«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШЕРЕН ТЕМАЛАРҒА ЛА ҺӨЙЛӘШӘЙЕК. ИҪКӘРТӘЙЕК БӘЛӘНЕ!
+  - 


Гәзитебеҙҙең 13-сө һанында сыҡҡан "Хоҙай киҫәтеүелер был" тигән мәҡәләлә был тема ла телгә алына: "Хәҙер инде бер кемгә лә сер түгелдер: донъябыҙҙа енси аҙғынлыҡтың, бигерәк тә гомосексуализмдың киң таралыуы, наркомандарҙың, әхлаҡ ҡанундарын һанға һуҡмаусыларҙың ишәйеүе кешенең иммун дефициты сирен (СПИД) барлыҡҡа килтерҙе лә инде. Ә шул сир тап билдәле бер вирустың кеше организмына үтеп инеп, уның барса башҡа сирҙәргә ҡаршы тора алыу һәләтен юҡ итә бит! Хоҙай язаһы түгелме ни был?" - ти Бәҙри Әхмәтов.

Эйе, йәмғиәтебеҙҙә ниндәйҙер йәшерен, тел менән әйтелмәй, әйтелгәндә лә шыбырлап ҡына һөйләнә торған темалар бар. Һәм шул темаларҙың береһе - бер енесле әҙәмдәрҙең ҡауышыуы, "һөйөүе". Үкенескә ҡаршы, хәҙер беҙҙә лә "ҡайҙалыр сит илдә" йәки "шул-шул яҡтарҙа" тип түгел, ә "үҙебеҙҙең арала" тип кенә һөйләнә был тема. Был ят һәм ҡырағай йәшәү рәүеше беҙҙекеләрҙе лә юлдан яҙҙыра. Был хаҡта хатта яҙыуы ла ерәнгес һымаҡ, әммә алдыбыҙға килеп баҫҡан проблеманы күрә-таный белергә һәм йәш балаларҙы унан йолоп алып ҡалыу сараһын күрергә кәрәк.
Ир-егеттәр араһындағы артыҡ йылы хистәр һәм яҡын бәйләнеш бер бөгөнгө заман афәте генә түгел, әлбиттә. Әле бик боронғо яҙмаларҙа уҡ был күренештең булыуы һәм хатта норма сиктәрендә итеп ҡабул ителеүе теркәлә. Тора-бара иһә, кешелек бының Хоҙай язаһы ала торған оло гонаһ икәнен аңлай башлай. Мәҫәлән, Франция, Италия илдәрендә гомосексуалистарҙы утта яндыралар, бөтөн байлығын тартып алалар, юғары чин кешеләрен рисуай итеп урамда йөрөтәләр һәм үлем язаһына тарттыралар. 1861 йылда был хөкөмдө еңеләйтеп, ғүмерлек һөргөн, унан ары 10 йыллыҡ төрмә менән алмаштыралар. 1960 йылдарҙа гомосексуализм психик тайпылыш ауырыуы итеп иҫәпләнһә һәм хатта шундай диагноз ҡуйылһа, 1973 йылда Америка психологтар ассоциацияһы тарафынан "аҡлана". 1991 йылда инде Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уны ауырыуҙар теҙмәһенән сығарып ташлай. Йәғни, ул ауырыу түгел, ә ...әлегә ғалимдар был йомаҡтың серен сисә алмаған. Шулай ҙа гендарҙың һәм ҡарындағы яралғы үҫешенең гормональ үҙенсәлеге итеп ҡарала. Ҡайһы бер фекерҙәр буйынса, ҡатындың ауырлы саҡтағы гормональ боҙолоуҙан (гормональное расстройство) да булырға мөмкин икән. Бөгөнгө көнгә килеп еткәндә инде, күп илдәрҙә был халыҡҡа "йәшел" юл асылды. Хәҙер улар парлаша ла, ғаилә ҡора ла, бала аҫрай ҙа алалар...
Тотош йәмғиәттең ошо сиргә дусар булыуы - әхлаҡ проблемаһылыр. Һәм был проблема бөгөн беҙҙә лә сәскә ата. Идеялар, юғарыраҡ уй-хыялдар һәм башҡа ҙур, күҙгә күренгән нәмәләр артынан сабып, шулар өсөн айҡашып, милләт араһына ошо ҡорттоң килеп төшкәнен дә һиҙмәйбеҙ, күрәһең. Шулай булмаһа, бөтөн ил алдына баш ҡалабыҙҙан телетапшырыуҙа ҡатнашыуға үҙен ҡыҙ итеп күрһәткән егет сығыр инеме лә, Инстаграм тултырып милләтен "башҡорт" тип күрһәтер инеме? Эйе, былар бөгөнгө кеше хоҡуғы, уны тыйыр, сикләр әмәл юҡ...
Һуңғы йылдарҙа йәштәр, үҫмерҙәр араһында енесте алмаштырыуҙы, үҙ енесен ҡабул итмәүҙе, енестәр араһындағы ирекле бәйләнештәрҙе пропагандалаған сериалдар күбәйҙе. Уларҙа үҙәк урынға, әлбиттә, мөхәббәт, дуҫлыҡ, ғаилә эсендәге хәл-ваҡиғалар һүрәтләнеше инә лә, икенсе планда тап әле беҙ һанағандар теҙелеп китә. Бала 12-13 йәшендә үҙенең донъяһында үҙгәрештәр тоя башлай, был хаҡта ул яҡын дуҫтары һәм мотлаҡ бер оло кеше менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә. Ул үҙен асыҡлағанға тиклем бик тәрән психологик көсөргәнештәр юлы үтә. Уның был серҙәргә өйрәтеүсе "уҡытыусыһы" барлыҡҡа килә. Тора-бара уны аңлайҙар, ҡабул итәләр һәм ул үҙ парын табып бәхетле йәшәп китә. Сериалдарҙың ҡыҫҡаса тарихтары шулайыраҡ. Һәм, ышанаһығыҙмы, балалар ятып ҡарай шуларҙы. Ундай сериалдарҙы ил буйынса миллионлаған балалар миҙгел-миҙгелен көтөп ала. Уларҙағы хис-тойғолар солғанышы, тәүге һөйөү кисерештәренең һүрәтләнеше һәм башҡа үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыҡлы нәмәләр матур бирелә шул. Ә шулар менән параллель рәүештә тәбиғи булмаған енси "мәҙәниәт" тә алға һөрөлә. Һәм икешәр-өсәр йыл ҡаралған кино эсендәге ысынбарлыҡ бала аңына үтеп инә. Тора-бара "былар барыһы ла нормально" тип уйлай ул. Уларҙан алдағы быуын был белемен нисектер йәшерһә, әлеге үҫеп килгәндәр хатта йәшереп тә тормаясаҡ, уларҙы тотош быуыны менән телевизор тәрбиәләй. Телевизор йәнһүрәттәре ауыл балаларын да русса фекерләүгә өйрәтте бит инде, хәҙер ошо уҡ ҡумта енси тәрбиәне лә үҙ ҡулына алды.
Башҡа киноларҙа ла хәҙер "енси тигеҙлек" ҡанундарын тотоу, тән төҫөн айырмау һәм башҡалар өсөн экранға мотлаҡ ҡара, һары тәнлеләрҙе һәм енси аҙсылыҡты тәьмин иткән шул "төҫлөләрҙе" индереп хоҡуҡ һаҡлайҙар. Йәнәһе, был беҙҙең кешелек тормошо, беҙ уларҙы кәмһетергә, сикләргә тейеш түгелбеҙ һәм шунлыҡтан сәнғәттең бөтә төрҙәрендә лә уларға урын булырға тейеш.
Билдәле актриса Анджелина Джолиҙың 13 йәшлек ҡыҙы бөтә донъя алдында үҙ енесен алмаштырыу менән мәшғүл. Әсәһе уны шул йәштә үҙ ихтыярына ҡуйҙы. "Ҡыҙым 3 йәшенән үҙен малай итеп тоя", тине ул бер интервьюһында. Ҡыҙ бала гормондар эсеп йөрөп, ошо йылда операция яһатты ла, буғай. Ни булһа ла бөгөн ул "малай" булып алған. 13 йәшлек баланың башында күпме генә аҡыл барҙыр, ә бына әсәһе менән атаһының аң кимәле бәхәс тыуҙыра. Шунан, егермегә етер ҙә, ул ҡыҙҙың ҡатын булғыһы килер, әсәй булғыһы килер, ғашиҡ булыр... Тәбиғәттән үтеп буламы ни?..
Бөгөн властар ҙа милли талаптар, дини ҡараштар, сәйәси фекерҙәр менән урамға сыҡҡандарҙы язаға тарттыра, ә үҙ хоҡуҡтарын яҡлап сыҡҡан был енси аҙсылыҡтың талабы яҡлана. Шәхси хоҡуҡ ул хәҙер енси теләк кенәме? Ни өсөн милли йәки сәйәси теләк енси теләктән түбәнерәк булып ҡалды? Уйлап уйың етмәҫ...
Эскелек, наркомания, эшһеҙлек кеүек бәләләр менән бер рәттән килгән бәйһеҙлек, әхлаҡи түбәнәйеү ҡурҡынысы ла бар. Нисек кенә заманса һәм "ирекле" булырға ынтылғанда ла, Аллаһы Тәғәлә тарафынан кешеләр ике енесле итеп яратылыуын һәм улар араһындағы мөхәббәт кешелек донъяһында әҙәм затының быуынын дауам иттереүгә ҡоролғанын оноторға ярамай. Тарих та бит йәшермәй: әлеге ирекле һөйөү, енси бәйһеҙлек һәм әхлаҡтың юҡҡа сығыуы әллә ниндәй шанлы цивилизацияларҙы, империяларҙы ла тарҡата, юҡҡа сығара. Рим империяһы, Византия, Ацтектар империяһы, Боронғо Египет хакимлыҡтары ла тап ана шул самаһыҙ ашап-эсеү, байрам-туй һәм енси тотанаҡһыҙлыҡтар алып килгән ҡазалар арҡаһында ахырын кисергән.
... Был донъяға кем булып яратылғанбыҙ, шул булып йәшәйек. Балаларҙы ла шулай өйрәтәйек. Һаҡлайыҡ Хоҙай тарафынан бирелгән кешелек ҡиммәттәрен.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.20 | Ҡаралған: 716

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru