«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СЕРГЕТЫШТЫҢ СЕРЕ ЯРЫШ АТЫН КҮҘҘӘН ҺАҠЛАУҘА
+  - 


Беҙ ир-егеттәр байрамы тип ҡабул итеп өйрәнгән 23 февраль көндө Бөрйән районында 51-се тапҡыр ҡышҡы ат сабыш бәйгеһе үтте. Беҙҙе һоҡландырған да, аптыратҡан да, кинәндергән дә күренештәр байтаҡ булды был сарала. Берҙән, был тиклем ир-егеттәр, етмәһә, айыҡ ир-азаматтар былай күпләп йыйылған йыйындарҙы күптән күргән юҡ ине - шул аптыратты. Тимәк, ҡандарында әле ысын ир-егеттәр дәрте, хәтерҙәрендә атай-олатайҙар дарманы һаҡлана. Икенсенән, ярыш аттары һәм уларҙың саналары район ағинәйҙәренең күҙ нурҙарын түгеп әҙерләгән сергетыш, кейеҙ, ҡорамаһы менән биҙәлгәйне. Баҡтиһәң, Бөрйән районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары етәкселәре Рәшиҙә Ғиззәтуллина әйҙәүенә ҡушылып, саналы һәм һыбай аттарҙың биҙәлешенә конкурс ойоштороп, быйылғы ярышҡа матур бер яңылыҡ индергән икән. Рәшиҙә Хәй ҡыҙы менән тап ошо турала әңгәмәләштек.

- Эйе, был беҙҙең Бөрйән ағинәйҙәренең оҙайлы ваҡытҡа төҙөлгән "Сергетыш" исемле проектыбыҙҙың тәүге емештәре булды һәм уға райондың бөтә ауылдары ҡатын-ҡыҙҙарын да тиерлек йәлеп иттек, - тип һөйләп китте ағинәйҙәр етәксеһе. - Проект республикабыҙҙа быйыл үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек маҡсатына ярашлы төҙөлдө һәм бер нисә этаптан торған план буйынса тормошҡа ашырылып килә. Көҙҙән бирле алыҫ ауылдарға сығып, йә булмаһа ағинәйҙәрҙе район үҙәгендәге "Кәрәҙ" клубыбыҙҙың эш бүлмәһенә саҡырып, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, башҡорт аттарын байрамса биҙәү алымдары өйрәтелде. Һәр хәлдә, аттар өсөн һәм көнкүрештә кәрәк-яраҡ итеп ҡулланыла торған сергетыштың биҙәлешендә һәм ҡулланылышында ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйеш-булмышы, тормош фәлсәфәһе сағыла икәнен күрһәтергә теләнек. Фольклориадала ҡатнашасаҡ сит ил ҡунаҡтарына күрһәтерлек нәзәкәтле, зауыҡлы, ҡулланылышта файҙалы, беҙҙең ерлеккә хас милли матди һәм рухи байлыҡты тергеҙеү, аңлатыу, таратыу маҡсатына яраҡлы проектыбыҙ тормошҡа ашыр, ғәҙел баһа алыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Бөрйән ағинәйҙәренең был хеҙмәте ҡышҡы ат ярышы, һабантуйҙарҙы биҙәүҙә, төрлө бәйгеләрҙә башҡорт аты исемен яҡлауҙа ҙур өлөш индереренә, халыҡтың иғтибар үҙәгендә булырына иманыбыҙ камил.

Биҙәү сәнғәтенең был тармағының тарихи ерлеге бармы һуң? Булһа, ул ниндәй сығанаҡтарға нигеҙләнгән? Һәр хәлдә, хәҙерге быуын был турала мәғлүмәтле түгел тип әйтергә була бит...

- Матурлыҡҡа ынтылыш кешенең кейгән кейеме менән генә сикләнмәгән. Башҡорттар үҙҙәренең тоғро дуҫы булған атты, ат өҫтөндәге эйәрҙе, йүгәнде, уҡ-һаҙаҡтарын биҙәүгә лә ҙур иғтибар биргән. Улар XX быуат урталарына тиклем һаҡлана, ҡулланыла килгән әле. Борон башҡорт егеттәре сынъяһау кейенеп, шәп аттарға менеп, ҡыҙ күҙләгәндәр. Яҙғы эштәрҙән һуң үткәрелгән йола байрамы һабантуй ҙа ат ярыштарынан башҡа үткәрелмәгән. Кейәүгә бирелгән ҡыҙ ата-әсә йортонан буласаҡ ғаиләһенә оҙатылғанда уның өҫтөндәге кейеме һәм атының күкрәксәһе, сергетышы, бауырлығы, арҡалығының бер иштән сағыу төҫтәрҙә биҙәлгән булыуы уның нәҫел-нәсәбенең затлы, бай, тәрбиәле булыуын күрһәтеп тороусы бер билдә булған. Башҡорт халыҡ йыры "Ҡара юрға"ла был күренеш бигерәк тә асыҡ сағылдырылған. Беҙ ошо проектҡа тотонорҙан алда районыбыҙҙың Килдеғол ауылында йәшәүсе 80 йәшлек Шәрәфуллина Ғәлимә Фауариз ҡыҙының үҙ ҡулдары менән эшләгән сергетыш өлгөһө менән танышҡайныҡ. Ошо ауылдың китапханасыһы Нәзилә Исҡужинаға өлгөнөң күсермәһен эшләп, беҙҙең менән уртаҡлашҡан өсөн бик тә рәхмәтлебеҙ.

XIX быуатта халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен төплө өйрәнеп, яҙып ҡалдырған рус ғалимдары араһынан С.И. Руденконың да башҡорттар тураһындағы китабында ат егеү кәрәк-яраҡтарының атамалары тәфсирләнгәнен беләм. Шулар араһында бөрйәндәрҙең сергетышы тураһында фотоһүрәте менән бергә ярайһы уҡ ентекле мәғлүмәт бар. Ғөмүмән, сергетыш атамаһы тураһында һеҙгә нимә билдәле?

- Аттың эйәре аҫтына һалына торған был әйберҙең атамаһына килгәндә, уның ҡушма һүҙ икәнен күрәбеҙ. Үңдек өҫтөнән эйәр аҫтына һалына торған тышлы кейеҙ ул серге. Был һүҙҙең сығышы тураһында, ысынлап, үҙем дә ныҡ эҙләндем. Кейеҙҙе ҡаплар өсөн төрлө төҫтәге йөн ептән туҡылған буй һыҙыҡлы балаҫ та ҡулланылғаны билдәле. Шулай уҡ кейеҙҙең өҫтөнән ҡалынса туҡыма ла ҡулланылған һәм ул да тигеҙ рәттәргә теҙеп һалынған биҙәктәрҙән һырылған. Буй-буй һырлы биҙәктәрҙән ҡоролғанға күрә, һыр>сыр>сер сылбыры аша серге һүҙенең тамырын төҫмөрләргә булалыр, тейем. Һарыҡ йәки кәзә йөнөнән баҫтырылған кейеҙҙең тышына һалына торған япма булыуын аңлата инде һүҙъяһалышта ҡатнашыусы икенсе тамыр - тыш. Был турала башҡа фараздар булһа, гәзит уҡыусылар үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлаша ала, әлбиттә.

Хәҙер сергетышҡа һалынған биҙәктәргә күсәйек. Уларҙың ниндәйҙәре ҡулланылған, башҡарыу техникаһы ниндәй?

- Эйәр аҫтына һалынған кейеҙҙең өҫтө сепрәк менән ҡапланып, уныһының дүрт яғының да ҡырҙарына төҫлө туҡыма киҫәктәренән мөгөҙлө ҡусҡар, өсмөйөш-шаҡмаҡтар һалына. Ғәҙәттә, сепрәк япма үҙе кейеҙҙән бәләкәйерәк алынып, кейеҙе ҡайма булып күренеп тора. Оҫталар уны һәр кем үҙенсә текһә лә, сергетыштың биҙәктәре бер үк техникала башҡарылған. Сергетышты ҡыҙыл, һары йөн йәки ебәк ептәр менән сигелгән мәңгелек донъя тәгәрмәсен һынландырыусы түңәрәк, йыһан тамғалары ҡояш-ай-йондоҙҙар ҙа биҙәй. Шулай уҡ дүрт мөйөшөн суҡлап ҡуйғандар. Ҡат-ҡат ҡатлаған ептең бер осон ҡуша төйөп, икенсеһен һалындырып ҡуйған биҙәүес булараҡ, суҡ үҙе лә символ рәүешен үтәй. Беренсенән, ул күп булғанды белдерә. Икенсенән, күптең бергә ойошоуын, берҙәмлектә тупланыуҙы аңлата.
Һәр ҡатын-ҡыҙҙың оҫталығынан, ни кимәлдә етеш-бай булыуынан сығыптыр инде, сергетыштар бит бер-береһен һис ҡабатламай. Ләкин шул уҡ ваҡытта өсмөйөш, шаҡмаҡ формаһындағы ҡырҡындыларҙы ҡулланғанға күрә, бөтә сергетыштарға ла хас оҡшашлыҡ, дөйөм уртаҡлыҡ та күҙгә ташлана. Шул биҙәктәрҙең быуындан-быуынға күсә килгән ҡабатланыуында сер ҙә бар. Бик күп эҙләнеү, уйланыуҙарҙан һуң үҙем дә аңғармаҫтан мөғжизәгә юлыҡтым мин сергетыштар менән мауығыуҙан. Мәҫәлән, "һалмалап туралған" төрлө төҫтәге буҫтау ҡырҡындылар теҙелгән аҡ буй юлаҡтарҙы ҡарайыҡ. Шаҡмаҡ йәки ромб - бер урында нығынған, ныҡлыҡ тамғаһы булараҡ, ер, ер эшкәртеү символы икәне билдәле. Аҡ юл образы, ғөмүмән, башҡортта киң таралған төшөнсә. Аҡлыҡ, сафлыҡ - иреккә, тыныслыҡҡа, рухиәткә ынтылыш билдәһе булһа, күп һанлы ваҡ ҡына шаҡмаҡтар кешенең был фани донъяла, йәғни ер тормошона тәғәйен йылдары, үтелгән аҙымдары һанын һынландыралыр, тип фаразларға мөмкин.

Ә япманың үҙәгендә уның дүрт яғын да уратып алған эрерәк тигеҙ өсмөйөштәрҙән торған һыҙаттар нимәне аңлата?

- Түбәһе өҫкә ҡаратылған өсмөйөш - ут символы ул, сөнки ялҡын телдәре өҫкә йүнәлеп яныусы. Тағы бындай өсмөйөш тау түбәһенә оҡшаш булғанға күрә, бейеклеккә артылыу, рух күтәренкелегенә ишара булһа, бер үк ваҡытта ир-ат тамғаһы (фаллос!) ла ул. Уларҙың тигеҙ бер рәткә теҙелеүе - йәнтөйәген яҡларға, ҡурсаларға һәр саҡ әҙер, кәрәк саҡта, яуға күтәрелер өсөн сафҡа баҫҡан ғәскәр символын күҙ алдына килтерә... Ошо өсмөйөштәрҙең бер рәткә ярышлап теҙелеүенән һәр икеһенең араһында түбәһе аҫҡа ҡарай йүнәлгән, йәғни түңкәрелгән өсмөйөштәр хасил була. Һыу йыйылып ятыр соҡор-саҡыр, уйһыу ерҙәр төҫмөрләнә уларҙа. Аллаһы Тәғәлә Ер йөҙөн үҙе шулай яралтҡан да баһа! Эзотерик әҙәбиәттә өсмөйөштөң был төрө ер йөҙөндә йәшәү сығанағы булған һыу, һауыт-һаба, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ символы булараҡ ҡабул ителгән. Ике төрлө өсмөйөштәрҙең бер сафта үҙ-ара ярашып, төҙөк биҙәк-һыр барлыҡҡа килтереүе йәшәүҙең нигеҙендә ятҡан ут һәм һыу, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ башланғысы, фанилыҡтың һәм рухиәттең мәңге айырылмаҫ ҡиммәттәр икәнен аңлатыусы фәлсәфәнең сағылышы ул. Сергетыштың иң ситенә теҙелә торған тағы бер өҫмөйөш төрө бар. Улары шаҡмаҡлап ҡырҡылған туҡыманы дүрткә бөкләүҙән хасил булған өсмөйөштәр - бетеү тип атала. Бетеүҙең һаҡлау, ҡурсалау өсөн тәғәйенләнеше барыбыҙға ла билдәле.

Шулай итеп, Йыһанда әҙәм һәм башҡа йән эйәләре йәшәй алырлыҡ шарттар тыуҙырыуҙа ҡатнашҡан ер-ут-һыу-һауа-арауыҡ символдарының серен һаҡлаусы монаят икән дә был сергетыш! Тимәк, ҡыҙ баланы кейәүгә әҙерләгәндә, яңы ғаилә барлыҡҡа килгәндә йорт ҡаралтыһы, уртаҡ түшәк итеп ҡулланыласаҡ сергетыштың үҙендә күпме йәшерен код (ҡот!) һалынған буламы?

- Әлбиттә! Ниндәй ҙур милли рухи байлығыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ беҙ ошо әйберҙе ҡулланылыштан сығарып! Сөнки ошондай символдарҙың күрер күҙгә күренмәҫ тәьҫирен тойоуҙан да, зауыҡ менән биҙәлешенән ҡәнәғәтләнеүҙән дә мәхрүм булғанбыҙ бит. Ата-бабаларыбыҙҙың 70-80 йәштә лә өсөнсөгә-дүртенсегә йәш кәләш алырға һәләте булғанына ул замандарҙа кейеҙҙә йоҡлауҙары булышлыҡ итмәгән тиһеңме? Һарыҡ йөнөнөң файҙаһы тураһында фән кимәлендә лә яҡлаған мәғлүмәт билдәле булды бит инде. Йәштәрҙең ғаилә ҡорғас та магазиндан алынған губка-холофайберҙар өҫтөндә йоҡлап, ниндәй зыян күргәнен дә аңларға ваҡыттыр. Юғиһә, ир-аттың иртә йәштән кәрһеҙ ҡалыуына, ҡатын-ҡыҙҙарҙың түлһеҙлегенә ни сәбәп? Тәбиғи йөндөң йылыһын тойоп, кейеҙ өҫтөндә йоҡлаған сабый балаларҙың тәндәре нисек тын алып, ял итеүе тураһында ла айырым һүҙ сурытырға булыр ине - быныһы инде үҙе бер тема.

Әммә һүҙҙе йомғаҡлар алдынан ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан ауыл ағинәйҙәрен дә телгә алып үтһәгеҙ ине...

- Иҫке Собханғол ауылынан "Кәрәҙ" клубында шөғөлләнеүсе ағинәйҙәр - Миңлегөл Галина, Алһыу Ҡолдәүләтова, Гүзәл Абдуллина, Рәхимә Ишдәүләтова, Мәҙинә Барыйова кеүек оҫталарҙың эшендә бер ниндәй етешһеҙлек тапмаҫһың! Уларҙың эштәрен, ғәҙәттәгесә, күргәҙмәлә конкурстан тыш ҡына ҡулланабыҙ. Уларға етә Байназарҙан Нәсимә Наурыҙбаева ай эсендә эргәһенә йәштәрҙән бер төркөм йыйып (Гөлсибәр Наурыҙбаева, Гөлнәзирә Үтәғолова, Гөлфинә Зәйнуллина), бик матур сергетыштар өлгөрттө. Шуға күрә уларҙың эштәре әлеге бәйгелә беренсе урынға лайыҡлы тип табылды. Әтек ағинәйҙәре Әлфирә Иманғолова, Көнһылыу Сөләймәнова, Сәғилә Атанғолованың сергетыштары шул ауылға ғына хас боронғо биҙәктәр ҡулланылыуы менән айырылып торҙо. Беҙ был йүнәлеште лә хуплайбыҙ, ошоға бәйле уларҙың хеҙмәте икенсе урын менән баһаланды. Өсөнсө урынға Килдеғол ағиәйҙәрен ойоштороусы Вәсилә Көмөшбаеваның һәм Фирҙәүес Ваһапова, Айһылыу Билалова, Гүзәл Исхакова,Сәғиҙә Искужинаның сергетыштары лайыҡ булды.
Әбйәлил районы менән сиктәш Ҡолғона ауылыныҡылар сергетышлы кейеҙ баҫыу йолаһын һаҡлап килеүселәрҙең береһе. Хатта улар был йоланы сәхнәләштереп күрһәтеп тә дан алған коллектив әле ул. "Сергетыш" проектын тормошҡа ашырыуҙа Ғилминур Уразаева (Яңы Мөсәт), Ғилминур Йомағужина (Аҫҡар), Сәриә Минһажева (Ғәлиәкбәр), Гөлдәр Сөләймәнова (Кейекбай) кеүек ағинәйҙәрҙең уңышҡа өлгәшеүе - уларҙың ҡул эштәрен өмә менән башҡарыуға һәм кис ултырыу йолаһын тергеҙеүгә бәйләнгән. Оҫталыҡ дәрестәре алып, ҡорамаға яңы тотоноп киткән Янһары (Минзәлә Баймырҙина), Иҫке Монасип (Клара Әмирханова), Яңы Усман (Фәлиә Ҡунаҡбаева) ауылдарының эштәре лә иғтибарға лайыҡ ине. Иң алыҫ Ҡотан (Хәмдиә Ситдиҡова), Ырғыҙлы (Нәфисә Айытова) ауылдары ағинәйҙәренең дә был юлы ситтә ҡалмауы ҡыуаныслы күренеш булды. Һөҙөмтәлә, ил төкөрһә, күл була тигәндәй, ниндәй матур тамашаға әйләнде быйылғы ҡышҡы ат ярыштары Бөрйәндә!

ШУЛАЙ ИТЕП...
Эйе, ярыштарҙа ҡатнашҡан ир-егеттәр ағинәйҙәр тыуҙырған матурлыҡҡа ғына түгел, ә элекке йола буйынса аттарының сергетеш япмалар аҫтында тороп, бәйге алдынан кеше күҙе тейеүҙән һаҡланыуына ла ҡыуанғандыр. Бәйгенең дәррәү, имгәнеү-маҙарһыҙ үтеүенә ошо ла тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, моғайын. Һөҙөмтәгә килгәндә, ҡышҡы көндә ат сабыштырырға йөрьәт иткән һәр ир-егет еңеүсе инде. Шуға ла уларҙың һәр береһе тейешле баһаһын алды. Ә төрлө номинацияларҙағы ярыштарҙа Ғәҙел Ишҡолов, Саринтай Айсынов, Мирфат Әбйәлилов, Фидан Мәзитов, Ринат Мөхәмәтҡужиндарҙың исеме беренселекте яулағандар араһында аталды. Командалар араһынан Байғаҙы ауыл биләмәһе егеттәренә етеүсе булманы.

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.20 | Ҡаралған: 886

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru