IX быуат аҙаҡтарында Арал диңгеҙе буйындағы далаларға яңы күскенселәр ағымы - уғыҙҙар, карлуктар һәм кимаҡтар үтеп инә. Улар менән бындағы дала киңлектәрендә элегерәк йәшәгән ҡәүемдәр араһында бәрелештәр башлана. Тарихи сығанаҡтарҙа әле аталған уғыҙ союзына ҡаршы бәшнәк, башҡорт, баджна (йәиһә яджна) һәм нәүкердә тип аталған ырыу-ҡәбиләләр коалицияһының барлыҡҡа килеүе, әммә ҡаты алыштарҙа еңелеүгә дусар булыуы хаҡында мәғлүмәттәр бар. Бәшнәк союзы көнбайышҡа табан йүнәлеп, Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ тарафындағы ерҙәрҙе баҫып ала, бында элегерәк килгән венгрҙар (мадъярҙар) Паннонияға китергә мәжбүр була. Ошо бәшнәк союзы яугирҙары Константинополгә һөжүм итә һәм уны ҡамауҙа тота. X быуаттың ғәрәп тарихсыһы әл Мәсғүди ошо хаҡта былай тип яҙа: "Былар Баджнак, Яджна, Баджгурд һәм Наукерда ҡәбиләләре. Был 320 йылдан (Раштыуанан һуң 942 йыл. - Ред.) һуң булды. Улар унда үҙҙәренең палаткаларын (тирмәләрен. - Ред.) ҡороп, әл Кустантинийана Румийаға тиклемге юлды япты".
Әммә Ҡара диңгеҙ тарафтарына барса бәшнәк һәм башҡорт ҡәбиләләре лә китмәй. Тороп ҡалған бәшнәктәр 22 ырыуҙан хасил булған уғыҙ союзына буйһона. Ә был яҡтарҙа ҡалған башҡорт ырыуҙары Аралдан китеп, Көньяҡ Урал ерлегендә көн итә башлай, уғыҙ ябгуларына яһаҡ түләп, әммә үҙаллы көн итеүсе ҡәүемдәре рәтендә була. Ошо ваҡиғалар тураһында XIV быуатта фарсы тарихсыһы Рәшид ад-Дин тарафынан яҙып алынған "Огуз-наме" эпосының бер вариантында бына ниҙәр теркәлгән: "... Курал һәм Башгурд иле хаҡында әйткәндә, уларҙың кешеләре буйһонмаусан һәм мәкерле халыҡ ине. Үҙҙәренең һауалығы һәм ғорурлығы арҡаһында улар бер ниндәй хакимға ла баш эймәҫ булдылар. Шунан Уғыҙ уларҙың Ҡарашит исемле батшаһын әсир алды. Шунан һуң Курал һәм Башгурд ил ителделәр һәм яһаҡ түләргә риза булдылар". Әммә Көньяҡ Урал тарафтары Уғыҙ империяһының үтә алыҫта ҡалған провинцияһы булып, уның ниндәй ҙә булһа баҫым-ҡыҫымынан азат була. XI быуатта башланған ҡыпсаҡ экспанцияһы Уғыҙ империяһының төньяҡ өлөшөн үҙ ҡарамағына буйһондора. Ә X быуат башында (922 йыл) ибн Фаҙлан күргән башҡорттар үҙаллы халыҡ булып танылып, Бөйөк Булғар ханлығы менән союздаш Башҡорт илен тәшкил итә.
Бәлки, уғыҙҙар составына ингән көҙәйҙәр ҙә, тәүгеләре ҡыпсаҡтар тарафынан тар-мар ителгәс, төньяҡҡа китеп, Көньяҡ Урал ерлегендә электән көн иткән башҡорт ырыуҙарына килеп ҡушылғандыр? Тап ошо осорҙа улар уғыҙ миграцияһы ағымына эләккән әйле, байлар һәм һарт ырыуҙары менән бер ерлектә күсә килеп, әлеге йәшәгән төйәктәренә яҡынлашҡан булыуҙары мөмкин, тигән фараз да бар.
Р.Ғ. Кузеев көҙәйҙәрҙең башҡа башҡорт ырыуҙары менән боронғо бәйләнеше хаҡында үҙ версияһын тәҡдим итә. Юғарыла бәйән ителгәндәрҙән сығып, ул көҙәйҙәрҙең ул саҡта баджгардтар тип аталыусы ҡәбиләләр менән берлектә Саян-Алтай тарафтарынан Төньяҡ Кавказғаса күсеп барып, һуңынан баджгард-бурджандарҙың этник хәрәкәте составында Урал алды ерҙәренә килеп етеүен фаразлай. Тәүҙәрәк Ыҡ йылғаһы үҙәнендә, Минзәлә яҡтарында, аҙаҡҡараҡ Асылыкүл буйҙарында йәшәгән осорҙа көҙәйҙәр үҫәргән, түңгәүер, бөрйән ырыуы башҡорттары менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Көҙәй ырыуы бүлемдәренең бүре, сураш, тама, тау кеүек атамалары ошо фекерҙе дәлилләп тора.
XIII-XIV быуаттарҙа көҙәйҙәр Ағиҙел йылғаһының һул яры буйҙарында көн итә. Ошо осорҙа улар был тарафтарға килеп еткән ҡыпсаҡ ырыуҙарының йоғонтоһона эләгә, тап ошо ваҡытта уларҙың составына төркмән-ҡыпсаҡтар ҡушылып, төркмән-көҙәй ырыу бүлеме хасил була. Көҙәйҙәр араһында таҙлар ҙа шул уҡ осорҙа пәйҙә була. Таҙлар ошоға тиклем дә Ҡатай һәм Йүрүҙән йылғалары буйында йәшәүсе айырым үҙаллы төркөмдө тәшкил итеп, XVIII быуатта ғына ошонда заводтар күпләп төҙөлә башланыу сәбәпле үҙ ерҙәренән ҡыҫырыҡлап сығарылып, төньяҡ-көнсығыш башҡортарына ҡушылып китә.
XIV быуат аҙағында көҙәйҙәр Ҡариҙел (Өфө) йылғаһы тамағынан алып көньяҡҡа табан Ағиҙел йылғаһының урта ағымында ике яҡ яр буйындағы ерҙәрҙе биләй. Бында улар мең ырыуы башҡорттары менән тығыҙ аралаша башлай. XIV быуат аҙаҡтарында - XV быуат башында нуғай экспанцияһы арҡаһында меңдәр ҙә, көҙәйҙәр ҙә Ағиҙелдең уң яғына сығып йәшәй башлай һәм уларҙың байтағы яңы урындарға күсенә. Көҙәйҙәрҙең бер өлөшө Ҡариҙел йылғаһының түбәнге ағымындағы урманлы ерҙәрҙә төпләнә, ҡалғандар Эҫем йылғаһы буйлап үргә табан йүнәлә, һуңғараҡ Йүрүҙән һәм Ләмәҙ буйҙарына килеп етә. Эҫем йылғаһының түбәнге ағышында, Ҡариҙел буйында йәшәүсе урман- һәм бүләкәй-көҙәйҙәр мең ырыуы башҡорттары менән йыш никахлашып-туғанлашып йәшәй башлай. Йүрүҙән буйындағы шайтан- һәм ҡыр-көҙәй ырыуы башҡорттары урындағы әйле ырыуҙары менән бәйләнешкә инеп, уларҙың телендә (һөйләшендә) булған уртаҡлыҡ, мәҙәни яҡтан оҡшашлыҡ та арта бара.
Этногенетик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә көҙәй ырыуы вәкилдәренең төп генетик маркеры R1a-M198 гаплотөркөмө икәнлеге асыҡланды. Көҙәйҙәргә ошо гаплотөркөмдөң аныҡ билдәләнгән һәм бик һирәк осрай торған субклады (тармағы) хас, ул, башлыса, башҡорттар араһында таралған. Ошо генетик линияға шулай уҡ табын, унлар, балыҡсы, танып, ҡошсо, әйле, ҡатай, дыуан-әйле ырыуҙары ҡарай. Был факт ошо ырыуҙар вариҫтарының, алыҫыраҡ булһа ла, үҙ-ара генетик нәҫелдәшлеген раҫлаусы дәлил булып тора.
Көҙәй ырыуының бөгөнгө вариҫтары, башлыса, Башҡортостандың Салауат, Нуриман, Иглин райондарында ойошоп йәшәй. Шулай уҡ Белорет районының Мулдаҡай һәм Исҡушты, Учалы районының Һөйәрғол ауылдарында ла көҙәй ырыуы тоҡомдары бар. Силәбе өлкәһенең Әшә, Усть-Катав, Сим, Миньяр, Катав-Ивановск, Йүрүҙән ҡалаларында, Арғаяш районының Нәҡәй ауылында әле лә көҙәй ырыуы вәкилдәрен осратып була.
Көҙәй башҡорттары данлы ир-азаматтары, билдәле ҡатын-ҡыҙҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. 1735-1740 йылдарҙа барған оҙайлы башҡорт ихтилалында Ҡыр-Көҙәй батыры Төлкөсура Алдағолов, шул уҡ олоҫ муллаһы Юлдаш Һөйәрембәтовтар етәкселегендә башҡорт яугирҙары батша карателдәре менән йән аямай алышһа, 1773-1775 йылдарҙа Емельян Пугачевтың казак-крәҫтиән армияһы бригадиры, Шайтан-Көҙәй ырыуының йорт старшинаһы улы Салауат Юлаев башҡорт халҡының азатлыҡ көрәше символына - милли батырыбыҙ дәрәжәһенә күтәрелә.
Совет осоронда көҙәй ырыуы башҡорттары Башҡортостандың иҡтисади, ижтимағи, рухи үҫешенә тос өлөш индерҙе, улар араһынан илебеҙҙә, республикабыҙҙа танылған шәхестәр үҫеп сыҡты. Билдәле революционер, дәүләт эшмәкәре Баһаутдин Нуриманов, дәүләт эшмәкәре, 1930-1935 йылдарҙа БАССР-ҙың мәғариф наркомы Риза Әбүбәкеров, Советтар Союзы Геройҙары Ғәйфетдин Аскин, Ғимай Шәйхетдинов, башҡорт драматургияһына нигеҙ һалыусы Сәғит Мифтахов, яҙыусы Ғайнан Хәйри, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың маҡтаулы нефтсеһе, РСФСР Юғыры Советы рәйесе урынбаҫары Мәғрифә Мәүлетова, танылған йырсы, ӨСИ профессоры Мәжит Алкин, 1960-1980 йылдарҙа Баштелерадио рәйесе урынбаҫары Ғата Имаев, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Роза Кәримова, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Сәүиә Сираева, биология фәндәре докторы, профессор Вәкил Ширәев, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Мәхмүзә Ғәйнуллина, юридик фәндәр докторы, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зинуров һәм башҡа бик күп зыялыларыбыҙ, үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте һәм ижади ҡаҙаныштары менән көҙәй башҡорттары данын бар илгә таратты.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 43-сө һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА