«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҘЫРАҠ ЭСӘЛӘР ҠЫТАЙҘАР ҘА, ҺИНДТАР ҘА
+  - 

Гәзитебеҙҙең эскелек хаҡында яҙылмаған һаны юҡтыр, моғайын. Бер яҡтан, бөтә донъя күләмендә, шул иҫәптән илебеҙҙә лә тәрән тамыр йәйгән бына ошо әшәке нәмәгә ҡаршы ҡәләмдәштәремдең матбуғатыбыҙ аша аяуһыҙ көрәшен күреп шатланһам, икенсе яҡтан, замана афәтенә әйләнгән был күренеш ныҡ ҡына хәүефкә һала.

Үткән йылдарҙа сыҡҡан өлкә гәзиттәренең береһендәге кескәй генә бер мәғлүмәтте күреп, уға тағы һис кенә лә битараф булып ҡала алманым. Әллә ҡасанғы түгел ул - өс кенә йыл элекке. Алкоголь эсемлектәре эсеп үлгән кешеләр һаны хаҡында абсолют күрһәткестәр килтерелгәйне унда. Рәсәйҙә 2016 йылда ана шул шайтан эсемлегенән 43 мең ҡатын-ҡыҙ һәм 180 мең ир-ат яҡты донъя менән хушлашҡан икән. Үткән һандарҙа сыҡҡан мәҡәләләремдә "Илебеҙҙә йыл һайын меңәрләп кеше эскелек арҡаһында һәләк була", тип яҙғылай инем. Ғәфү итегеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, яңылышҡанмын: "меңәрләп" түгел, ә тиҫтә, хатта йөҙәр меңләп икән дә баһа! Иҫ китерлек һандар! Һәр нәмә сағыштырыуҙа баҙығыраҡ күренә икәнен беләбеҙ.
Иғтибар итегеҙ: ошо бер йыл эсендә эскелектән үлгән кешеләр һаны Афған һуғышында 10 йыл дауамында һәләк булып ҡалған һалдат һәм офицерҙарға ҡарағанда яҡынса 22 тапҡырға күберәк! Һис бер һуғышһыҙ ҡырылабыҙ, йәмәғәт! Иң башта иҫкә алып кителгән мәғлүмәткә ярашлы, абсолют күрһәткестәр буйынса Ҡытай һәм Һиндостандан ҡала - өсөнсө урындабыҙ (бер йыл эсендә Ҡытайҙа 59 мең ҡатын-ҡыҙ, 650 мең ир, ә Һиндостанда 42 мең ҡатын-ҡыҙ һәм 290 мең ир-егет эскелектән үлгән). Тәү ҡарауҙа "беҙ әле ҡытайҙыр һымаҡ уҡ түгелбеҙ икән" тип фекерләүселәр булыуы мөмкинлеген күҙаллап, абсолют күрһәткестәр менән мөрхәтһенмәй, шунда уҡ Ҡытай һәм Һиндостандың халҡын үҙебеҙҙең Рәсәй менән сағыштырып ҡараным. Беҙ Ҡытай халҡынан 9,4, ә Һиндостанлыларға ҡарағанда 8,7 тапҡырға аҙыраҡбыҙ икән (2016 йылдағы иҫәп менән, беҙҙә 146,5 миллион халыҡ булһа, Ҡытайҙа 1 миллиард 374 миллион, ә Һиндостанда - 1 миллиард 283 миллион кеше йәшәй). Эскелек арҡаһында һәр миллион кешегә күпме үлем тура килгәнен дә иҫәпләп сығарғас, сәстәрем үрә торҙо!
Беҙҙең ирҙәребеҙ хәмер сәбәбе менән ҡытайҙарҙан - 2,6, ә Һиндостанлыларға ҡарағанда 5,4 тапҡырға күберәк үлә лә баһа! Ә гүзәл заттарыбыҙ хаҡындағы статистика тағы ла ҡурҡыныс: 2016 йылда Ҡытай ҡатын-ҡыҙҙарына ҡарағанда беҙҙекелер 6,8 һәм Һиндостандыҡыларға ҡарағанда 8,9 тапҡырға күберәк үлгән! Беҙҙең илдәге эскелек арҡаһында яҡты донъя менән хушлашҡан ҡатын-ҡыҙҙар хатта Һиндостандың ирҙәренән дә уҙҙырып ебәргән. Һиндостанда бер йылда һәр миллион халыҡтан 226 ир хәмерҙән үлһә, беҙҙә - 294 ҡатын-ҡыҙ ана шул эскелек арҡаһында донъя ҡуйған!
Бына шулай, йәмәғәт, абсолют күрһәткестәр буйынса Ер йөҙөндә өсөнсө урында һаналһаҡ та, беренсе урынды башҡаларға бирмәйбеҙ икән...
Ауылдарыбыҙҙа, ҡалаларыбыҙҙа әҙәм сифатын юғалтҡан бәғзе яҡташтарыбыҙҙы күреп борсолам. Айырыуса, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы йәлләйем. Ҡасандыр матур, һылыу, зифа буйлы, ысынлап та гүзәл зат булған, әммә бөгөнгө көндә биттәре шешенеп, күҙ төптәре күгәреп, танауҙары ҡыйшайып, ҡый контейнерҙарында соҡоноп йөрөгән йәп-йәш кенә һеңлекәштәрҙе күреп, кемдәрҙең генә йөрәге әрнемәй икән... Шулай булып тыумаған бит улар. Ҡасандыр бөхтә кейемле, әҙәпле, наҙлы был ҡыҙҙарыбыҙға кемдер ҡарап туя алмаған, ә кемдер уларҙы өҙөлөп һөйгән, иркәләгән дә булғандыр, әлбиттә. Әммә, күпмелер ваҡыттан, ифрат та "мәҙәни" рәүештә, хатта башҡаларҙан тартына-тартына, ғүмерендә беренсе мәртәбә шайтан эсемлегенән ауыҙ итә башлап, әкренләп кенә тәрән упҡынға тайып төшә лә башлағандыр улар. Бәлки, шул ваҡытта кемдеңдер аҡыллы кәңәшенә йәиһә ҡәтғи иҫкәртеүенә лә мохтаж булғандарҙыр...
"Беҙ бит улар һымаҡ күпләп түгел, ә эсә белеп кенә эсәбеҙ!.." тип хаталаныусыларға әйтер һүҙем. Аллаһы Тәғәлә күп эсеүҙе түгел, ә хәмерҙе бөтөнләйгә хәрәм ҡылған, йәғни, ҡәтғи тыйған. Ябай ғына итеп әйткәндә, 100 грамм йә 2 литр эсһәң дә гонаһы - бер үк. Раббыбыҙҙың бына ошо тыйыуын инҡар итеү була был!
Араҡы ҡолона әүерелеүҙән бер-беребеҙҙе, айырыуса йәштәребеҙҙе ҡурсалап ҡына торайыҡсы, ҡәҙерле милләттәштәр! Һәр мәжлесте хәмер менән оҙатып барыуҙан һәм шуны нормаға һанауҙан килә бит бына ошондай бәлә-ҡазалар. Бала-сағаларыбыҙ шундай "мәҙәни" мәжлестәребеҙҙе күреп үҫә! Балаларын "инде ҙурайҙы" тип һанаған ҡайһы бер ата-әсәләр хатта мәктәп сығарылышын да "шампан" менән билдәләүсән. Иҫерек стрелочник поезды яңылыш юлға бороп ебәргән һымаҡ, үҙ балаңа ифрат та хаталы, хатта төпһөҙ упҡынға тура юл күрһәтеү бит был. Ҡәҙерле ата-әсәләр, ғәзиздәребеҙҙең киләсәгенә битараф булмайыҡсы!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.19 | Ҡаралған: 577

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru