«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН МЕНӘН ҺАЛЫНҒАНДЫ МИЛЛӘТТЕ, ТЕЛДЕ АЛЫШТЫРЫП ҠЫНА ЮЙЫП БУЛМАЙ
+  - 


Бер-береһен ҡанатландырып, дәртләндереп кенә түгел, ә бер-береһен үҫтереп, ижадына һәм хеҙмәтенә булышлыҡ итеп, бер-береһен һаҡлап һәм ҡәҙерләп йәшәй белгән ғаиләләр, әлбиттә, һоҡландыра. Улар күптәргә үрнәк тә, фәһем алыр тормош күргәҙмәһе лә. Тап бына шундай башҡорт ғаиләһе ғүмер итә Татарстандың Ҡаҙан ҡалаһында. Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫтары - Фирҙәүес һәм Йәҙгәр Бәшировтар улар. Улар инде ярты быуаттан ашыу ирле-ҡатынлы ғына түгел, ижадташтар ҙа, фекерҙәштәр ҙә, көрәштәштәр ҙә. "Беренсе уҡыусым да, кәңәшсем дә, тәнҡитсем дә, мөхәррирем дә, сәркәтибем дә", ти хәләл ефете хаҡында Йәҙгәр Әхәт улы. Һәм әлеге һөйләшеүҙә лә улар бер-береһен бүлдермәй генә, береһе һөйләгәндә икенсеһе яратып ҡына ҡарап ултырып, әңгәмәләште. Һоҡланыу ҙа һәм нисектер ғорурлыҡ тойғоһо ла ҡалдырҙы был оло быуын ғаиләһе.

Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ, һеҙҙе яҙмышмы, шөғөл-хеҙмәтегеҙме, ситтә йәшәргә мәжбүр иткән, шулай бит? Ситтә башҡорт булып йәшәү нисек ул?

Фирҙәүес Бәширова:
Ситтә йәшәү - ул үҙеңде һынау. Хатта ҙур урында эшләһәң дә, бик бәхетле булһаң да. Тыуған ерҙә, үҙ халҡың араһында көн итеү - ул бөтөнләй икенсе нәмә. Сит тарафтарҙа йәшәү һәм икенсе милләт вәкиле булараҡ үҙ урыныңды тотоп, үҙ һүҙеңде раҫлап йәшәү - ҙур яуаплылыҡ. Был ҡайҙалыр ситтә уҡып сығыу йәки командировкала булып ҡайтыу ғына түгел. Унда һин ете ят кешеләр араһында йәшәйһең, йәғни көнкүрешең дә, эшең дә, күтәрелгән-ҡолаған саҡтарың да, сәләмәт булған-ауырыған мәлдәрең дә, бәхетле-бәхетһеҙ көндәрең дә һәм башҡа бөтөн донъяуи кисерештәрең дә ситтәрҙең күҙ алдында. Ә беҙ Йәҙгәр ағайың менән һәр ваҡыт йәмғиәт үҙәгендә булып, яуаплы вазифалар биләгәс, үҙебеҙҙе башҡорт милләтенең бер вәкиле итеп кенә түгел, ә артыбыҙҙа тотош халҡыбыҙ тора һәм уны тейешле кимәлдә күрһәтә белергә тейешбеҙ, тип йәшәнек.
Студент саҡта әле Силәбе ҡалаһында баҙарҙа йөрөйбөҙ, үҙебеҙсә иркен итеп башҡортса һөйләшәбеҙ. Аңғарам, артыбыҙҙан бер апай эйәреп йөрөгән һымаҡ. Беҙ ҡайҙа барабыҙ, ул да шунда, беҙ туҡтаһаҡ, ул да яйлай... Ахырҙа, тегегә төбәлдек. Шунда был апай: "Ҡайһылай матур итеп һөйләшәһегеҙ. Тыңлап йөрөп кинәнәм", - тине уңайһыҙланып. Шул саҡта туған телемдең матурлығын, йомшаҡлығын башҡалар ҙа тойғанына, һоҡланғанына инандым, бындай хәлдәрҙе бөгөнгө көнгә тиклем күҙәтәм. Телдәр белеүҙең кәрәклегенә инанһам да, туған телде белеү мотлаҡ, тип иҫәпләйем, сөнки ул әсәйеңдең теле, халҡыңдың тарихы.
Силәбе дәүләт политехника институтында уҡығанда гәзит сығара инек, мин дә шунда шиғырҙарымды баҫтырам, мәҡәләләр яҙам. Төркөмдәштәрем бер мәл: "Фирҙәүес, башҡорттарҙың һәр береһе тота ла шиғыр яҙа ала тиҙәр, шул дөрөҫмө?" - тип һорайҙар. Мин шул саҡ шиғыр йә таҡмаҡ сығара алған таныштарымды, шиғыр менән һөйләшеп йөрөгән туғандарымды, унан килә үҙебеҙҙең шағирҙарыбыҙҙы иҫләнем дә, ысынлап та, милләттәштәремдең һәр береһе ошондай талантҡа эйә бит тип уйлап, "Эйе, тап шулай!" тип яуапланым. Бына ошо йәш кенә саҡта уҡ ситтәр араһында үҙ милләтемдең исемен һәм намыҫын юғары тоторға бурыслы икәнемде төшөнөп йәшәнем шулай.
Йәҙгәр Бәширов: Һеҙ минең тарихымды беләһегеҙ. Беҙҙең ауыл тотошлайы менән "татар" тип яҙылып, шулай тип инанып үҫкән һәм арыуыҡ ғүмер үткәргән кешеләр инек бит инде. Татарстандың КамАЗ заводында генераль директор урынбаҫары булып эшләгән йылдарҙа унда күп өлкәләрҙән һәм шул иҫәптән Башҡортостандан да эркелеп йәштәр эшкә килә ине. Шул саҡта генераль директор башҡорттарҙың барыһын да миңә ебәрә, башҡорттарыңды урынлаштыр, һин бит башҡорт, ти ине. Әлбиттә, яҡташтарымды ҡабул итәм, әммә оло коллегамдың мине ни өсөн "башҡорт" тип атауын аңламайым. Үҙемдең башҡорт икәнемде белмәйем бит әле ул саҡта. Етәксебеҙ бит инде оҙаҡ йылдар ҙур коллективты етәкләгән, әллә күпме милләттәр менән аралашҡан, уларҙы яҡындан белеп-танып өйрәнгән бик аҡыллы кеше. Һәм шул миңә: "Башҡорттар бик ышаныслы һәм сыҙамлы, уларҙа эске көс һәм ҡыйыулыҡ бар", - тип ҡабатлай ҙа "Һин дә шул башҡорт ул", тип ҡуя ине. Аҙаҡ, ысынлап та, шәжәрәмде тикшереп, бөтөн ауыл тарихын асыҡлағас, башҡорттар булып сыҡтыҡ. Бына шулай мин үҙемдең башҡорт икәнемде белмәй йөрөгәндә лә күҙәтеүсән халыҡтар минең милләтемде, милләтемә хас характер һыҙаттарымды, булмышымды танып торғандар. Шуға ла, әгәр һин ниндәйҙер бейеклектәр яулайһың йәки ниндәйҙер даның, исемең сыға, йә булмаһа ҙурыраҡ урын биләйһең икән, һинең кем икәнеңде белергә теләйәсәктәр, тип әйткем килә. Һәм беләсәктәр ҙә! Улар һине "Фәлән Фәләнов" тип түгел, ә йышыраҡ милләтең атамаһы менән йөрөтәсәк.

Һеҙҙең берегеҙ рәссам, икенсегеҙ шағирә булырға хыялланған. Ике ҡомарлы, илһамлы һәм шауҡымлы йән нисек осрашты икән?

Йәҙгәр Бәширов:
Беҙ Фирҙәүес апайың менән осрашҡанда мин әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан һалдат кейемендәге егет, ул гимназияның аҡ яғаһын һалып та өлгөрмәгән йәш ҡыҙ бала, беребеҙ рәссам, икенсебеҙ шағирә булырға хыялланған ысынлап та шауҡымлы йәштәр инек. Әммә тормош беҙ ҡорған хыялдарҙан ғына тормай шул. Ижад итергә уйланым да... Силәбе дәүләт политехника институтының автомобилдәр конструкторлау, дизайнлау факультетына уҡырға индем. Рәсем төшөрөп кенә аҡса эшләп булмай икәнде аңлай инем сөнки.
Силәбе өлкәһендә йәшәп ятабыҙ. Фирҙәүес шағирә булғас, беҙгә Рәшит Шәкүр, Сафуан Әлибаев һымаҡ шағирҙар йыш килә торғайны. Мин уларҙы балыҡ тотоп һыйлайым, улар шаулап-гөрләп ултырып һөйләшә, шиғырҙар уҡыйҙар. Һәм миңә: "Йәҙгәр, Фирҙәүесте бындай һәләте менән Башҡортостанға алып ҡайтырға кәрәк", - тиҙәр. Ә үҙем рәсемдәр тураһында уйлай ҙа алмайым хәҙер, ғаиләне ҡарарға кәрәк. Әммә икебеҙҙе лә ижадтан төңөлткө килмәй. Исмаһам, беребеҙ үҙ хыялына тоғро ҡалһын ине, тип уйлап, шағирәне башҡорт мөхитенә, яҙыусылар ойошмаһына яҡынайтыу өсөн, диплом алғас, Бәләбәйҙәге "Автонормаль" автозаводына йүнәлтмә һораным.
Иң башта, әле танышлыҡҡа тиклем, икебеҙ ҙә Ҡаҙағстанда сиҙәмдә эшләгәйнек. Башҡортостанға ҡайтҡас, Фирҙәүес ана шул сиҙәмдә эшләгән халыҡ, уларҙың тормошо, шул ваҡиғалар хаҡында повесть яҙа башлағайны. Ул яҙа, мин тыңлайым, төҙәткеләйем. Шул әҫәрҙе Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһына тикшереүгә алып барҙыҡ. Әҙәби консультант (исемен яҙмайыҡ) Фирҙәүескә бер айҙан килергә ҡушҡан. Барғайны: "Яҙғас, уны Лев Толстой кеүек яҙырға кәрәк", - тип ҡулъяҙмаһын ҡулына тоттороп, күңелен төшөрөп ҡайтарҙы... Шиғырҙарын да ҡабул итмәй, баҫмай аптыраттылар. Ул заманда, күрәһең, ойошма тирәһендә бер төркөм тупланған да, башҡаларға юл ябыҡ булғандыр. Хатта бөгөн беҙ белгән билдәле яҙыусы-шағирҙарыбыҙҙың күптәре лә ситкә тибелгәйне ул осорҙа.
Беҙ артабанғы ижадыбыҙ, тормошобоҙ хаҡында күп уйлаштыҡ, кәңәшләштек. "Автонормаль"дә баш инженер дәрәжәһенә лә күтәрелгәйнем, генераль директор, Яр Саллыла көс йыя башлаған "КамАЗ" берләшмәһенә ебәрәбеҙ, тигәс, ҡаршы килмәнек. Бында ла һынатманым. Эшләгәс, торлағын да алдыҡ. Яйлап "КамАЗ"дың генераль директоры урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрҙеләр. Әммә ниндәй генә дәрәжә биләгәндә лә, көнгә төн ялғанып эштә йөрөгәндә лә, күңелдән рәсем төшөрөү хыялы китмәне. Һәм, ниһайәт, алтмышты үткәс, яңынан картиналар төшөрә башланым.
Фирҙәүес Бәширова: Ағайығыҙ "Һин яҙ", тине һәр ваҡыт, хыялыма ҡаршы килмәне. Әммә ҡатын-ҡыҙ тормошо иң беренсе балалар һәм ғаилә, көнкүреш ваҡлыҡтары менән күмелгән була. Шул дәүерҙе үткәрмәйенсә, ҡулдарға ирек тә юҡ. Шулай ҙа, Аллаға шөкөр, бер нисә китап сығарҙым һәм әле лә ул хыялыма тоғромон.
Ул йылдарҙа Яр Саллылағы "Ләйсән" исемле татар әҙәби ойошмаһының иң көслө сағы булғандыр. Мин уның йыйылыш, семинарҙарына, төрлө сараларына йөрөй башланым. Бик йылы ҡабул иттеләр, ә инде 1986-1989 йылдарҙа, Ҡаҙанға күскәнгә тиклем, был ойошманы мин етәкләнем. Ошо 3-4 йыл эсендә генә ҙур залдарҙа М.Кәрим, Р.Сафин, "Ағиҙел" журналдары кисәләрен, Башҡортостандың йәмғеһе егермеләп яҙыусы һәм башлап яҙыусылары менән осрашыуҙар ойошторҙоҡ.

Бала сағығыҙ хаҡындағы хәтирәләрҙе уятҡанда улар ҡайһылайыраҡ булыр ине?

Фирҙәүес Бәширова:
Атайым һуғыштан яраланып ҡайтҡан яугир булған. Әсәйемә өйләнгән. Ул саҡта ауылда ир-егет юҡ, булғандары ла алтын баһаһында бит инде - атайым улай-былай сыуала башлаған. Әсәйем ғорурлығына барып, миңә йөклө көйөнсә үҙ ауылына ҡайтҡан да киткән, атайым килеп, уны ҡайтарырға ныҡышып йөрөһә лә, яңынан бармаған. Артабан әсәйем икенсе кешегә кейәүгә киткән, ә мин өләсәйем ҡулында тороп ҡалғанмын. Нәфисә өләсәйем мине биш йәшемә тиклем шундай яратып, ҡуйынында ғына йоҡлатып, әкиәттәр һөйләп, артынан эйәртеп кенә йөрөтөп үҫтерҙе, күңелемә иң күркәм изге ғәҙәттәрҙе лә ул һалғандыр. Бөгөн мин балаларыма ла, балаға тәрбиә биш йәшкә тиклем һалына, тием, шул дөрөҫ тә. Ул ваҡытта бит ололар бер-береһенә йөрөшәләр, киске ултырмаға йөрөйҙәр ине, шунда мине һәр береһе тупылдатып һөйә. Бына бит, сабый йөрәген ҡаҡһытмағандар, бөтә ауыл ме-нән яратып йәшәткәндәр.
Өләсәйем вафат булғас, әсәйем мине үҙенең яңы ғаиләһенә алды. Әлбиттә, биш йәшлек бала өсөн был ҙур һынау ҙа, артабанғы сынығыу ҙа булғандыр, әммә өләсәйем һалып өлгөргән изгелек орлоҡтары шытып сыҡҡайны һәм мин йәшәүҙе яратып өлгөргәйнем инде: күңелем ҡатманы, кешеләргә мөнәсәбәтем үҙгәрмәне, ышанысым юғалманы.
Мәктәпте тамамлар алдынан класташтарымды ҡайғыртып йөрөүем хәтеремдә. Утыҙ баланың күбеһе етем, уҡыуҙа өлгәшмәгәндәр ҙә етерлек. Ҡайҙалыр үҙаллы барып, имтихан тапшырып йөрөр хәлдәре лә, мөмкинлектәре лә юҡ. Тоттом да Стәрлетамаҡ педагогия институты ректорына "Беҙҙең интернатҡа килеп, төрлө ауылдарҙан йыйылған балаларҙан имтихан алығыҙсы, уларҙың күптәренең атайҙары юҡ, аҡсалары юҡ", тип хат яҙып ебәрҙем. Бер заман институттың ректоры беҙҙең мәктәп-интернат директоры менән бәйләнешкә ингән. Ғабдрахман Ғәбит улы мине кабинетына саҡырта. "Ни эшләп улай баш-баштаҡландың?" - тип асыулана. Мин уға хәлде аңлатып бирҙем. "Улайһа, әйҙә, үҙең йый ун биш баланы, имтихан алырға киләләр", - тип сығарып ебәрҙе. Ике кластан Стәрлетамаҡ пединститутының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына балалар йыйҙым, ун икегә тултырҙым быларҙы. Сығарылыш имтихандарының икенсе көнөндә үк бер профессор килеп төшмәһенме! Ун ике баланың ун берен уҡыуға ҡабул итеп ҡайтып китте. Шатлығыбыҙҙы белһәгеҙ! Барыһы ла уҡып сығып, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында хеҙмәт иттеләр. Бына шундай тиктормаҫ, үткер, тынғыһыҙ бала булдым мин.
Йәҙгәр Бәширов: Беҙҙең атай һуғышта ятып ҡалып, әсәйебеҙ өс малайҙы бер үҙе күтәрҙе. Атайыбыҙ 1942 йылдың февралендә һуғышҡа алынған да, апрелендә һәләк тә булған. Ә мин шул йылдың июлендә тыуғанмын. Атай менән күрешмәгәнбеҙ ҙә булып сыға. Өлкән ағайым һаңғырау-телһеҙ ине. Һөйләшмәһә лә, математика, техника яғынан башлы булды. Икенсе ағайымды әсәйҙең ҡустыһы тәрбиәгә алып үҫтерҙе. Мине шул һөйләшмәгән ағайым ҡарай, әсәй колхоз эшендә. Өсөнсө класҡа барғанымда әсәйҙең әлеге ҡустыһы Ибраһим ағайыбыҙ өлкән ағайымды МТС-ҡа эшкә урынлаштырҙы. Ул шулайтып яңғыҙ апаһының улдарын кеше итешергә тырышты. Әсҡәт ағайым телһеҙ булһа ла башлы ине, тигәйнем бит, яҡшы эшләгәне өсөн уға шунда бүлмә бирҙеләр һәм беҙ әсәйем менән уның янына ҙур урыҫ ауылына күсеп барҙыҡ, әсәй МТС-та иҙән йыуа башланы. Мин бөтөнләй русса белмәйем, шунлыҡтан, өсөнсө класҡа барырға тейеш булһам да, ҡабаттан беренсегә рус класына ултырып уҡый башланым. Бәләкәй ауылдан килгән мосолман балаһын һыйҙырмайҙар, русса аңлаша алмайым, шулай ҙа һуғышам, бирешмәү өсөн физик күнегеүҙәр яһайым, тора-бара спортҡа ылығып киттем. Шулай итеп, мин бәләкәйҙән сит халыҡтар араһында сынығыу алдым. Был бирешмәүсәнлек, еңмешлек миңә киләсәк юлдарымда, йәшәйешемдә ярҙам итте лә инде.

Сит халыҡтар араһында сынығыу алдым, тиһегеҙ. Һеҙ бала саҡта, йәш саҡта милли аңлашылмаусылыҡтар бик үк тойолмағандыр бит?

Фирҙәүес Бәширова:
Совет заманында милләтселеккә юл ҡуйылманы, һәр хәлдә, беҙ бар милләттәрҙе лә хөрмәт итергә һәм яратырға тейешбеҙ, тигән лозунг аҫтында үҫтек. Ә шулай ҙа рус телен белмәгәндәрҙе ҡыйырһытыу ул саҡта ла булды, әле лә бар икәнен танымай булмай. Унан һуң, ғаиләләрҙә лә, сит милләттән кәләш алма, кейәүгә барма, тигән йола һаҡлана, тыйыуҙар бар ине. Һәр хәлдә, башҡа милләттән булған кейәүҙәр, кәләштәр араһындағы айырманы шәйләй инек. Ә шулай ҙа тап шул осорҙарҙа ҡатнаш ғаиләләр барлыҡҡа килә башланы. Хәҙер генә быға иғтибар итмәйҙәр, ә ул заманда барыбер был күренешкә ситенерәк мөнәсәбәт ине. Йәҙгәр ағайыңа тормошҡа сыҡҡас, миңә лә күптәр "һатлыҡ йән" тип ҡараны. Әммә ул саҡта мин буласаҡ иремдә сит милләт сифаттарын тоймағанмын да, аңғарған булһам, уға ылыҡмаҫ та инем, бәлки. Бына бит, күңелде алдап булмай: үҙ башҡортомдо барыбер танығанмын!
Йәҙгәр Бәширов: Йәш ваҡытта ҡыҙҙар егеттәрҙе, егеттәр ҡыҙҙарҙы күҙләй. Был тәбиғи хәл. Икенсе милләт вәкилдәре менән уҡығас һәм эшләгәс, мин һәр ваҡыт үҙебеҙҙекеләр менән айырманың ер менән күк араһы булыуын аңғара инем. Башҡорт ҡыҙҙары барыбер үҙенә йәлеп итә ине.
Бала сағымдан башҡорт моңона ғашиҡ инем. Әле бәләкәй генә көйө йылға буйлап сығып китәм, отоп алған башҡорт йырҙарын ҡысҡырып йырлайым, уларҙағы "һ", "ҙ" хәрефтәренең әйтелеше бигерәк тә оҡшай. Бына бит ҡалай: ҡан менән һалынғанды милләтте, телде алыштырып ҡына юйып булмай. Шунлыҡтан, әлеге көндә башҡорт ҡурайына, йырҙарына һәм башҡа рухи ҡиммәттәренә ҡыҙышҡандарҙың да тамыры башҡорттор ҙа, улар ҙа минең кеүек аҙаша-аҙаша үҙ тамырҙарына килеү юлдарын эҙләйҙәрҙер, тип уйлайым. Башҡаса булыуы мөмкин түгел. Ни өсөн төптө юҡҡа бер милләт вәкиле икенсе милләттең нимәһенәлер оронһон, ти! Быны бары тик ҡан хәтере уяныуы менән генә аңлатырға була. Шуны аңдары менән дә тойоп, шәжәрәләренә күҙ һалһындар ине кешеләр.
Үҙемдең асылымды асыу ҙа бит уйламағанда килеп сыҡты. Ауылдаштарым ауыл тарихын өйрәнеп яҙып биреүҙе үтенде. Тотондом шул эшкә. Ырымбур яғынан килгән халыҡ, тип теркәлгән архивта. Тикшерә башлағайным - башҡорттар! Ярты быуат татар булып йәшәгәндән һуң ҡапыл ғына башҡорт булып китеп булмай бит инде, ауылдаштарым да шаҡ ҡатты. Күптәр ышанманы. Үҙем дә ҡаңғырҙым һәм атай-әсәйемдең тамырын айырым өйрәндем, юҡ, уларҙың икеһенең дә ата-бабаһы башҡорттар булып сыҡты. 1750 йылда Миңзәләнән килгәндәр башҡорттар. Ул заманда Миңзәлә яҡтарының башҡорт төйәге булғанын беләбеҙ бит инде хәҙер. Аҙаҡ ул төбәк башҡорттарының татарға әйләнеүе бары сәйәси һәм иҡтисади сәбәптәрҙән барлыҡҡа килгәнен дә беләбеҙ. Хәҙерге көндә минең туғандарымдың күбеһе башҡортлоҡтарын ҡабул итә алды, күпмеһелер ҡабул итмәне әле. Улар һаман "Һине ҡатының башҡортлоҡҡа күндергән" ти ҙә ҡуя. Юҡ, Фирҙәүес тарафынан бер ваҡытта ла бындай баҫым булманы. Мин унда бары башҡорт ҡатындарының тоғролоғон, ғаиләһенә бирелгәнлеген, ирҙе күтәрә, хөрмәт итә белеүен, мәрхәмәтлеген, сабырлығын ғына күрҙем. Һәм был асышты ла мин үҙем яһаным.

Сит тарафта йәшәгәс, һеҙгә милләтте матур яҡтан кәүҙәләндереп кенә түгел, милләт өсөн көрәшеп тә йәшәргә тура килгәндер?

Йәҙгәр Бәширов:
Минең "Сквозь толщу времён", "Новый взгляд на историю народов Поволжья и Урала", "Бөйөк Башҡортостан", "Башҡортхан", Ҡол Ғәли" китаптарын ентекле уҡып сыҡһағыҙ йәки башҡорт тарихын өйрәнһәгеҙ, һеҙ башҡорттоң бер тарихи ваҡиғала ла агрессив булмағанын, ә кәңәшләшеү, килешеү, һөйләшеү юлы менән оло эштәр башҡара килеүен күрәһегеҙ. Ул борон-борондан уҡ башҡа халыҡтарға килешеү менән бара белгән һәм уларҙы ла үҙ еренә килешеү менән һыйындырған. Бер илгә лә баҫҡынсы булып, яулап алыу, буйһондороу маҡсаты менән юлланмаған. Беҙҙең бөтөн яуҙар ҙа һаҡланыу сараһы. Һин беҙгә теймәһәң, беҙ яугир булмаҫбыҙ. Һин беҙгә теймәһәң, милләтсе лә, көрәшсе булмабыҙ. Әммә беҙҙе яугир булырға ла, көрәшсе булырға ла мәжбүр иткәндәр, итәләр. Ана шулай көрәшә алғанға ла беҙ бар, ә әллә ниндәй күплектәге, муллыҡтағы халыҡтар юғалған. Яуабым бер: милләт өсөн көрәшеү мотлаҡ.
Шул уҡ ваҡытта башҡаларҙы хөрмәт итергә һәм һанларға ла кәрәк. Бына мин КамАЗ производствоһында күп милләттәр менән етәкселек иттем, тип әйттем бит инде, шул саҡта кешегә кешелекле булып ҡына уларҙың хөрмәтен яулау мөмкин булыуын аңланым. 130 меңлек эшсеһе булған заводҡа килеп инәм, ҡырҡ минут ваҡыт бүлеп, цехтар аша үтеп, халыҡтың хәлен белеп, күҙҙәренә ҡарап, ҡулдарын ҡыҫып йөрөп сығыуҙың зарурлығын аңлайым. Йәштәрҙең арҡаһынан ҡағып, ололарын үрнәк итеп ҡуйып, ҡатын-ҡыҙын аяп ҡына әҙәм күңеленә үтеп була. Ниндәй милләт вәкиле булһа ла - уларға әҙәмсә мөнәсәбәт кәрәк. Көрәшеп йөрөп кенә юғары булып булмай, иң беренсе үҙең хөрмәт күрһәтә бел, унан ғына үҙеңдекен яулай, һаҡлай алырһың.
Фирҙәүес Бәширова: Ошо урында өҫтәп, беҙҙең самимилыҡ, йәғни, артыҡ сабыйҙарса бер ҡатлы, ышаныусан булыуыбыҙ тураһында тағы бер тапҡыр иҫкәртер инем халҡыбыҙҙы. Башҡорт халҡы үтә лә ябай һәм эскерһеҙ бит ул. Был фекеремде яҡлап бәхәсләшә алам. Ғүмер буйы ситтә һәм сит халыҡтар араһында йәшәгән осорҙағы күҙәтеүҙәрем бирә миңә бындай дәлилде. Башҡа берәүҙә лә беҙҙең кеүек кешегә төпһөҙ ышаныу, икенсене фәрештә тип уйлау юҡ. Ана шул ышаныусанлығыбыҙ арҡаһында күпме билдәле шәхестәребеҙ бәләгә тарыған һәм әле лә тарый тора. Үҙебеҙ ҙә әле, ағайың менән, ураған һайын алданып торабыҙ, һаман һабаҡ алған юҡ. Дә-әә, былар беҙҙе ярыҡ ялғашҡа ултыртты бит, тип ултырып көлөп алабыҙ хатта. Бына ошо милләтебеҙгә хас бер ҡатлылыҡ менән дә һаҡ булһын ине йәштәр. Бигерәк тә милли мәнфәғәттәр һағында йөрөүселәр.
Милләт өсөн көрәшеп йәшәргә кәрәк, әлбиттә. Мин халҡыбыҙ тыуҙырған рухи байлыҡтарҙың сағыулығына, батырҙарыбыҙҙың маһирлығына, йәш быуындың, бәләкәстәрҙең таланттарына һоҡланам, һөйөнәм. Беҙҙең халҡыбыҙ, Уралыбыҙ - кешелектең хәтер һандығы, рухи шишмәһе, Ер йөҙөндәге бер ожмах баҡсаһы. Ошо халыҡҡа нисек оҙон, бәхетле, ижадлы ғүмер теләмәйһең дә, нисек уның мәнфәғәттәре өсөн ҡулдан килгәнсә көрәшмәйһең. 1998 йылдан бирле, арыуыҡ ҡатмарлы йылдар дауамында,Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, "Башҡорт йорто" етәксеһе вазифаларын башҡарғанда халҡым мәнфәғәтендә эшләгән эштәрем бөгөн дә көс, дәрт бирә. Халҡыңа булған һөйөү, ҡайҙа йәшәүеңә ҡарамаҫтан, уға хеҙмәтең менән баһаланалыр.

Бая һанап киткән китаптарығыҙ, ғөмүмән, фекерҙәрегеҙ, асыштарығыҙ менән бик ҡыйыуһығыҙ һеҙ, Йәҙгәр ағай. Ғүмер буйы етәкселектә эшләһәгеҙ ҙә, үҙ урынығыҙ өсөн ҡурҡып, һағайып, һүҙ-фекер һайлап ҡына йәшәп өйрәнмәгәнһегеҙ. Был характермы, әллә принциптармы?

Йәҙгәр Бәширов:
Мин производство өлкәһендә, төрлө милләттәр араһында хеҙмәт иткән, үҫкән кеше, тип әйттем инде. Башҡорт донъяһында үҙ башҡорттарым менән баҫтырышып йөрөп өйрәнмәгәнмен. Ситтәр араһында йә батыр булырға ла һанланырға, хәлеңдән килмәгәндә, шымып ҡалырға кәрәк. Мине лә күп тапҡырҙар ҡолатырға, тапарға ынтылғандар булды. Был осраҡтарҙа бары тик эшеңде ныҡлы белеп-башҡарып, бөтә нәмәгә яуаплы ҡарап һәм рухи яҡтан да, физик яҡтан да көслө булыу ғына ҡотҡара. Миңә ата-бабамдан яугир ҡаны күскән һәм шул ҡан еңелергә бирмәй ҙә.
Китаптарым буйынса ла нимәлер әйтергә уҡталған, бәхәсләшергә теләктәре булғандар бар, әммә улар миңә ҡара-ҡаршы тороп һүҙ өндәшмәй. Был ризаһыҙлығыңды белдерә алмау, баҙнатһыҙлыҡ ул. Бындай кешеләр менән икеләтә ҡурҡынысыраҡ. Ундайҙар һине кәрәк урында яҡламаясаҡ, өндәшмәҫ ризалыҡ менән дөмбәҫләтәсәк кенә. Мин һүҙемде әйтә һәм шул һүҙ өсөн урынында уҡ яуап та бирә торған ерҙә хеҙмәт иттем һәм ошоларҙың барыһы ла характерыма ла йоғонто яһаны.

Ике ижад кешеһенең шулай оҙаҡ йылдар гармонияла ғүмер итеүенең һәм бер-береһенә булған хистәрен йылы, матур, тулы килеш һаҡлай алыуының сере бармы?

Йәҙгәр Бәширов:
Ир менән ҡатын дөйөм "кеше" атамаһында булһалар ҙа, улар икеһе ике донъя, ике планета. Уларҙы сағыштырырға ла, икеһенә бер үк талаптар ҡуйырға ла ярамай. Ирҙәргә ҡатындар менән көс һынашыу килешмәй. Ҡатындар - улар ҡатындар, улар хисле лә, йомшаҡ та, ҡайтымһаҡ та. Шул уҡ ваҡытта уларҙа шундайын эске көс һәм ҡөҙрәт бар. Уның теләктәренә һәм булмышына хөрмәт менән ҡарау кәрәк. Ышанысын, өмөттәрен аҡларға, рәнйетмәҫкә кәрәк, һәм шул принцип менән йәшәнем дә. Һиңә балалар тапҡан, уларҙы тәрбиәләгән, күҙеңә ҡарап аңлап һәм хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырышып торған аҡыллы, аңлы, әхлаҡлы ҡатын менән ниңә бәхетле булмаҫҡа? Аллаһы Тәғәлә иргә ҡатынды шуның өсөн биргән. Бары ҡәҙерен белергә генә кәрәк.
Фирҙәүес Бәширова: Ир кешегә үҙ аллы булырға форсат биреү зарур. Ул яңылышһа ла, икенсерәк фекер йөрөтһә лә, һинеңсә эшләмәһә лә, юлына ҡаршы сыҡмаҫҡа, аяғына һарылып, эшен туҡтатмаҫҡа, ҡамасауламаҫҡа, баҫмаҫҡа кәрәк. Ул көрәшсе, яугир, ул ғаиләне һаҡлаусы һәм уның мәнфәғәтен ҡайғыртыусы. Уға шул яугирлығын үҫтерергә генә булышлыҡ ит. Ирҙең ғорурлығын ая. Ҡатын-ҡыҙға аҡыл шуның өсөн дә бирелгән. Булдыҡлы ирҙең иғтибарын ҡатын-ҡыҙҙың юҡ-бар ваҡлығына, кер-иҙән бысрағына йәлеп итмә, киреһенсә, бөйөгөрәк һәм бейегерәккә этәр. Ҙурҙы бәләкәйҙән айырыу зарур. Ул сағында үҙең дә уның ҡурсыуында һәм хәстәрендә генә көн күрерһең. Тормош бит, төрлө саҡтар булды, була тора. Беҙ холоҡ-фиғелебеҙ менән икебеҙ ике төрлө, әммә донъяға, тормошҡа уртаҡ ҡарашлыбыҙ. Кешелек донъяһында төп урынды биләп торған ғаиләнең бәхет нигеҙе - ул ир һәм ҡатындың бер-береһенә булған хөрмәте, изгелеге икәненә инанабыҙ. Бына шулай, боронғоса ҡарашлы, ололар аҡылына, бер-беребеҙгә таянып йәшәргә тырышҡан ғаилә инде беҙ. Аллаға шөкөр!

Шулай итеп...
Ир һәм ҡатын - бер сыбыҡтың ике башы,
Был бөтөнлөк - ғаиләнең нигеҙ ташы!
Был бөтөнлөк - кешелектең нигеҙ ташы! -
тигән ҡанатлы һүҙҙәр менән тамамланы һөйләшеүҙе Фирҙәүес апай.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.20 | Ҡаралған: 635

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru