Әле ни өсөндөр республика мәғлүмәт даирәһенә сыҡмаған проблема борсоуға һала. Быйыл Урал аръяғында ҡоролоҡ булды, шул айҡанлы ундағы кешеләрҙән борсоулы, "Бесән булмағас, кеше арзанға малын хата, беҙҙә бер арба бесән 10 меңдән артыҡ тора, кешегә былай ҙа эш, аҡса юҡ", тигән йөкмәткеле хәбәрҙәр килеп тора.
Элек республиканың бер осонда һалам етмәһә, икенсе осонан ташый торғайнылар. Райондар бер-береһенә ярҙам итә ине. Бер яҡта ҡоролоҡ була ҡалһа, икенсе яҡтан "малсылыҡ - удар фронт", "ҡала - ауылға" тип ярҙам ылауҙары ағыла торғайны.
Ауыл хужалығы мөхитенән айырылғанғамы, мин әле лә шулайҙыр тип уйлай инем. Хәҙер улай түгел икән шул... Ямғыр яумай икән - үҙ көнөңдө үҙең күр. Минеңсә, был дөрөҫ түгел, нисек кенә булмаһын, башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙа малсылыҡ - ул халыҡтың аҡса килтергән төп кәсебе. Уны кәметеүгә юл ҡуйырға ярамай.
Әгәр махсус министрлыҡ кешеләргә, шәхси хужалыҡтарға ярҙам ҡулы һуҙмай, малһыҙ ҡалдырһа, ул төбәктәге иҡтисади-социаль хәлдең тағы ла насарайыуына килтерәсәк. Бесән юҡ тип, малын һатҡан башҡорт ҡышын нимә эшләһен, тағы ла зимагурлыҡҡа Себергә китә инде...
Ошо проблемалар хаҡында ни уйлай ауыл халҡы, яуаплы хеҙмәткәрҙәр, район етәкселәре, махсус министрлыҡ белгестәре? Баймаҡтар үҙҙәре өндәшмәй, әллә бөтә Урал улдары хәҙер "тәрән шахта эсендә алтын ҡаҙыу эшендәме" икән? Урал аръяғындағы бесәнһеҙ ҡалған халыҡҡа берәй ярҙам ойоштороламы, кем белә?
Дәүләт СУРА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|