«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРЫҒЫҘ МЕНӘН ТУҒАН ТЕЛДӘ АРАЛАШЫҒЫҘ!
+  - 


"Балаларҙы үҙ туған теленә нисек ылыҡтырырға, өйрәтергә, телмәр эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә һәм шул нигеҙҙә телмәр үҫтерергә?" тигән һорау әлеге көндә башҡорт теле уҡытыусыларын ғына түгел, ғөмүмән, үҙ теле өсөн борсолған бар кешене лә борсойҙор. Һуңғы йылдарҙа беҙ ни эшләптер тел мәсьәләһе ҡағылған проблемаларҙа йыш ҡына кемделер ғәйепләргә, кемгәлер үпкәләргә, кемгәлер асыуланырға тырышабыҙ кеүек. Шул уҡ ваҡытта туған тел алдында һәр беребеҙ үҙ бурысыбыҙҙы белеп тә бөтмәйбеҙ, хатта белергә лә теләмәйбеҙ. Ә кемде ғәйепләргә һуң? Өйҙә балаларыбыҙ менән аралашҡанда бер кем дә беҙҙең ауыҙыбыҙҙы бәйләп ултыртып ҡуймай ҙа инде.

"Алма ағасынан алыҫ төшмәй" - ти йор телле халҡым мәҡәле. Ата-әсәһе өйҙә матур итеп үҙ туған телендә һөйләшһә, эргәлә йөрөгән бала ла телмәргә, хатта үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡушылмай ҡалмай бит. Телгә ҡарата ҡараш та, ихтирам, иғтибар, һөйөү ҙә мотлаҡ ғаиләнән, олатай-өләсәйҙән, атай-әсәйҙән башлана. Аллаға шөкөр, үҙем ике малайға әсәймен. Икеһенең дә исемен алдан уйлап ҡуштыҡ: Арыҫлан менән Алисхан. Өйҙә улдарым менән тик башҡорт телендә генә аралашам. Йәйге каникулды Мәсетле районының йәмле Әй буйында урынлашҡан Яңы Мишәр ауылында үткәрәбеҙ. Өләсәйебеҙ ҙә ейәндәре һәм бер ейәнсәре менән тик башҡорт телендә генә һөйләшә. Оло улым спорт менән дуҫ, уҡыуҙа ла һынатмай, әлеге көндә программистҡа уҡый. Өфө ҡалаһы Ленин районының 2-се һанлы башҡорт лицейын тамамланы. Өс йыл рәттән "Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһендә республика кимәленә сыҡтылыр, улым "Тағы ла ике..." командаһының лидеры булды. Шулай уҡ башҡорт теленән олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алды, 9-сы класты тамамлағанда ТДИ-ны башҡорт теленән дә тапшырҙы. Уның башҡорт телен яҡшы белеүе бер ваҡытта ла башҡа фәндәрҙе үҙләштерергә ҡамасауламаны. 18 йыл башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ һынағаным бар, үҙем уҡытҡан, үҙ туған телен яҡшы белгән уҡыусыларым да башҡа фәндәрҙән һынатмайҙар.
Мәктәпкә уҡырға килгәндә лә, хатта үҙ туған телемде һайлайым тип ғариза яҙғанда ла һәр ата-әсә үҙ ирке менән яҙа, береһе лә көсләп, башҡа телде һайлағыҙ тип эргәләрендә тормай! Ата-әсәнең башҡорт булып та, үҙ балаһына башҡорт телен уҡытырға теләмәүе күп уҡытыусыларҙы ла аптырата. Бына мине лә аптырата, уйландыра, хафаға һала. Хатта шундайҙар араһында республикабыҙға исемдәре киң билдәле шәхестәр ҙә булыуы тетрәндерә. Был ни өсөн шулай, тигән һорауға күпме эҙләһәм дә яуап таба алмаҫмын кеүек. Үҙ туған телен уҡырға теләүселәргә әлеге көндә бик күп мөмкинлектәр бар. Мәҫәлән, беҙҙең Киров районының 3-сө гимназияһында башҡорт телен дәрес булараҡ уҡытыуҙан тыш, фольклор түңәрәктәре лә ойошторолған. Шунлыҡтан, башҡорт телен аҙнаһына 4 сәғәт уҡытып та була. Туған тел булараҡ башҡорт теле 1-се кластан 9-сы класҡа тиклем уҡытыла. Өйҙә ярым-йорто ғына башҡортса һөйләшеп, баланың теле бай, һутлы булыуына өлгәшеп булмай, әлбиттә. Балаға туған телдә шиғырҙар уҡыу, әкиәттәр һөйләү, йыр тыңлау мотлаҡ, һәм ошо бурыстар беҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына, йөкмәтелә лә инде. Һәр дәресемдә мотлаҡ тик башҡорт телендә һөйләшәм. Үҙем уҡытҡан уҡыусыларымды йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштырам, осрашыуҙар, конкурстар ваҡытында мотлаҡ башҡорт милләтенән булған уҡыусыны алып барыусы итеп ҡуябыҙ. Дәрестәремдә күберәк башҡорт халҡының тарихы, тәбиғәте, билдәле шәхестәре тураһында текстар ҡулланам, уларҙа милләтемә ҡарата ғорурлыҡ уятырға тырышам. Бәләкәй генә ваҡиғаға ла сикһеҙ ғорурланам, 1 сентябрь көнөндә 1-се класс уҡыусыларының саф башҡорт телендә шиғыр һөйләп, тантананы асып ебәреүе оло шатлыҡ булһа, байрамды алып барыусы 11-се класс уҡыусыһы Ғөбәйҙуллин Эриктың миңә ҡарап күҙ ҡыҫып, баш бармағын күрһәтеп, ғорур тороуы күңелемә икеләтә байрам.
Район, ҡала һәм республика кимәлендә үткәрелгән бер сараларҙан да уҡыусыларымды ҡалдырмаҫҡа тырышам. Ошо сараларҙа ҡатнашыу балаларға аудитория алдында сығыш яһарға, үҙ фекерҙәрен еткерергә һәм ҡыйыулыҡ, оялсан булмау, үҙ-үҙен йәмғиәт алдында тота белеү һыҙаттарын үҫтереүгә ярҙам итә. Ата-әсәләр менән дә йыш аралашып торабыҙ. Башҡаларға өлгө булырлыҡ, олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһаған, уҡыуҙары менән генә түгел, ә тәрбиәле булыуҙары менән дә башҡаларҙан айырылып торған, үҙ туған телен яҡшы белгән уҡыусыларым бихисап: Әйүпова Зөлхизә, Әйүпов Айтуған, Харрасова Сабина, Шәйәхмәтов Арыҫлан, Ғәлиуллина Сулпан, Кинйәбаева Гөлмирә, Батырова Сабина, Уколова Камилла, Хәлитов Данис, Мөлөкөв Артур, Фәттәхов Илсур. Уларҙан тыш, мәктәпте тамамлаған уҡыусыларым да минең ғорурлығым: Ғөбәйҙуллин Эрик, Суфиянов Ильяс, Яҡупова Камила, Рәхмәтуллина Камила, Вафина Луиза, Рысаева Эльмира, Толобаева Әлиә, Ғәлиева Зөлфиә, Мортазин Артур, Шәйәхмәтов Рөстәмдәр гимназиябыҙға килеп, хәлдәребеҙҙе белешеп, саф башҡортса аралашып китәләр. Улар барыһы ла юғары уҡыу йорттарында белем алалар, ҡайһылары ҡулдарына диплом алып, эшләп йөрөйҙәр. Суфиянов Ильяс кеүек уҡыусыларымдың интернетта дуҫтары менән башҡортса аралашыуы мине бигерәк тә ҡыуандыра. Уларҙың ата-әсәләренә, олатай-өләсәйҙәренә мең рәхмәт!
Мәктәптәрҙә башҡорт теленең ниндәй кимәлдә булыуы, нисек уҡытылыуы тик башҡорт теле уҡытыусыларынан ғына тора. Бының өсөн уҡытыусының үҙенең башҡорт телен яратыуы, үҙ балаларын милли рухта тәрбиәләүе, бар сараларҙа ла әүҙемлек күрһәтеүе мотлаҡ, әлбиттә. Әлеге мәлдәге дистанцион уҡытыуҙы ла йырып сығып киләбеҙ. Башҡортса шиғырҙар ятлайбыҙ, әкиәттәр һөйләйбеҙ, йырлайбыҙ ("Бөйөк Еңеү байрамы", "Һаумы, һаумы әкиәт"), бейейбеҙ ("Бейеү көнө"), милли кейемдәр ҙә кейәбеҙ ("Милли кейемдәр көнө"), диктант та яҙабыҙ (Башҡорт теленән онлайн диктант). Ғөмүмән, бер ҙә тик ултырмайбыҙ. Кеше үҙ күңелендә нимә бар, башҡаларҙа ла шуны күрә. Телем тип йәшәгән һәр кем мине аңлар һәм ризалашыр.
"Үҙ туған телен яҡшы белгәндәр сит телдәрҙе яҡшыраҡ үҙләштерә", йәки "Үҙ туған телендә теле асылған бала яҡшы өлгәшә һәм һәләтле була" тигән фараздар менән тулыһынса килешәм. Сөнки үҙем уҡытҡан 3-сө гимназияла ла һәләтле балалар, тик "5" билдәһенә өлгәшкән, үҙенең туған телендә иркен аралашҡан уҡыусыларыма ҡарап һоҡланам, ҡыуанам һәм сикһеҙ ғорурланам мин. Телебеҙгә йәм биреп, һут өҫтәп, уны ҡурсалап, яҡлап, һаҡлап торорҙай уҡыусыларыбыҙ булған саҡта телебеҙ йәшәр тип өмөтләнәм. "Һәр ерҙә лә лидер булып, үҙ фекерҙәрегеҙҙе ҡурҡмайынса аҡыллы һәм дәлилдәр менән әйтергә өйрәнегеҙ", - тип өйрәтәм мин уларҙы (Бында һүҙ кем менәндер аңһыҙ рәүештә бәхәсләшеү тураһында бармай). Тимәк, ата-әсәләргә уйланырға кәрәк, уның балаһы киләсәктә кем була һуң? Үҙ туған телен белмәгән маңҡортмо, әллә үҙ илендә ышаныслы атлап йөрөгән лидермы?
Бөгөнгө көндә башҡорт теле уҡытыусыларын, методистарын, ғалимдарын да телен ҡурсалап, яҡлап, һаҡлап торған ҙур ҡалҡанға оҡшатам. Нәҡ уларҙың хәләл көсө, ныҡышмалы эшмәкәрлеге, тырышлығы менән йыл һайын төрлө-төрлө конкурстар, олимпиадалар үткәрелә. Унда башҡорт балалары ғына түгел, башҡа милләт балалары ла ҙур теләк менән ҡатнаша. Ошондай яҡлаусылары булғанда ғорур яңғыраған, илһам шишмәһе булған телебеҙ - башҡорт теле лә йәшәр, сәскә атыр! Ошо яҡты донъяға тыуғанда йән менән, әсә һөтө менән, тәүге һулыш менән ингән телебеҙгә ҡарата миһырбанлы, иғтибарлы, ихтирамлы булһаҡ икән. Бөтә байлыҡтарҙан да ҡиммәтлерәк, аҫылыраҡ, зиннәтлерәк булған халҡыбыҙ хазиналарын: эпос, мәҡәл, йыр, әйтем, әкиәттәрҙән торған халҡыбыҙҙың рухи гәлсәрен һәр кем үҙ телендә аңлаһа ине. Бөгөнгә ҡәҙәр башҡорт милләте, бөтә һынауҙарға ҡарамаҫтан, үҙенең изгелекле, асыҡ күңелен, моңло йырҙарын, һоҡланғыс ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡала алды. Артабан да шулай дауам итер тигән өмөттә ҡалырға яҙһын. Бының өсөн күп кәрәкмәй. Тик айыҡ аҡыл, үҙ илеңдең патриоты булыу, үҙ туған телеңдән оялмау, уны ҡәҙерләү һәм балаларыңа өйрәтеү генә кәрәк.

Фәнгизә НАФИҠОВА,
3-сө Өфө ҡала гимназияһының
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.20 | Ҡаралған: 596

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru