«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАТШАЛАРҒА БАШ ЭЙМӘГӘН ӘЙЛЕЛӘРБЕҘ!
+  - 



Тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеев әйлеләрҙе төньяҡ-көнсығыш башҡорттары төркөмөнә индерә. Уныңса, был төркөм үҙе төньяҡ (Әй-Йөрүҙән), Урал аръяғы һәм тау башҡорттарынан хасил була. Ошоға ярашлы, был зонала өс этник берләшмә - әйле, ҡатай һәм табын ырыуҙары тирәһендә уҡмашҡан башҡорттар тығыҙ аралашып йәшәй.

Ғилми әҙәбиәттә әйле этнонимы ике төрлө мәғәнәлә ҡулланыла: беренсенән, ул тарихи Башҡортостан ерлегендә XIV - XV быуаттарҙа бер тиҫтә тирәһе башҡорт ырыуҙарынан ойошҡан сәйәси берләшмә (ырыуҙар союзы, ҡәбилә) атамаһы булһа, икенсенән, заманында башҡорттар араһында оло абруй ҡаҙанған айырым, үҙ аллы ырыу исемен белдерә. Ябайыраҡ әйткәндә, төп әйле ырыуы ерлегендә үҙ заманында оло әйле ҡәбиләһе барлыҡҡа килгән. Был XVIII быуатта Көнгөр бургомистры Юхнев (1725-1726 йылдар), Өфө провинциаль канцелярияһы (1730 йыл), Ырымбур экспедицияһы начальнигы И. Кириллов (1735 йыл) тарафынан төҙәлгән документтарҙа, П.И. Рычковтың "Топография Оренбургская..." китабына (1762 йыл) индерелгән башҡорт олоҫтары һәм ырыуҙары списогында сағылыш таба. Мәҫәлән, И. Кириллов яҙҙырып алған мәғлүмәттәргә ярашлы, "ысын ырыуҙар, йәғни рәсәйсә олоҫтар" теҙмәһенә индерелгән Әйле олоҫона уның составындағы түбәндәге ырыуҙар (аймаҡ һәм түбәләр) күрһәтелгән: Әйле, Өпәй, Дыуан, Һыҙғы, Сырҙы (Чарлынский, тип бирелә), Мырҙалар, Ҡаратаулы (Карата-Улынский), Һарт, Түбәләҫ, Тырнаҡлы (Тарлак-Лынский), Сүпле Һыҙғы. П.И. Рычков исемлегендәге Әйле олоҫона И. Кириллов яҙмаһында булмаған түбәләр ҙә бар: Ҡаршын (Аршинский, тип алынған), Йылан-Әйле, Өпәй, Дыуан, Таҙ-Дыуан, Һыҙғы, Яйырлы (Еирлинский), Мырҙалар, Тырнаҡлы, Ҡаратаулы, Һарт, Түбәләҫ, Сүпле Һыҙғы. Әйтергә кәрәк, был мәғлүмәттәр башҡорт олоҫтары старшиналарының, ырыу тарихын белгән ҡарттарҙың аңлатмаларына ярашлы яҙып алына.
1737 йылда Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш олоҫтарының айырым списогы төҙөлә (был исемлеккә Урал аръяғы олоҫтары ла индерелә), ул өс ҙур төркөмдән - Ҡатай, Әйле һәм Табын түбәләренән хасил була. Был список буйынса Әйле түбәһенә Дыуан, Өпәй, Һыҙғы, Һарт, Мырҙалар, Ҡаратаулы, Түбәләҫ, Әйле, Сырҙы, Тырнаҡлы олоҫтары инә.
Юғарыла һанап үтелгән Әйле ҡәбиләһе ырыуҙары, әлбиттә, үҙҙәре биләгән территорияла аҫабалыҡ хоҡуғына эйә булып, губерна хакимиәтенә урындағы административ бүленеште (йәғни, олоҫтар системаһын) аныҡ билдәләй алыу мөмкинлеген биргән. Был йәһәттән, оло ырыу составына ингән вағыраҡ этник берләшмәләр, үҙ атамаһынан башҡа, үҙҙәренә тәғәйен ер хужалары булып, билдәле кимәлдә үҙаллы көн итә алған.
Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарынан көҙәй (күҙәй) ырыуы иң эре этник берләшмә булып, сәйәси яҡтан оло Әйле союзына ҡараған булһа ла, уның аҫабалығы айырым һәм үҙаллы формалашҡан. Ошо зоналағы башҡорттарҙың күп быуатлы тарихында Әйле союзына ингән барлыҡ ырыуҙар бер төптән сығыш яһап, ҡәҙимге көн итмештәрендә тығыҙ аралашып, туғанлашып йәшәй. Шул уҡ ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙҙәрен бар замандарҙа ла әйлеләрҙән айырып ҡарамаған, гәрсә уларҙың үҙҙәре биләгән ерҙәрендә айырым аҫабалыҡ хоҡуғы булһа ла.
Р.Ғ. Кузеев та Әйле союзына ингән ырыуҙарҙы, аҫабалыҡ хоҡуҡтарының үҙенсәлектәренә ярашлы, ике төркөмгә бүлеп ҡарай. Ул беренсе төркөмгә уртаҡ аҫабалыҡ ерлегендә берләшкән әйле ырыуҙарын - төп әйле, ҡаратаулы, тырнаҡлы, төркмән, һарт-әйлеләрҙе генә индерә. Р.Ғ. Кузеевса, тарихи документтарҙа дыуан, мырҙалар, ҡошсо, һыҙғы һәм өпәй ырыуҙары әйлеләр составына индерелгән хәлдә лә, улар үҙҙәрен батша хакимиәте алдында хоҡуҡи яҡтан үҙаллы этник төркөм рәүешендә күрһәтергә тырыша, быны боронғо ата-бабалары ҡалдырған аҫаба ырыу ерҙәрендә йәшәүҙәре менән нигеҙләй.
Замандашыбыҙ, тарихсы һәм журналист С. Хәмиҙуллин әйлеләр составын билдәләү һәм аныҡлау айҡанлы башҡаларҙан айырылыбыраҡ торған үҙ версияһын тәҡдим итә. Ул теге йәки был аҙ һанлы ырыуҙың Әйле союзына инеү-инмәүен сәйәси конъюнктура (мохтажлыҡ) менән бәйләп аңлата. Мәҫәлән, 1737 йылда Ырымбур экспедицияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан йыйналған мәғлүмәттәр буйынса (улар Себер даруғаһы старшиналарынан алына) көҙәйҙәр Табын, ә ҡошсолар Ҡатай түбәһенә индерелә. Әммә ошо тарихи документта ул саҡтағы рус хакимиәтенең олоҫтар системаһын үҙҙәренә уңайлы булған тәртиптә, әммә ғәмәлдә булмаған түбәләргә бүлеп күрһәтеүен иҫәптән сығарырға ярамай. Ысынбарлыҡта түбә (аймаҡ) атамаһы ырыу бүлемдәрен аңлата, ул ырыуҙар берләшмәһе төшөнсәһенә тап килмәй. Үрҙә аталған бүленеш принцибына хәҙерге геногеография мәғлүмәттәрен өҫтәп, С. Хәмиҙуллин тырнаҡлы (мырҙаларҙың генетик нәҫелдәштәре), ҡаратаулы (ҡыпсаҡтарға нәҫелдәш) һәм түбәләҫ (монгол сығышлы) ырыуҙарын да әйлеләр составынан башҡа ҡарарға тәҡдим итә.
Әммә ошондай тикшеренеүҙәр алып барыусылар бер мөһим нәмәне онотмаһындар ине: ырыу берҙәйлеге (родовая идентичность) - тарихи феномен, һәм башҡорт мөхитендәге никахлашыу ҡанундарына ярашлы, ырыуҙарҙың бер-береһенә ныҡ яҡынайыуы ла ысынбарлыҡҡа тап килә. Әммә халҡыбыҙҙың тарихи үҙаңында әлегә тиклем ата-бабалар буйынса нәҫелдәшлек менән бер ҡатар ер-һыу (аҫабалыҡ) яҡынлығы һәм йәшәйеш, азатлыҡ өсөн көрәш тыуҙырған берҙәйлек тә һаҡланып ҡалған. Тап шуның өсөн хәҙерге заманда ла тарихи ерлектә Әйлеләр союзына ингән көҙәй, ҡошсо һәм башҡа ырыу башҡорттары үҙ нәҫел-ырыуының атамаһынан тыш, әйле исеменән дә һис баш тартмай. Халҡыбыҙҙың 40-тан ашыу төрлө сығышлы ырыуҙары вәкилдәренең башҡортлоҡ тип аталған милли берҙәйлектәрен быуаттар дауамында һаҡлап ҡала алыуы ла ошоға бер дәлилдер.
Әйлеләргә ҡараған ырыу-ҡәбилә төркөмдәре, Р.Ғ. Кузеев билдәләүенсә, төньяҡ-көнсығыш Башҡортостан территорияһына көнбайыштан да, көнсығыш тарафтарынан да үтеп инә. Баштараҡ дыуан, ҡошсо, көҙәй ырыуҙары тарихи Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә йәшәп, ул тарафтан көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығышҡа табан күсә килеп, әле йәшәгән ерҙәрен биләй. Һыҙғылар һәм өпәйҙәр ҙә Урал алды территорияһының көнбайышында көн итә. Төп әйлеләр, ҡаратаулы, тырнаҡлы, һарт-әйле һәм мырҙалар ырыуҙары Әй йылғаһы үҙәненә көньяҡ-көнсығыштан, Урал аръяғынан килеп урынлаша.
Ғилми әҙәбиәттә әйлеләрҙең килеп сығышын Иртыш буйында йәшәүсе себер татарҙарының аялы ырыуы төркөмө менән сағыштырып, уртаҡлыҡ табырға тырышыусы тикшеренеүселәр ҙә бар. Әммә әй һәм аялы этнонимдарының тышҡы оҡшашлығынан башҡа улар араһында ниндәй ҙә булһа уртаҡ этник һыҙаттар һәм тарихи сығанаҡтар менән дәлилләнгән яҡынлыҡ юҡ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.19 | Ҡаралған: 636

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru