«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ – ҠЫҘЫҠЛЫ ОҘАҠ ЙӘШӘҮ СЕРЕ НИҘӘ?
+  - 

Хатта иң сәләмәт кешеләр ҙә үҙҙәренә бирелгән ғүмерҙе 30-40 процентҡа кәмерәк йәшәй. Әммә Ер йөҙөндә барыһы ла тиерлек йөҙ йәшкә еткән халыҡ бар.

Полицияға эш юҡ...

Яңырыу дәүеренең бөйөк табибы Парацельс, кеше ғүмере - 600 йыл, тип раҫлаған. Илья Мечников менән Александр Богомолец 160 йыл тип һанаған. Японияла 40 меңдән ашыу кеше 100 йәшен тултырһа, Ер йөҙөндәге иң оло кешегә быйыл 118 йәш тулған.
Бары тик хунза халҡы вәкилдәре генә йөҙ йәштән күберәк йәшәй һәм шул уҡ ваҡытта тәндәре лә бәлтерәмәй, кариесты ла, еңел аҡыллылыҡты ла белмәйҙәр. Ҡәбилә Һиндостанда, Гималайҙың Хунза йылғаһының боҙло ярында, тирә-яҡтан тауҙар уратып алған Бәхет үҙәнендә йәшәй. 15 мең генә булған был үҙенсәлекле халыҡ хаҡында ХХ быуат башында Төньяҡ Һиндостандың таулы райондары халҡын дауалаусы Британия хәрби табибы Роберт Мак-Каррисон донъяға белдерә: "Был ҡырыҫ урындарҙағы ҡәбиләләр һаулыҡтары менән артыҡ маҡтана алмай, туберкулез, тиф, диабет, Базедов сире, нәҫелдән килгән кретинлыҡ, тағун, ваба һәи сифилис та киң таралған, - тип яҙа ул. - Әммә хунза ҡәбиләһендә генә барыһы ла һау-сәләмәт. Мин бары тик бер нисә һынған урын һәм бер осраҡта ғына күҙ ялҡынһыныуын таптым". Хунзалар уртаса 120 йыл йәшәй, ә 100 йәшлектәр баҫыуҙарҙа эшләй, тауҙарҙа һунар итә, тип яҙа Мак-Каррисон. "40 йәшлек ҡатындар йәш ҡыҙҙар кеүек, хатта 60 йәштә лә улар йәш күренә, ә 65 йәштә сәләмәт бала табалар, - тип аптырай британлы. - Европалыларға оҡшағандар. Тормоштары ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ныҡ тыныстар һәм шаттар. Һуғышмайҙар ҙа, енәйәт тә ҡылмайҙар, урлашмайҙар ҙа. Һөҙөмтәлә полиция ла, төрмәләр ҙә юҡ. Ҡәбилә менән аҡһаҡалдар ҡоро һайлап ҡуйған юлбашсы етәкселек итә. Ҡарттар ғүмер ахырына тиклем асыҡ, айыҡ аҡыллы һәм абруйлы булып ҡала". Хунзалар үҙ-ара ғына ғаилә ҡора һәм ҡатнаш никахҡа инмәй. Медиктар бындай никахтарҙы тоҡом боҙолоуға килтерә тип раҫлаһа, хунзаларға был ҡағылмай - балалар һау-сәләмәт булып тыуа. Күпселек уҡый-яҙа белмәй. Бары тик юлбашсы һәм абруйлы ғаиләләрҙән сыҡҡан һәм мосолман мәктәптәрендә белем алғандар ғына был өҫтөнлөккә эйә. Хунзаларҙың үҙ әҙәбиәте юҡ; улар һынлы сәнғәттең, скульптураның йәки ағасты һырлап биҙәүҙең нимә икәнен дә белмәй, туҡыма ла туҡымайҙар. Хатта үҙҙәренең музыканттары ла юҡ - байрамдарға күрше ҡәбиләләрҙән саҡыралар.

Һыуыҡ ҡартайтмай

Мак-Каррисон хунзаларҙың көслө һыуыҡтарҙы еңел үткәреүе, уларҙың сыҙамлылығы тураһында яҙа. Ҡарттар 100-120 километр араны үтә ала, ә бейек таулы урындарҙа хәл тиҙ бөтә, хатта йәш марафонсылар ҙа тиҙ арый. "Ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар Европа кешеһе бармағын тығып ҡарарға ла ҡурҡҡан һыуыҡ һыуҙа, һыуыҡ ел иҫеп тороуына ҡарамаҫтан, ҡыуанып йөҙә, - тип яҙа Мак-Каррисон. - Сынығыуға тәҙрәһеҙ таш йорттар ҙа булышлыҡ итә. Уларҙа таш эскәмйәләрҙә йоҡлайҙар. Малдары ла шунда тора. Йорттарҙа бик һыуыҡ: был урындарҙа ағастар бик үҫмәй, тимәк, утын да юҡ. Утта улар бары тик ашарға ғына бешерә, йыуынырға һәм кейем-һалым йыуырға һыуыҡ һыуҙы тотоналар. Һабын урынына көл ҡатыш аҡ балсыҡ ҡулланалар. Шундай шарттарҙа ла һәр ваҡыт таҙа йөрөйҙәр һәм хатта, тирә-яҡ ҡәбиләләрҙә беттәрҙән ыҙалауҙарына ҡарамаҫтан, беттең нимә икәнен дә белмәйҙәр..."

Мәжбүри диета

"Хунзаларҙың төп аҙығы - йәшелсә һәм емеш-еләк, - тип яҙа британлы. - Улар көнөнә ике тапҡыр: иртән һәм кис ашай. Аҡ һәм үҫемлек майының нимә икәнен дә белмәйҙәр. Йылына бер нисә тапҡыр ғына ит ҡулланалар, ә йыл уңышһыҙ булғанда алдан әҙерләнгән емеш-еләк һәм емеш һуттары, ярмалар һәм кипкән өрөк менән туҡланалар. Көрпәле ҡара икмәк ашайҙар; шәкәрҙе бөтөнләй белмәйҙәр, әммә ризыҡҡа саҡ ҡына тоҙ һалалар. Майҙы өрөк һөйәгенән һыҡтырып, уны бөтөн нәмәгә ҡушалар".
Бындай мәжбүри диетаны мак-Коррисон ҡәбиләнең хәйерселеге менән аңлата. "Уңдырышлы ерҙең һәр аяһы бында алтынға бәрәбәр. Хунзалар емеш ағастары, йәшелсә (шпинат, кишер, салат-латук, шалҡан, борсаҡ, кәбеҫтә, ҡауын, картуф) ултырта, арпа, тары, бойҙай, ҡарабойҙай үҫтерә. Әммә улар бик насар үҫә: дымһыҙ ерҙә бик һыуыҡ, ямғыр-ҡар ҙа һирәк яуа. Бында һыйырҙар ҙур эт кеүек, ә ябыҡ һарыҡ-кәзәләр бына-бына йығылып үлер төҫлө. Хунзалар бөтөнләй тиерлек һөт эсмәй - һыйырҙар көнөнә ике литрҙай ғына аҡ бирә, уныһы ла быҙаулағандан һуң һәм ул майһыҙ тиерлек. Һарыҡ-кәзәләрҙең бөтөнләй һөтө юҡ, иттәре ҡоро, майһыҙ, тарамыштан тора". Март һуңына ризыҡ запасы бөтә һәм яҙҙың ике айын бында "ас яҙ" тип атайҙар, мәжбүри ураҙа яңы уңышҡа тиклем дауам итә. Шул ваҡытта ла хунзалар ғәҙәти тормош алып бара: һунарға сыға, мал көтә һәм баҫыуҙарҙы эшкәртә. Хатта шаярырға-көлөргә лә ваҡыт табалар. Ҡырыҫ Гималай йәйе килгәс (йылына 9 йылы ай) хунзалар өйҙәренән сығып, асыҡ һауала йәшәй. "Хунзаларҙың нервы системаһы канат кеүек ныҡ, ҡыл кеүек нәҙек һәм нескә, - тип яҙа Мак-Каррисон. - Улар бер ваҡытта ла асыуланмай, түҙемһеҙләнмәй, үҙ-ара талашмай, физик ауыртыуҙы, күңелһеҙлекте, тауышты һәм башҡа уңайһыҙлыҡтарҙы ныҡлы рухи тыныслыҡ менән үткәрә". Беҙгә, ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәргә, уларҙың нервы системаһының тотороҡлоғона көнләшергә генә ҡала.

Интернет селтәренән.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.19 | Ҡаралған: 926

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru