«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШҮЛГӘНТАШТЫ ӨЙРӘНӘЛӘР ҘӘ ӨЙРӘНӘЛӘР
+  - 



Башҡортостан тәбиғәт ҡомартҡыларына, тәбиғәт мөғжизәләренә бик бай һәм һуңғы йылдарҙа әүҙем ялды үҙ итеүселәр, йылдың ниндәй миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, иҫтәлекле урындарға ашыға. Бәлки, бер күреүҙән ғашиҡ булдым, тигән һүҙҙәр тап ошо бай һәм үҙенсәлекле тәбиғәтебеҙгә лә ҡағылалыр, сөнки бер тапҡыр күргән, бер тапҡыр булған урындар һине ҡабат-ҡабат үҙенә саҡырып тора, төштәргә инеп йөҙәтә. Шундай тәбиғәт менән берлегеңде нығытыусы урын - ул, әлбиттә, Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе. Әммә был юлы ял итергә түгел, ә мәмерйә урынлашҡан биләмәләге хәлдәргә байҡау яһау маҡсаты менән юлға сыҡтыҡ.

Бында иң элек күҙгә ташланғаны - Мәндәғол менән Ғәҙелгәрәй араһындағы участканың бер өлөшөндә асфальт һалына башлауы һәм ҡурсаулыҡ эргәһендәге территорияла инфраструктураның үҫеше: заманса уңайлыҡтары булған йорттар, ял итеү территориялары булдырылыуы. Урындағы халыҡ яйлап кафелар ҙа аса башлаған. Шулай уҡ "Урал батыр" эпосының сәсмә вариантынан өҙөктәр ҡуйылыуы ла туристарҙың белемен арттырыуға бер аҙым булып тора, сөнки бында халҡыбыҙҙың ижади мираҫы өлгөһө булған әҫәр менән таныш булған Башҡортостан халҡы ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән килә. Кем әйтмешләй, процесс башланған. Әммә туризм алға киткән илдәр менән сағыштырғанда, өйрәнәһе, эшләйһе эштәр күп әле. Ҡасандыр мәмерйәнең барлыҡ залдарына ла инергә мөмкин булһа, хәҙер уның ауыҙынан ғына урап сығаһың. Ҡыҫҡа ғына ошо ваҡытта гидтар экскурсия үткәрә. Әйтергә кәрәк, экскурсия күңелдә ниндәйҙер аңлашылмаған тойғо ҡалдырҙы, гүйә, гидтар ниндәйҙер ятлап алған һәм алдан әҙерләнгән тексты ғына һөйләй, ә өҫтәмә һорауҙарҙы урап үтергә тырыша. Мәҫәлән, бер урында "мөгөҙө ике яҡҡа тарбайған ҡуй" менән "сысҡан" һүрәтен көсләп аңға һеңдерергә тырышалар, әммә ни өсөндөр миңә ундағы һүрәттәр "Урал батыр" эпосы персонаждары булараҡ күҙ алдына баҫа. Тарбай мөгөҙлө ҡуй урынында ауыҙын асып ниндәйҙер тауыш сығарып торған өлпөлө ҡош профиле асыҡ күренә. Эйе, кемдең фантазияһы нимәгә етә, әммә минең хыял һаман да эпос тирәләй өйөрөлә. Ни өсөндөр экскурсовод мәмерйә ҡаяһында һуңғы табылған дөйә рәсеме тураһында иҫкә алманы, хатта был хаҡта һорау биргәс, "мин дөйәне күрмәнем", тип тиҙ генә яуаплап, икенсе темаға күсергә ашыҡты. Шулай уҡ Шүлгәнташ мәмерйәһенең ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә инергә дәғүә итеүе тураһында ла бер ауыҙ һүҙ булманы. Ә бит был бөгөн Башҡортостан өсөн генә түгел, Рәсәй өсөн дә өмөтләнеп көтөлгән ваҡиға, сөнки палеолит осорондағы һүрәттәр күпләп тупланған бындай ҙур мәмерйә илдә башҡа юҡ! Күрәһең, туризм өлкәһендә лә беҙ булғанды күрһәтә, матур тышлыҡҡа төрөп, туристар өсөн етерлек мәғлүмәт бирә белмәйбеҙ.
Икенсе пост, йәғни мәмерйәгә инеү урыны эргәһендә ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәргә оҡшап, ялан кәртәле бер майҙанды тултырып ҡоролған палаткаларҙы күреп, тәүҙә аптырап ҡалдым, сөнки туристарға бында инеп урынлашырға ярамай. Төпсөнә торғас, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының археология кафедраһы доценты, тарих фәндәре докторы Житенев Владислав Сергеевич етәкселегендәге археологик экспедицияның лагеры икәнен асыҡланым һәм ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итергә булдым. Бәхеткә күрә студенттарҙың ял - мунса көнө булып сыҡты, шуға улар ял итәләр ине, әммә шуныһы үкенес: уларҙың нисек эшләгәнен күреү бәхете эләкмәне. Хәйер, күреү мөмкинлеге лә бик икеле, сөнки эштәр бикле залдарҙа һәм махсус рөхсәт буйынса ғына башҡарыла икән. Владислав Сергеевич 2009 йылдан алып Көньяҡ Уралдың мәмерйәләрен, шул иҫәптән Ямаҙыташ (шулай уҡ Игнат, Игнатов, Игнатиевская, Дальняя, Серпиевская атамалары менән билдәле) һәм Шүлгәнташ мәмерйәләрен тикшереү менән шөғөлләнә. Докторлыҡ диссертацияһын да Шүлгәнташ мәмерйәһе буйынса яҙа. Был хаҡта ул үҙе: "Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге мәмерйәләр тикшерелгән, улар яҡшы билдәле, әммә Көньяҡ Урал мәмерйәләре ентекләп тикшерелмәгән. Икенсе яҡтан, тап уларҙа таштарҙа палеолит осоро һүрәттәре һаҡланып ҡалған. Ошо бушлыҡты тултырыу маҡсатында бындағы мәмерйәләрҙе өйрәнеү менән шөғөлләнә башланым", - ти.
Быйыл археологик экспедицияға төрлө курстарҙан 31 кеше килгән. Башҡортостандан барҙармы, тип һорайым. "Быға тиклем ике кеше бар ине, быйылғы составта юҡ, - ти Владислав Сергеевич, - әммә Магнитогорскиҙан берәү бар". Ирекһеҙҙән һорау тыуа: Башҡортостанға маҡсатлы рәүештә археология буйынса ла белгестәрҙе әҙерләргә кәрәкмәйме икән ни? Сөнки Рәсәй ҡалаларынан килгән егет-ҡыҙҙар ҡаҙыныу эштәре алып бара, боронғолоҡ серҙәренә төшөнөргә тырыша, ә ҡайҙа беҙҙең кадрҙар, ни тиһәң дә, Шүлгәнташ федераль тәбиғәт ҡурсаулығы территорияһында урынлашыуға ҡарамаҫтан, тәү сиратта, ул беҙҙең башҡорт ҡомартҡыһы бит! Ә беҙ уны сит-ял ҡулдарға тапшырып, тыныс ҡына ултырабыҙ. - Шүлгәнташ мәмерйәһе башҡорт халҡының мәшһүр "Урал батыр" эпосына бәйле. Ә һеҙ үҙегеҙ, студенттарығыҙ, эпос менән танышмы? Ни тиһәң дә, эпосты аңламай тороп, мәмерйә серҙәрен аңлауы еңел булмаясаҡ, һәр хәлдә, уның аңлатмаһы бөтөнләй икенсе юҫыҡта китеүе мөмкин... - тип һөйләшеүҙе башҡортлоҡҡа борорға тырышам.
- Мин үҙем "Урал батыр" эпосын уҡыным, әммә студенттар барыһы ла уҡығандыр, уның йөкмәткеһе менән таныштыр тип әйтә алмайым. Ләкин һеҙ шәп идея бирҙегеҙ - киләһе экспедицияларға сығыр алдынан уларға эпосты уҡырға, уның менән танышырға ҡушырға кәрәк! - ти Владислав Житенев.
Әңгәмә барышында асыҡланыуынса, экспедиция бында ике аҙнаға килгән. "Эште нисек ойоштораһығыҙ, студенттар төркөмләп эшләйме, әллә барыһы бергә инәме мәмерйәгә?" - тип тел осонда торған һорауҙы бирмәй түҙмәйем, сөнки уның залдарын бит юҡҡа япманылар - ҡояш нурҙарының һәм туристарҙың күплеге мәмерйә эсендәге температураны үҙгәртеп, ундағы рәсемдәр юҡҡа сығыу ихтималлығы янай ине.
- Элек килә лә эшкә тотона инек, быйыл тәүҙә лекциялар үткәрҙек, һуңынан уларҙы практика менән нығытыу өсөн мәмерйә эсендә эшләнек. Лекция менән ғәмәлдәге эшмәкәрлек араһында ҙур айырма ята - студенттар шуны үҙҙәре лә тойҙо. Мәмерйә залдарына ике студент һәм бер ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре генә инә һәм улар 45 минуттан да артыҡ эшләмәй, сөнки талаптар шулай. Һәм төркөмдәр алышынып тора...
- Владислав Сергеевич, һеҙ инде 10 йылдан ашыу Шүлгәнташты тикшерәһегеҙ, ошо арауыҡҡа ниндәйҙер йомғаҡ яһап, ниндәй табыштарығыҙҙы, ҡаҙаныштарығыҙҙы билдәләр инегеҙ? - өмөт менән, башҡорт тарихына инерлек яңылыҡ көтәм. - Әлегә бер ниндәй ҙә ҡаҙаныштарыбыҙ юҡ, әммә киләсәктә булыр тип өмөтләнәбеҙ, - ти әңгәмәсем. Ҡыҫҡаһы, Мәскәү һынлы Мәскәүҙән килгән ғалимдан гәзит уҡыусыларыбыҙҙың мәғлүмәти танһығын ҡандырыр һүҙҙе тартып алып булманы... Бөгөн Шүлгәнташ мәмерйәһе ике хужаның милке булып тора. Бер яҡтан, ул РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология, РФ Мәҙәниәт министрлыҡтарына буйһонһа, йәғни федераль милек булһа, икенсе яҡтан, ул Башҡортостандың мәҙәни ҡомартҡыһы. Был Рәсәй гербындағы ике башлы сәмреғошҡа оҡшап китә - бер башы федералдарҙың бойороғон тыңлаһа, федераль ҡануниәткә буйһонһа, икенсе башы башҡорт халҡы һәм Башҡортостан мәнфәғәтенә эшләргә тырыша, урындағы закондарға буйһона, әммә федералдарҙы уҙып китә алмай. Ләкин бер ҡаҙанға ике тәкә башы бер ваҡытта ла һыймай. Ошо сәфәр ваҡытында күҙәтелгән күренеш аша ла киләсәккә фараз ҡылырға мөмкин. Башҡорттарҙа Шүлгәнташ буйынса бик күп һәм төрлө тармаҡтарҙағы тикшеренеүҙәр булыуына ҡарамаҫтан, был сығанаҡтарҙы тиҙҙән урыҫ ғалимдарының тикшеренеүҙәре күләгәлә ҡалдырыуы ихтимал. Башҡорт Википедияһы менән ҡыҙыҡһына башлағас, башҡорт ғалимдарының күпселегенең эштәренең электрон варианты булмауы асыҡланды. Ә Википедия - ул тәү сиратта абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнеүсе глобаль энциклопедия. Һөҙөмтәлә сығанаҡтарҙы цифрлаштырыу буйынса алға китеүселәр мәҡәләләргә үҙҙәренең һылтанмаларын күрһәтеп, башҡорт ысынбарлығы ни тиклем дөрөҫ булмаһын, уны артҡы планға сығара. Бөгөн башҡорт тарихын Карамзин ул ваҡыттағы властарға оҡшағанса итеп 12 тапҡыр күсереп яҙыуы хаҡында һөйләйбеҙ ҙә, әммә хәҡиҡәтте күрһәтерлек абруйлы сығанаҡтарыбыҙ ҡайҙа? Шуның кеүек, әгәр бөгөн Шүлгәнташта Мәскәү вузы ғалимдары һәм студенттары тикшеренеү эштәре алып бара, экскурсоводтар "Европаны елеп үткән" кеүек кенә экскурсия үткәрә, Башҡортостан археологтары, туристарҙы ауыҙына ҡаратып ҡуйырлыҡ экскурсоводтар юҡ икән, саң ҡағырға һәм үҙебеҙҙең кадрҙарҙы әҙерләй башларға ваҡыттыр (һуңламаған булһаҡ әле!).

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.19 | Ҡаралған: 766

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru