«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМ ҺИН, НИНДӘЙ ҺИН, КЕШЕ?
+  - 



Мосолман тормошонда "күк ҡабағы асыла" тигән бер төшөнсә бар: күк ҡабағы асылыу - игелеккә, ҡыуаныс һәм шатлыҡҡа була. "Аллаһ рәхмәте менән күк ҡабағы асылыуҙың дүрт шарты бар, - тигән Бәйғәмбәр ғәләйһиссәләм. - Ямғыр яуғанда, сабый бала ата-әсәһенең битенә ҡарап торғанда, Ҡәғбә ишектәре асылғанда һәм никах уҡылғанда". Эйе, ямғырҙар яуып торһон, сабыйҙар йөҙөнән йылмайыу китмәһен, Ҡәғбә ишектәре ябылмаһын, никахтар кәмемәһен, тарҡалмаһын. Былар барыһы ла тормошобоҙға бәрәкәт, матурлыҡ алып килһә, гонаһтарыбыҙға кәртә булып торһа ине. Ә минең бөгөнгө һүҙем XXI быуат кешеһе, сабый балалар һәм уларҙың яҙмыштары тураһында булыр.

Эйе, әҙәм балаһы күпме замандар үтһә лә, үҙ асылында артыҡ үҙгәрмәй, Ер йөҙөнә ҡайһылай яралһа, нигеҙҙә, шул килеш ҡала. Уға уҡымышлылыҡ, белем, һәләт, фекерләү мөмкинлеге бирелгән һәм был мөмкинлектәр донъя менән бергә үҫә, үҙгәрә. Кешелә тәбиғәт тарафынан бирелгән мөхәббәт - хыянат, тыуыу - үлеү, тоғролоҡ - мәкерлек, патриотизм - һатлыҡ йәнлелек, яуызлыҡ - изге күңеллелек, уңғанлыҡ - ялҡаулыҡ, һаранлыҡ - йомартлыҡ, матурлыҡ - ғәриплек, батырлыҡ - бахырлыҡ кеүек сифаттар әле лә йәшәй, үҙгәрә бара. Тик хәҙерге заманда кире сифаттар ыңғай сифаттарҙан өҫтөнлөк ала башланы. Тормошобоҙҙағы кешелеклелек, миһырбанлыҡ, гүзәллек, инсафлыҡ кеүек сифаттарҙы яуызлыҡ, яманлыҡ, вәхшилек, өҫтөнлөк, дошманлыҡ, үҙ-үҙеңде генә яратыу, артыҡ әрһеҙлек кеүек кире сифаттар ҡыуалап сығарып бөтөп бара. Кеше ҡайҙалыр ашыға, ҡабалана, яуаплылыҡтан ҡаса, үҙенең был донъяға нимәгә тыуғаны, кемгә кәрәклеге, тормоштағы урыны, тәғәйенләнеше, киләсәге тураһында уйланырға ла ваҡыты ҡалмай, шикелле.
Кем һин, Кеше? Ниндәй һин? Был һорауҙарға яуап эҙләүсе бер мин генә түгел. Борон-борондан бик күптәр ошо серле затты тулыраҡ асырға, уның күңеленә нығыраҡ үтеп инергә тырышҡан, артабан да шулай буласаҡ. Кеше һәм хайуан (тере йән эйәһе) бер-береһенән нимәһе менән айырыла? Берәүҙәр быны әҙәми заттың кейенеп, оят булған ерҙәрен ҡаплап йөрөүе менән, икенселәр уларҙың бергә берләшеп, татыу, йәиһә ыҙғыш-талашта йәшәй белеүе, зирәк аҡыллы, зиһенле, мөхәббәтле, телмәрле булыуы менән раҫлар. Эйе, кеше вәхшилек түбәнлегенән ҡотолоп, хайуандан юғары күтәрелә ала.
Беҙҙең өсөн үҙ-ара мөхәббәт, дуҫлыҡ, фекер уртаҡлығы, сабыйҙарға миһырбанлы ҡараштан да ҡиммәтерәк нәмә юҡтыр. Ана шул ҡиммәттәрҙең береһе генә булмаһа ла донъябыҙҙың матурлығына, йәшәйеш ҡануныбыҙға ҙур зыян килә. Донъяның иң ҙур байлығы - кеше! Кеше - иң юғары зат, сөнки уға рух сәләмәтлеге хас. Кешенең ҡулынан килмәгән эш юҡ. Уға аң һәм аҡыл, булдыҡлылыҡ бирелгән. Әҙәм балаһына әҙәм булып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Тик... Балалары бар көйө ҡарттар йортонда тилмереп ятҡандарға ҡараһаң, ғәзиз балалары ҡул күтәреү арҡаһында был фани донъянан үтеп киткәндәрҙе уйлаһаң - уйҙарҙан уйылып китерлек. Был күренештәргә беҙ күнегеп тә, өйрәнеп тә киттек, шикелле. Ә инде ҡайһы бер әсәләрҙең, әгәр ҙә уларҙы шулай тип атарға яраһа, үҙ балаларынан баш тартыуы, ташлап китеүе, сүплеккә ырғытыуы, хатта быуып үлтереүе тураһында ишетһәң, сәстәр үрә тора, йөрәктәребеҙ ярылырҙай була.
Донъябыҙ бер ғәйепһеҙ етем балалар, ташландыҡ балалар менән тулды бит. Республикабыҙҙа ғына ла меңәрләгән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар иҫәпләнә, ә бөтә Рәсәй буйынса ҡот осҡос һан килеп сыға. Ярай әле етемдәрҙе ғаиләгә патронат тәрбиәгә биреү башланды, юғиһә, ҡайҙа ҡуйып бөтөр инек беҙ уларҙы. Әсә булыу - игелекле вазифа ғына түгел, ә юғары дәрәжә, хоҡуҡи бурыс та. Бурысты үтәү - сәләмәт, көслө рухлы, юғары әхлаҡлы, киң ҡарашлы өлгөргән шәхес тәрбиәләү. Бөгөн беҙҙең йәмғиәтебеҙҙә һәр балаға етерлек кимәлдә белем бирелгән саҡта тәрбиәнең, тәрбиәлелектең ҡәҙере етмәүе көн кеүек асыҡ. XXI быуат кешеһенә киң күңеллелек, изгелек, тәүфиҡ, иман етмәй.
Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа был донъяға. Бәйғәмбәребеҙ: "Тыуған ваҡытында һәр бала фатри, йәғни тәбиғи иман менән тыуа", - тигән. Ҡайһы саҡта сабый балаларҙың - донъя тормошоноң биҙәге икәнен онотоп китәбеҙ.
Тәбиғәт ул бер тәртип менән төҙөлгән. Тәбиғәт ҡанундарында теүәлһеҙлек юҡ, теүәлһеҙлекте кешеләр үҙҙәре тыуҙырып тора һәм үҙе тыуҙырған теүәлһеҙлек уның үҙенең рухына үлемесле йоғонто яһай. Рухын ярлыландыра, уны юҡҡа сығара. Йәнлектәрҙән ғибрәт алырға кәрәк: ғәрип булып тыуған малды, йәнлектәрҙе күргәнегеҙ бармы? Булһа ла, бик һирәктер. Улар дүрт һыны төҙөк, етешһеҙлектәрҙән пак булып тыуа.
Кеше менән хайуанды сағыштыра, тип бер үк аптырай, ғәжәпләнә күрмәгеҙ. Кешеләрҙең ҡайһы бер ҡылыҡтарына яуап табыр өсөн махсус эшләйем мин быны. Бүреләр тормошонан миҫал килтереп китеү урынлы булыр. Ни өсөн бүреләр һуң? Бүре - иң йыртҡыс хайуандарҙың береһе һанала. Бүреләр ҡыш уртаһында үҙҙәренең туйҙарын үткәргәндән һуң, инә бүре яҡты донъяға тыуасаҡ балаларын ҡыҙғанып, ата бүренән ҡасып китә. Алдан әҙерләп ҡуйылған өңөнә барып урынлаша. Тик балалары тыуып, күпмелер ваҡыт уҙғас ҡына, ул ата бүрегә олоп тауыш бирә һәм уныһы инә бүрегә һәм балаларына аҙыҡ эҙләп, табыш артынан сығып китә. Был күренеште нәҫел-нәсәпте һаҡлау, бүреләр затын дауам итеү, арттырыу инстинкты тип ҡабул итергә кәрәктер.
Бындай миҫалдарҙы бик күп килтереп булыр ине, әлбиттә. Ә ҡайһы бер кешеләр өсөн бала тормош йөгөнә, йәшлектең көндәшсеһенә, дәғүәсеһенә әйләнә. Тормош ауырлығына, тейешле йәшәү шарттары булмауына, башҡаса сара таба алмауға һ.б. сәбәптәргә һылтаныу урынһыҙ булыр, минеңсә.
"Бала - бәғер ите", "Бала - ата-әсәнең бәғер емеше" тигән изге һүҙҙәрҙе һис ҡасан онотмаһаҡ ине. Сабый баланың киләсәк тормошона, яҙмышына битараф булыу, үҙеңдең төп вазифаңа, бурысыңа аңһыҙ ҡарау - үҙеңә һәм тормошоңа ҡарата оло енәйәт, золом, хөкөм ул.
Киләсәк быуын: "Әҙәми заттан да түбәнерәк зат юҡ был донъяла!" - тип әйтерлек булмаһын ине. Әйтер һүҙем шул: кеше ысын Кеше булып ҡалһын был донъяла. Ә ысын кеше ниндәй ул, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йәмәғәт?

Ғайса ИШМӨХӘМӘТОВ.
Ейәнсура районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.19 | Ҡаралған: 851

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru