«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ШӘЖӘРӘЛӘРЕ ЛӘ ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ МИЛЛИ БРЕНДЫ УЛ
+  - 


Башҡорттар өсөн ырыу шәжәрәләре иҫ китмәле абруйлы тарихи мираҫ булып тора. Һуңғы осорҙа иһә нәҫел-нәсәп, ғаилә шәжәрәләренә ҡарата ла ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта бара. Ошоға бәйле байтаҡ ҡына һорауҙар ҙа килеп тыуа. Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ниязбай Булатбай улы СӘЛИМОВ менән шәжәрәләр темаһы буйынса уҙғарған әңгәмәне уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.

Халҡыбыҙ, ырыуҙарыбыҙ тарихы менән бер рәттән, һәр кемебеҙҙең нәҫел-нәсәп, ғаилә тарихы ла бар. Ул, асылда, шәжәрәлә сағылыш таба. Был һүҙ ғилми әҙәбиәттә генеалогия тип атала. Халҡыбыҙ йылъяҙмаһына ҡағылышлы байтаҡ мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһының Милли архивы фондтарында һаҡлана. Үҙеңдең ата-бабаларың хаҡында элегерәк билдәле булмаған мәғлүмәттәр таба алыу һәр кемгә лә мөһимдер ул. Ошо хаҡта ниҙәр әйтер инегеҙ?

- Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә үҙеңдең тарихи тамырҙарың менән ҡыҙыҡһыныу, нәҫел ептәрен барларға ынтылыш артҡандан-арта бара. Мәктәп йәшендәге балаларҙан алып хаҡлы ялға сыҡҡан оло йәштәгеләргә тиклемге төрлө быуын кешеләре ошо юҫыҡта эҙләнеүҙәр менән мәшғүл. Бигерәк тә пенсия йәшендәгеләр был эш менән ихлас шөғөлләнә. Күрәһең, олоғая барған һайын, буш ваҡыт та күбәйгәс, үҙ ырыуыңдың, ауылыңдың тарихи тамырҙарын өйрәнеүгә иғтибар арта баралыр. Ә бына Совет осоронда революцияға тиклемге халыҡ тарихы һанға һуғылманы, ошо арҡала 70 йылға һуҙылған бушлыҡ барлыҡҡа килде. Хатта ки халыҡ тарихы сағылышының бер мөһим өлгөһө булған шәжәрә һүҙе лә ғәмәлдә онотолоуға дусар ителгәйне. Әммә уға ҡарата иғтибар уҙған быуаттың 70-се йылдарында ғилми тикшеренеүҙәр аша тергеҙелә башланы. Академик Раил Ғүмәр улы Кузеев тәү башлап башҡорт шәжәрәләрен тарихи сығанаҡ сифатында өйрәнеүгә юл асһа, минең ғилми етәксем, филология фәндәре докторы, профессор Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова элекке ғәрәп яҙмалы документаль сығанаҡтарҙы ғилми яҡтан тикшереү йүнәлешендә күп эштәр башҡарҙы. Тап ошо сығанаҡтар аша халҡыбыҙҙың тарихи йәшәү рәүеше, ижтимағи, сәйәси һәм матди хәл-торошо хаҡында байтаҡ мәғлүмәттәр асыҡланды. Бына, мәҫәлән, башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләтенә ҡушылыуы хаҡындағы мәғлүмәттәр тап шәжәрәләрҙе өйрәнеү барышында билдәле булды. Мин шәхсән ошо ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған шәжәрәләрҙе, мәшһүр "Урал батыр" эпосы кеүек үк, киләсәк быуындарға ҡалдырылған тарихи код тип күҙаллайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө тарихи катаклизмдар һөҙөмтәһендә, шулай уҡ совет осоронда алып барылған сәйәсәт йоғонтоһонда күп боронғо китаптар менән бергә яҙма шәжәрәләр ҙә юҡ ителеп, уларҙың бик аҙы ғына һаҡланып ҡалған.

Тарихи шәжәрәләр яҙмышы шулай. Ә бына шәхси, нәҫел-нәсәп шәжәрәләрен тергеҙеп буламы һуң?

- Әлбиттә, була. Иң тәүҙә ата-бабалар хаҡында телдән-телгә, быуындан-быуынға тапшырыла килгән мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Әммә был ғына бик аҙ, бында ысынбарлыҡҡа тап килмәгән, үҙгәртелгән, хроникаһы бутап бирелгән мәғлүмәттәрҙең булыу ихтималлығын оноторға ярамай. Ысын шәжәрәне бары тик документаль нигеҙҙә, архивтарҙа һаҡланған сығанаҡтарға таянып ҡына тергеҙергә мөмкин. Тап ошо рәсми документтар нигеҙендә ике-өс быуат элгәре йәшәгән ата-бабаларыбыҙ хаҡында мәғлүмәт туплап була.
Батша Рәсәйендә лә халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары даими ойошторолоп килгән, шуның һөҙөмтәһендә "Ревизские сказки" тип аталған материалдар тупланған. Әлбиттә, бында "сказки" һүҙе әкиәтте аңлатмай, ул һәр кеше һәм уның ғаиләһе хаҡында яҙып алынған мәғлүмәтте белдерә. Ошондай мәғлүмәттәр махсус ебәрелгән переписчиктар тарафынан яҙып алынып, йорт старшиналарының имзаһы һәм мисәте менән раҫлана. Бөгөнгө көндә Милли архивта XVIII быуат аҙағынан XIX быуат урталарына тиклемге иҫәп алыу материалдары һаҡлана. Һуңғы йылдарҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәр архивҡа килеп, ошо документтарҙы өйрәнә, үҙҙәренә кәрәген күсереп ала ине. Әммә боронғо яҙмаларҙы үҙ эсенә алған ҡалын кенәгәләр йыш ҡулланыу һөҙөмтәһендә әкренләп туҙа башланы. Тап шуның өсөн дә һуңғы йылдарҙа уларҙың электрон күсермәләрен эшләтеүгә иғтибарҙы көсәйттек. Әйтергә кәрәк, беҙ Рәсәйҙә беренселәрҙән булып тарихи документаль сығанаҡтарҙы цифрлаштырып, үҙебеҙҙең электрон архивты булдырҙыҡ.
Бындай материалдар менән ҡыҙыҡһыныусыларға бына нимәгә иғтибар итеүҙәрен теләр инем. Алдараҡ һүҙ барған ревизия, йәғни халыҡ иҫәбен алыу материалдарының бер өлөшө Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы сайтына (archives.RB@bashkortostan.ru) ҡуйылды. Ошо сайтта "Шәжәрә" бүлеге булдырылған, байтаҡ мәғлүмәтте тап шунан алырға була. Бында һәр кемебеҙгә аңлайышлы булған кимәлдә шәжәрә төҙөү методикаһы ла тәфсирләп аңлатылып бирелгән, төҙөлгән шәжәрәләрҙең үрнәк-өлгөләре лә бар. Әгәр ошо материалдарҙы иғтибарлап ҡарап сыҡһаң, артабан үҙеңдең ата-бабаларың хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе юллай башларға була.
Шәжәрә төҙөү өсөн тағы ла бер ҡиммәтле тарихи сығанаҡты ҡулланырға мөмкин. 1917 йылда Ваҡытлы Хөкүмәт тарафынан Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу сараһы ойошторола, беҙҙең архивта уның материалдары һаҡланып ҡалған. 2019 йылдың декабрендә ошо материалдарҙың электрон күсермәһен "Башархив" исемле проектҡа сығарҙыҡ: унда Өфө губернаһының 5 өйәҙенә ҡараған ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең хужалыҡтары (подворные карточки) буйынса бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табырға була. "Башархив.ру" сайтына инеп, ошо материалдар менән һәр кем таныша ала. Улар боронғо дәүерҙә йәшәгән олатайҙарҙы асыҡлауҙа үҙенә күрә бер "күпер" ролен үтәйәсәк.
1917 йылғы ауыл хужалығы һәм ер биләмәләре буйынса иҫәп алыу мәғлүмәттәре элегерәк зиһенебеҙгә ҡат-ҡат туҡып индерелгән бер стереотипты юҡҡа сығарған кеүек тойола: йәнәһе, революцияға тиклем башҡорттар үтә ярлы йәшәгән, наҙан булған һ.б. Ә ошо материалдарҙы ентекләп ҡарай башлаһаң, бының киреһе күренә: ябай аҫаба башҡорттоң да бер нисә десятина ере булған, бер нисә тиҫтә йылҡы, һыйыр малы, кәзә-һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫраған, хатта умарталар тотҡан - ундай ғаиләне нисек итеп фәҡир тип әйтмәк кәрәк. Тарихи документтарҙа ауылдарҙағы мәсеттәр, уларҙа хеҙмәт иткән уҡымышлы мулла-мәзиндәр, ауыл мәҙрәсәләре хаҡында ла мәғлүмәттәр һаҡланған. Шул уҡ мәсеттәрҙә булдырылған метрика кенәгәләре айырым кешеләр хаҡында даими теркәлә барған яҙмаларҙан ғибәрәт. Әлбиттә, уларҙа ғәрәп графикаһы ҡулланылғанлыҡтан, бындай мәғлүмәтте уҡый алған белгестәр кәрәк. Әммә тап ошо метрика ҡағыҙҙарынан иң һуңғы ревизиянан (1859 йылдан аҙаҡ) һуң тыуған кешеләрҙең исем-шәрифтәрен, тыуған һәм үлгән йылдарын билдәләп була. Кемдеңдер ошондай мәғлүмәткә эйә булыу теләге бар икән, Карл Маркс урамындағы 4-се йортта урынлашҡан Милли архивҡа мөрәжәғәт итә ала. Нәҫел тамырҙары, ырыу тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың көндән-көн арта барыуын иҫәпкә алып, өс йыл элек Шәжәрә үҙәге булдырҙыҡ. Унда боронғо ғәрәп яҙмаһын яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Әлбиттә, бындай эҙләнеү эшен бесән эҫкертенән энә эҙләүгә тиңләп булалыр - һәр мөрәжәғәт буйынса оҙайлы, ентекле тикшеренеүҙәр алып барыу талап ителә. Шуны ла әйтеү фарыздыр: был хеҙмәт түләүле, шәжәрә эшләтеү һәм нәҫел-нәсәп тураһында мәғлүмәттәр туплау хаҡы 20 - 25 мең һум самаһы. Ошоға ҡарамаҫтан, үҙ шәжәрәләрен төҙөтөргә теләүселәр бик күп, заказдар буйынса сират ике-өс айға тиклем барып етә. Былтыр беҙҙең белгестәр 70-тән ашыу заказды үтәй алды.
Бында йәнә бер нәмәгә иғтибар итеү мөһим: исем-шәрифтәрҙән хасил булған шәжәрә схемаһын (А3 форматында) күрһәткән мәғлүмәт менән генә сикләнмәйенсә, беҙ ошо нәҫелгә ҡараған кешеләр хаҡында табылған барса мәғлүмәтте эсенә алған портфолио эшләп бирәбеҙ. Бында улар хаҡындағы төрлө белешмәләр, награда ҡағыҙҙары, ниндәй орден-миҙалдарға лайыҡ булыуҙары хаҡында һәм башҡа төрлө документтарҙың күсермәләре ҡуйыла. Ата-бабалары, яҡын туғандары хаҡында артыҡ мәғлүмәтле булмаған кешеләр яңы табылған документтар нигеҙендә үҙҙәренә ниндәйҙер асыш та яһай. Ә артабан ошо ерлектә һәр кем үҙ шәжәрәһен ҙурыраҡ форматта ла эшләтә алырға мөмкин.

Ниязбай Булатбай улы, шәжәрә төҙөтөү өсөн үҙ нәҫелең хаҡында ниндәй мәғлүмәттәр билдәле булырға тейеш?

- Беҙҙең белгестәр ярҙамында үҙ шәжәрәгеҙҙе төҙөтөргә ниәтләйһегеҙ икән, алдараҡ әйтелгән адрес буйынса килеп, ғариза тултырырға кәрәк. Унда атай яғынан да, әсәй яғынан да (мөрәжәғәт итеүсенән башлап) яҡын туғандарығыҙ хаҡында үҙегеҙгә билдәле булған барса мәғлүмәт мөмкин тиклем тулыраҡ итеп яҙып бирелергә тейеш. Исем-шәрифтәре тулыһынса, ҡатын-ҡыҙҙың кейәүгә сыҡмаҫтан алда булған фамилияһы, тыуған (үлгән) йылдары, тыуған, йәшәгән урындары - ауылдарының, райондарының исемдәре, олоҫ, өйәҙ һәм губерна атамалары (билдәле булған хәлдә) һ.б. - барыһы ла кәрәк. Был мәғлүмәттәр беҙҙең белгестәргә заказды үтәүҙе тиҙ арала атҡарып сығырға ярҙам итәсәк.
Йәнә бына нимәгә иғтибар итергә кәрәктер: шәжәрәләр элек-электән ир-ат линияһы буйынса ғына төҙөлөп килгән, бының, әлбиттә, етди сәбәбе лә булған: аҫабалыҡ хоҡуғына ярашлы, әүәл ир балалар ғына ер биләмәһенә эйә була алған. Ҡыҫҡаһы, ул дәүерҙә шәжәрә ысынбарлыҡта документ ролен үтәгән - ғаиләлә малай тыуған осраҡта, ул бишектә ятҡанда уҡ ергә эйә булған.
Беҙ инде XXI быуатта йәшәйбеҙ. Бөгөнгө шарттарҙа, минеңсә, һәр нәҫелдең шәжәрәһе ике яҡлы - атай яғынан да, әсәй яғынан да - булған туған-тыумасаны үҙ эсенә алырға тейеш. Бында тағы ла бер нескәлек бар: әгәр шәжәрә тулы түгел икән, тимәк, ике яҡтан да ете быуынға тиклем туғанлыҡ ептәре билдәле булмай. Бер кемгә лә сер түгел: туған-тыумаса менән аралашып йәшәмәү сәбәпле, йәштәр араһында бигүк алыҫ булмаған туғандарҙың никахҡа инеү осраҡтары бар. Ә бындай никахтарҙың генетик яҡтан нәҫел сәләмәтлегенә зыянлы булыуы һәр кемгә мәғлүм. Ғөмүмән, башҡорттарҙа өйләнешкәндә кейәү һәм кәләштең төрлө ырыуҙан булыуы күп быуаттар буйына яҙылмаған бер ҡанун рәүешендә ҡабул ителгән. Халҡыбыҙҙағы "ете ят" төшөнсәһе тап шул нигеҙҙә хасил булған да инде - ете быуын туғанлыҡтан уҙған егет һәм ҡыҙға ғына өйләнешеү рөхсәт ителгән. Ә төрлө ырыу вәкилдәре араһында башҡарылған никахлашыуҙың бер үк ваҡытта дөйөм башҡорт халҡының берҙәмлеген нығытыу өсөн бик һөҙөмтәле механизм булыуын да инҡар итеү мөмкин түгел.

Быйыл, мәғлүм булыуынса, илебеҙҙә сираттағы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы була. Ошо мөһим ваҡиға ла үҙ тамырҙарын барларға теләүселәрҙе арыу ғына ҡужғытып ебәргәндер, моғайын?

- Нәҡ шулай! Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондары, Татарстан һәм башҡа төбәк халҡының бер өлөшөн милләт мәсьәләһе лә ҡыҙыҡһындыра. 1917 йылға тиклем уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыу сараларында һәр кем үҙ милләтен асыҡтан-асыҡ әйтеп яҙҙырған, ул дәүерҙә бер ниндәй ҙә сәйәси баҫым булмаған. Бөгөн шуныһы ҡыҙыҡ: үҙен башҡа милләт вәкиле тип һанап йөрөгән кешеләр, шәжәрәләрен төплө өйрәнеп, ата-бабаларының саф башҡорт икәненә инана. Был йәһәттән бик күп миҫалдар килтерергә мөмкин булыр ине.

Үҙ шәжәрәһен булдырыу теләге һәр башҡорт ғаиләһендә лә барҙыр. Шул уҡ ваҡытта, бының өсөн үҙ мөмкинлегең юҡ йәки интернет менән эш итә белмәйһең икән, белгестәргә мөрәжәғәт итергә тура килә. Үҙегеҙ әйтеүегеҙсә, ғаилә шәжәрәләрен эшләтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итеүселәр артҡандан-арта бара. Халыҡ ихтыяжын үтәү өсөн Милли архив тағы ниндәй саралар күрә?

- Республика етәкселеге һуңғы йылдарҙа архив хеҙмәте хаҡында оло хәстәрлек күрә. Боронғо документтарҙы һаҡлау өсөн Хөкүмәтебеҙ Милли архивҡа Гоголь урамында буш торған бинаны һатып алып бирҙе, бер нисә бинала капиталь ремонт уҙғарылды. Юғары тиҙлектә эшләгән өр-яңы ҡеүәтле сканерҙарыбыҙ, заманса компьютерҙарыбыҙ бар. Архив документтарының, атап әйткәндә, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренең электрон күсермәләрен эшләп, улар менән цифрлы форматта таныша алырлыҡ мөмкинлек булдырыуға ирештек. Ул яҙмаларҙы өйрәнеү өсөн бөтә шарттар булдырылған махсус уҡыу залыбыҙ бар. Бында һәр кеше үҙен ҡыҙыҡһындырған документтарҙы ҡарай ала, ә белгестәребеҙ тейешле консультация бирә. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙгә мөрәжәғәт иткән кеше, уҡыу залында бер нисә көн шөғөлләнеп, ғаилә шәжәрәһен үҙе лә төҙөй ала.

Белеүебеҙсә, Милли архив уҡыусылар һәм йәштәр араһында төрлө ижади бәйгеләр ҙә ойоштора...

- Эйе, шәжәрәләр аша йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, халҡыбыҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы ғилми тикшеренеүгә йәлеп итеү маҡсатында 2017 йылдан алып өлкән класс уҡыусылары, студенттар һәм 30 йәшкә тиклемге йәш кешеләр араһында генеалогик тикшеренеү эштәре буйынса асыҡ конкурс уҙғарабыҙ. Быйылғы өсөнсө ижади бәйге Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 75 йыл тулыуға арналды, конкурс "Беҙ - Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары" тип атала. Мотлаҡ талаптар - һуғышта ҡатнашҡан олатайҙар һәм тылда тир түккән өләсәйҙәр тураһындағы ғилми хеҙмәтте архив документтарына таянып эшләү һәм уларҙың шәжәрәһен әҙерләү. Конкурс эштәрен 10 мартҡа тиклем ҡабул иттек. Ижади бәйгегә йомғаҡ апрель урталарында яһаласаҡ, лауреаттарҙы ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар көтә, бынан тыш, һәр ҡатнашыусыға сертификат биреләсәк.
Әңгәмәбеҙ аҙағында милләттәштәребеҙгә, айырыуса йәштәргә мөрәжәғәт итеп, бына нимә әйтер инем. Хәҙерге көндә башҡорт ҡурайы, башҡорт балы, башҡорт аты, башҡорт ҡымыҙы кеүек милли брендтарыбыҙ бар. Рәсәйҙә шәжәрә төшөнсәһен башҡорттарҙан башҡа милли символ кимәленә күтәргән бер халыҡ та юҡ әле. Әйҙәгеҙ, бергәләшеп, халҡыбыҙ паспортына бәрәбәр башҡорт шәжәрәләрен дә милли бренд сифатында ҡулланыуға өлгәшәйек. Ошо йәһәттән төп маҡсатыбыҙ ҙа шулай булырға тейештер: һәр башҡорт ғаиләһе үҙ шәжәрәһен булдырһын!

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.20 | Ҡаралған: 630

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru