«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ КЕМ? ИЖАДСЫЛАРМЫ, ӘЛЛӘ ҠЫЙРАТЫУСЫЛАРМЫ?
+  - 


Киң мәғлүмәт саралары ысын мәғәнәһендә дүртенсе власть йәки властың идара итеү ҡоралы булып тора. Шулай ҙа… Улар йәмғиәткә нисек йоғонто яһай һәм уны ниндәй йүнәлештә үҫтерә? Әйҙәгеҙ, шуны аңларға тырышып ҡарайыҡ.

Беҙ барыбыҙ ҙа - коллегалар, медиакиңлектә оҙаҡ йылдар эшләйбеҙ. Төрлө мәғлүмәт менән нисек эшләргә, уларҙы ҡабул итеү йәһәтенән нисек яҙырға, ниндәй сюжеттар төшөрөргә икәнен беләбеҙ. Әммә, әйҙәгеҙ, халыҡҡа ниндәй сифаттағы мәғлүмәт бирелә һәм ул йәмғиәткә нисек йоғонто яһай икәнен ҡарайыҡ. Беҙ хатта киң мәғлүмәт саралары аша тапшырылған мәғлүмәттең туранан-тура тормошобоҙға йоғонто яһауы йәки йәмғиәттә теге йәки был процестарҙы тыуҙырыусы механизм булып тороуы тураһында уйлап та ҡарамайбыҙ. Ләкин уның принцибы шундай: мәғлүмәт тормошобоҙға йоғонто яһай, юҡһа, ул нисек идара итеү ҡоралы була ала?
Мәҫәлән, күптәр киң мәғлүмәт сараларының рейтингын үҫтерергә, сайттарға инеүселәр, гәзиттәргә яҙылыусылар һанын, тиражды арттырырға тырыша. Әгәр беҙ ижади тырышлыҡ, актуаль программалар, мәҡәләләр менән кешенең иғтибарын йәлеп итә һәм уны ылыҡтыра алһаҡ, бик яҡшы. Тик бөгөн аналитик мәҡәләләр булмауын, йәмғиәттең төптә ятҡан проблемаларын эҙләмәйенсә, уларҙың төп сәбәбе бөтөнләй асылмағанын күрәбеҙ. Хәҙерге заманда киң мәғлүмәт саралары факттар ҡоралы ғына булып тора: ул нимә була, нимә булған - шул хаҡта ғына яҙа. Иң аяныслыһы - иғтибар кире күренештәргә: аварияларға, күпме кеше һәләк булыуға, кем-кемде туҡмауға, күпме урлауға һ.б. йүнәлтелә. Йәғни киң мәғлүмәт сараларының рейтингын күтәреү кешенең ябай хайуани булмышына йүнәлтелгән.
Был нимә тураһында һөйләй? Йә йәмғиәт деградациялана башлаған, хайуан кимәленә төшкән һәм уға йоҡо, ашау, енси бәйләнеш, оборона (агрессия) ғына кәрәк, йә киң мәғлүмәт саралары юғары йөкмәткеле темалар күтәрмәйенсә, үҙе йәмғиәтте шундай примитив үҫеш юлына ҡыуып индерә.
Әйҙәгеҙ, коллегалар, эшмәкәрлегебеҙгә йәмғиәт менән идара итеү күҙлегенән ҡарайыҡ. Кеше ишеткәнен, күргәнен, уҡығанын үҙенең эске ҡарашы менән ҡабул итә, уйында образдар тыуҙыра. Әммә ҡабул итеү процесы образдар тыуҙырыу менән генә сикләнмәй. Шулай уҡ кешенең хис-тойғолары ла бар. Нимә ул хис-тойғо һәм ул беҙҙең тормошобоҙға нисек тәьҫир итә?
Кешенең хис-тойғоһо - билдәле бер күңел торошонда аңы эшләп сығарған нескә энергия. Эмоцияларҙың энергия булыуын ғалимдар, атап әйткәндә, совет физиотерапевтары - ирле-ҡатынлы Кирлиандар раҫлай. Улар газ разрядлы фотография ҡорамалы эшләй. Бындай фотоаппарат менән кешенең энергетик ҡырын һәм энергияһын фотоға төшөрөргә мөмкин. Шулай уҡ кешенең эмоциональ торошон тикшереүсе икенсе ҡорамал булып "ялғанлау детекторы" тора, ул кеше мейеһенең импульстарын яҙҙыра. Тимәк, һәр хис-тойғо - ул бүленгән энергия. Әммә энергияны һаҡлау ҡанунына ярашлы, тәндең энергияһы бер ҡайҙан да алынмай һәм бер ҡайҙа ла китмәй, ул бары тик бер тороштан икенсеһенә генә күсеүе мөмкин. Шулай итеп, кешенең, төркөмдөң, йәмғиәттең һәр хис-тойғоһо киңлектә "эшләй".
Заман психологтары уйҙарҙың матдилашыуын раҫлай. Әммә был процесс нисек тормошҡа ашыуын аңлата алмайҙар. Кешенең һәр уйы, хис-тойғолар менән нығытылып (асыу, ярһыу, үпкәләү, ҡурҡыу, шатлыҡ, мөхәббәт) билдәле бер тирбәлеш тыуҙыра һәм ул киңлектәге тирбәлеш менән берләшеп, кеше тормошондағы ваҡиғаны тартып килтерә. Кешелә ниндәй хис-тойғо өҫтөнлөк итә, уның тормошонда, дөйөм алғанда - йәмғиәттә, шундай процестар тыуа. Быға киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәре түгел, ә ябай кеше күҙлегенән ҡарайыҡ. Телевидение, радио, гәзиттәр, интернет-каналдар ниндәй мәғлүмәтте яҡтырта, улар ниндәй сифатта? Яуап ябай - беҙ сенсация эҙләйбеҙ. Ғәҙәттә, улар кире мәғлүмәт. "Тормош шулай ҡоролған", - тип уйлайбыҙ. Хатта, ҙур уңыштарға, ҡаҙаныштарға, именлеккә өлгәшкән кешеләрҙең тормош юлын күрһәткәндә лә уларҙың ошо юлын нисек үтеүен, ниндәй принциптар менән йәшәүен, нимәгә таяныуын, ниндәй хис-тойғо көсөргәнеше аша үтеүҙәрен, ниндәй тырышлыҡ һалыуҙарын, йәки, киреһенсә, барлыҡ "һабаҡтар" өсөн тормошҡа рәхмәтле булыуҙарын асып бирә алмайбыҙ. Беҙҙең тормошобоҙҙо нисек яҡшыртыу, нисек матди байлыҡты тартып килтереү һәм емергес эҙемтәләрһеҙ лайыҡлы эш хаҡы алыу, ни өсөн берәүҙәр - бай, икенселәр - ярлы икәнлеген аңларлыҡ ғилемебеҙ юҡ. Беҙ тәрән анализ яһай белмәйбеҙ һәм сәбәп-эҙемтә бәйләнешен күрмәйбеҙ. Үҙебеҙ үк ошо наҙанлыҡтан ыҙа сигәбеҙ. Эйе, йәмғиәттең кире мәғлүмәткә һорау тыуҙырыуына һылтанырға мөмкин, беҙ бары тик уның ихтыяжын ғына ҡәнәғәтләндерәбеҙ, йәнәһе. Әммә ул ваҡытта беҙ киң мәғлүмәт сараларына ҡарата йәмғиәт менән идара иткән власть принцибын ҡуллана алмайбыҙ. Беҙ үҙебеҙ, уның ихтыяждарын иҫәпкә алып, йәмғиәттең ихтыярында барабыҙ. Ә был ихтыяж хаҡмы һәм күпселеккә тап киләме? Бында беҙ социологик һорау алыуҙарһыҙ яуап бирә алмайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта кире мәғлүмәткә минең ғаиләмдә, минең балаларымда, минең тормошомда ихтыяж юҡ һәм тормошобоҙҙа ундай ваҡиғалар тыумай ҙа. Әммә бындай сифаттағы мәғлүмәтте таратып, үҙебеҙ, ғаилә ағзалары, яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ автоматик рәүештә ошо процестарға йәлеп ителәбеҙ, йәғни былар барыһы ла беҙгә үҙгәртелгән рәүештә кире ҡайта.
"Яуызлыҡ ҡылмағыҙ - яуызлыҡ килмәҫ", "Һәр кем ғәмәленә күрә ала" (Тәүрат), "Кешеләр үҙҙәре үҙгәрмәй икән, мин уларҙы шул ваҡытҡа ҡәҙәр үҙгәртә алмайым" (Ҡөрьән), тип изге китаптарҙа юҡҡа яҙылмаған. Ғәмәл (суфыйсылыҡ) һәм карма (Веды, Бхагават Гита), энергияны һаҡлау (Эйнштейн) ҡанундары - нимә сәсһәң, шуны урырһың, ти.
Кеше тауыш, әйтелгән йәки уҡылған һүҙ аша аңда образ булып формалашыу аша үҫешә. "Әсәй, мөхәббәт, Тыуған ил, ғаилә, хаҡлыҡ, изгелек, тәбиғәт, атай, Аллаһы Тәғәлә, бәхет, хеҙмәт, мәрхәмәтлек, ярҙам, шәфҡәтлелек, ҡабул итеү, ҡыуанышыу" - беҙ ошо һүҙҙәр аша үҫешергә тейеш түгелме ни? Улар аңыбыҙҙа образ тыуҙырып, йәмғиәттә, тормошта һәр саҡ матдилашасаҡ. Ә әлегә беҙ "Тормоштан бөтөн нәмәне ал, эгоизм, аҡса, иҡтисад, һуғыштар, мөнәсәбәт асыҡлауҙар, айырылышыуҙар, үлем, ҡурҡыу, енәйәтселек, сводка, уңайлылыҡ, матди прогресс, яңы модель, секс" образдары ғына тыуҙырабыҙ. Киң мәғлүмәт сараларында яңылыҡтар мөхите булдырып, үҙебеҙ ҙә аңламаҫтан, йәмғиәттә шундай процестарҙы арттырабыҙ. Иң хәүефлеһе - улар ғаиләләрҙә сағылыш таба.
Киң мәғлүмәт саралары аша бирелгән мәғлүмәтте йәмғиәт менән идара итеүҙә структураһыҙ идара итеү тип атайҙар. Ул кемделер буйһондороу йәки эшләргә мәжбүр итеүгә мохтаж түгел. Кеше, үҙе лә һиҙмәҫтән, ишеткәнен тормошҡа ашыра башлай. Яҙғандарымды йомғаҡлап, киң мәғлүмәт саралары йәмәғәтселеген: журналистарҙы, хәбәрселәрҙе, репортерҙарҙы, етәкселәрҙе ошо хаҡта уйланырға саҡырам. "Башҡортостан журналисы"нда лозунг итеп юҡҡа ғына түбәндәге һүҙҙәр алынмаған: "Ысын журналистика - ул тормош үҙе, ә уның сағылышы түгел". Кешелектең яҙмышын сифатлы үҙгәртеү белем аша килә: кешегә йоғонто яһау һәм идара итеү ҡоралдарын өйрәнеп һәм ҡулланып, глобаль кимәлдәге процестарҙы аңлап, ижад ҡанундарын, психологияны, философияны өйрәнеп, ошо белемде үҙеңә һәм ғаиләңә ҡулланып ҡына тормошобоҙ менән идара итә, уны сифатлы итеп яҡшы яҡҡа: ҡыйратыуға түгел, ә төҙөүгә үҙгәртә алабыҙ.

Айбулат УРАЗБАХТИН,
"Издательство ЗауралИнформ" яуаплылығы сикләнгән ширҡиәт директоры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.03.20 | Ҡаралған: 665

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru