«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙ-ОЛАТАЙҘАРҘЫҢ ҠАҺАРМАНЛЫҠ ӨЛГӨЛӘРЕН ИҪЛӘП
+  - 


Әҙәм балалары ергә йәшәр, үҫер һәм ишәйер өсөн яралған. Әммә, был нисек кенә мәғәнәһеҙ һәм ҡот осҡос фажиғәле булмаһын, кешелек тарихы бер өҙлөкһөҙ барған һуғыштарҙан ғибәрәт.

Тарих төпкөлдәрендә суҡмар, уҡ-һаҙаҡ, ағас һөңгө менән ҡоралланған ҡырағай кешеләр сит ҡәбиләләргә һөжүм итеп, уларҙың аҙыҡ-түлеген, башҡа мөлкәтен талап алған, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙҙарын ҡоллоҡҡа алып киткән. Берәүҙәр мал-мөлкәт өсөн йән ҡыйһа, башҡалары биләмәләрен, ғаиләләрен ҡурсалап, баштарын һалған. Беҙҙең, башҡорттарҙың, ата-бабалары башҡаларға баш бирмәҫ ҡәүемдәрҙән булып, уларҙың яугирлыҡ даны бик алыҫ илдәргә таралып, тарихи сәхифәләрҙә теркәлеп ҡалған. Әхмәтзәки Вәлиди башҡорттарҙың иҫ китмәле ҡыйыу, ғәййәр һәм ғорур халыҡтарҙан булып, һис бер йыһангирға баш бирмәүе хаҡында һоҡланып яҙған. Әгәр шулай булмаһа, күп быуаттар дауамында, бар халыҡтарҙы тетрәткән, бәғзеләрен юҡ иткән тарихи катаклизмдар аша ата-бабаларыбыҙ ҙа үтеп сыға алмаҫ ине. Был тарихи хәҡиҡәт.
Башҡорт халҡы үҙ тарихында күп яу-ҡырылыштарҙа ҡатнашҡан, дошмандары яғынан һәр төрлө ҡыҫымға дусар ителгән, һанап-иҫәпләп бөтөрөп тә булмаған юғалтыуҙар кисергән. Әммә ул мәңгелек тарих юлдарында үҙ-үҙен, тыуған төйәген, киләсәген - йәш быуындарын һаҡлап-ҡурсалап йәшәтә алыу мөмкинлеген һис ҡулынан ысҡындырмаған. Хәҙерге Рәсәйҙә шундайын да шанлы, данлы, ғазаплы, аяныслы яҙмышлы, шул уҡ ваҡытта үтә трагик заманаларҙа ла йәшәү-йәшәреү өмөтөнән ваз кисмәгән башҡа бер халыҡ бармы икән? Рәсәй составында ла башҡорттар үҙ мәнфәғәтенән ваз кисмәй, кәрәк сағында батша чиновниктарына ҡаршы сыға алған, баш күтәргән, батшаларҙы ла үҙе менән иҫәпләшергә мәжбүр иткән. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәре йәшәгән дәүләттән саҡырыу килгәндә, атҡа менеп, ҡоралын ҡулға алып, ил дошмандарына ҡаршы яу сапҡан, тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ өлгөләрен күрһәткән. Быныһы ла тарихи хәҡиҡәттер.
Замандаштарыбыҙ хәтерендә һуңғы осорҙа - XX быуат башынан бирле халҡыбыҙ кисергән тарихи ваҡиғалар шаңдауы әлегә тиклем һис тынмай яңырып-яңғырап торған кеүек. 1917 йылда башланған инҡилаб шарттарында Әхмәтзәки Вәлиди һәм башҡа бер төркөм зыялылар етәкселегендә халҡыбыҙ милли ерле мөхтәриәткә өлгәшеү маҡсатын алға ҡуйҙы, ошо нигеҙҙә яңы рухи күтәрелеш кисереп, ҡанлы граждандар һуғышы йылдарында үҙенең дәүләтселеккә хоҡуғын яҡлап-һаҡлап ҡала алды. Ҙур ҡорбандар килтереп булһа ла, тәү мәлендә үҙаллы иғлан ителгән Башҡортостан автономияһы совет власы тарафынан танылып, рәсмиләштерелде: был үҙе үк башҡорт рухының оло бер ҡаҙанышы булды, һәм быны бер нисек тә инҡар итеп булмаясаҡ.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ла башҡорт халҡы өсөн етди һынау тотоу осоро булды, ҡанлы ғәрәсәттә дошманды еңеү хаҡына үҙенең барса кешелек, матди һәм рухи ресурстарын ахырынаса ҡулланып, үҙ ул-ҡыҙҙарының һоҡланғыс ҡаһарманлыҡ өлгөләрен бар донъяға таныта алды.
Фашизмға ҡаршы ҡәһәрле һуғыш йылдарында Башҡортостандан фронтҡа 710 меңдән ашыу кеше китеп, уларҙың 300 меңе самаһы һәләк була, хәбәрһеҙ юғала. Ошо ҡырылыш йылдарында халҡыбыҙ оло юғалтыуҙар кисерһә лә, дошманды еңеүгә булған ышаныс, рух ныҡлығы фронтта ла, тылда ла тиңһеҙ сыҙамлылыҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөләре булып кәүҙәләнде. Дошман менән батырҙарса алышҡан тиҫтәләрсә мең башҡорт яугиры СССР орден һәм миҙалдарына лайыҡ булды, төрлө милләт вәкилдәренән 278 яҡташыбыҙға Советтар Союзы Геройы исеме бирелде, 35 яугир Дан орденының тулы кавалеры булып танылды.
Башҡортостанға, башҡорт халҡына бөтмәҫлек дан яулағандарҙың барыһын да бөгөн исемләп әйтергә булыр ине: немец фашистары баҫышып килгән Мәскәүҙән, Сталинградтан, Советтар Союзының башҡа ауыл-ҡалаларынан алып Берлинғаса дауам иткән яуҙарҙа ир-егеттәребеҙ башын һалды, ғәзиз ҡандарын түкте, күптәре ауыр яраларҙан ыҙаланды. Бөгөн уларҙың данлы исемдәре һәр ауылда, һәр ҡасабала мәрмәр таҡтаташтарға уйылып яҙылған, батырҙарыбыҙ даны халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ. Тап ошо йылдарҙа башҡорттарҙың хәрби батырлыҡтары бар илгә билдәле булды, Константин Симонов, Илья Эренбург кеүек билдәле совет яҙыусылары яугир башҡорттарға дан йырланы. Мариэтта Шагинян үҙенең һуғыш хаҡындағы яҙмаларында башҡорт халҡында ватансылыҡ рухының айырыуса көслө булып, беҙҙең яугирҙарыбыҙ араһында һатлыҡ йәндәрҙең бөтөнләйе менән осрамауын да билдәләп уҙа. Әлбиттә, 1941 йылда Ҡыҙыл Армияның трагик уңышһыҙлыҡтары арҡаһында байтаҡ ҡына башҡорт һалдаттары ла әсир алына, тик фашистар яғына сығып, полицай хеҙмәтен үтәгән бер башҡорт та тарихыбыҙ биттәрендә теркәлмәгән, сөнки ундайҙар булмаған да. Бына тағы ла билдәле бер рәсми мәғлүмәт: Башҡортостандан барлығы 2 265 кешенең әсирлектә һәләк булыуы документаль рәүештә раҫланған. Фронтовиктарҙың шундай хәтирәләре лә бар: фашистар йыш ҡына яралы башҡорттарҙы әсиргә лә алмаған, яу яланында уҡ атып үлтереп киткән. Был фажиғәле күренеш, әммә дошмандарҙың башҡорт яугирҙарынан айырыуса ныҡ ҡурҡыуын да асыҡ белдереп тора.
Башҡортостандың һоҡландырғыс хәрби даны 112-се (16-сы Чернигов) Башҡорт атлы гвардия дивизияһының Дондан алып Берлинғаса барған үлемесле алыштарында яуланды. Дивизия Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм Кутузов ордендары менән наградланды, уның 78 яугирына Советтар Союзы Геройы исеме бирелде, 5 кавалерист Дан орденының тулы кавалеры дәрәжәһенә өлгәште, 3860 яугирҙың батырлығы ордендар һәм миҙалдар менән билдәләнде. Был Бөйөк Ватан һуғышы барышында уникаль күренеш булараҡ тарихҡа инде, сөнки Ҡыҙыл Армияның шундай уҡ кимәлдә геройлыҡ күрһәтә алған башҡа милли частары булманы. Еңеү еңел бирелмәне, тыуған ил азатлығы өсөн барған яуҙарҙа бик күптәр һәләк булды, яраланды. Брянск фронтында (хәҙерге Липецк өлкәһенең Тербуны районында), Сталинград фронтында, Донбаста, Украинала, Белоруссияла, Польшала һәм Германияла һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың изге һөйәктәре иҫәпһеҙ күп туғандар ҡәберлектәрендә ятып ҡалған. Шуныһы мөһим: сәйәси хәлдәр үтә ҡатмарлашҡан саҡта ла ул ҡәберлектәр урындағы халыҡтар тарафынан ҡәҙерләп, ҡараулы тотола.
1941 йылдан башлап 112-се Башҡорт атлы дивизияһы халыҡ теленән төшмәне, уның данлы тарихы халыҡ хәтерендә йәшәй, башҡорт атлыларының батырлығы йырҙарҙа данлана, ул хаҡта китаптар яҙыла, спектаклдәр ҡуйыла, документаль фильмдар төшөрөлә. Ваҡыты еткәс, башҡортса художестволы фильм да төшөрөлөр, Аллаһ бирһә. Бик күп йылдар буйына легендар генералыбыҙ, комдив Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатовтың шәхси ҡаһарманлығы дәүләтебеҙ тарафынан тейешлесә баһаланмай ҡала килде, ошо хәл күңелдәребеҙҙе өйкәп тора ине. Әммә хаҡлыҡ барыбер өҫкә сыҡты: ошо күренекле шәхесебеҙгә үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелеүен халҡыбыҙ ҙур ҡәнәғәтләнеү һәм шатлыҡ менән ҡабул итте. Был бит генерал-майор М.М. Шайморатов исеме аҫтында бар башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығына бирелгән рәсми баһа булып тора.
2011-2012 йылдарҙа Башҡортостанда 112-се Башҡорт атлы дивизияһының 70 йыллығы киң билдәләнде. Ул саҡта Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратында эшләй инем. Ҡайһы бер фекерҙәштәрем менән кәңәшләшкәндән һуң ошо данлы дивизиябыҙҙың яу юлдары буйлап автосәйәхәт ойоштороу тәҡдиме менән 2011 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенә мөрәжәғәт иттем. Ул тәҡдим хупланды, әммә 2012 йылға күсерелде. Сәйәхәткә әҙерләнеү осоронда байтаҡ ҡына ҡаршылыҡтарҙы үтеп сыға алдыҡ, беҙҙең ул саҡта сит илдәргә сығыуыбыҙға ҡаршы булғандар ҙа бар ине. 2012 йылдың 7 авгусында юлға сыҡтыҡ. Һарытау өлкәһенең Хвалынск ҡалаһы (унда дивизиябыҙҙың элекке эскадрон командиры, Советтар Союзы Геройы Г.Ф.Платонов йәшәй) - Липецк өлкәһенең Тербуны районы - Ростов өлкәһенең Белая Калитва ҡалаһы - Украинаның Луганск өлкәһе Петровск ҡалаһы - Чернигов ҡалаһы - Днепр буйындағы Неданчичи ауылы (дивизиябыҙҙың Днепрҙы кисеп сыҡҡан урыны) - Белоруссияның дивизиябыҙ азат иткән ҡала-ауылдары - Брест - Польша ҡалалары - Бранденбург - Премниц (Эльба йылғаһы буйында дивизия яулап алған һуңғы ҡала) - Берлин маршруты буйынса атлы ғәскәребеҙ ҡан ҡойған, ҡаһарманлыҡ күрһәткән ерҙәрҙә туғандар ҡәберлектәренә Башҡортостан тупрағын һибеп, сәскәләр һалдыҡ, мөмкин булған бар төбәктәрҙә урындағы халыҡ ҡатнашлығында митингылар уҙғарҙыҡ, һәләк булғандар хәтерен яңыртып, концерт номерҙары менән сығыш яһаныҡ.
Әйтергә кәрәк, беҙ барып тапҡан яугирҙар зыяраттарының күбеһендә быға тиклем Башҡортостан вәкилдәренең булғаны юҡ ине әле. Әле лә хәтеремдә: ошо батырҙарыбыҙ ҡәберҙәренә тере сәскәләр, башҡортса-русса дивизия исеме яҙылған таҫмалы веноктарыбыҙҙы һалғас та, байраҡтарыбыҙҙы ҡәберҙәр өҫтөнәрәк төшөрә биреп, бер нисә минутҡа тын ҡалабыҙ. Күңелдәребеҙҙе ошо мәлдә ниндәйҙер әйтеп бөтөрһөгөҙ һағыш биләп ала ла, баштарыбыҙ үҙенән-үҙе аҫҡа эйелә, күҙҙәребеҙҙән йәш эркелмәһә лә, һәр беребеҙҙең ҡарашынан зыяратта ғына тыуа торған эске бер моңһоулыҡ һарҡыла. Йәнеңде шундай хис-кисерештәр биләй, әйтерһең дә, бынан 70 йыл элек түгел, ә кисә генә беҙ үҙебеҙ күреп белгән иптәштәребеҙҙе юғалтып, һуңғы юлға оҙатҡанбыҙ...
Ҡайҙа ғына булһаҡ та, беҙҙең менән танышып һәйләшкән урындағы халыҡ беҙгә шулайыраҡ тип әйтә ине: "Беҙ башҡорттарҙы үҙебеҙҙең тыуған ерҙәребеҙҙе фашист ҡоллоғонан азат итеүселәр тип беләбеҙ. Һеҙҙең халҡығыҙ менән ғорурланабыҙ, яуҙа һәләк булғандарҙың ҡәберҙәрен ҡарап, матурлап тотабыҙ. Ә һеҙ бигерәк тә маладистарһығыҙ икән - үҙ геройҙарығыҙҙы онотмайһығыҙ, беҙҙең яҡтарға яугирҙар ҡәберлектәренә башҡорттарҙан башҡалар бик килеп тә йөрөмәй шул..." Шул саҡта беҙ ошо патриотик сарабыҙҙың маҡсатына өлгәшә алыуыбыҙға ысынлап тороп инандыҡ та инде - башҡорт батырлығын сит-ят ерҙәрҙә иҫкә алыу, хәтер яңыртыу үҙе үк беҙгә, халҡыбыҙға, мәртәбә өҫтәмәй ҡалмағандыр. Үлемесле һуғыш тамамланыуға 75 йыл ваҡыт уҙып китте. Халҡыбыҙ "Батыр үҙе үлһә лә, бөтмәҫ даны ҡала" тигән. Эйе, батырҙарыбыҙ даны - мәңгелек. Йылдар бер-бер артлы үтә торор, әммә яҙҙар етеү менән һәр бер яңы быуын Бөйөк Еңеү байрамын хәтергә аласаҡ, батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә һәйкәлдәргә тере сәскәләр һаласаҡ. Киләсәккә ҡараш ташлап, һуғыштан тере ҡайтыу насип булған атай-олатайҙарыбыҙҙың теләктәрен ҡаттан-ҡат ҡабатлағы килә: "Еңеү байрамы һәр саҡ тыныслыҡ менән килһен, тик яңынан ошондай һуғыш ҡына булмаһын инде". Халыҡтарыбыҙҙың ирекле, тыныс тормошҡа хоҡуғы Бөйөк Еңеү менән бергә яуланды - беҙҙең өсөн был мәңгелек тарихи хәҡикәт булып ҡаласаҡ.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.20 | Ҡаралған: 477

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru