«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АШНАҠСЫ АШ-ҺЫУ ӨЛКӘҺЕНДӘГЕ ИЖАДСЫ УЛ
+  - 



Тормош көткәндә гүзәл заттар иңендә ятҡан бурыстарҙың береһе - аш-һыу әҙерләү. Берәүҙәр уны көндәлек мәшәҡәттәрҙең береһе итеп ҡабул итһә, икенселәр быны һөнәренә әйләндерә. Ләкин профессионал ашнаҡсылар араһында ла үҙ һөнәрен килемле эшмәкәрлеккә әйләндереүселәр һирәк. Бөгөн шундай уңғандарҙың береһе, Өфө ҡалаһында "Өйгә ашнаҡсы саҡырыу" хеҙмәтен булдырыусы Рәзилә АМАНБАЕВА-МОТАЛЛАПОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Рәзилә, аш-һыуға оҫталығығыҙҙы килемле эшмәкәрлеккә әйләндереү уйы нисек барлыҡҡа килеүен һәм бөгөнгә тиклем үткән юлығыҙҙың ниндәй булыуы тураһында әйтеп үтһәң ине...

- Әхирәтем, курсташым һәм хеҙмәттәшем Зарема Айытова тәҡдиме менән башланған эшебеҙ бөгөнгө көндә тулыһынса юлға һалынды. Ләкин тәүге мәлдәрҙә ауырға тура килде. Колледждан һуң дәүләт ҡарамағындағы ашханала эшләнек. Унда ике ҡулыбыҙға бер эш: барҙың - эшләнең - ҡайттың. Ә үҙаллы эшләй башлағас, реклама тураһында ҡайғыртыу, клиенттар табыу тураһында хәстәрлек күреү, бөтә нәмә өсөн яуаплылыҡ тотоу - барыһы ла үҙебеҙҙең иңгә ятты. Шулай уҡ икебеҙ генә булғас, күп кешеле ҙур мәжлестәрҙе хеҙмәтләндереү өсөн заказдар ала алманыҡ, сөнки йөҙәрләгән кешегә әҙерләп өлгөрмәҫ инек. Шуға күрә бер нисә юбилей үткәргәндән һуң, командабыҙҙы тулыландырып, 5 ашнаҡсы, уларға 3 ярҙамсы һәм официант алып, был проблеманы яйға һалдыҡ. Эшмәкәрлегебеҙҙе йәнләндереү өсөн социаль селтәрҙәр аша көслө реклама эшләнек, үҙ төркөмөбөҙҙө булдырҙыҡ һәм уның әүҙем эшмәкәрлеген тәьмин итәбеҙ. Шулай ҙа беҙҙең өлкәлә иң ҡеүәтле реклама - "сарафан радиоһы". Бер мәжлестә генә, кәмендә, 30-лап кеше була һәм уларҙың һәр береһе беҙҙең өсөн реклама сығанағы. Шуға күрә, һәр заказды беҙ юғары кимәлдә үткәрергә һәм һәр ҡунаҡтың күңелендә тик яҡшы яҡтан ғына ҡалырға бурыслыбыҙ. Быны бөтә команда яҡшы аңлай һәм һәр кем үҙенең эшенә яуаплы ҡарай. Эште ойоштороу һәм бөгөнгө кимәлгә сығыу өсөн 7 йыл ваҡыт кәрәк булды.

Аныҡлап әйткәндә, һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ нимәгә ҡайтып ҡала һәм һеҙҙең хеҙмәт заказ биреүсегә нимәһе менән отошло?

- Хәҙер ниндәй ҙә булһа мәжлескә йыйылған ҡунаҡтарҙың күңелле ултырыуын тәьмин итер өсөн тамада яллау модала. Ул уйын-көлкө, байрамдың дәртле уҙыуына булышлыҡ итһә, беҙ үҙебеҙгә байрам табыны өсөн яуаплылыҡты алабыҙ. Өҫтәлгә ҡуйыласаҡ бөтә аш-һыуҙы әҙерләйбеҙ, сервировка эшләйбеҙ, официанттар ҡунаҡтарҙы ҡарай, йәғни ашамлыҡтарҙың һәр ваҡыт булыуын һәм өҫтәл менән аш-һыу приборҙарының таҙалығын тәьмин итә. Шулай уҡ өҫтәлгә ҡуйыу өсөн махсус һауыт-һабалар ҙә тәҡдим итәбеҙ. Байрамдан һуң өҫтәлдә һәм аш-һыу бүлмәһендә таҙалыҡ урынлаштырабыҙ. Әлеге ваҡытта тағы ла бер хеҙмәтте киң йәйелдереү өҫтөндә эшләйбеҙ - заказ буйынса ашамлыҡ һәм тәмлекәстәр бешереп, салаттар эшләйбеҙ. Был осраҡта хужабикәгә әҙер аш-һыу ярҙамында өҫтәлен үҙе теләгәнсә биҙәргә генә ҡала.
Бынан тиҫтә йылдар элек бөтә байрамдарҙы ла кафе һәм ресторандарҙа үткәреү ғәҙәте тамыр йәйҙе. Ләкин әлеге ваҡытта ул тенденция юғала бара. Ни өсөн? Сөнки ундай урындарҙа һәр мәжлес өсөн тәғәйен генә ваҡыт бүленә, ҡуртым өсөн байтаҡ ҡына аҡса түгелә, аш-һыуҙың нисек һәм ниндәй аҙыҡ-түлектән әҙерләнеүен контролдә тотоу мөмкин түгел һәм бөтә аш-һыу шунда уҡ тороп ҡала. Ә шул уҡ табынды өйҙә йыйыу күпкә отошло. Сәғәткә ҡарамайынса, күңел булғансы аралашып, бейеп-йырлап, матур һәм бай табындағы бөтә аш-һыуҙы ауыҙ итеп, яйлап ултырыу үҙе бер ғүмер. Шулай уҡ табын хужалары ҡунаҡтарының һаулығы өсөн дә борсолмай, сөнки аш-һыуҙың улар үҙҙәре һайлап алған аҙыҡ-түлектең урында уҡ нисек әҙерләнеүен күрә. Мәжлестән һуң, ғәҙәттә, күпләп аш-һыу артып ҡалып түгелә. Беҙ табындың нисә кешегә иҫәпләнеүен, ниндәй төр аш-һыу әҙерләнәсәген иҫәпкә алып, хужаларға нимәне күпме алырға кәрәклеген әйтәбеҙ һәм аш-һыуҙың әрәм булыуына юл ҡуймайбыҙ.
Шулай уҡ өйҙә йыйылған табынды әҙерләү, ҡунаҡтарҙы ҡарау һәм һуңынан йыйыштырып ҡуйыу хужабикәнең күпме көсөн һәм ваҡытын ала. Дөрөҫөн әйткәндә, ул күпселек осраҡта, табын янына килеп-китеп кенә йөрөй, байрамдың йәмен күрмәйенсә үткәреп ебәрә. Ҡөрьән ашы, никах, туй, юбилей һәм башҡа байрам табынын беҙгә ышанып тапшырыу күпкә отошлораҡ, сөнки беҙ хәүефһеҙлек гарантияһы, заказсыларҙың байтаҡ аҡсаһын һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итәбеҙ һәм хужаларға ҡунаҡтар менән бергә матур итеп ваҡыт уҙғарырға мөмкинлек бирәбеҙ.

Бөтә кеше лә ниндәй ҙә булһа аш-һыу әҙерләй белә, ләкин барыһы ла ашнаҡсы була алмай. Оҫта ашнаҡсы булыу өсөн ниндәй сифатҡа һәм маһирлыҡҡа эйә булыу мөһим?

- Ашнаҡсы булыуҙы һөнәр итеп кенә ҡарау дөрөҫ түгел. Ул, ниндәйҙер кимәлдә, ижадсы, аш-һыу өлкәһендәге сәнғәтсе. Ашнаҡсыла тәм тойоу һиҙгерлеге, иғтибарлыҡ, бөхтәлек, сама белеү сифаттары булырға тейеш. Импровизациялау һәм тәжрибә яһауҙан ҡурҡмау шулай уҡ яҡшы ашнаҡсының һөнәри ҡаҙанышы. Аҙыҡ-түлектең һәм тәмләткестәрҙең бер-береһенә тура килеүен дә аңлап эш итә белеүе мөһим. Әгәр ҙә ул әҙ генә яңылышһа ла әҙерләнгән ашамлыҡтың тәмһеҙ булыуы йәки бөтөнләй эшкинмәүе мөмкин. Шулай уҡ аҙыҡ-түлекте һәм аш-һыуҙы һаҡлау процесын да ентекле үҙләштереүе әһәмиәтле. Һәм, әлбиттә, аш-һыуҙы матур итеп өҫтәлгә бирә белеү оҫталығына ла эйә булырға тейеш ул. Ғөмүмән, оҫта ашнаҡсы һәр аш-һыуҙы ла кулинар шедевр итеп күрһәтә ала, шуға күрә был һөнәрҙе барыһы ла үҙләштерергә мөмкин, әммә уларҙың ҡайһы берҙәре генә уңышҡа өлгәшә ала.

Шулай итеп...
Дөрөҫөн әйткәндә, ашнаҡсы булыу физик яҡтан да, психологик йәһәттән дә көслө булыуҙы талап итәлер. Көн оҙоно аяҡ өҫтө тороп, әллә нисә төрлө аш-һыу әҙерләп ҡара ла, килеп сыҡҡан һөҙөмтә өсөн әллә күпме кеше алдында яуаплылыҡ тот әле. Энәһенән ебенә тиклем белгән аш-һыуҙың да ҡайһы саҡта уңмауы бар. Ғаилә эсендә бындай хәлгә артыҡ иғтибар бирмәйенсә лә үткәреп ебәрергә мөмкин булһа, ашнаҡсы бындай осраҡлыҡҡа юл ҡуя алмай. Шуға күрә, уңған ҡыҙҙарға артабан да үҙ эштәренән ҡәнәғәт булып, клиенттарының рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп эшләргә яҙһын.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.19 | Ҡаралған: 835

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru