«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАЙЫҪҠАН
+  - 

Һайыҫҡанды беҙ иҫ белә башлағандан уҡ беләбеҙ. Сөнки был ҡош йыл әйләнәһенә беҙҙең эргәлә. Йылы яҡҡа ла осоп китмәй ул. Шуға күрә беҙ уның тегеләй-былай осоп йөрөүенә өйрәнеп тә бөткәнбеҙ, буғай. Хатта шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул итәбеҙ. Беҙ бөгөн уның менән яҡынданыраҡ танышайыҡ әле.

Тәү сиратта, был ҡош үҙенең яңғырауыҡлы итеп шыҡырыҡлауы менән билдәле. Һайрауы менән, тип әйтергә, нишләптер, тел әйләнмәй. Шыҡырыҡлағас шыҡырыҡлай инде. Матур һайрай тип яҙып, һандуғасты үпкәләтеп булмай ҙа инде. Ә шулай ҙа һайыҫҡандың шыҡырыҡлауын халыҡ үҙ итә, хатта яҡын күрә. Уға бына ошондай яғымлы шиғыр юлдары бушҡа бағышланмаған.

Урман яңылыҡтарын
Һайыҫҡан көн дә һөйләй:
Урман радиоһында
Ул диктор булып эшләй.

Бына шулай, халыҡ һайыҫҡанды шыҡырыҡламай, ә урман яңылыҡтарын һөйләй, тип ҡабул итә. Улай ғына түгел, хатта "урман дикторы" таратҡан "яңылыҡтарҙы" хәйерлегә юрай. Уның "яңылығын" ишеткән кеше, "һәйбәт хәбәр килде", тип ҡыуанып китә. Был турала шағир ошолай яҙа:

Тәҙрәләремә ҡарап,
Ҡойма башына баҫҡан.
- Бөгөн ҡунаҡ көтөгөҙ, - тип,
Шыҡырыҡлай һайыҫҡан.

Әйткәндәй, ваҡыты менән һайыҫҡан үҙе лә ҡунаҡ булырға ярата. "Башы ҡороғор, бынау һайыҫҡан баҫырға һалған ун йомортҡаның береһен ҡалдырмай эсеп киткән", - тип зарланып йөрөгән хужабикәләр һәр ауылда барҙыр. Халыҡ уның йырлауын оҡшата, ә бына "бейеүен" нишләптер оҡшатмай. Һайыҫҡандың оҫта "бейеүсе" булыуы тураһында ошондай таҡмаҡ сығарылған:

Аяғыңдағы итегең
Әмерикәнский икән.
Һикереп-төшөп бейеүҙәрең
Һайыҫҡанский икән!

Шуныһы ҡыҙыҡ, һайыҫҡан нишләптер ялтыр нәмәләрҙе ярата, яйы сыҡһа, уларҙы урлап та ҡуя. Бер мәл берәү ошолай һөйләп торғайны. "Иҫем китте, мунсала һабын юғала ла ҡуя. Хәҙер булһа, артыҡ иғтибар итмәҫ инем. Заманында һәр нәмәгә ҡытлыҡ булғайны бит, бына ошо ваҡытта булды был хәл. Бер айға бер һабын бирелгәс, уны ҡәҙерләп-самалап ҡына тотонорға тура килә ине. Бер һабынды бишкә бүлеп, мунса һайын бер киҫәген алып барған мәлдәр ине. Мунса инәбеҙ, ә иртәнсәк һабын юҡ. Унан елдәр иҫкән була. Мәйтәм, былай булмай, бурҙы тотор кәрәк! Ә эстән генә шайтан ҡоторта, күрше-күләндең генә эше, инеп ауыҙҙарын йырып сыҡ, тей. Ярай, тим шайтанға, ҡабаланмайыҡ, өлгөрөрбөҙ ауыҙҙарын йырырға, тәүҙә бурҙы тотайыҡ әле. Кис мунса индек, ә иртәнсәк таң беленер-беленмәҫ мәлдә мин ҡулға елле генә таяҡ тотоп, һарай башында йәшенеп ятам. Урынды һәйбәт һайлағанмын былай, мунсаның асыҡ ишеге хатта һәйбәт күренә. Елләтергә, тип асып ҡуйғанбыҙ ишекте. Бына бер мәл мунса ишегенә... һайыҫҡан килеп ултырҙы. Оҙон ҡойроҡтарын тегеләй ялпылдатты, былай ялпылдатты, оҙон муйындарын һуҙып, тирә-яҡты байҡап сыҡты, мунса эсенә күҙ һалып алды. Шунан мунса эсенә осоп инеп китте һәм... ауыҙына һабын киҫәген арҡыры тешләп килеп тә сыҡты! Бына кем икән бур! Ә үҙем бер яҡтан ҡыуанам, шул уҡ ваҡытта оялам. Ярай әле, мәйтәм, шайтан ҡотҡоһона бирелеп, аңын-тоңон белмәйенсә күршеләргә йән-фарман сабып барып инмәгәнмен!
Ә бына һайыҫҡандың "өйөнә" барҙым. Шыҡырыҡлауына самалап барыбер таптым мин уның ояһын. Үҙен генә тотоп булманы. Минең әрләгәнде эргәләге ағас ботағында тыныс ҡына тыңлап ултырҙы. Ә уның ояһында ебеп бөткән һабын киҫәктәре, ялтыр шешә ярыҡтары, хатта бер муйынсаҡ һәм тараҡ бар ине".
Бына ошондайыраҡ ул һайыҫҡан. Ярай, мәйтәм, урлашһа - урлашһын, насар бейеүсе булғанына ла күҙ йоморға була. Шуныһы мөһим, һайыҫҡан бары тик беҙгә яҡшы хәбәрҙәр генә еткереп торһон!

Әғләм ШӘРИПОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 602

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru