«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХ ТӨПКӨЛӨНӘН СЫҠҠАН ҮҪӘРГӘНДӘР БЕҘ!
+  - 


Әлбиттә, ҡаңлыларҙың ата-бабалары кангар исеме аҫтында Туран (Ирандан төньяҡ-көнбайыштараҡ) ареалында киң билдәлелек яулаған ҡәүемдәрҙән була. Улар Хорезм территорияһындағы халыҡтар, шул иҫәптән мөйтәндәр менән дә аралашып йәшәгән, тип фараз ҡылырға була. Хорезмдың Курдар исемле ҡалаһы урта быуаттарға ҡараған күп кенә сығанаҡтарҙа иҫкә алына. Хәҙерге ҡарағалпаҡтарҙың мөйтән ырыуында кердерли аймағы булыуы ла ошо топоним менән бәйлелер, тигән һығымта яһап була.
Ғөмүмән, үҫәргән-мөйтәндәрҙең тарихи тамырҙарын иртә урта быуаттарҙағы Урта Азия ҡәүемдәре хаҡындағы сығанаҡтарҙан башҡа күҙаллауы мөмкин түгел. Әйтергә кәрәк, тап ошо географик киңлектәрҙә йәшәйеш өсөн көрәш алып барған төрлө сығышлы һәм төрлө телдәрҙә аралашҡан этник төркөмдәрҙең исемдәре теркәлеп ҡалған. IX быуаттың икенсе яртыһында ошо уңдырышлы ерҙәргә, икһеҙ-сикһеҙ көтөүлектәргә күп һанлы, һуғышсан уғыҙ ҡәбиләләре дәғүә итә башлай. Уларға дүрт ҡәүемдән - бәшәнәк, баджни, нәүкерҙә һәм башҡорттарҙан хасил булған союз ҡаршы сыға, әммә еңелеүгә дусар булып, көнбайышҡараҡ күсеп китергә мәжбүр була. Әммә ошо халыҡтарҙың байтағы элек йәшәгән ерҙәрен ташлап китмәй, шул уҡ бәшәнәктәр һәм башҡорттарҙың бер өлөшө артабан уғыҙҙарҙың 24 ырыуҙан торған этник берләшмәһенә инеп китә. Кангарҙар, йәғни әл Иҙриси яҙғанса, хангакишиләр бәшәнәк дәүләтендә кангар-оглы - ҡаңлы исемендә билдәле була. XIII быуат космографы, ғәрәп авторы Шәмс-ад-Дин ад-Димашки баджна ҡәбиләһен Дәште Ҡыпсаҡ халыҡтары составында телгә ала. Тик нәүкерҙә исеме менән аталған ҡәбилә артабан тарих аренаһынан юғала: күрәһең, улар үҙҙәренә союздаш, бәлки, ҡәрҙәш булған башҡорттарға ҡушылып, үҙ атамаһын башҡаса ҡулланмай башлай. Әйткәндәй, монголдарҙа нөхөр - ялланған яугир, һуғышсы, ҡалмыҡтарҙа нөкр - дуҫ, иптәш, бурәттәрҙә нухэр - дуҫ, ярҙамсы тигән мәғәнәләрҙә ҡулланыла. Башҡорт телендә лә нәүкәр, нүкер һүҙҙәре яугир тигәнде аңлата, шулай булғас, нәүкерҙә этнонимы ла шул уҡ яугирҙар берләшмәһе исеменән килеп сығыуы мөмкин.
Ошо факттар IX быуат аҙағында Хорезмдан уғыҙҙар тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған төрлө сығышлы төрки ҡәүемдәре ҡалдыҡтарының ошо тарихи аренала хәрәкәт иткән башҡорттар менән ҡушылып китеп, артабан үҫәргән исеме аҫтында таныласаҡ башҡорт ырыуына нигеҙ була алыуын раҫлай. Һуңғараҡ, XI-XII быуаттарҙа үҫәргәндәр составына ҡыпсаҡлашҡан ҡаңлыларҙың бер өлөшө ҡушылһа, Алтын Урҙа осоронда (XIII-XIV бб.) Курдарҙан сыҡҡан мутиян/мүйтен/мөйтәндәр ҙә башҡорт үҫәргәндәрен тулыландырғандыр, тигән фараз ҡылырға була.
Ошо фаразға XVII быуаттан да алдараҡ яҙылған "Дафтар-и Чингизнаме" китабына индерелгән "Ҡысса-и Сыңғыҙ хан" хикәйәтендәге ҡайһы бер мәғлүмәттәр нигеҙ була ала. Ошо әҫәрҙә XIII-XV быуаттарҙа Уралда һәм Көнбайыш Себерҙә булып үткән ваҡиғалар хаҡында бәйән ителә. Әлегә тиклем һаҡланып ҡалған шәжәрәләр бер нисә тапҡыр күсереп яҙылып, унда сағылыш тапҡан мәғлүмәттәр билдәле бер үҙгәрештәргә дусар булһа, "Ҡысса-и Сыңғыҙ хан " хикәйәте беҙгә аутентик хәлендә, йәғни тәүҙә нисек төҙөлгән, шул килеш килеп еткән. Был әҫәрҙә шул уҡ мөйтәндәрҙең тәү бабаһының исеме лә боронғораҡ вариантта - Мүтиән бей формаһында һаҡланып ҡалған. Йәнә, шунда уҡ мөйтәндәрҙең боронғо ораны "Байғуңрат" тип теркәлгән, был уларҙың монголдарҙың ҡуңғрат ҡәбиләһе менән бәйле булыуына ишара. Шул уҡ Хорезм мөйтәндәре ваҡыттар үтеү менән ҡарағалпаҡтарҙың Ҡуңғрад арысына (ырыу бүлеменә) ингәнлеге билдәле.
Тимәк, башҡорт һәм ҡарағалпаҡ мөйтәндәре заманында бер этник берләшмәне тәшкил иткән. Мөйтәндәр Ҡуңғрат берлегенә ҡараған ҡәүемдәрҙән булғанлыҡтан, уларҙың яҙма сағылыш тапҡан сәйәси тороштары монгол дәүләте - Алтын Урҙа заманына ҡарай. Йәнә тағы бер нәмә иғтибарға лайыҡ: Ҡуңғрат бейҙәре бик ҡеүәтле булып, ошо дәүләттә "бекләрбек" дәрәжәһенә эйә булған, йәғни Алтын Урҙа ханлығының беренсе министрҙары кимәлендә баһаланған. XVIII быуатта улар Хорезмда чингизидтар династияһын ҡолатып, Хива ханлығында үҙ династияһын нигеҙләй.
Мөйтәндәрҙең Ҡуңғрат берләшмәһенән сығып, башҡорттарға килеп ҡушылыуы хаҡында бер ни тиклем мәғлүмәтте Ю.Бикбов нәшер иткән Үҫәргән шәжәрә-хроникаһынан табып була. Унда бына нимәләр теркәлгән: "Мөйтән бейҙән Шикмәли бей тыуған, Бату хандың замандашы, Шикмәли бейҙән Бүрке бей (Тоҡан хан замандашы), Бүрке бейҙән - Манҡут бей (Үзбәк хан ваҡытында), Манҡут бейҙән - Урал бей (Жәнибек хан замандашы), ул һуңынан Урал Тапҡан Урал бей, тигән ҡушамат ала. Ул, Жәнибек хан баҫымына (асыуына) дусар булып, ҡышын саңғыла Урал һырттарына ҡасып китә". "Таварих-и башҡорт" китабында ла ошондай уҡ мәғлүмәт бирелә: "Урал тапҡан Урал бей Жәнибек заманында бей булып, хөкүмәт идәр иде". Шулай итеп, буласаҡ башҡорт мөйтәндәре үҙҙәренең ырыу башлыҡтары етәкселегендә Джанибек хан (1342-1357) ваҡытында Уралға күсеп килә, тап шунан һуң ғына уларҙың юлбашсыһы Урал бей ҡушаматына лайыҡ була. Әйтергә кәрәк, Юлбарыҫ Бикбов күсереп алған тарихи Үҫәргән хроникаһында Үҫәргән антропонимы иҫкә алынмай, ул исем әлеге "Таварих-и башҡорт" әҫәрендә бар, әммә уның атаһы сифатында шиғри шәжәрәләге легендар шәхес Мөйтән (Митан) бей түгел, ә башҡа кеше күрһәтелә. Ул бына нисек аталмыш: "Үҫәргән бин Ябынчы ясауыл".
Ябынчы есаул хаҡында Ю.Бикбов шундай риүәйәт яҙып ала: "Хәҙерге үҫәргән башҡорттарының күпселеге Ябынчынан таралып киткән, уны һуңынан Ябынчы ясауыл, тип йөрөткәндәр. Уның хаҡында бер риүәйәт бар икән: "Ябынчы Мөйтән бейҙең 8-се быуын вариҫы булған Сарыш бей ставкаһы янында 7 көнлөк ташландыҡ бала хәлендә табыла, ебәк юрғанға төрөлөп, өҫтөнә парса ябылған бишектә ятҡанлыҡтан, уны Ябынчы тип атайҙар. Һуңынан ул бей ихтыярын аҡыллы һәм етеҙ рәүештә үтәй килеп, Күсем хан хеҙмәтендә була, абруйлы есаул дәрәжәһенә өлгәшә". Ошо риүәйәткә ярашлы, Ябынчы есаул улы Үҫәргән XVI йәшәгән булып сыға, тимәк, тап ошо ваҡыттан башлап боронғо мөйтәндәр яңы этник атама алып, ошо этноним аҫтында башҡорт ырыуҙары араһында танылыу ала. Күрәһең, тап ошо заманда Үҫәргән исемле бей ошо ырыу менән етәкселек итә башлаған, был, боронғо традицияға ярашлы, уның ҡул аҫтында булыусыларҙың этник атамаһына әүерелгән.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 10-11-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.03.20 | Ҡаралған: 587

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru