейеш. Алтынға бәрәбәр беҙгә милләтебеҙҙең һәр вәкиле, шуға күрә кеше, йәмәғәтселек күҙенән төшһә лә ярай, тип ҡул һелтәп ҡуйырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Күп һанлы милләттәр бер-береһенең ҡәҙерен белмәй, сөнки улар күмәк: улар үҙ-ара хәйлә, аҡыл яуы алып барһа ла, зыян күрмәйҙәр. Ә беҙ улай бүлгеләнә, телгеләнә алмайбыҙ. Бабичтың "Көйлө хитаб"ын уҡығыҙ! Шәхестәрҙе һаҡлау, уларҙың фекеренә таяныу тураһында һөйләгән бит Бабич! Дөйөм масса алдынғы ҡарашлы була алмай, ә бына мәғрифәтсе фекерле, алдынғы ҡарашлы шәхестәр тап ошо заманда халыҡ ниндәй йүнәлештә эшләргә тейешлеге хаҡында әйтә!

* * *

Бабичтың йөрәктә ялҡындар дөрләтерлек алтынсы ҡуҙы - ул Мөхәббәт, ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ араһында дөрләгән мөхәббәт ҡуҙы. 24 йәшендә ул нимә генә кисереп өлгөргән инде, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Шағир йөрәгенә тотош донъя, Ваҡыт һыя, Мөхәббәт уға - илһам сығанағы. Был хаҡта бына ул нимә ти:
Ҡәләмемә күңел енен ҡағылдырған,
Тиле күңелде үҙ юлына абындырған
Ике нәмә - әүәле Алла, икенсе - ҡыҙ
Бәндәләрҙе ҡөҙрәтенә табындырған.
Ана шундай тетрәндергәс тойғо кисереп баға Бабич ҡатын-ҡыҙға! Шағирҙарҙың ҡайһыһы гүзәл затты Аллаһ менән бер тиңдәй күреп сағыштырғаны бар әле! Бары тик Бабич ҡына шулай яҙа ала: үҙе әллә кеше, Аллаһ нуры төшкән зат, әллә шиғыр ене ҡағылған йәш йөрәк! Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев уны ҡанатлы Бабич тиһә, мин мөхәббәтле Бабич тип атайым!

* * *

Бабичтың етенсе ҡуҙы - ул баш ҡалабыҙ Өфөгә ҡағылышлы тойғо булыр. Әгәр ҙә "Өфө ҡыҙыҡтары", "Өфө тигеҙһеҙлектәре" тигән мәҡәләләренең аҫтына "1916 йыл" тип яҙып ҡалдырмаһа, авторын, датаһын ҡуймаһа, бөгөнгө хәлдәргә лә ауаздашлыҡ барлығын тойоп булыр ине. "Өфө тигеҙһеҙлектәре" мәҡәләһендә һүҙ милли сәхнә, сәнғәт хаҡында бара. "Өфө ҡалаһына беренсе мәртәбә килгәс тә, ҡаланың тау өҫтөндә соҡорло-саҡырлы бер уңайһыҙ ерҙә икәнен күреп, "тигеҙһеҙ" ергә һалынған икән, тинем", - тиеүе еңелсә юмор, үҙ-үҙенә, тормошона сарказм менән ҡараған Бабичтың Өфөгә, Өфөнөң милли сәнғәткә мөнәсәбәте хаҡында һөйләй. "Йәшәһен туған тел - яңы милли сәхнә!" тип тамамлай автор мәҡәләһен. Шөкөр, бөгөн башҡорт фольклоры ла, профессиональ сәнғәт тә - Өфөләрҙең түрендә. Әммә һиҫкәнеү тойғоһо бер ҡасан да зыян итмәҫен автор "Өфө ҡыҙыҡтары" мәҡәләһендә лә бер тапҡыр раҫлай. "Йоҡлата был Өфө, һүндерә был Өфө: эре генә әҙәмдәрҙе лә ваҡландырып ваҡлыҡҡа күндерә Өфө". "Ваҡландыра был Өфө, ағас атҡа атландыра был Өфө, ҡып-ҡыҙыл сырайлы ғына егеттәрҙе ыҫмалаға буяп талпындыра был Өфө..." Әлбиттә, бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында башҡорт сәнғәте - шиғриәте, йыры, бейеүе, ҡурайы ҙур ҡаҙаныштар яулауын күреп, Шағир сикһеҙ ҡыуаныр ине. Моғайын, ыңғай үҙгәрештәр уның күңел талпыныштары ярҙамында ла тормошҡа ашырылған, ашырыла, ашырылыр. Әммә бер үр яулағандан һуң уның ситенә аяҡты һалындырып ултырһаҡ, Бабич һымаҡ Өфөлә ышыҡ таба алмай йөрөүең дә ихтимал, милләттәш. Ул бит юҡҡа Ырымбур, Темәс, Йылайыр, Ҡыйғаҙытамаҡ тип ашҡынып тормаған. Өфөнөң ҡыйыҡлы йорттары ла үҙ ышығына алһын ине башҡорт балаһын. Беҙ бит әле Ғәрнәти карталарында 76 башҡорт ҡалаһы барлығын күрһәткән милләт!
"Миллионлыҡ мегаполиста Шәйехзада Бабич исемен йөрөтөрлөк бер урам таба алмайбыҙ. Черниковка, Сипайлово, Дим кеүек Өфө төбәктәрендә түгел, ә тап баш ҡаланың үҙәгендә булһын ине ул урам. "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһы, "Ҡояшлы" микрорайонында әленән-әле яңы йорттар һалына, урамдар ҡалҡып сыға, моғайын, оҙаҡламай шуларҙың береһе был быуатҡа Бабич исеме менән бағыр! Өфөлә әле лә Бабич өсөн тигеҙһеҙлек хөкөм һөргәндәй", - тип яҙғайным бер мәл 2008 йылда. 1924 йылдың 25 февралендә Башнаркомпростың уҡытыу-тәрбиә биреү комиссияһы Өфөнөң Оло Ильинская урамын Шәйехзада Бабич исеме менән атау хаҡында ҡарар ҡабул итә. Ул урам хәҙер шағирҙың фекерҙәше, Башҡортостан автономияһы атаһы Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен йөрөтә.
Әйткәндәй, бер быуатҡа яҡын ваҡыт көттөк беҙ был көндө: ниһайәт, V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Өфөлә бөйөк башҡорт шағиры, дәүләт эшмәкәре, музыкант, телмәр оҫтаһы Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды! Был юлдарҙы яҙғанда күҙҙән йәш атылып сыға: беҙ ниндәй бәхетле быуын - Бабичҡа һәйкәл асҡан быуатта йәшәйбеҙ! Ошо яҡты көндөң шаһиты булдыҡ! Шиғриәт - ул мәңгелек донъя. Бабич ижадына мөрәжәғәт итеп, уның әҫәрҙәре аша уйлы уйын ҡорҙоҡ. Ҡабул ҡылығыҙ! Бәлки, һеҙҙең йөрәктәрҙә ул тағы ла әллә ниндәй ҡуҙҙарҙы тоҡандырыр!

Лариса АБДУЛЛИНА,
Ш. Бабич исемендәге республика йәштәре премияһы лауреаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.19 | Ҡаралған: 752

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru