«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАКИРОВ НИҢӘ АСЫУЛАНДЫ?
+  - 


1979 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙың рәсми һөҙөмтәләре иғлан ителгәс, Миҙхәт Закир улы Шакиров КПСС Өлкә комитеты секретарҙарын һәм бүлек мөдирҙәрен йыйҙы. Бик асыуланып, республикалағы демографик процестарға күҙәтеү яһаны һәм уларҙың дөрөҫ йүнәлештә бармауын, ә Өлкә комитеттың был процестарҙан ситтә тороуын, уларға етәкселек итмәүен һыҙыҡ өҫтөнө алды. "Ни өсөн 1897 йылда Башҡортостанда 960 мең башҡорт булған, йәғни бөтә халыҡтың 43,7 процентын тәшкил иткән, 1920 йылда 1069 мең, йәғни 36,4 процент, ә 1979 йылда инде 935,9 мең, йәғни 24,3 процент ҡына башҡорт тороп ҡалған?" - тигән һорау ҡуйҙы. "Тимәк, - тип дауам итте ул, - башҡорттарҙың дөйөм һаны ла, проценты ла һиҙелеп кәмей. Былай барһа, башҡорттарҙың проценты, әйтәйек, 15 процентҡа төшһә, Башҡорт автономиялы республикаһының артабан йәшәүе шик аҫтына алыныуы ихтимал. Ә Башҡортостан Республикаһын һис тә юҡ итергә ярамай, сөнки ул бөйөк Лениндың (ул саҡтарҙа шулай һөйләйҙәр ине) декреты менән төҙөлгән".

Артабан ул, республикала күптән барған был кире хәлдәрҙең сәбәбен асыҡларға тырышып, кәңәшмәлә ултырғандарҙан айырым-айырым һорай башланы:
- Таһир Исмәғилевич, һин - республиканың баш идеологы (Өлкә комитет секретары Ахунйәновҡа өндәшә), ни өсөн республикала башҡорттарҙың абсолют һаны ла, проценты ла кәмей бара, шул турала уйлағаның бармы?
- Уйлағаным да, махсус өйрәнгәнем дә юҡ был мәсьәләне, - тип яуап бирә Т.И. Ахунйәнов. - Әммә, Миҙхәт Закирович, был мәсьәләне тикшерергә, өйрәнергә, сәбәптәрен асыҡларға һүҙ бирәм.
М. Шакиров Өлкә комитетта һаулыҡ һаҡлау бүлеген етәкләгән Ш. Вәлишинға өндәшә:
- Һин, Шәриф Әхмәтович, халыҡтың һаулығы, тыуым-үлем мәсьәләләре менән махсус шөғөлләнәһең, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының эше өсөн яуап бирәһең, шулай бит? Ни өсөн республика халҡының дөйөм иҫәбе артҡан саҡта башҡорттарҙың нисбәте кәмей?
Шәриф Әхмәтович бер аҙға аптырап ҡала, шулай ҙа яуап таба:
- Миҙхәт Закирович, һеҙ ошоға тиклем беҙҙең алда бындай һорауҙы ҡуйманығыҙ бит.
Шунда кемдер әйтеп ҡуйҙы: "Республикала балаларҙың тыуыуы кәмей бит, ғаиләлә бер-ике бала тәрбиәләү модаға әйләнде".
М. Шакиров эләктереп тә алды:
- Шулаймы икән? Йә, үҙебеҙҙән башлап тикшерәйек әле. Минең өс балам булды. Таһир Исмәғилевич, һиндә нисә бала? (Икәү икән). Р.Ш. Сәйфуллиндың - өс, А.Х. Юлбирҙин менән У.Н. Бакировтың икешәр бала...
Миндә өс бала булыуын ишеткәс, маҡтап та ҡуйҙы. Шунан ул Ш. Вәлишинға һорау бирә:
- Шәриф Әхмәтович, һинең нисә балаң бар?
- Берәү, - тине Шәриф Әхмәтович ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына.
М. Шакиров ныҡ аптырап:
- Нисек берәү генә?! Шәриф Әхмәтович, һин бит ысын башҡорт, нисек инде бер генә бала?
Шунан шаярыуға төшөп:
- Шәриф Әхмәтович, һиңә бөгөн яуаплы бурыс ҡуябыҙ: ғаиләңдә кәмендә тағы бер бала булдыраһың!
- Миҙхәт Закирович, мин бит хәҙер алтмышҡа яҡынлайым...
- Ә һинең олатайың алтмыш йәштә дүртенсе ҡатын алып, тағы өс-дүрт бала тыуҙырып өлгөргән, һин дә олатайыңдан ҡалышма! - тип яуаплай Миҙхәт Закир улы. Ш. Вәлишин да юғалып ҡалғандарҙан түгел:
- Минең олатайым, Миҙхәт Закирович, обкомда эшләмәгән бит, ул яртышар йыл йәйләүҙә йәшәп, ҡымыҙ эскән, ат өҫтөндә йөрөгән...
Шундай шаярыу ҡатыш һөйләшеүҙән һуң М.З. Шакиров, етди төҫ алып:
- Партия Өлкә комитеты, йәғни беҙҙең аппарат, халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен ентекләп тикшерергә, иң мөһиме, үрҙә әйтелгән етешһеҙлектәрҙең сәбәбен асыҡларға тейеш. Был мәсьәлә менән һәр бүлеккә шөғөлләнергә ҡушам. Өс ай ваҡыт бирәм. Өс айҙан һуң һәр бүлектең белешмәһен көтәм, - тине.
Тимәк, мин етәкләгән фән һәм уҡыу йорттары бүлеге лә республикала башҡорттарҙың дөйөм һан яғынан һәм процент яғынан да һиҙелеп кәмеүенең төп сәбәптәрен асыҡларға һәм шул турала М.З. Шакировҡа рәсми белешмә йәки аңлатма яҙырға тейеш.
Әлбиттә, архивтарҙа ултырып, 1897 һәм унан һуңғы йылдарҙа үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен ҡараным, мәктәптәрҙең тарихын өйрәндем, татар телендә уҡытылған башҡорт ауылдарында булдым. Борай районына бер барғанда Иҫке Таҙлар тигән ауылда ҡунып киттем. Колхоздың партком секретары мине өйөнә алып ҡайтты. Был ауылда туҡтауым осраҡлы түгел ине, сөнки М.З. Шакировтың олатаһы менән өләсәһе ошо ауылда тыуып үҫкән. Кис, сәй эскәндә, хужа менән төрлө темаға һөйләшеп ултырҙыҡ, шул иҫәптән был ауылда кемдәр йәшәүе хаҡында ла һүҙ ҡуҙғаттым. Хужа кеше: "Беҙ боронғо башҡорт ырыуынан, Иҫке Таҙлар ырыуынанбыҙ..." - тип аңлатты. Ысынлап та, был ауыл халҡының бөтәһе лә башҡорт булып яҙылғайны. "Әммә телегеҙ татарсаға яҡын, ни өсөн?" - тип һорағайным, "Уҡытыу татар телендә бара бит беҙҙә..." - тип яуап бирҙе хужа.
Иртәгәһенә ҡайтырға сыҡҡайным, кеҫәмдә папирос бөткән булып сыҡты (ул саҡта тарта инем), шуға ла үҙемдең шоферға магазин янында туҡтарға ҡуштым. Магазинға инеп, сигарет алып сыҡһам, машина янында 15-16 йәштәрҙәге өс ҡыҙ баҫып тора. Шоферым әйтә: "Был ҡыҙҙарға Өфөгә барырға кәрәк икән, ултыртып алып барыуҙы һорайҙар, нишләйбеҙ?" "Артҡа һыялар бит, бер аҙ боҙлауыҡ та бар, әйҙә, ултырт, машинаң әҙерәк ҡалтырар", - мин әйтәм. Бер аҙ барғас, ҡыҙҙарҙы һөйләндерәм: үҙҙәре ошо ауылдан икән, район үҙәгендәге төҙөлөш ойошмаһына эшкә урынлашҡандар ҙа Өфөгә буяусылар курсына уҡырға китеп баралар. Әле бер көнгә ялға ҡайтҡандар икән. Теге ҡыҙҙарҙан һорайым: "Һеҙ, ҡыҙҙар, ошо ауылдан булғас, милләтегеҙ буйынса татар булаһығыҙмы, әллә мари, удмурт-фәләнме?" (Был тирәлә мари менән удмурт ауылдары ла бар). Ҡыҙҙар шунда уҡ: "Юҡ, абзый, беҙ чын борынгы башкортлар, татар да, мари да түгел", - тип яуап бирәләр. Тимәк, 15-16 йәшлек балаларҙа ла милли аң бөтмәгән...
Әммә бик күп башҡорт ауылдарында үҙҙәренең башҡорт икәнен бөтөнләй онотҡандар ине, сәбәбе - мәктәптәрҙә уҡыу-уҡытыу эшен татарса алып барыу.
Республикала башҡорт мәктәптәренең һаны һиҙелерлек кәмей, ә татар мәктәптәре арта барған. Мәғариф комиссариатының мәғлүмәттәре буйынса, Асҡын, Әсән, Байҡыбаш, Борай, Краснохолм, Ҡыҙылъяр, Иҫке Балтас, Тәтешле, Яңауыл улыстары ҡараған Бөрө кантонында 1923-1924 уҡыу йылында 131 башҡорт, 10 татар, 112 рус, 47 мари беренсе баҫҡыс мәктәптәре булған (Госархив БАССР, фонд Р-798, опись I, д. 739, 19-сы бит). Был мәктәптәрҙә 6959 башҡорт, 488 татар, 7240 рус балаһы уҡыған (шул уҡ сығанаҡ, 20-се бит). Шул уҡ уҡыу йылында Бәләбәй кантонында - 68, Өфө кантоны территорияһында беренсе баҫҡыслы 51 башҡорт мәктәбе эшләгән.
Ҡариҙел районы халыҡ мәғарифы бүлегенең 1933 йылдың 1 сентябрендә яҙылған отчеты буйынса 40 мәктәптән 13 мәктәп башҡорт телендә уҡытҡан (Госархив БАССР, фонд Р-798, опись 1, д. 2857, 1-6-сы биттәр).
1933 йылда Туймазы районында беренсе баҫҡыслы 14 башҡорт мәктәбе эшләп, уларҙа 1190 уҡыусы уҡыған, тағы ла ике крәҫтиән йәштәре мәктәбендә (ШКМ) 472 уҡыусы булған (Госархив БАССР, фонд Р-798, опись I, д. 2969, 25-се бит).
Баҡалы районы халыҡ мәғарифы бүлегенең 1933 йылдың 7 февралендә яҙған отчеты буйынса был төбәктә беренсе баҫҡыслы 18 һәм 3 крәҫтиән йәштәре мәктәбе уҡыу-уҡытыу эшен башҡорт телендә алып барған. Шундай ук хәл башҡа райондарҙа ла булған. Әммә 30-40-сы йылдар эсендә үрҙә һаналған территорияларҙағы башҡорт мәктәптәре яйлап-яйлап татар мәктәптәренә әйләнгән.
Халыҡ комиссариаты һәм урындағы мәғариф ойошмалары материалдарынан күренеүенсә, башҡорт мәктәптәрен татар мәктәптәренә әйләндереү, йәнәһе, башҡорт телендә яҙылған дәреслектәрҙең һәм уҡытыусыларҙың етешмәүе арҡаһында тормошҡа ашырылған. Л.Н. Беленчук был хаҡта түбәндәгеләрҙе яҙҙы: "... Башҡорт АССР-ында башҡорттар йәшәгән райондарҙа рус һәм татар мәктәптәрен генә астылар, сөнки урындағы етәкселәр, башҡорт мәктәптәрен асыу белгестәр һәм дәреслектәр булмау арҡаһында мөмкин түгел, тип һананы" (Л.Н. Беленчук. Материалы Комнаца при Наркомпросе РСФСР - источник по изучению национально-культурного строительства (1929 -1934). Журн. "Советские архивы", 1988, № 5, 71-се бит). Әммә был аңлатмаға ышаныуы ҡыйын: беренсенән, 20-се йылдарҙа асылған башҡорт мәктәптәре күпмелер ваҡыт эшләп алған бит (ҡайһыһы - биш, ҡайһыһы тағы ла оҙағыраҡ); икенсенән, бик күп райондарҙа асылған башҡорт мәктәптәре бөтөнләй ябылмаған: нисек асылған, шулай эшләгәндәр. Был мәсьәләлә субъектив сәбәптәр өҫтөнлөк алған, күрәһең. Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары Я.Б. Быкин 1937 йылда Өлкә комитет пленумында сығыш яһап, былай тип әйткән: "...башҡорт мәк-тәптәрендә татар уҡытыусылары башҡорт телен ҡыҫты һәм башҡорт кадрҙарына юл бирмәне" ("Советская Башкирия" гәзите, 1937 йыл, 17 сентябрь).
Шулай итеп, башҡорттарҙың һан яғынан да, процент нисбәте буйынса ла кәмей барыуына мәктәп, мәктәптәрҙә уҡытыу теле йоғонто яһаған. Татар мәктәбен тамамлап сыҡҡан башҡорт йәштәре артабан татарса һөйләшкән һәм үҙҙәрен дә татар тип һанай башлаған. Ә был хәл ҡайһы бер райондарҙа, бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш райондарҙа, бик күптән, ике-өс йөҙ йыл элек, башланған.
Бына ошо факттарҙы индереп, М.З. Шакиров исеменә тулы ғына белешмә яҙып бирҙем. Бер нисә көндән ул мине саҡырҙы, белешмәне ентекләп уҡыуын һәм үҙенең ҡәнәғәт ҡалыуын әйтте. Шунан һуң:
- Белешмәңдә бер ниндәй ҙә тәҡдим индерелмәгән. Бәлки, телдән әйтерһең? - тине.
- Ысынлап та, тәҡдимемде яҙмай торҙом. Әммә белешмәнең йөкмәткеһенән бер тәҡдим үҙенән-үҙе аңлашыла: әлегә тиклем татарса уҡытылған башҡорт ауылдарында мәктәптәрҙе башҡортса уҡытыуға күсерергә кәрәк, - тинем. - Әлбиттә, был бик сетерекле эш, ҡаршылыҡ булыуы ла ихтимал. Башта ата-әсәләр менән һөйләшеп, уларҙың ризалығын алырға кәрәк. Шуның өсөн һәр мәктәптә ата-әсәләр йыйылышы үткәреп, тәҡдимде тауышҡа ҡуйып, рәсми ҡарар ҡабул итергә кәрәк булыр. Миҙхәт Закирович, мин берәй төбәккә, мәҫәлән, Асҡын йә Борай районына барып, ата-әсәләр йыйылыштарын үткәреп ҡайтайым. Әлбиттә, улар алдында бик дәлилләп сығыш яһарға тура килер, - тинем дә, шунан етди төҫ алып, өҫтәп ҡуйҙым. - Тик, Миҙхәт Закирович, халыҡ иҫәбен алғанда татар булып яҙылған ауылдарҙа мәктәптәрҙе башҡортсаға күсерергә ярамай...
- Эйе, һәр халыҡ үҙ телендә уҡыһын, дөйөм законды боҙмайыҡ. Ысынлап та, был эште башта бер районда ғына башлап ҡарайыҡ. Мин Илеш районын тәҡдим итәм. Бына ни өсөн: бынан ике-өс ай элек ауыл хужалығында өлгәшкән уңыштары өсөн уларға РСФСР Министрҙар Советы һәм ВЦСПС-тың күсмә Ҡыҙыл байрағын тапшырғайным. Нимәгә иғтибар иттем: бөтә сығыштар татар телендә булды. Уныһы ярай инде, ғүмер буйы татарса уҡып, татарлашып бөткәндәр, шуның өсөн уларҙы ғәйепләп тә булмайҙыр. Иң мөһиме, иң хафалыһы: концертта башҡортса бер йыр, бер бейеү, бер шиғыр булманы, башҡорт шағирҙарының йәки композиторҙарының бер әҫәре лә яңғыраманы. Әллә Татарстанда ултыраммы, тигән һорау тыуҙы башымда. Шуның өсөн тантана һуңынан бөтә район комитеты, район Советы хеҙмәткәрҙәрен, колхоз рәйестәрен, партия ойошмаһы секретарҙарын алып ҡалып, бик етди, ҡаты һөйләшеү үткәрҙем. "Һеҙ ҡайһы республикала - Башҡортостандамы, әллә Татарстандамы йәшәйһегеҙ, ниңә Ҡаҙан тураһында бер нисә йыр яңғыраны, Өфө тураһында бер нәмә лә ишетелмәне? Татар, сыуаш, рус, молдаван бейеүҙәре һәм йырҙары булды, ә башҡорт йыры ла, бейеүе лә юҡ". Тегеләр үҙҙәре лә аптырап ҡалды... Т. Л. Рахманов (беренсе секретарҙары - Ә.А.) үҙенең сығышында район комитеты, район Советы, уның мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәрен тәнҡитләне, үҙенең дә ғәйебен таныны. Хәҙер уларҙа бөтә идеологик эштәрҙе тәнҡит нигеҙендә яңынан баһалау һәм үҙгәртеү башланды. Шуның өсөн тәүге сәйәхәтеңде Илешкә бағышла. Был эште Илештән башлау хәйерлерәк булыр, - тип бөтөрҙө һүҙен Шакиров.
Бына мин Илеш районында. Тәлғәт Лотфулла улы Рахмановҡа килеүемдең маҡсатын аңлатам. Ул бөтә хеҙмәткәрҙәрен йыйып алды, дөйөм һөйләшеү үткәрҙе. Берәү ҙә бер ҡаршы һүҙ әйтмәне, күптән кәрәк ине, тип хуплап ултырҙылар. Был районда ярты ай тирәһе булдым, район партия ойошмаһы секретары Фәтхиев менән (идеология эштәрен етәкләүсе) бөтә башҡорт ауылдарында ата-әсәләр йыйылыштарын үткәреп, башҡортса уҡытыуға күсеүҙең әһәмиәтен, йәштәр өсөн өҫтөнлөгөн аңлатырға тырыштыҡ, тауышҡа ҡуйып, киләһе уҡыу йылынан уҡыу-уҡытыу эшен башҡортсаға күсерергә кәрәк, тигән ҡарарҙар ҡабул иттек. Һуңынан был райондың мәктәптәрен уҡытыусылар һәм дәреслектәр менән тәьмин итеү буйынса ла шөғөлләнергә тура килде.
Илеш районында был эш ыңғай ғына башланып китте. Икенсе йылында ҡалған райондарҙың да башҡорт ауылдарында мәктәптәр башҡорт телендә уҡытыуға күсте. Был эш ун йылға яҡын алып барылды, ялыуҙар булманы тиерлек. Тик ҡайһы бер райондарҙа, мәҫәлән, Благовар районында, ҡайһы бер татар ауылдарының мәктәптәрен дә башҡортса уҡытыуға күсергәндәр, шуның менән Өлкә комитетының, татар ауылдарындағы мәктәптәрҙе башҡортса уҡытыуға күсермәҫкә, тигән күрһәтмәһен юрамал боҙғандар булып сыҡты. Әлеге лә баяғы ризаһыҙлыҡ тыуҙырыу өсөндөр инде. Ошо райондан ғына ялыу хаттары булды...
Өлкә комитеттың етәкселеге алышынғас, башҡортса уҡытыуға күскән мәктәптәрҙе яңынан татарса уҡытыуға күсерә башланылар. Власҡа осраҡлы ғына килеп эләккән кешеләр эше ине был. Уларҙың ризалығы йәки күрһәтмәһе бул-маһа, бындай ҙур эште башларға бер кемдең дә ҡыйыулығы етмәҫ ине.

Әхмәр АҘНАБАЕВ,
филология фәндәре докторы, профессор.

(Был материал 90-сы йылдар аҙағында "Башҡортостан" гәзитендә баҫылғайны).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.03.20 | Ҡаралған: 830

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru