«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ КӨСӨҢӘ ЫШАН!
+  - 

"Рәсәй-1" телеканалында барған билдәле "Ну-ка, все вместе!" тигән шоуҙың икенсе сезонында башҡорт ҡыҙы Азалия Ғәйнетдинова абруйлы 100 жюри алдында сығыш яһап, 99 тауыш менән финалға үткәйне. Уның менән был конкурс тураһында әңгәмәләштек.

Хәҙерге көндә халыҡ араһынан таланттарҙы эҙләүгә ҡоролған вокаль конкурстар бихисап. Ни өсөн тап "Ну-ка, все вместе!" шоуын һайланығыҙ?

- Ғөмүмән алғанда, мин ниндәйҙер конкурстарҙа, ярыштарҙа бик ҡатнашып бармайым. Оялсан булыуым, сәхнәгә сығып баҫһам, тулҡынланыуым, күп кеше алдында баҙап ҡалыуым ҡамасаулай. Шуға ла әсәйем үҙе лә музыкант булараҡ мине бәләкәйҙән фортепьяноға ҡушылып йырларға өйрәтеп, 6 йәштән үҙебеҙҙең Салауат ҡалаһындағы вокал студияһына алып барһа ла, конкурстарҙа һирәк ҡатнаша торғайным. Мәктәп йылдарында Салауат ҡалаһында уҙғарылған "Көмөш ҡыл" конкурсында, Өфөлә үткәрелгән 2014 йылғы "Йондоҙло академия" һәм 2015 йылғы "Өфө тулҡыны" конкурстарында ҡатнашыуымды һәм гран-при, юғары баһалар алыуымды ғына атап үтә алам. "Ну-ка, все вместе!" кеүек масштаблы, Рәсәй кимәлендәге ярыштарға сығырға йөрьәт иткәнем юҡ ине. Әммә был шоу уҙғарыласағы тураһында иғланды күргәс, ҡыйыуһыҙлығымды еңергә тәүге аҙым булыр, тигән уй килде. Сөнки был сараның форматы башҡаларҙан бик айырыла, һине 4-5 баһалама ағзаһы тыңлауы - бер, ә йөҙ кеше бер юлы талантыңды таныуы - бөтөнләй икенсе нәмә. Барыһы ла шулай уңышлы тура килде һәм мин конкурсҡа ғариза ебәрҙем. Ике ай самаһы үткәндер, был турала онота ла башлаған мәлдә, шоу төшөрөлә башларҙан бер нисә аҙна алдан шылтыратып, репетицияға килергә ҡуштылар. Шуға ныҡлы әҙерлек булманы, кастинг үткәреүселәр һайлаған йырҙы тиҙ генә өйрәнеп, 2-3 репетициянан һуң тапшырыуҙа төшөп тә ҡуйҙым.
Тәьҫораттар тураһында һөйләгәндә, был шоуҙы ғүмерҙә лә онотмаҫмын, һәр ваҡыт иҫләп һөйләрмен кеүек. Ундағы йөҙ иң шәп йырсылар, композиторҙар, сәнғәт әһелдәре мин йырлағанда аяғүрә тороп баҫыуы, талантымды таныуы һәм йылы һүҙҙәр әйтеүе күңелемде осондороп ебәрҙе, үҙ көсөмә ышанысым артты. Сергей Лазарев, Николай Басков, Юлия Савичева кеүек танылған йондоҙҙар әйткән һүҙҙәр, улар биргән кәңәштәр өсөн генә лә был сарала ҡатнашырға була. Яҡшыраҡ булдыра алам икән, тигән инаныу барлыҡҡа килде күңелемдә. Хәҙер инде тик яңы үрҙәр яуларға, алға барырға кәрәк.

Сығышығыҙҙан һуң махсус музыкаль белемегеҙ юҡ, тип яуап биргәйнегеҙ. Әлеге көндә ни менән шөғөлләнәгеҙ?

- Йыр-моңға ғашиҡ кеше булараҡ, күңелем менән сәхнәгә тартылып торһам да, махсус музыкаль белем алып, ошо юлды һайларға ҡыйманым. Етди бизнес-леди булырға һәм офиста эшләргә хыялланып, иҡтисад йүнәлешендә юғары белем алдым. Әлбиттә, хәҙер был бөтөнләй "минеке" түгел икәнен аңланым, ижад менән шөғөлләнергә кәрәк булыуына төшөндөм. Шуға З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының эстрада-джаз йыры йүнәлешендә икенсе курста ситтән тороп белем алам, шул уҡ ваҡытта Мәскәүҙә үҙемдең командамды тупланым һәм музыкаль продюсер менән яңы йырҙар ижад итеү менән мәшғүлмен. Төрлө сараларҙа сығыш яһайым, үҙемдең төркөмөм бар һәм вокал буйынса продюсер эшен дә атҡарам.

Ниндәй жанрҙа ижад итәһегеҙ?

- Төрлө йырҙар башҡарырға яратам, әммә күпселек pop, R&B (аренби), бейеү музыкаһы кеүек стилдәрҙе һайлайым. Элек талғын йырҙар башҡарырға яратһам, хәҙер күңелле, дәртле йырҙарға өҫтөнлөк бирәм. Музыка кешене ҡыуандырырға, дәртләндерергә, позитивҡа көйләргә һәләтле тип иҫәпләйем һәм шуға ынтылам да. Әлегә рус һәм инглиз телдәрендә йырлайым, һирәк кенә булһа ла башҡортса йырҙарҙы ла башҡарам. Киләсәктә, бәлки, башҡортса йырҙар ҙа ижад итермен. Сөнки шоуҙа ҡатнашҡандан һуң тыуған республикамдан бик күптәр ыңғай баһа биреп яҙҙы, һаман да күтәрмәләп торалар. Шуға ла минең Ватаным - Башҡортостанда иң тоғро тыңлаусыларым, ижадымды үҙ итеүселәр йәшәй, тип уйлайым.

Мәскәү сәхнәһен яулауы еңел түгел. Уңыш серегеҙ менән дә бүлешмәҫһегеҙме?

- Эйе, Мәскәүҙә киң публикаға сығыуы, үҙең тураһында белдереүе ауыр. Йырсылар бик күп, араларында йырлай белгәне лә, белмәгәне лә бар, әммә конкуренция көслө. Күп нәмә танышлыҡ аша эшләнә, танышлығы һәм аҡсаһы булмаған, үҙаллы ижад итеүсегә ниндәйҙер уңыш ҡаҙаныуы еңел түгел. Мин был мәктәпте яңы ғына үтә башланым, тиһәң дә була. Ниндәйҙер оло ҡаҙаныштар тураһында һөйләүе иртәрәк, әммә ошо юлдан барыу өсөн күп тырышлыҡ һалам, эшләйем. "Ну-ка, все вместе!" шоуы ла артабан үҫешергә дәрт бирҙе, шуға бер нәмәнән дә ҡурҡмай, хыялдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырышлыҡ һалырға, эшкә тотоноп ҡарарға кәрәк. Ғүмер бер генә, башҡаларҙың һүҙенә ҡарамаҫҡа, үҙ эшең менән мәшғүл булып, шуның менән янып йәшәргә, күп эшләргә, аҙ йоҡларға. Ваҡыт шул тиклем тиҙ үтә, өлгөрмәй ҡалыуың бар. Үҙ-үҙеңә ышаныс - хыялдарҙы тормошҡа ашыра алыуҙың төп гарантияһы.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Бер минут эсендә моңо менән 99 кешене әсир иткән Азалия Ғәйнетдинова йондоҙло юлын башлап ҡына тора. Тырыш, алсаҡ һәм талантлы яҡташыбыҙға ижади сәфәрендә тик уңыштар юлдаш булыуын теләйек.

Сәриә ҒАРИПОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.03.20 | Ҡаралған: 663

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru