«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯ ТОТҠАҺЫ БУШАҠ БУЛМАҺЫН
+  - 



ЕЙӘНСУРАЛА

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы ағинәйҙәре ҡорона был юлы Үрген, Абзан, Самаҙы, Байыш, Ағурҙа ҡатын-ҡыҙҙары ла килгәйне. Был ауылдарҙың ағинәйҙәрен Сибайҙа үткән мөнәжәт бәйгеләрендә лә, Өфөлә үткән дебет шәл күргәҙмәләрендә лә, милли кейем парадтарында ла күрергә була һәм һәр береһе тураһында оҙон-оҙаҡ итеп һөйләргә мөмкин. Әммә был юлы һүҙ ҡор хужаларына - Иҫәнғол ағинәйҙәренә.

Иҫәнғолда ағинәйҙәр ике рухи тотҡа булып берләшкән: дин юлында йөрөгән ағинәйҙәр - "Үҫәргән", икенсеһе "Ағинәйҙәр" төркөмөндә. Әммә байрамдар ҙа, ғәмәлдәр ҙә бергә: улар Стәрлебаш, Хәйбулла, Сибайҙа үткән мөнәжәт конкурстарында, милли кейем күргәҙмә-бәйгеләрендә ҡатнаша, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа һәм йәйге пионер лагерҙарында сығыш яһай - барыһы ла асышлы, табышлы яңы заман ғәмәлдәре.
"Үҫәргән" төркөмө ағинәйҙәре Стәрлебаштағы "Мөнәжәт" байрамында икенсе урын алып, еңеүсе исемен күтәреп ҡайтыуҙарын ҡыуанып һөйләй. "Йортта йәки баҡсала ла йырлап-моңланып йөрөп була, беҙҙең күңелдә гел изге теләктәр, тормошҡа шөкөр итеү. Ләкин хәҙерге заманда халыҡҡа ошо уй-нәсихәтте көнөндә-ваҡытында еткереү ҙә мотлаҡ, сөнки беҙҙең йәштәрҙе, яңғыҙ кешеләрҙе аҙаштырырға, юлдан яҙҙырырға, аҡылын һәм байлығын таларға ниәтләгән ағымдар күп. Беҙҙең мөнәжәттәребеҙ донъяны ҡара уйҙарҙан, кәрәкмәгән һағыш-хәсрәттәрҙән таҙартыр ул", тип ышана ағинәйҙәр. Улар үҙҙәренең рәтен икегә-өскә бүлә торған һәр төрлө тарҡатҡыс кешеләрҙе яҡын юлатмауҙары тураһында ла ҡәтғи белдерә. Төркөмгә тәүгеләрҙән булып килгән һәм әүҙем йөрөүселәрҙең береһе Рәйсә Ғәбитова әйтеүенсә (ул үҙе Күгәрсен районы Ыуары ауылынан), иҫәнғолдар "мөнәжәт моңо һәм аҡылы" менән уртаҡлашып, үҙҙәре лә байый һәм күтәрелә. Күптән түгел күрше Күгәрсен районы Түкәт, Ишбирҙе ауылында халыҡ алдында сығыш яһағандар. "Бөгөнгө уйға-эшкә батҡан күп кешегә фәһемле һәм ҡыуаныслы булды беҙҙең сығышыбыҙ", тип ҡыуана улар һәм алдынғы ҡарашлы ғәҙел һәм кешелекле хужалар менән бер сафҡа баҫып, уларҙың эшенә ярҙам итергә, халыҡ менән эштәрендә (әгәр ҙә ул халыҡ файҙаһына булһа!) ҡулалмаш булырға әҙер икәндәрен белдерә.
"Ағинәйҙәр" төркөмөнөң дә әйтер һүҙе, эшләгән эше халыҡ аҡылын таратыу, күтәрмәләү менән бәйле. Алдағы көндәрҙә "Йөрәк һүҙе" ҡалыбындағы "Ағинәй һүҙе", "Аҡһаҡал һүҙе" тигән сәсәнһүҙ, ҡобайыр һәм мөнәжәт кисәләре үткәрергә ниәтләйҙәр. Улар йыш ҡына балалар баҡсаларына, мәктәптәргә йүнәлә, яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәгән күңелдәштәренә лә барып урай. "Беҙҙең урыныбыҙ - йәштәр янында, балалар янында. Ә улар - баҡсала һәм мәктәптә, мәҙәниәт йортонда һәм паркта, ял лагерҙарында, походтарҙа... Беҙ уларҙы уйламайынса йәшәй алмайбыҙ..." - ти улар.
Ейәнсура районы ағинәйҙәренең бер үҙенсәлеге бар: улар үҙҙәренең әсәй, инәй, апай, уҡытыусы, ҡатын-ҡыҙ икәнен бер генә мәлгә лә онотмай - һәр ваҡытта ла донъя тотҡаһы булып ҡала. Был уларҙың эштәрендә асыҡ күренә. Беренсенән, улар иң тәүгеләр булып милли кейем тегеп кейгән. Икенсенән, төбәк өсөн бик ғәзиз булған "Ейәнсура дебет шәле" ағинәйҙәр өсөн дә төп милли хазина. Башҡорт халҡын меңәр йыл буйы йылытҡан, кейендергән дебет кәзәһе бөгөн дә күҙҙән төшмәй. Ошо милли һөнәрмәнлекте яҡлау - ағинәйҙәрҙең дә төп эше булып тора.
Ейәнсура районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Нурия Ҡунысбаева иһә үҙе тирәһендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы аҫыл һүҙҙәре менән күтәрмәләп, дәртләндереп, эштәренә йүнәлеш биреп тора. Был юлы ла ул ойошмаға тупланғандарҙың бурыстарын тағы бер тапҡыр телгә алып, һүҙҙе матур ғына итеп ослап ҡуйҙы: "Ағинәй иң беренсе үҙенең йортонда, үҙ балаһы һәм ире янында аҡ йөҙлө, хаҡ һүҙле булырға тейеш. Бөтә нәмә шул ғаилә тигән йәншишмәнән башлана. Ошо йәншишмәне йөрәгендә йөрөткән, аҡылына һеңдергән аҡыллы ҡыҙ балалар - улар буласаҡ ағинәйҙәр..."



ЙЫЛАЙЫРҘА

Йылайыр районы - тау-урмандар ҡаплаған Йылайыр ҡалҡыулығы - ҡырыҫ тәбиғәтле географик зонала - Йылайыр платоһы буйлап урынлашҡан. Башҡорт ауылдары башлыса ҙур йылғалар ярына һыйына: Йылайыр, Һаҡмар, Ҡараһыу һ.б. Бында түңгәүер һәм үҫәргән ырыуы башҡорттары йәшәй. Был яҡтар Башҡортостан һәм Рәсәй тарихында бик ҙур фажиғәле ваҡиғалар менән бәйле. Шағир Шәйехзада Бабич тап ошо ауылда һәләк ителә: иреккә һәм үҙаллылыҡҡа ынтылған башҡорт зыялыһы ҡорбанға салынған мал кеүек Граждандар һуғышы ҡылысынан тураҡлана....

"Тәңкәбикә" тигән ағинәйҙәр ҡоро Йылайыр ауылы уртаһындағы Мәҙәниәт һарайы эсендә күршеләш кенә булып урынлашҡан. Йыйнаҡ ҡына милли көнкүреш мөйөшө тупланған бында: кейемдәр, яңы заманса биҙәүестәр, йорт эсенең урын-ҡаралтыһы, музей экспонатына ярамалы боронғо һауыт-һаба һәм эш ҡулайламаһы, был төбәктәге файҙалы үҫемлектәр шәлкемдәре... Бынан тыш, иркен генә фойе, сәхнә лә бар. "Тәңкәбикә" Йылайыр ауылында йәшәгән бөтә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн бер йыйылыш урыны булыр, бында килгән йәше-ҡарты бергә-бергә үҙ хыялына, ижадына осош табыр, ҡулы тартылған ҡул эшен башлар, йәне тартылған әхирәте менән серләшер, кәңәш алыр тип күҙаллана. Шулай ти ҡор хужабикәһе Фәндиҙә ханым Ҡудашева - Йылайыр районы Һабыр мәктәбендә һәм ауыл советында оҙаҡ йылдар эшләгән ветеран. Ул шулай уҡ йәмәғәт ойошмаһының эш планын балалар менән аралашыу, музыкаль оркестр булдырыу, китапханасылар менән бергә кисәләр ойоштороу, матбуғат көндәре үткәреү һәм башҡа төрлө йүнәлештәрҙә ҡормаҡсы.
Миләүшә Моратова, райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, район үҙәгендә лә ағинәйҙәр ҡороноң бик ыңғай эш башлауын һөйөнсөләй, уның һүҙен башҡортса бик оҫта һөйләгән ир-уҙаман дауам итә. Башҡорт ауылында тыуып-үҫкән рус егете Александр Васильевич Коротков - Йылайыр районы хакимиәт башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары. Ул Матрайҙа башҡорт телен генә түгел, башҡорт тарихын, характерын, һәләтлелеген бик яратып үҫкән. "Башҡорттарҙан да арттырып матур итеп һөйләшә беҙҙең урыҫтар", - тип ҡыуана йылайырҙар. Ә Александр Васильевич: "Һеҙһеҙ булмай, ҡыҙҙар, ағинәйҙәр",- ти һәм уларҙың һәр сараһын күтәрмәләп тора. Матрай балалар приюты етәксеһе Светлана Сәйфуллина ла ағинәйҙәр эшен хуплауын белдерә: "Бар ағинәйҙәргә рәхмәт уҡыйбыҙ - улар приютҡа килеп, беҙҙә тәрбиәләнгән балаларға өләсәй йылыһын өләшә. Приютҡа ағинәйҙәр килгән көндә тәмле ҡурмас еҫтәре, талир тәңкәләр сыңы тарала. Һәр бала инәйҙәр тағып килгән сулпы-селтәрҙәрҙе кейеп-тағып, уларҙы тотҡолап, бәләкәс кенә устарына һалып ҡарай, йөрәк төбөндәге наҙҙарын уята. Был күренешкә тыныс ҡарап булмай - күҙ йәштәре бәреп сыға. Милли матурлыҡ, милли зауыҡ ул һәр быуында, һәр заманда ла һәр милләт балаһын үҙенә тарта..." - ти ул.
Артабан "Тәңкәбикә"нең ыҡсым сәхнәһен ҡотлап, ағинәйҙәр йола күренештәрен уйнай башланы. Әйткәндәй, Йылайыр районының һәр ауылы ағинәйҙәре үҙ төркөмдәренә йырлап торған исемдәр ҡушҡан икән: Йылайырҙар - "Тәңкәбикә"ләр, Ҡашҡарҙар - "Сәлимәкәй", Матрайҙар - "Хазина", Сиҙер ауылында "Гәүһәркүл" төркөмө, Байғужалар - "Шишмәләр", Һултантимерҙәр - "Йәнгүзәл", Юлдыбайҙар - "Ҡанифа". Ҡашҡарҙар бик йәнле итеп "Әбейҙәр сыуағы" сәхнә сарпыһын - тамашаһын күрһәтте. Матрай ауылының "Хазина" ағинәйҙәр төркөмө "Биртек йыйыу" йолаһын әҙерләгән. "Мин бәләкәй саҡта биртек йыйғаным булды, - ти төркөм етәксеһе Рәйсә апай Мелкоедова, - ул йола беҙҙең яҡтарҙа бөгөн дә йәшәй, хатта был им кемгәлер килешә лә. Ғөмүмән, йолаларҙың ыңғай энегетикаһы барлығын тойоп йәшәгән быуын бит инде беҙ. Әле бына "Килен оҙатыу" йолаһын атҡарырбыҙ, тип йыйынабыҙ. Хәҙер халыҡ туйҙарҙы ысын йола менән үткәрергә тырыша, йола үтәргә беҙҙе саҡырып торалар. Элекке теләһә ни кейеп-шашынып, шағараҡ ҡороп, һыу юлын тапау беҙҙә хәҙер бөттө..."
Һултантимер ауылы ағинәйҙәре бик фәһемле тамаша менән сығыш яһаны. "Йылҡы ите йәшәтә, ҡыр сейәһе йәшәртә!" - был һамаҡлау менән ҡымыҙсылыҡ һәм йылҡысылыҡтың бәрәкәтен, тәбиғи ашамлыҡтың файҙаһын аңлатырға тырышты ағинәйҙәр үҙ сығышында. "Һеҙ-гә хәҙер ут ҡоймағы бешереп күрһәтәм", тип усаҡ тоҡандырырға тотондо бер ағинәй. Уның телде йотторорлоҡ тәмле һыйы ҡуҙға бешерелгән ҡоймаҡ булып сыҡты.
Сиҙер ауылы (Сидоровка) ағинәйҙәре "Бил быуыу" йолаһын сәхнәләштерҙе һәм ҡыҙҙы кейәүгә оҙатҡан мәлдә башҡарыла торған был тамашаның мәғәнәһен, зарурлығын аңлатып, "Билкәйеңде бәйләйем, Ҡотҡайыңды бәйләйем", тип, йәш киленгә өгөт-нәсихәт яуҙырҙылар. "Иҫең булһа, иҫләрһең, иҫләмәһәң, үкенерһең, терһәгеңде тешләрһең", - тип тә иҫкәрттеләр. Яманһаҙ ағинәйҙәре Йылайыр тарафы яҙыусыһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның "Хыялға илтер һуҡмаҡ" тигән китабынан "Ҡәйнә фатихаһы" тураһында хикәйәтте сәхнәләштереп, театр тамашаһы итеп уйнап сыҡты. Байғужа ауылының "Шишмәләр" төркөмө үҙҙәре эсеп үҫкән Туңғатар шишмәһе тураһында тамаша күрһәтте. Ауыл янында Туңғатар ҡоҙоғо бар икән, ул боронғо Ҡанифа юлы буйында, уҙған юлсы-каруансыларға һыу биргән оло сығанаҡ булған, әле лә тәмле һыуы менән һуғарып ағып ята. "Яңыраҡ Туңғатарҙы уратып кәртәләп ҡуйҙыҡ, рәшәткәһен буяп, "торналы" ҡоҙоҡ сиртмәһе яһатып, күҙҙең яуын алырлыҡ итеп йәмләнек", тип һөйөнсөләй һыу йәнле байғужалар.
Юлдыбай ауылындағы "Ҡанифа" ағинәйҙәр төркөмө башҡорт милли кейемдәре күргәҙмәһе менән сәхнәгә сыҡты. Төркөм-төркөм ағинәйҙәр берсә ҡашмау, селтәр күрһәтә, таҫтар, елән, камзул күргәҙмә өлгөләре лә әҙер - барыһы ла Хафиза Амантаева апайҙың ентекләп күҙҙән үткәреүе менән эшләнгән. Һәр төбәктә лә шулай яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған оҫталар юҡ. Учалыла барса ағинәйҙәр Азат Салауат улы Ғариповҡа ҡарап тора, уның кәңәшен һәм дәресен ала. Йылайыр яғы Хафиза апай менән кәңәш итергә тырыша, сөнки һүҙ ырыу кейемен, милләт хазинаһын тергеҙеү тураһында бара. Ағинәйҙәр был юҫыҡта әленән-әле конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреп торорға тырыша. Сөнки бөгөн бай зауыҡлы башҡорт кейемдәрен еренә еткереп тергеҙеү өсөн бик төпләп уйлау, ғилми эҙләнеү, музейҙарҙы һәм китаптарҙы өйрәнәү мотлаҡ. Был эшкә еңелсә елдергән ыңғайға ғына тотонғандар "башҡорт кейеме" тигән "төрки ҡәүемдәр араһындағы иң бай, иң төрлө һәм иң мәғәнәле күренештең" (рус этнографы Сергей Руденко фекере) асылына төшөнә алмай һөрлөгөп туҡтап ҡалыусан. Шуға күрә лә бөгөн бөтә республикала "хаталар өҫтөндә эш" йәки "традицион ырыу кейемен боҙмау" тигән талаптар ныҡлап ҡуйыла. Ағинәйҙәр бөгөн ошо эш менән мәшғүл.

Әйткәндәй...
"Күмәкләп йөрөү һәр ваҡытта ла эләкмәй, бындай осрашыу - күңел талабы икән, тип ҡайтып барабыҙ", ти матрайҙар. Улар менән хушлашҡан саҡта ағинәй, ветеран-уҡытыусы Сәйетова Гөлсирә Мәхмүтйән ҡыҙы бик фәһемле һүҙҙәр әйтте: "Беҙгә күп кәрәкмәй бит: бер йылы һүҙ етә - йәшәтеүсе лә, йыуатыусы ла яҡшы һүҙ..." Ысынлап та, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына берләшкән ошо төрлө йәштәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары район халҡының көйөн хәстәрләп йөрөгән район етәкселегенә һәр даим ҡыуаныслы саралар үткәрешергә ашҡынып, уларға таяныс булырға әҙер тора бит. Уларҙы хуплап, йылы һүҙ менән күтәрмәләп торорға ғына кәрәк.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.19 | Ҡаралған: 593

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru