«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙСЫЛАР ИЛӘҮЕ ТҮҢГӘҮЕР ЫРЫУЫНАН БЕҘ
+  - 



Тарихсы-этнограф Р.Ғ. Кузеев түңгәүер ырыуын көньяҡ-көнсығыш башҡорттары төркөмөнә индергән. Ошо ғалимдың фекеренсә, түңгәүерҙәр боронғо башҡорттарҙың тәүге этник субстратына ҡарай, улар бөрйән һәм үҫәргән ырыуҙары менән йәнәш ҡуйыла. Ул үҙенең "Башҡорт халҡының килеп сығышы" исемле китабында ошолай яҙа: "Үҫәргәндәрҙең, түңгәүерҙәрҙең, шулай уҡ башҡа бер башҡорт ҡәбиләләренең ата-бабалары иртә урта быуаттарҙағы ғәрәп-фарсы сығанаҡтарында баджгард, баджгурд, басджирт йә иһә башхарт тигән дөйөм атама аҫтында билдәле булған".

Ошо уҡ ғалим түңгәүер башҡорттарының монгол сығышлы булыуҙарын күҙаллай, сөнки монгол ҡәбиләләренең береһенең этнонимы түңгәүер атамаһына оҡшаш. Ысынлап та, 1744 йылда Пекинда "Һигеҙ байраҡ составында булған маньчжур ырыуҙарына дөйөм күҙәтеү" исеме менән баҫылған хеҙмәттә Цин династияһына буйһонған 233 монгол һәм маньчжур ҡәбиләләренең исемлеге бирелә, улар араһында Тангур ҡәбиләһе лә бар. Шулай уҡ XIX быуат этнографы П. Назаров тапҡан бер шәжәрәлә "Дәнгәүерҙәр Сыңғыҙ оноғо, Ҡуңғрат бей улы Дәнгәүерҙән таралған", тигән мәғлүмәт бар. Әлбиттә, бында түңгәүер вариҫтарының үҙ нәҫелен Сыңғыҙ хан исеме менән бәйләргә тырышыуын тарихи традиция йоғонтоһо тип аңларға кәрәк. Әммә был башҡорт ырыуының тарихи тамырҙары боронғо монгол ҡәбиләләренән булған Кунграт (Хонгират) ҡәбиләһенә барып тоташыуы ысынбарлыҡҡа тап килеүе бик мөмкин. Был хаҡта Р. Кузеев былай тип яҙа: "Ошондай факттар йыйылмаһы түңгәүер ырыуының этник нигеҙенең килеп сығышын кунграт (конграт, конгират) - боронғо монгол ҡәбиләһе менән бәйләргә мөмкинлек бирә, ул һуңғараҡ (XIII-XIV быуаттарҙа) төркиләшеп, Урта Азия һәм Ҡаҙағстан халыҡтарының, иң әүәл үзбәктәрҙең этник составы формалашыуында ҡатнаша".
Тарихсы С. Хәмиҙуллин түңгәүерҙәрҙең боронғо тарихын күҙаллаған Р. Кузеев версияһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтарға иғтибар итә. Бер яҡтан, ғалим түңгәүерҙәрҙе боронғо башҡорттарҙың этник нигеҙен тәшкил иткән этник төркөмдәр рәтенә ҡуйһа, икенсе яҡтан, тик XIII быуатта ғына төркиҙәр составына ингән монгол-кунграттар менән бәйләй. Р. Кузеев иһә был фактҡа үҙенсә аңлатма бирә: "Шулай ҙа түңгәүерҙәр көнсығышта монгол ҡәбиләләренән әүәлерәк айырылып сыға; уларҙың төркиләшеүенең Төрки ҡағанаты эсендә башланыуы үҙенән-үҙе беленеп тора, ул һуңынан боронғо бәшәнәк мөхитендә тамамлана. Түңгәүер тарихы монгол этник берәмектәренең Һырдаръя һәм Арал буйына бик иртә (XIII быуаттан күпкә алдараҡ) үтеп инеүенең бер миҫалы булып тора..."
С. Хәмиҙуллин Р. Кузеев версияһының ышаныслы булмауына үҙ дәлилдәрен килтерә. Бер яҡтан, IX-X быуаттарҙан алдараҡ монгол ҡәбиләләре составы буйынса бер ниндәй ҙә сығанаҡтар юҡ, ул заманда түңгәүерҙәрҙең кунграт берләшмәһенән айырылып сығыуы буйынса тарихи дәлилдәр табылмаған, ошо заманда кунграт ҡәбиләһенең булыу-булмауы ла билдәһеҙ. Ә Кузеев фараз иткәнсә, түңгәүерҙәр боронғо башҡорт берләшмәһенә тик IX-X быуаттарҙа ғына ҡушылған, ә Төрки ҡағанаты составында улар VI-VIII быуаттарҙа уҡ "төркиләшеү" осорон үтергә тейеш була. Шуға ҡарамаҫтан, Р. Кузеев теркәп ҡалдырған 3 факт ғилми яҡтан түңгәүерҙәрҙең килеп сығышын күҙаллар өсөн хәл иткес роль уйнай: 1) түңгәүер риүәйәттәре, үҫәргән һәм бөрйәндәрҙеке кеүек үк, үҙҙәренең башҡорт ерлегендә "автохтон" булыуын раҫлай; 2) уларҙың генеалогияһы Көнсығыш Төрки ҡағанатының билдәле хәрби етәксеһе, принц Күлтегингә (684 - 731 йй.) барып тоташа; 3) этнограф П.С. Назаровтың түңгәүерҙәрҙең тәү бабаһы сифатында шәжәрәлә теркәлгән Ҡуңғрат бей улы Дәнгәүер тураһындағы мәғлүмәте.
С. Хәмиҙуллин этнограф Р. Кузеев яҙмаларындағы ысынбарлыҡҡа тап килмәгән тағы ла бер фактты билдәләп үтә. Ғалим түңгәүер ырыуында эске бүленеш булмауы хаҡында хаталы фекер ҡалдырған. Ысынбарлыҡта был ырыуҙа ла ике бүленеш (урман- һәм ялан-түңгәүерҙәр) булып, уларҙың өпәй, юрмый, имес, бай атамалы аралары (аймаҡтары) теркәлгән. Ә хәҙерге геногеографик тикшеренеүҙәр түңгәүерҙәрҙең нәҫел-заттарының төрлө ата-бабаларҙан барлыҡҡа килгән айырым гаплотөркөмдәрен асыҡ күрһәтеп тора. С. Хәмиҙуллин билдәләүенсә, Р.Ғ. Кузеев, күрәһең, тап бөрйән, үҫәргән һәм түңгәүер ырыуҙарының башҡорт исеме аҫтында танылыу фактын XX быуат башындағы билдәле этнограф Сәғит Мираҫовтың "Башҡорт шәжәрәләре" тигән хеҙмәтенән алған. С. Мираҫов бына ниҙәр яҙа (нөсхәләге орфографияға ярашлы бирелде): "Әгәр ҙә был шәжәрәләргә таянырға тура килһә, был шәжәрәләр беҙгә байтаҡ нәмәләр асып бирә алалар. Берҙән, дөйөм башҡорт халҡының бер атанан ғына таралған халыҡ булмай, мынан мең - мең ярым йыл элек һәр ҡәбилә үҙ алдына айырым йәшәб һуңынан бер халыҡ, бер йәмғиәт булып китеүҙәрен; икенсе: башҡорттарҙың төрөк нәҫеленән булыуын. Сөнки һәр бер шәжәрә үҙенең төб бабаларын төрөк ҡәүеменән булған мәшһүр бер кешегә итеб бәйләйҙәр. Бәғзеләре һун төрөктәрендә булған Баламирға, бәғзеләре Аланджа-ханға, Угузға, бәғзеләре уйғыр төрөктәренән булған Култикингә, бәғзеләре манғул хандарынан булған Чингиз, Мамай, Майҡы, Туҡтамыш, Идигу, бәғзеләре Аҡһаҡ-Тимергә итеб бәйләйҙәр. Мәҫәлән, Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәләре Уғуз-хандан айырылыб һуңынан үҙҙәре өлкән бер дәүләт булып манғул баҫҡанлығы дәүерендә һәр тарафҡа таралғандар әйтәләр. Шулай уҡ Ҡаңлы ырыуҙары үҙҙәренә Ҡаңлы исемен Уғуз биргән тиҙәр. Бөрйән, Үһәргән, Түңгәүер ырыуы шәжәрәләре үҙҙәренең төб бабаларын уйғыр төрөктәренең ханы булған Култикин, анан һуң Аланджа-ханға, анан Нух улы Яфәскә итеб бәйләйҙәр. Табындар үҙҙәрен Майҡы-бийгә, анан Аҡһаҡ-Тимергә бәйләйҙәр. Меңлеләр үҙҙәрен һун төрөктәренең ханы Баламирға бәйләйҙәр. Миндә юғарыла әйтелгән ырыуҙарҙың һәр ҡайһының шәжәрәләре бар. Әммә Көҙәй, Ҡыуаҡан, Ҡатай, Тамиән ырыуҙарының ғына шәжәрәләрен күрә алғаным юҡ".
Күренеүенсә, этнограф С. Мираҫов бер юлы өс айырым башҡорт ырыуының төп бабаһы сифатында тарихта Көнсығыш Төрки ҡағанаты исеме аҫтында билдәле булған дәүләттең сәйәси һәм хәрби эшмәкәре Култегинде күрһәтә. Был мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүен билдәләү мөмкинлеге юҡ. Шулай уҡ башҡорт исемен йөрөткән иң боронғо ырыуҙар теҙмәһенең ошо өс ырыуҙан ғына тороуы ла бер нисек тә дәлилләнмәгән әле, сөнки ошо хаҡта аныҡ тарихи сығанаҡтар табылмаған. Шуға күрә үрҙә телгә алынған фаразды ла боронғо башҡорт тарихының бер версияһы сифатында ҡабул итеү фарыз. С. Хәмиҙуллин дә бөрйән ырыуы башҡорттарының геногеографияһы һәм палеогенетика материалдары буйынса уларҙың ата-бабаларының Көньяҡ Уралда иң кәмендә сармат дәүеренән (беҙҙең эраға тиклем V - II бб.) үк йәшәүен, ә түңгәүерҙәрҙең бер өлөшөнөң шул уҡ R1b-M343 гаплотөркөмөнә ҡарауын иҫәпкә алып, ошо ырыу вәкилдәренең ерле башҡорт этносын барлыҡҡа килтереүен фаразлай. Һәр хәлдә лә ул бөрйән һәм түңгәүерҙәрҙең дә тарихи сығанаҡтарҙа айырым бер ҡәүем атамаһы рәүешендә сағылдырылған башҡорт этнонимын үҙҙәренә ҡабул итеп алыуын, ә ниндәй ҡәүемдең башҡа бер ырыу атамаһы менән түгел, ә үҙ исеме булған башҡорт исеме аҫтында тарихта теркәлеүе әлегә асыҡланмаған, тип иҫәпләй.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.19 | Ҡаралған: 526

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru