«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭНЦИКЛОПЕДИЯ ВИКИПЕДИЯНЫ АЛЫШТЫРА АЛАМЫ?
+  - 

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Википедияға ҡағылышлы репликаһын медиаресурстарҙың төрлөсә аңлатыуына, хатта уны "Рәсәй территорияһында тыйыу" тураһындағы имеш-мимешкә бәйле социаль селтәрҙәрҙә дуҫтарымдан һәм таныштарымдан бик күп һорауҙар килә. Шуға күрә, донъяла популярлыҡ яулаған интернет-энциклопедия тураһындағы фекерҙәрем менән бүлешмәксемен.

Бер нисә йыл элек Башҡортостан Фәндәр академияһы етәкселегендә: "Башҡорт Википедияһы бар икән, нимәгә беҙгә Башҡорт энциклопедияһы?" - тигән фекер яңғырағайны. Бөгөн килеп ил Президенты үҙе "Википедияны Рәсәй аналогы менән алмаштырырға" тәҡдим итә. Был йәһәттән башҡа иң элек шундай уй килә: ни өсөн милли энциклопедиялары күптән инде цифрлаштырылған һәм дөйөм милеккә сығарылған милләттәр - инглиздәр, немецтар, француздар һ.б. был ике сығанаҡты бер-береһе менән алмаштырыу тураһында уйланмай? Хатта интернет киңлеге сикләнгән һәм ысын мәғәнәһендә популяр булған онлайн энциклопедияға эйә ҡытайҙар ҙа бер нәмәне икенсеһенә алмаштырырға йыйынмай. Ни өсөн бары тик Рәсәйҙә генә мотлаҡ аналогка алмаштырылырға тейеш, ә бер үк ваҡытта икеһе лә булһа, ярамаймы ни? Күрәһең, "бер нәмәне булдырыу өсөн икенсеһен емерергә кәрәк" икәне ҡаныбыҙға һеңгән, булмышыбыҙға һалынғандыр. Фән чиновниктарының һәм хәҙерге журналистарҙың интеллектуаль кимәле милли энциклопедия менән "Википедия" краудсорсинг проекты араһындағы ябай ғына айырманы ла аңларлыҡ кимәлдә түгелме икән ни? Бына, әйтегеҙ әле, Ҙур Рәсәй энциклопедияһында йәки Башҡорт энциклопедияһында һеҙ башҡорт телендә Париж тураһында мәҡәлә таба алаһығыҙмы? Эҙләмәгеҙ ҙә, тапмаҫһығыҙ ҙа. Шулай уҡ ике энциклопедияла ла башҡорт ауылы Париж тураһында ла мәҡәлә тапмаясаҡһығыҙ. Ә Википедияла уларҙың икеһе лә бар. Ниндәй милли энциклопедия үҙенә шундай мөмкинлек бирә ала? Википедия - киң тематикалы, күп телле проект, ә энциклопедияларҙың тематикаһы, ваҡыты, теле финанстарға бәйле сикләнгән. Википедия ирекле - ирекмәндәргә эш хаҡы түләнмәй, уларға берәү ҙә күрһәтмә бирмәй һәм мәҡәлә темаһын сикләмәй. Шуға күрә теләһә ҡайһы илдең милли һәм төбәк энциклопедиялары бер ваҡытта ла Википедияны алмаштыра алмаясаҡ.
Википедияның Энциклопедияны алмаштыра алмауын да аныҡ миҫал менән аңлатам. Кеше йәшәй, эшләй, ижад итә, Питерҙа, Мәскәүҙә, Өфөлә юғары вазифалар биләй. Элекке партия, хәҙерге Башҡортостандың йәмәғәт ойошмалары архивында уның бер нисә шәхси эштәре папкаһы һаҡлана. Ил яҙмышын хәл иткән ҡарарҙар, шул иҫәптән төрки халыҡтары яҙмаһын ғәрәп хәрефенән латин графикаһына күсереүҙе ҡабул итеүҙә ҡатнаша. Милләттәр эштәре буйынса комиссариат эше буйынса шәхсән Сталин менән таныш була. Төрки халыҡтарының яҙмаһы мәсьәләһен "дөрөҫ хәл итмәгәне" өсөн, беренсе дәүләт комиссияһы ағзаларының барыһы кеүек үк, Мәскәүҙән провинцияға "һөрөлә", 1937 йылда беренсе "халыҡ дошмандары" иҫәбендә ҡулға алына, 1938 йылда атыла һәм онотолоуға дусар ителә. Уның биографияһы тураһында бер кем бер юл да яҙмай. Асышым тураһында Башҡортостан мәғарифы һәм фәне тарихы китабы авторы Юрий Ергинға, "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт автономиялы фән учреждениеһы директоры урынбаҫары Клара Әһлиуллинаға шылтыраттым һәм БАССР-ҙың мәғариф комиссары, уҙған быуаттың 20-се йылдарындағы БАССР Ауыл хужалығы советтары рәйесе тураһында мәҡәлә баҫтырыуҙы үтендем. Рәхмәт, баҫтырҙылар. Һуңынан ғына беҙ Википедияла А. Т. Ғисмәтуллин тураһында мәҡәлә яҙҙыҡ, сөнки Башҡорт энциклопедияһы беренсел сығанаҡ статусына эйә, ул башҡа энциклопедиялар кеүек үк, бығаса баҫылмаған мәғлүмәттәрҙе баҫтыра ала. Википедия тәүҙән үк әгәр мәҡәлә бығаса бер ҡайҙа ла донъя күрмәһә, уны баҫтырыу ярамағанлығы тураһында белдерҙе (Орисс - оригиналь тикшереү тыйыла). Иҫләһәгеҙ, рус Википедияһында 2011 йылда "Өфө әҙәбиәте" һәм 2013 йыда "Өфө амфитеатры" мәҡәләләрен юйҙырҙылар, сөнки улар ғәмәлдә булһа ла, бығаса бер ҡайҙа ла яҙылмаған күренештәр ине. Википедия - икенсел сығанаҡ, абруйлы сығанаҡтарҙағы белемде тапшырыусы ғына. Бына ни өсөн Википедияның башҡорт бүлеге Башҡорт энциклопедияһын, руссаһы - Ҙур Рәсәй энциклопедияһын, инглизсәһе - Британиканы алмаштыра алмай. Йәғни ике сығанаҡ та кешеләргә белем илтһә лә, уларҙың тәғәйенләнеше төрлө һәм уларҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға йәки алмаштырырға тырышырға ярамай.
Шундай уҡ Энциклопедиялағы һәм Википедиялағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө һәм актуаллеге тураһында яҙырға ла мөмкин булыр ине, әммә ул үҙе айырым ҙур тема. Бары тик шуны ғына әйтергә теләйем: ике сығанаҡта ла хаталар ҙа, иҫкергән мәғлүмәттәр ҙә бар. Уларҙы тапҡанда мин һәр саҡ Башҡорт Энциклопедияһына хат яҙам һәм Википедияла үҙем төҙәтәм.

Рөстәм НУРЫЕВ,
Башҡорт энциклопедияһының бер нисә мәҡәләһе авторы, 2005 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне һәм хакимы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.11.19 | Ҡаралған: 904

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru