Кеше етәксе булып тыумай, әммә лидер булып тыуа. Ана шул лидерҙар иптәштәрен, класташтарын, хеҙмәттәштәрен ойоштороп, беректереп, нимәләргәлер әйҙәп йөрөтә, эргә-тирәһендәгеләрҙе хәрәкәткә килтерә, идеялар бирә, маҡсатҡа ынтылдыра. Бындайҙар үҙенә ышандыра, яуаплылыҡ ала белә. Тап шундай лидерҙарҙың береһе лә инде Сибай концерт-театр берекмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат ҠОТОШОВ.
Айбулат Миңлеғәле улы, миндә йыш ҡына ошондай һорау тыуа: ни өсөн ауылда, шундай тәбиғилектә, ат уйнатып, көтөү көтөп, бесән сабып үҫкән малайҙар үҫеп етә лә актер һөнәрен һайлай? Ниндәй сәбәптәр һайлата ала унан был һөнәрҙе?
- Сәнғәттең башланғысы тап ана шул ауыл һиллегендә, тәбиғилегендә, киске усаҡтар яҡтыһында, иртәнге томандарҙа, бесән сапҡанда уйланған уйҙарҙа, көтөү көткәндә ҡысҡырып йырланған йырҙарҙа инде. Асылда, сәнғәткә һөйөү, сәнғәти һәләт ул беҙҙең ҡанда. Ишембай районы Ҡарайған ауылы ҡыҙы Хәсбиямал өләсәйебеҙҙе "Ишембай һандуғасы" тип йөрөттөләр. Уның йырлағанын табындарҙа тын да алмай тыңлайҙар ине. Унан ҡала атай йырланы. Әсәй менән икеһе лә уҡытыусылар, бөтөн ауыл концерттарын әҙерләп ҡуйыусылар ҙа улар. Элек бит берәй байрам булһа, ҙурҙан концерт ҡуйҙылар, спектаклдәр әҙерләнеләр. Һәм бөтөн ошо мәҙәни-масса хеҙмәтен ауылдың ябай уҡытыусылары, механизаторҙары, һауынсылары, йәғни, ябай халыҡ араһындағы үҙ оҫталары башҡара ине. Ә гармунсылар күпме була торғайны! Беҙҙә, мәҫәлән, өй аша гармун уйнайҙар ине. Мин дә был моңға ғашиҡ булып, бәләкәй генә көйөнсә ҙур гармун артында ултырып өйрәндем. Әле уҡымаған да сағымда уҡ сәхнәлә йырлап-уйнап йөрөп, шул йәшемдә үк кем булырға теләгәнемде белә инем. Һәм мәктәптән һуң сәнғәт институтына килдем дә. Институтҡа килеп ингән тәүге көндәрем үк яҙмышымды хәл итте лә ҡуйҙы. Имтихандар ваҡытында уҡ буласаҡ ҡатыным Миңзәлә менән танышып, уҡыуҙарҙы актерҙар ғаиләһе булып башланыҡ та киттек. 1997 йылда төркөмөбөҙ менән Сибай дәүләт драма театрына ҡайттыҡ һәм шунда 15 йыл хеҙмәт иттек.
Был дәүерҙә актер булыу менән бер рәттән, кем генә булынманы инде, хатта урам да һеперелде. Яратҡан һөнәребеҙҙең үҙенә арбалып килеүселәрҙе шулай аҡсаһыҙлыҡ, юҡлыҡ менән һынай ҙа икәнлеген төшөнә барҙыҡ. Ғүмер үтә торҙо, ғаилә артты, уның менән бергә яуаплылыҡ та, кәрәк-яраҡ дәүмәле лә артты. "Юҡ, Айбулат, былай булмай" тинем мин бер көн һәм ниндәйҙер икенсе юлдарҙы ла эҙләй башланым. Театрҙа администратор эшен дә бер юлы алып барып, художество етәксеһенә ярҙамсы булып, башҡа төрлө ойоштороу эштәрен дә башҡара килеп, үҙемде етәксе ролендә күрһәтә алғанмындыр күрәһең, ниндәйҙер бер арауыҡта Ишембай районы мәҙәниәт бүлеген етәкләргә тәҡдим иттеләр. Унда тәжрибә туплап, өйрәнеп, урынлашып китеүебеҙ булды, Сибай концерт-театр берекмәһенә саҡырып ҡайтарҙылар. Йәшермәйем, Сибайға мин йөрәкһеп ҡайттым, сөнки был ҡала, Урал аръяғы ерлеге миңә үтә яҡын булып киткән, хеҙмәт башлаған, ғаилә менән күпме шатлыҡ-ҡыуаныстар кисергән, балаларыбыҙҙы тыуҙырған төйәк бит инде. Ҡайттыҡ. Ҡайттыҡ та ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ.
Балаларығыҙға актер һөнәрен тәҡдим итәһегеҙме? Әйткәндәй, һеҙ дүрт бала тәрбиәләгән актер ғаиләһе - был үҙе үк һирәк күренеш.
- Улыбыҙ Динислам 3 йәшенән сәхнәлә булды. "Ғәйебем булһа, кисерегеҙ", "Китмәгеҙ, торналар!" кеүек үтә етди тамашаларҙа ла уйнаны хатта. Һәм бына шул бәләкәс кенә баланы оло артистар рәтендә йөрөтөп тә, уны шул уйнағанына ышандырып, уның бәләкәй генә йөрәге аша кисертеп, "Һин, улым, әртис булма инде" тип әйтәһеңме? Юҡ, әлбиттә. Береһенең дә теләгенә ҡаршы килмәйем. Күңелдәре теләгән һөнәрҙе һайлап, белем алып, хеҙмәт итһендәр. Миңә, мәҫәлән, был һөнәрҙе һайлауыма атай-әсәйем ҡаршы төштө һәм мин сәнғәт юлына урау-урау һуҡмаҡтар аша килеп төштөм. Ваҡытымды үткәрҙем, үҙемдекен иҫбатланым, әммә барыбер килдем. Шул сәбәптән сығып, балаларымдың теләгенә аяҡ салыу түгел, киреһенсә, хәлемдән килгән ярҙамды тәҡдим итәм. Иң мөһиме, ысын кеше булһындар, ә һөнәр ул үҙгәрә лә, алышына ла, яңыртыла ла торған нәмә.
Артист тормошоноң әсе-сөсөһөн кисергән кеше булараҡ, бөгөнгө артистарҙың йәшәйешен нисек баһалайһығыҙ?
- Артист булһынмы ул, башҡа һөнәр эйәһеме, һәр кешенең үҙенән тора. Һин нисек йәшәргә теләйһең, шулай итеп көн күрә алаһың. Үҙебеҙҙең коллектив егет-ҡыҙҙарынан ғына алып әйтә алам - насар йәшәмәйҙәр. Йорттар төҙөйҙәр, ғаиләләрендә икешәр машина, ялдарын матур итеп ойошторалар. Беҙҙең һөнәрҙә бит ул ҡоро һәләт кенә алыҫ алып китә алмай, һәләттән былайыраҡ тырышлыҡ, маҡсатлы булыу зарур. Йырсыға ла, бейеүсегә лә, актерға ла үҙ-үҙен үҫтерә белеү, эҙләнеү, алға ынтылыш хас булһын. Беҙҙең артистарҙың бер проблемаһы бар: улар атҡаҙанған исемен алһа, йәшәйеш һәм хеҙмәт маҡсатының түбәһенә менеп баҫтым икән тип улай ҙа ҡуя. Был төптө хата уй. Тап бына ошо урындан тағы ла емешлерәк хеҙмәт башланырға тейеш. Тамашасы исемле артистан тәмлерәк емештәр көтә, ә улар ғәҙәткә генә һалына ла ҡала. Шунан рейтингы төшә был артистың һәм күп тә үтмәй, юғалып та ҡала. Бөгөн бит хәрәкәт, яңылыҡ, мәғлүмәт заманы. Һәләтең халыҡҡа берәй мәғлүмәт йә яңылыҡ бирмәй икән, һин уларға ҡыҙыҡ та түгелһең. Был тәңгәлдә һәр кем үҙ хеҙмәте өсөн яуаплы булған кеүек, артист та һәләте өсөн яуаплы.
Күп осраҡта Сибай кеүек бәләкәй ҡалаларҙа, йәғни провинцияла башланғыс алған артистар ҙур ерҙәргә, мәҫәлән, баш ҡалаға тартыла. Был уларға популяр булыуға булышлыҡ итәме? Ғөмүмән, артистың ҡайҙа йәшәп ижад итеүе уның билдәле булыу-булмауын хәл итә аламы?
- Сибай драма театрынан башлайым әле. Был театр баш ҡаланан да, башҡа оло төбәктәрҙән дә алыҫта ята. Әммә уны бөтә ерҙә лә беләләр һәм көтөп алалар. Халыҡ араһындағы ул яулаған һөйөү менән әлегәсә бер билдәле театр ҙа ярыша алмай. Шулай уҡ концерт-театр берекмәһе артистары ла, беҙҙең "сулпан"дар ҙа ошо кимәлдә. Уларҙы ябай халыҡ күберәк белә, сөнки улар сығыш яһаған бәләкәй ауылдарҙа ҙур филармониялар йөрөмәй ҙә. Был тәңгәлдә мин артистарға ла шуны аңлатырға тырышам: тамашасы һөйөүен яулау өсөн оло сәхнә мөһим түгел, ә һәләт һәм ихласлыҡ кәрәк. Бына ошонда яратылып эшләп йөрөгән ҡайһы бер артистарыбыҙҙың ҙур ҡалаларға юлланып, ундағы үҙҙәре кеүек меңдәр араһында юғалып ҡалғандары ла аҙ түгел. Һәм беҙ үҙебеҙгә килеп сығыш яһаған билдәле генә артистарҙың йәки коллективтарҙың да ҡайһы ваҡыт сифатһыҙ сығыштарын ҡарап ҡалырға мәжбүрбеҙ. Шулай уҡ телевизорҙан, гәзит биттәренән төшмәгәндәр ҙә әле иң һәләтлеһе һәм билдәлеһе тигән һүҙ түгел. Күрәһегеҙ, был миҫалдар артисты ерлек түгел, ә үҙе - һәләте һәм тырыш хеҙмәте генә популяр итә алыуын дәлилләй.
Бөгөн йәш артисты, мәҫәлән, Сибайҙа ҡалдырыу өсөн нимә тәҡдим итергә мөмкин?
- Йәш ваҡытта, яңы ғаилә ҡорғанда иң кәрәкле нәмә нимә? Бына беҙҙе, мәҫәлән, торлаҡ тотто. Ул замандағы ҡала башлығы Зиннур Ғөбәйҙулла улы бөтөн өлкәгә лә белгестәрҙе һәм һөнәр эйәләрен торлаҡ менән йәлеп итеп йыйып алды. Һәм шул тулҡын менән килгән көс ҡаланы сәскә аттырҙы ла инде. Үкенескә күрә, бөгөн йәштәргә ундай иғтибар юҡ. Ысынлап йөрәк әрней бына, балҡып торған йәштәр бар, тик уларҙы урынлаштырыуы ауыр. Фатир бир шундайҙарға, хатта Өфөнән киләсәк таланттар һәм гөрләтеп эшләп тә китәсәк. Бер ниндәй экология ла, башҡаһы ла кәртә булмаҫ ине.
Театр-филармонияларҙа ниндәйҙер яңылыҡ индереү тулҡыны китте. Ғәҙәти булмаған, шаҡҡатырғыс тамашаларҙы, режиссер алымдарын ҡайһы ваҡыт аңлап та етмәй ҡуябыҙ. Һеҙҙең коллективҡа ҡағылдымы был заман еле?
- Уйлап табылған яңылыҡ ғүмерһеҙ була, ғәҙәттә. Нисек кенә оригиналь булмаһын тамаша, ул үҙенең эстәлеге нигеҙендә генә йәшәй ала. Ә инде беҙҙең тамашасыға килгәндә, ул барыбер ҙә үҙ менталитетына хас булғанды ғына ҡабул итәсәк. Ҡарар ул яңыларын да, бәлки, ҡабул да итер, хатта маҡтар ҙа, әммә күңел һалмаҫ. Шулай уҡ заман һәм тарих үҙе лә күрһәтеп, иҫбатлап тора, яңылыҡтар үтеп китеп онотола ла, һаман урап килеп, шул халыҡсанлыҡҡа ҡайтып ҡалабыҙ. Боронғо киноларға, йырҙарға, костюмдарға, хатта декорацияларға әйләнеп ҡайтабыҙ. Үҙ булмышыңдан, асылыңдан китеп булмай, был беҙгә тәбиғәттән һалынған. Бына мин үҙем ниндәй генә концерт-спектаклдәр ҡараһам да, сит ил, сит мәҙәниәт сараларын ҡарап һоҡланһам да, ҡурай моңон, халыҡ йырын тыңламайынса күңелем булмай.
Үҙе лә актриса булып, ҡатынығыҙҙың дүрт балаға әсәй булырға йөрьәт итеүе һоҡландыра. Ул ғаилә өсөн үҙ һөнәрен ҡорбан иттеме?
- Һәр бала беҙҙең ғаиләлә теләп алынды, ҡатыным береһенә лә "кәүҙәм боҙола" йәки "эшем юғала" тип торманы. Мин дә уны "һуғыш ваҡытында ла балалар тыуған һәм үҫкән, бирешмәбеҙ" тип ышандырҙым. Әлеге башта һөйләгән "яуаплылыҡ" тигән төшөнсә мөһим бында ла. Ир кеше өйләнгән икән, ҡатыны, тыуған балалары, ҡорған ғаиләһе өсөн яуаплы була белһен, тип иҫәпләйем мин. Сөнки бөтөн кире күренештәрҙең дә башы ир-егеттең яуапһыҙлығынан килә. Айырылышыу һәм балаларҙың атайһыҙ үҫеүе лә, ҡатын-ҡыҙҙың эсеүе йәки башҡа бәйһеҙлеге лә, бала-сағаның яман юлға баҫыуы ла, аҡсаһыҙлыҡ, етешмәгәнлек һәм башҡалар ғаиләлә атайҙың үҙ бурысын тейешле кимәлдә үтәмәүенәндер тип уйлайым. Атай абруйы, һүҙе һәм башҡарған эштәре балаларҙы ла, ҡатынды ла тәртиптә тота ала.
Ҡатыным минең менән һәр эштә лә бергә, шунлыҡтан, мин уны бер нисек тә ҡорбан ролендә күрмәйем. Беҙ йәштән бер сәхнәлә, артабан мин етәкселек иткән коллективтарҙа ул да ижади эшмәкәрлек алып барҙы, бер ваҡытта ла икенсе планға күсмәне йәки оҙайлы декретта ултырманы. Ҡатынымды йәш актриса икән тип уйлай ҡайһы берәүҙәр. Был уның бәхетле әсәй, тормошо менән, ире менән ҡәнәғәт ҡатын-ҡыҙ булыуының да күрһәткеселер, моғайын. Әйткәндәй, бөгөн беҙҙе ҡыҙыбыҙ менән кейәүебеҙ туптай ейәнсәргә олатай-өләсәй итеп ҡуйҙы әле.
Етәкселек иткән коллективығыҙға өмөтөгөҙ ҙурмы?
- Ҙур, бик ҙур. Өмөтлө һәм өммәтле, һәләтле коллектив тупланған Сибай концерт-театр берекмәһендә. Әгәр бөгөн берәй йәш артист төплө мәктәп үтергә һәм нимәләргәлер өйрәнергә теләй икән - беҙгә килһен. Бында халыҡсан ижад нигеҙендә тәрбиәләй торған оҫта һәм белемле уҡытыусылар етерлек. Бында ерлек, халыҡ, мөхит үҙе тәрбиәләй.
Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА