«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨҢРӘЙГӘН ӨЙ УРЫНДАРЫ...
+  - 

Һуңғы ваҡытта күп кенә ауылдарҙа йорттары һүтелеп һатылғандан һуң урындарының өңөрәйешеп, мейес мөрйәләренең һерәйешеп ултырыуы күңелдең дә "өңөш" урынын - ытырғаныу тойғоһон барлыҡҡа килтерә. Элек тик һуғыш ваҡытында ғына күҙәтелгән был күренештең сәбәп-асылы ниҙә һуң? Кемгәлер ҡот-бәрәкәт, ырыҫ-бәхет килтерер өсөн һалынған йорттар ни өсөн хужаһына хеҙмәт итер мөҙҙәте етмәйенсә һатыла? Тәүҙә өйҙәр, аҙаҡ ерҙәр һатылмаҫмы? Бер урындан икенсе урынға күсерелгән йорттоң ҡото буламы? Ошо һорауҙар таш булып, баш особоҙҙа аҫылынып торғанда йәмәғәтселек вәкилдәре урындағы власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән имен ҡалған өйҙәрҙән-өйҙәргә йөрөп, самогон ҡыуыусыларҙы эҙләй...

Ауылдарҙа буш өйҙәрҙең һәм өңөрәйгән өй урындарының барлыҡҡа килеүенең төп сәбәбе - эшһеҙлек. Ауылда эш урыны булмаған өс балалы ир менән ҡатындың хатта ҡыш уртаһында ла ҡалаға барып "морон төртөүенә" хәбәрҙармын. Ундайҙарҙың барыһы ла ҡалала йәшәп китә алмай, күбеһе кире ауылға әйләнеп ҡайта, ҡайһылары йорт-ҡаралтыһын, мал-тыуарын һатып, ҡаланың иң ауыр һәм уңайһыҙ шарттарында ғүмер ҡыҫҡарта.
"Мин үҫмер саҡтан алып колхозда эшләнем. Элек көнө-төнө трактор менән йырлай-йырлай баҫыуҙы һөрә торғайным. Хәҙер шунан мәхрүммен. Иртән тороп эшкә барыуҙан да, кис эштән ҡайтыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ. Эшләргә генә мөмкинлек бирһендәр, хатта бер тин түләмәһәләр ҙә, эшләргә ризамын..." - тигәйне тыуған ауылында эшһеҙлектән ары-бире һуғылған бер ағай. Һуңғы йылдарҙа етәкселек һәм журналистар өсөн ятланған бер фраза модаға әүерелде: "Ауылда эш юҡ, тип ялҡауҙар ғына әйтә. Эшләйем тигән кешегә эш бар ул. Күп итеп мал аҫырарға, ҡош-ҡорт көтөргә, ер алып, иген, емеш-еләк үҫтерергә, бал ҡорто тоторға, арба-сана яһарға, дуға бөгөргә, йорт йыһаздары, мебель эшләргә, ағас эше менән булышырға була, һ.б..." Хуп. Хәҙер инде мәсьәләгә ысынбарлыҡ күҙлегенән яҡыныраҡ килеп ҡарайыҡ. Ғалимдар иҫәпләүенсә һәм ябай күҙгә күренеүенсә лә, ауыл халҡының һәм, ғөмүмән, кешелектең барлығы ете проценты ғына үҙаллы эш асып, шунан килгән аҡсаны йәшәү сығанағы итеп йәшәргә һәләтле. Юғарыла һанап үтелгән кәсептәрҙең барыһы ла тик баҙар менән тығыҙ һәм уңышлы бәйләнештә булғанда ғына шундай сығанаҡҡа әүерелә ала. Ә беҙҙең илдә хәҙер етештереү өлкәһе менән баҙар араһында ҙур упҡын барлыҡҡа килде.
Баҙар, асылда, эре-эре корпорациялар һәм сит илдән килеүселәр ҡулында. Бер мәл баҙарҙарҙан килмешәктәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарыу хаҡында махсус ҡарар ҙа ҡабул ителде, ул, асылда, бер асылған нөктәләрҙе ҡайтанан, килешеү буйынса урындағы халыҡ вәкилдәре исеменә теркәү акцияһы ғына булып сыҡты.
Ысын хужалар "күләгәгә", баҙар прилавкаһы аҫтына инеп йәшеренде.
Был дөрөҫ. Ауыл халҡының үҙ ҡулы менән етештергән тауарын үҙ ҡулы менән баҙарҙа һатыу мөмкинлеге ныҡ сикләнгән икәне, шуға ла етештергән тауарынан нисек ҡотолорға белмәҫ хәлгә еткерелгән кешенең уны арзан ғына хаҡҡа аралашсыларға осорорға мәжбүр булыуы ла дөрөҫ. Ләкин һәр ауыр хәлдән сығыу юлы бар икәнен уйлай белмәй шул беҙҙең замандаштарҙың ҡайһы берҙәре. Һөҙөмтәһен уйламаҫтан, башына килгән уйҙы еңел генә тормошҡа атҡара ла ҡуя. Мәҫәлән, өйөн һата ла, өс тин аҡсаһын усына йомоп, икенсе урынға йәшәргә күсә. Әммә икенсе урынға барып "ҡунаҡлаған" йорт хужаларының ҡото, ырыҫы барыбер нигеҙҙә ҡала икәнен беләме улар? Ата-олатайҙар меңәр йылдар һаҡлап килгән нигеҙҙе нисек шулай еңел генә яттар ҡулына тапшырырға була! Йәки, ауыл халҡын эш менән тәьмин итеү, ауылдарҙа эш урындарын ойоштороу бөтә мәсьәләләрҙе үҙенән-үҙе хәл итәсәк, тип лаф орорға яратабыҙ. Хәл итмәйәсәк. Тәүҙә айығырға, "сәмиғулла" кеүек афәттәрҙән ҡотолорға кәрәк халҡыбыҙға. Ата-бабаларҙан ҡалған йәшәйеш асылыбыҙ, тормош маҡсатыбыҙ, йорт нигеҙе, рухи мираҫ, милләт киләсәге тураһында уйланырға өйрәнергә кәрәк. Бик тә булмаһа, уйлана белгән рухлы лидерҙар һүҙенә ҡолаҡ һалыу кәрәк. Беҙ бит һәр саҡ ошондай лидерҙар артынан барғанбыҙ. Ә был юлдарҙы уҡыусылар ниндәй фекерҙә икән?

Әмир ҒҮМӘРОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.19 | Ҡаралған: 581

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru