«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛСЕ
+  - 

Муллаян Халиҡов. Актер Фирғәт Ғарипов.

"Ҡабаттан йәнләнгән фотоһүрәттәр" проекты гәзит уҡыусыларҙы "Беренсе Республика" фильмының геройҙары менән таныштырыуҙы дауам итә. Проектта шәхестәрҙең тарих архивтарынан, фәнни хеҙмәттәрҙән, музейҙарҙан тупланған фотолары һәм костюмдары буйынса рәссам Әлиә Байрамғолова тарафынан кинорежиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тарихи нәфис фильмын төшөрөү майҙансығынан яһаған фотолары тәҡдим ителә.

Муллаян Дәүләтша улы ХАЛИҠОВ (актер Фирғәт Ғарипов уйнай) - был шәхестең республикабыҙҙы төҙөүҙәге өлөшөн баһалап бөтөп булмай. Уның оҫта дипломат һәм парламентер булыуын Әхмәтзәки Вәлиди ҙә яҡшы белә, шуның өсөн иң мөһим килешеүҙәргә тап Муллаян Халиҡов йөрөй. Белемле, әҙәпле кеше, аҡыл менән эш итеүгә өҫтөнлөк биреүсе илсе булараҡ, 1919 йылдың 7 мартында Мәскәүгә "Автономлы Башҡортостанды таныу тураһындағы килешеүгә" ҡул ҡуйыу өсөн йүнәлгән делегация составында М. Халиҡов та була. 1919 йылдың майында Башҡорт ревкомы Халиҡовты Көнсығыш фронтының Көньяҡ төркөмө ғәскәрҙәре Реввоенсоветына үҙенең вәкиле итеп ебәрә. Әхмәтзәки Вәлидиҙең сәйәси аренанан китеүенән, йәғни, 1920 йылдың июленән алып башҡорт халҡы автономияһының төп яҡлаусыһы һәм һаҡсыһы булып Муллаян Дәүләтша улы Халиҡов ҡала. 1921 йылдың июленән БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә, был мәлдә уға 27 йәш була. Был осор республика тарихында иң ҡатмарлы ваҡыт. 1922 йылдың 30 декабрендә ССР Советтарының I съезы союз килешеүе һәм Совет Социалистик Республикалары Союзы төҙөү тураһында декларация ҡабул итә. Документҡа ҡул ҡуйыуҙа Башҡортостан делегаты М. Халиҡов та ҡатнаша. СССР Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана.
1937 йылдың 20 июнендә антисовет милли ойошмаһын ойоштороуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына. Ошо йылдың сентябрендә атыла. 1958 йылда аҡлана. Башҡортостан совет автономияһын иғлан итеүгә 90 йыл тулғанда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Муллаян Халиҡовҡа таҡтаташ асыла.

Гөлнара ЯРУЛЛИНА,
тарих фәндәре кандидаты,
проект авторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.19 | Ҡаралған: 615

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru