«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУМЫРТҠА
+  - 

Тумыртҡа һуҡҡан барабан тауышын күптәрҙең ишеткәне бар. Беҙ был тауышты тыңларға яратабыҙ. Ҡышҡы урманға йәм өҫтәп ебәрә бит тумыртҡа туҡылдауы. Ә бына үҙен нишләптер өнәп етмәйбеҙ.

Беренсенән, тумыртҡа ҡушаматы ошаҡ ташыған кешегә ҡушыла. Йәнәһе, "тумыртҡа" булған ерҙә һаҡ булығыҙ, ул һәр хәбәреңде "туҡылдатып" ҡына тора. Икенсенән, был ҡошто алйот тип иҫәпләйбеҙ. Иҫәпләйбеҙ генә түгел, хатта сағыштырыу миҫалы итеп ҡулланабыҙ. Иҫ китмәле инде. Әгәр берәүҙе былай ғына түгел, ә бик ныҡ итеп үпкәләтергә теләһәк, бөгөлгән бармаҡтар менән өҫтәлгә бер нисә тапҡыр туҡылдатып алабыҙ ҙа, "бына һин ошолай", тип әйтәбеҙ. Хатта әйтелергә тейешле алйот һүҙен әйтеп тә тормайбыҙ. Уныһы, йәнәһе, былай ҙа аңлашыла.
Әйткән кешеһен әйтәм әле, ул бушҡа ғына өҫтәл туҡылдатмай. Йәнәһе, тумыртҡа ла бына ошолай туҡылдата. Ә уның ... мейеһе юҡ! Әгәр мейеһе булһа... ул күптән үлгән булыр ине. Йә мейе һелкенеүҙән, йә мейеһе сәсрәп осоп бөтөүҙән. Әммә тәбиғәт нишләптер был ҡошто йәлләгән, тип уйлай кеше. Мейеһен сәсрәтеп бөтөргән, ә үҙен тере ҡалдырған. Бына хәҙер йөрөй "мейеһеҙ" тумыртҡа рәхәтләнеп туҡылдап. Бына шулай, өҫтәлгә туҡылдатыу мейе юҡлығына ишара икән! Уйлап ҡараһаң, бындай һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк тә бар һымаҡ. Үҙегеҙ баһа биреп ҡарағыҙ әле. Тумыртҡа көнөнә 12 мең тапҡыр һуға, секундына 20 тапҡыр һуғып өлгөрә, һуғыу тиҙлеге 35 км/сәғ. Бындай тиҙлектә һуҡҡан суҡыш хатта ҡыҙып китә. Шуға тумыртҡа бер аҙға тынып ҡала икән. Суҡыш һыуына төшкәс, тағы бер тапҡыр барабан һуғып ала. Кеше мейеһе бындай туҡылдауға сыҙамаҫ ине, ә тумыртҡа мейеһе нисек сыҙай икән - был хәл ғалимдар тарафынан өйрәнелгән һәм асыҡланған. Баҡтиһәң, был ҡоштоң баш төҙөлөшө, мейе урынлашыуы һәм башҡаһы беҙҙекенән бөтөнләйе менән айырыла икән.
Әйткәндәй, "телең оҙонайһа, ҡыҫҡартырмын мин уны" тигән әйтемгә тумыртҡа миҫал була ала. Уның теле бигерәк оҙон. Кәүҙә оҙонлоғо 25 см, ә тел оҙонлоғо 10 см самаһы! Унысама оҙон телде ауыҙына нисек һыйҙыралыр, аптырамалы инде. Уға бындай оҙон тел ҡарышлауыҡтарҙы сүпләр өсөн кәрәк. Төрлө тумыртҡаның тел төҙөлөшө төрлөсә - кемдер ҡарышлауыҡты үтә сәнсә, кемдер уны тел ҡытыршылығы менән тота, ә кемдер лайлалы төкөрөк менән эләктереп ала. Тумыртҡа икенсе төр аҙыҡҡа ла күсә ала. Ҡышҡыһын ағас төбөндә өймәләм булып ятҡан ҡарағай тубырсыҡтары ошо тумыртҡаның эше лә инде. Ул тубырсыҡты күп осраҡта ботаҡ сатаһына ҡыҫтыра һәм емен сүпләй. Бушап ҡалғас, уны ергә төшөрөп ебәрә. Шулай йыйылып китә инде ағас төбөнә емһеҙ ҡалған тубырсыҡтар.
Ә шулай ҙа төп аҙыҡ булып урман ҡоротҡостары иҫәпләнә. Уларҙың күплегенә ҡарап, йәш ғаилә буласаҡ оя урынын һәм биләмә ҙурлығын билдәләй. Йорт һалыр өсөн ағас олонон һайлап алалар һәм унда ҡыуышлыҡ соҡоп эшләйҙәр. Күп ваҡыт уҫаҡ, ерек һәм сағанда оя соҡола. Бына әле мин төшөрөп алған фотоһүрәттә йорт төҙөү өсөн имән һайлап алынған. Йорт һалыу өсөн сама менән 20 көн ваҡыт китә. Соҡоу эшендә ата ҡош та, инә ҡош та тигеҙ ҡатнаша. Йорт апаруҡ иркен килеп сыға, уның тәрәнлеге 30 см, ә киңлеге 20 см самаһы була. Йәш пар 4-5 йомортҡаны алмашлап баҫа. Төнөн күберәген "атай" ҡарай. Ярты ай баҫҡандан һуң ҡош балалары донъяға килә. Бер ай самаһы атай-әсәй ҡарамағында йәшәйҙәр, шунан ғына үҙ яйына йәшәргә һәләтле булалар. Ә шулай ҙа улар ата-әсәй эргәһенән китергә ашыҡмайҙар. Өс ай самаһы улар эргәһендә донъя көтәләр. Шунан һуң ғына тыуған йортон ташлайҙар һәм үҙ парҙарын табып, донъя көтә башлайҙар.
Тумыртҡа ғаиләһе үҙ биләмәһен булдыра, ҡоротҡостарҙың күплеген самалап, уның сиктәрен билдәләй. Әгәр ҡоротҡостар күбәйә башлаһа, ғаилә биләмә сиктәрен үҙгәртә, йәғни уның майҙанын күпкә кәметә. Ваҡытлыса буш ҡалған биләмә өлөшөнә "өйҙәш" булып башҡа тумыртҡалар осоп килә башлай. "Өйҙәш" тумыртҡалар арҡаһында биләмәлә ҡоротҡостар шашып үрсеп китә алмай. Шуныһы ҡыҙыҡ, "өйҙәш" булырға яңғыҙ, әлегә ғаилә ҡороп өлгөрмәгән йәш тумыртҡаларҙың ғына хоҡуғы бар. Ҡоротҡостар һаны кәмегәс, ғаилә биләмә сиктәрен кире тергеҙеп ҡуя. Аяҡ аҫтында буталып йөрөгән, әле үҙ донъяһы булмаған ыбыр-сыбыр йәш тумыртҡалар кире ҡыуып ебәрелә. Ошоларҙан ғына сығып, тумыртҡаны бер ҙә алйот тип әйтеп булмайҙыр.
Был мәҡәләне Айһылыу Йәғәфәрованың шиғыры менән тамамлағым килә.

Тумытҡа - урман докторы,
Ағас йөрәген тыңлай.
Уның әйткән һәр бер һүҙен
Урман ҡабатлай, тынмай.

Әйткәндәй, беҙҙә тумыртҡаның иң таралған төрө булып туҡран иҫәпләнә. Икенсе исеме - ҡара тумыртҡа. Исеме есеменә тура килә былай. Был ҡош ҡара-тоноҡ төҫтә. Башында һәр ваҡыт ҡыҙыл "түбәтәй" була. Мин төшөрөп алған фотоһүрәттә уның балаһы үҙ ояһынан башын ғына сығарып ата-әсәһен көтөп тора.

Әғләм ШӘРИПОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 585

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru