«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ МИЛЛИ ХӘРӘКӘТЕ: ТАРИХТЫ ХАЛЫҠ ҮҘЕ ЯҘҘЫ
+  - 


Бынан тап 25 йыл элек, 1995 йылдың 1-2 июнендә, башҡорт донъяһында онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырып, үҙгәртеп ҡороу һәм яңырыу кисергән Рәсәй шарттарында халҡыбыҙҙы рухи тергеҙеү һәм үҫтереү мәсьәләләре тикшерелгән, уның ижтимағи-сәйәси, иҡтисади һәм рухи-мәҙәни тормошоноң барса өлкәләрендәге төп маҡсаттарҙы билдәләгән ололарҙан оло милли йыйын - I Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарылды. Ошо дөйөм халыҡ ҡоронда Башҡортостанда, Рәсәйҙең милли республикаларында, сит илдәрҙә йәшәүсе башҡорттарҙан һәм башҡа халыҡтар вәкилдәренән 596 кеше делегат булып, 187 кеше ҡоролтай ҡунағы сифатында ҡатнашты. Әлбиттә, ошо тарихи ваҡиға милли яңырыу кисергән халҡыбыҙ тарафынан яҡын киләсәк хаҡына планлаштырылған эштәргә этәргес һәм дәртләндергес рухи көс булып ҡабул ителде. Эйе, сирек быуат элек яңынан тоҡанған башҡорт рухы уты халҡыбыҙҙың күп быуаттар дауамында тарихи хәтерендә, милли үҙаңында һаҡлана килгән ирекле һәм үҙаллы йәшәүгә ынтылышының асыҡ бер сағылышы булды. Ошо үтә күркәм үә рухи күтәренкелек менән үткән сараны иҫкә төшөрөп, тарих фәндәре докторы, профессор, I - III Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты Марат Мәхмүт улы ҠОЛШӘРИПОВ менән башҡорт милли хәрәкәтенең тарихи тамырҙары, ошо процесҡа хас булған тарихи күсәгилешлек хаҡындағы фәһемле әңгәмәбеҙҙе уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.

Ижтимағи-сәйәси процестарҙың билдәле бер сәбәптәре, уларға этәргес көс булып торған факторҙары - тарихи шәхестәр була. Ни өсөн уҙған XX быуат аҙаҡтарында Башҡортостанда милли күтәрелеш процестары башланып китте? Бында ниндәйҙер билдәле тарихи күсәгилешлек барҙыр бит?

- Әлбиттә, ошо ваҡиғалар хаҡында ваҡытында күп яҙылды. Миҫал итеп, "Урал" Башҡорт халыҡ үҙәге тураһындағы китапты күрһәтергә була. Ошо китапта башҡорт милли хәрәкәтенең ни рәүешле, ниндәй сәбәптәр арҡаһында уҙған быуаттың 80-се йылдарында уҡ башланып китеүе хаҡында ентекле итеп яҙылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул китап киң ҡатлам уҡыусыларына барып етмәне. Бына тағы ла бер китап, ул Өфөлә 2011 йылда баҫылып сыҡты, рус телендә, "Новейшее башкирское национальное движение и проблемы российского федерализма" тип атала. Тиражы бик тә аҙ булды, ни бары 800 дана. Ошо китапта тап һеҙ биргән һорауҙарға яуаптарҙы табырға була. Был китапта ла уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Башҡортостанда башланған милли хәрәкәткә ентекле анализ бирелде, тейешле һығымталар эшләнде.
Эйе, башҡорт милли хәрәкәтенең тап ошо ваҡытта әүҙемләшеп китеүе сәбәптәре билдәле. Төп сәбәбе - илдә демократлашыу процестарының башланыуы. Милли хәрәкәттәге тарихи күсәгилешлекте лә тап ошондай ижтимағи-сәйәси шарттар менән аңлатып була. Совет осорона тиклем, XX быуат башында, атап әйткәндә, 1917 йылда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, башҡорт мөхитендә лә тап шундай шарттар барлыҡҡа килеп, яңы башҡорт милли хәрәкәтенә ерлек бирҙе. 1917 йылдағы февраль революцияһы һөҙөмтәһендә батша монархияһы ҡолатылғас, Ваҡытлы хөкүмәт сәйәси декларация ҡабул итә, Рәсәй демократик ил, тип иғлан ителә, төрлө сәйәси партияларҙың эшмәкәрлегенә рөхсәт бирелә, яңы йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килә. Ысынлап та, тап ошо үтә лә ҡыҫҡа осорҙа Рәсәй демократик илгә әйләнә башлаған да инде. Ошонан файҙаланып, башҡорт зыялылары ла халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итеү юлдарында яңы мөмкинлектәр эҙләй башлай.

1917 йылда яңы милли башҡорт хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың һәм уның етәкселәренең береһе булып тиҙ арала танылыу тапҡан Әхмәтзәки Вәлидигә ул саҡта ни барыһы 26 йәш кенә булған. Ул февраль революцияһын Санкт-Петербургта ҡаршылай, Рәсәй Дәүләт Думаһында депутат ярҙамсыһы вазифаһын башҡарған була. Ошо хаҡта ла үҙ фекерегеҙҙе әйтеп үтһәгеҙ ине.

- Эйе, ул саҡтағы Дәүләт Думаһында Мосолман фракцияһы эшләгән була. Ошо фракция ағзалары мосолмандар араһында аңлатыу эштәрен алып бара, беҙҙең башҡорттарҙың милли күтәрелеше башында ла шул шәхестәр тора. Думаның мосолман депутаттары, махсус комитетет ойоштороп, 1917 йылдың 1-10 майында Беренсе Бөтә Рәсәй мосолман конгресын йыйыуға өлгәшә. Был тәүге ижтимағи-сәйәси мосолман ҡоронда Әхмәтзәки Вәлидов та ҡатнаша, ә башҡорттарҙан 58 делегат була - был иң ҙур делегацияларҙың береһе. Тап Ә.-З. Вәлиди шәхсән үҙе "Хәтирәләр" китабында яҙыуынса, ошо йыйынға башҡорттарҙы йәлеп итеү өсөн күп көс һала. Ул үҙенең Ырымбур, Өфө губерналарында, башҡа төбәктәрҙә йәшәгән арҡаҙаштарына хаттар ебәрә, мосолман конгресына өйәҙҙәрҙән, олоҫтарҙан, йыйындар уҙғарып, делегаттар һайлауҙы үтенә. Ошо ҡорға мосолман руханиҙары, мөғәллимдәр, башҡа зыялылар һайлана. Бына был ул замандағы яңырыу юлына сыҡҡан Рәсәй демократияһының асыҡ сағылышы, бер кем дә тыймай ҙа, ҡыҫылмай ҙа, янамай ҙа мосолмандарҙың Мәскәүҙә ошондай йыйын ойоштороуына. Бында башҡорттарҙан башҡа төрлө мосолман халыҡтары - татарҙар, ҡаҙаҡтар, әзербайжандар, Кавказ, Урта Азия мосолмандары вәкилдәре ҡатнаша. Төп мәсьәлә - Рәсәй дәүләтенең киләсәктә ниндәй принциптарҙа үҙгәртеп ҡоролоуы хаҡында фекер алышып, барыһы өсөн дә уртаҡ булған ҡарар ҡабул итеү. Тап ошо юҫыҡта татар һәм башҡорт делегаттары араһында ҡыҙыу, көсөргәнешле бәхәс сығып, ҡапма ҡаршылыҡтар хасил була. Татар делегацияһы, бәғзе бер мосолман зыялыларын әүрәтеп, бүленмәҫ Рәсәй ерлегендә (унитар дәүләттә) тик милли-мәҙәни автономия ғына булдырыу идеяһын алға һөрә. Рәсәй мосолман зыялылары үҙ милләттәренең милли мәҙәниәте, мәғариф, дин мәсьәләләрен генә күтәреп сығып, бер ниндәй ҙә сәйәси дәғүәләр ҡуҙғатмаҫҡа тейеш була. Әхмәтзәки Вәлидов ошо ҡарашты ҡаты тәнҡиткә дусар итеп, Рәсәй халыҡтарының яңы Рәсәй составында ерле, йәғни территориаль автономиялары төҙөлгән осраҡта ғына уларҙың быуаттар дауамында инҡар ителеп килгән хоҡуҡтарының, төп мәнфәғәттәренең үтәлә алыуы хаҡындағы фекерҙәрен иғлан итә, ошо фекерҙе бер нисек тә ҡабул итергә теләмәгәндәргә, үҙенең хәл иткес тәҡдимен кире ҡағыусыларға ҡаршы тора. Башҡорттар тәҡдимен әзербайжан, ҡаҙаҡ, ҡырымлылар, үзбәктәр, башҡа халыҡ вәкилдәре яҡлап сыға. Уның төп идеяһы - Рәсәйҙә милләттәрҙең мотлаҡ автономия нигеҙендә үҙидаралығын булдыра, милли-мәҙәни мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итә алыу хоҡуғының тәьмин ителеүе. Вәлиди унитар Рәсәйҙә милли мәсьәләләрҙең бер үҙәктән генә тороп бер нисек тә хәл ителмәйәсәгенә баҫым яһай.

Тимәк, ысынлап та, Рәсәйҙең яңы, федератив принциптарға нигеҙләнгән ҡоролошон талап итеү хаҡында иң тәүгеләрҙән булып Ә.-З. Вәлиди бөтә Рәсәй кимәлендә белдереү яһаған?

- Эйе, тап шулай. Әхмәтзәки Вәлидиҙең ошо төп тәҡдиме күпселек делегаттар тарафынан хуплана, конгрестың резолюцияһына "Рәсәй федератив дәүләт булырға тейеш", тигән ҡарар индерелә. Әлбиттә, бында башҡа мәсьәләләр ҙә ҡарала, шул уҡ ер мәсьәләһе буйынса ҡарарҙы башҡорт делегацияһы хупламай. Ер мәсьәләләре буйынса төркөмдө билдәле татар эшлеклеһе Ғаяз Исхаҡи етәкләй. Ул барса ерҙе халыҡҡа бер тигеҙ итеп бүлеп биреү, уны дөйөмләштереү (социализация) яҡлы була. Аҫаба ер хужалары булған башҡорттар, әлбиттә, бының менән килешмәй. Улар буласаҡ Башҡортостанда ер мәсьәләләрен үҙҙәре хәл итәсәктәре хаҡында белдерә. Ҡаҙаҡ делегацияһы ла башҡорттарҙы хуплай. Ошо арҡала башҡорт һәм татар делегаттары араһында килешмәүсәнлек оторо көсәйә.
Шул үтә киҫкен ситуацияла башҡорт делегаттарынан 3 кеше - Әхмәтзәки Вәлидов, Сәғит Мерәҫов, Аллабирҙе Йәғәфәров, үҙ-ара кәңәш ҡороп, артабанғы эштәрҙе ойоштороу һәм етәкселек итеү маҡсатында бюро төҙөй. Был 1917 йылдың 9 майында була. Башҡорт милли ерле мөхтәриәтен (автономияһын) ғәмәлләштереү маҡсатында яҡын киләсәктә тормошҡа ашырыласаҡ эштәр буйынса башҡорт халҡына еткерә торған махсус фарман да әҙерләнә, уға башҡорт делегаттарының күпселеге - 50-нән ашыу кеше ҡул ҡуя. Ҡабул ителгән ҡарарҙа тиҙ арала башҡорт халҡының дөйөм йыйынын - ҡоролтай ойоштороу зарурлығы билдәләнә. Башҡорттарҙың XX быуат башындағы милли хәрәкәте бына шулай башланып китә.

Ә хәҙер шул уҡ 1917 йылда, бик тә оҙайлы булмаған ваҡыт арауығында бер-бер артлы уҙғарылған Бөтөн башҡорт ҡоролтайҙарын да иҫкә алыу урынлы булыр, тим. Ни өсөн шул үтә ҡатмарлы, аяуһыҙ ҡаршылыҡлы заманда халҡыбыҙҙың алдынғы ҡарашлы зыялылары ошолай итеп, ашығыс рәүештә, ҡоролтайҙарға йыйылышыуҙы һис бер кисектергеһеҙ сара итеп ҡуллана?

- 1917 йылдың йәй башы - башҡорт зыялыларының яңы ғына туплана, ойоша башлаған мәле. Тәү маҡсаттар иғлан ителгән, әле милли ойошмалар юҡ, идара итеү органдары ла һайланып ҡуйылмаған, ойоштороу эштәре башланып ҡына торған саҡ. Бына ошо ижтимағи-сәйәси хәлдәр көндән-көн ҡырҡыулаша барған мөхиттә башҡорттарҙың Беренсе съезын - ул боронғо традиция буйынса ҡоролтай тип атала - уҙғарыу мәсьәләһе хәл ителә. Белеүебеҙсә, ул ҡоролтай 1917 йылдың июлендә Ырымбурҙа, Каруанһарай бинаһында уҙғарыла. Тап шунда иң беренсе идара итеү органы - Башҡорт Үҙәк Шураһы һайлана.
Был орган үҙенә күрә коллегиаль идара итеү органы функцияларын башҡарырға тейеш буламы?
- Тап шулай. Шураның рәйесе вазифаһына Шәриф Манатов һайлана. Беренсе ҡоролтайҙа башҡорт халҡы өсөн көнүҙәк, иң мөһим проблемалар ҡарала: ер мәсьәләһе, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттәге хәле һәм уларҙың милли-мәҙәни кимәлен күтәреү, мағариф, мәҙәниәт эштәре һәм башҡалар.

Тимәк, бында буласаҡ башҡорт дәүләтенең иң мөһим проблемалары күҙаллана?

- Эйе, былар башҡорт мөхтәриәтен ғәмәлгә ашырыуҙың, төҙөләсәк дәүләт структураһын билдәләүҙең тәүге аҙымдары була. Бында тәүге тапҡыр үҙаллы, бойондороҡһоҙ башҡорт армияһын төҙөү маҡсаты ла иғлан ителә. Тап шул ваҡытта Ваҡытлы хөкүмәт Мәскәүҙә Учредительный Собраниеға делегаттар һайлау кампанияһын иғлан итә. Ваҡытлы хөкүмәт ҡарарына ярашлы, тап Учредительный Собрание Рәсәйҙең яҡын киләсәктәге сәйәси һәм административ ҡоролошоноң нисек булыуын хәл итергә тейеш була. Башҡорт зыялылары был эшкә лә ихлас һәм дәррәү тотона. Өйәҙҙәрҙә, олоҫтарҙа округтар булдырыла, унда иң әүҙем, уҡымышлы кешеләрҙе делегатлыҡҡа тәҡдим итеү ойошторола. Ошо делегаттарҙы һайлау һәм раҫлау маҡсатында Икенсе бөтөн башҡорт съезы - ҡоролтай ойошторола, ул Өфөлә август айында уҙғарыла. Әлбиттә, бында башҡа мөһим мәсьәләләр, мәҫәлән, шул уҡ ер мәсьәләһе тикшерелә, Үҙәк Шура составы киңәйтелә, ә Рәсәй составында милли ерле мөхтәриәт булдырыу төп мәсьәлә булып ҡала. Шул уҡ саҡта башҡорттар йәшәгән өйәҙҙәрҙә, олоҫтарҙа киң пропаганда эштәре йәйелдерелә. Был урындарҙа башҡорттарҙың сәйәси әүҙемлеген күтәреүгә булышлыҡ итә. Бында шуға ла иғтибар итергә кәрәктер: делегаттар һайлау ысын демократик принциптарға нигеҙләнә, ошоға дәғүә итеүселәр йәшерен тауыш биреү юлы менән альтернатив рәүештә, бер нисә кандидат араһынан һайлана. Шуға күрә тәүге башҡорт ҡоролтайҙарына һайланған делегаттар үҙ халҡының тулы хоҡуҡлы, легитим вәкәләтле вәкилдәре итеп ҡабул ителә. Шул уҡ Учредителдәр Собраниеһына башҡорттарҙың иң әүҙем, иң абруйлы, үҙ халҡының мәнфәғәттәрен яҡлай алырлыҡ, алдынғы ҡарашлы шәхестәре һайлана. Тик аҙаҡ, большевиктар власҡа килгәндән һуң, улар ошо тулыһынса легитим, барса Рәсәй халҡы тарафынан демократик юл менән һайланған ойоштороу органын ҡыуып тарата. Тап шул мәлдә Шәриф Манатов большевиктар яғына сығыуҙы хуп күрә лә инде.

Тимәк, башҡорт зыялылары тап шул осорҙа бөтөн ил кимәлендәге сәйәсәттә иң әүҙем эш алып барыусыларҙан була инде?

- Эйе, был объектив баһа. Мәҫәлән, башҡорт делегацияһы шул ваҡытта Петербургҡа Ваҡытлы хөкүмәт ағзалары менән осрашыуға барып, ер мәсьәләһен үҙҙәре һорағанса ҡарауҙы һәм хәл итеүҙе талап итә. Уларҙы Ер эштәре министры Чернов ҡабул итә, әммә башҡорттар ҡуйған мәсьәлә Учредительный Собраниенан һуң хәл ителәсәк, тип яуаплай.
Октябрь түңкәрелешенән һуң, большевиктар власҡа килгәс, хәлдәр ҡырҡа үҙгәрә. Большевиктар хөкүмәте Рәсәйҙәге барса ерҙең национализацияланыуын махсус "Ер тураһындағы декрет" менән иғлан итә. Әммә Башҡорт Үҙәк Шураһы ла эшен дауам итә, 1917 йылдың 11 ноябрендә 1-се һанлы Фарман иғлан ителә. Унда башҡорттарҙың ҡапма-ҡаршы булған бер яҡты ла яҡламауы, йәғни нейтралитеты белдерелә. Тап шул саҡта киң билдәлелек тапҡан лозунг донъя күрә: "Беҙ большевиктар ҙа, меньшевиктар ҙа түгел, беҙ - башҡорттар". Был документта башҡорттарҙың үҙ мәнфәғәттәрен үҙҙәре яҡлаясағы, бының өсөн үҙ дәүләтселеген, армияһын булдырып, милли территориаль автономия төҙөү юлынан барасағы раҫлана. Әлбиттә, беҙҙең ул замандағы сәйәси етәкселек, Рәсәйҙә граждандар конфликты, йәғни, үҙ-ара хәрби ҡырылыш, граждандар һуғышы башланасағын тәүҙән үк фаразлай, әммә нейтралитет хәлендә бер нисек тә ҡалып булмаясағын да яҡшы аңлай. Тап шуның өсөн тиҙ арала айырым башҡорт ғәскәрен формалаштырыу мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк була. Ә йыл аҙағында Ырымбурҙа большевиктар менән Дутов казактары араһында ҡораллы бәрелештәр башланыу менән башҡорт дәүләтселеген - Башкурдистан исеме аҫтында милли ерле автономияны рәсми рәүештә, 1917 йылдың 15 декабрендә Өсөнсө бөтөн башҡорт ойоштороу ҡоролтайында раҫлай. Ошоға тиклем башҡорттар Ырымбурҙан большевиктарҙы ҡыуып сығарған Дутовҡа барып, уны үҙҙәренең автономия төҙөү пландары менән таныштыра. Дутов башҡорт сәйәсмәндәрен хуплап, үҙенең теләктәшлеген белдерә.
Шулай итеп, Башҡорттарҙың тәүге үҙаллы, бойондороҡһоҙ дәүләтселеге иғлан ителә, делегаттар тарафынан раҫлана, тәүге Башҡорт Хөкүмәте һайлана, предпарламент - кесе ҡоролтай булдырыла. Тәүге Хөкүмәт рәйесе вазифаһына Йонос Бикбов һайлана, ә Әхмәтзәки Вәлиди хәрби һәм эске эштәр менән шөғөлләнеүҙе хуп күрә, рәйеслек вазифаһын башҡарыуҙы тәҡдим иткәс, үҙе баш тарта.
Һуңынан сәйәси хәлдәр үтә ҡатмарлашып китә, Ырымбурҙы большевиктар яңынан үҙ ҡулына ала. Урындағы татарҙарҙан торған Мосолман хәрби революцион комитеты ағзалары шундуҡ большевиктар етәкселегенә барып, Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының Дутов менән бәйләнешкә инеүен ошаҡлап, уларҙы ҡулға алырға рөхсәт һорай. Большевиктар етәксеһе Цвиллингтан ризалыҡ алынғас, Ырымбурҙағы Башҡорт Хөкүмәте ағзалары ҡулға алынып, төрмәгә ябыла. Уларҙы һуңынан Дутов отряды ярҙамында бер төркөм сая башҡорт егеттәре март айында ғына азат итеүгә өлгәшә. Башҡорт Хөкүмәтенә аҡ чехтар, большевиктарға ҡаршы ҡораллы көрәш юлына баҫҡан башҡа көстәр яғына сығыуҙан башҡа мөмкинлек ҡалмай. 1918 йылдың йәйендә Башҡорт хөкүмәте аҡтарҙың Силәбеләге Колчак армияһы етәкселеге менән Башҡортостан автономияһын таныу хаҡында килешеүгә өлгәшеп, Башҡорт армияһына мобилизация иғлан итә, барлыҡ кантондарҙа ла башҡорт егеттәре һәм ирҙәре, башлыса, ошо ғәскәр частарына үҙ ирке менән яҙыла. Улар Һарытауға барып, Комуч етәкселәре менән дә килешеүгә өлгәшә. Ғәскәр өсөн обмундирование, ҡорал алыу мәсьәләһе хәл ителә.
Граждандар һуғышы йылдарында Башҡорт ғәскәренең данлы һәм ҡанлы тарихы шулай башлана, ул аҡтар яғында үҙ аллы хәрәкәт иткән Башҡорт корпусына әйләнә. Был башҡорт халҡының иң ауыр, ҡатмарлы замандарҙа милли үҙаңын күрһәтеүсе, рухи ныҡлығын, граждандар булараҡ әүҙемлеген раҫлаусы факт ул. Әммә монархик строй идеяларына нигеҙләнеп эш иткән адмирал Колчак та, ваҡыты еткәс, Башҡорт автономияһын танымауын белдереп, башҡорт ғәскәрҙәренең үҙаллылығын бөтөрөп, башҡа частарға таратырға бойора. Ошо ваҡиғалар һөҙөмтәһендә башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар яғына сығырға мәжбүр ителә. Ошо ҡатмарлы осорға тарихи анализ биргәндә мин бер кире ҡаҡҡыһыҙ фактҡа иғтибар иттем: билдәле булыуынса, XIX быуат аҙағында прогрессив рус публицистары, башҡорт бөлә, башҡорт үлеп бөтә, тип фараз ҡыла, сөнки улар ҡайһы бер үтә ныҡ ярлыланған башҡорт хужалыҡтары хаҡында матбуғатта яҙылған мәғлүмәттәргә нигеҙләнә. Бөтөү, юғалыу сигенә еткән халыҡ ике тиҫтә йылдан һуң, Рәсәй революцияһы һәм Граждандар һуғышы йылдарында үҙ-үҙен, үҙенең матди һәм рухи көсөн шул тиклем юғары кимәлдә бер нисек тә күрһәтә лә, ғәмәли рәүештә раҫлай ҙа алмаҫ ине. Ошо легендар йылдарҙа башҡорттар яугирҙарса ойошҡанлыҡ менән һуғыш хәрәкәттәренең иң ауыр, иң ҡатмарлы шарттарында батырлыҡ өлгөләрен күрһәтә, һис бер баҙау һәм ҡурҡыу белмәй.

Марат Мәхмүт улы, ошо ҡанлы йылдар тарихынан хәҙерге башҡорт йәмғиәте тейешле һығымталар эшләп, фәһем алһын ине, тигән теләк бар. Шул хаҡта ни әйтерһегеҙ?

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, замандаштарыбыҙ ошо тарихты йүнләп белмәй ҙә, ентекләп өйрәнмәй ҙә. Мәҫәлән, башҡорт ғәскәре тарихы уларға мәғлүм түгел. Тарихи реконструкция эшләгәндә лә башҡорт яугирҙарын ҡыҙылармеец формаһында, баштарына ҡыҙыл йондоҙло фуражка кейҙертеп күрһәтәләр. Ә бит башҡорт ғәскәренең үҙ хәрби формаһы, байрағы, эмблемалары була. Ниндәй матур форма ул! Белмәйҙәр, белмәгәс, ғорурланмайҙар. Бына шулай. Ғөмүмән, 1917 йылдан 1919 йылға тиклемге башҡорт тарихын юҡҡа сығарып, иҫкә алмаҫҡа тырышыу ошонда асыҡ сағыла. Хатта Ә.-З.Вәлидиҙең Башҡортостан автономияһын төҙөүҙәге ролен бөтөнләйгә танырға теләмәү тенденцияһы барлыҡҡа килде.

Хәҙер башҡорт тарихының әңгәмә башында телгә алынған ваҡиғалары - 90-сы йылдарҙа башланған милли яңырыу хәрәкәте хаҡында ла иҫкә төшөрәйек. Ошо замандағы милли ижтимағи хәрәкәт хаҡында бәғзе бер тикшеренеүселәр, йәнәһе, был яңыртылған Башҡортостан етәкселеге тарафынан махсус рәүештә хасил ителгән күренеш, тип тә раҫларға тырыша. Ул ваҡиғаларҙа һеҙ үҙегеҙ баштан уҡ ҡатнашып, милли хәрәкәт етәкселәренең береһе булараҡ танылыу таптығыҙ. Һеҙ ошо хаҡта ла фекерегеҙҙе белдерһәгеҙ ине.

- Ошо йылдарҙағы милли хәрәкәтте ойоштороп, башлап ебәреүселәр - улар "Урал" башҡорт халыҡ үҙәген төҙөүсе шәхестәр. Тәүҙә ни барыһы өс кенә кеше инек хәрәкәт башында тороусылар: Дамир Жәүәт улы Вәлиев, Зөфәр Еникеев һәм мин. Шунан беҙгә Рәшит Шәкүр ҙә ҡушылып китте. Белеүегеҙсә, генсек Горбачев үҙгәртеп ҡороу сәйәсәтен иғлан иткәс, СССР-ҙа демократлаштырыу процестары башланды. Милли ойошмалар төҙөү өсөн уңайлы шарттар тыуҙы. Был Рәсәйҙә 8 тиҫтә йыл алдараҡ булған ваҡиғаларҙы хәтерләтте. Беҙ, бер төркөм башҡорт зыялылары, Башҡортостанға автономия урынына союздаш республика статусын биреү идеяһын күтәреп сығып, шул юҫыҡта эш башлап ебәрҙек. Үҙегеҙ беләһегеҙ, милли автономияларҙың хоҡуҡтары бар өлкәләрҙә лә үтә ныҡ сикләнгән ине бит. Бихисап проблемаларҙы Мәскәү рөхсәтенән башҡа бер нисек тә хәл итеп булмай ине, был республика үҫешенә ныҡ тотҡарлыҡ яһай ине.
Халыҡ шул инициативаны ғына көткән, тиерһең - беҙҙең хәрәкәткә меңәрләгән кеше ҡушылып китте. Бер ниндәй сикләүҙәр ҡуйылманы, ҡоролтай-съездар уҙғарғанда залдарға халыҡ һыймай торған ине. Халыҡ һәр саҡырыуҙы ихлас ҡабул итә һәм дәррәү рәүештә тиҙ генә йыйыла ла китә ине. Тора-бара беҙҙең йыйылыштарға Башҡортостандың дәүләт етәкселәре лә килә башланы, улар халыҡ менән аралашып, төрлө һорауҙарға яуап бирергә тырышты. Халыҡ хәрәкәтен бер ниндәй ҙә чиновниктар ойошторманы, был улар араһынан сыҡҡан ойоштороусы-лидерҙарҙың әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булды. Беҙҙең ултырыштарыбыҙҙың береһенә, минең шәхси саҡырыуыма яуап итеп, Миҙхәт Закир улы Шакиров та килгән ине. Ул беҙҙең хәрәкәтте хуплай ине, хатта матди ярҙам итеү теләген дә алдан уҡ белдереп ҡуйҙы. Әммә ошо ултырышта беҙҙең бер егетебеҙ уға ҡарата хулиганлыҡ акты ҡылып, трибунала сығыш яһап торғанында уны һөйрәкләп төшөрҙө. Әлбиттә, был уны мәсхәрә итеүгә тиң булғас, артабан беҙҙең менән араны өҙҙө. Шуныһы дөрөҫтөр: һәр замандың үҙ провокаторы була, был нисек кенә аяныслы булмаһын.

Әйтергә кәрәк, "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге оҙаҡ йылдар буйына бик әүҙем эшләп, 1990 - 2000 йылдар башында башҡорт милли хәрәкәтенең төп йүнәлештәрен билдәләүсе ижтимағи факторға әүерелгәйне. Ни сәбәпле башҡорттарҙың йәмғиәти эшмәкәрлеген Башҡортостан етәкселеге, Хөкүмәте менән килешелгән форматҡа күсереп, Беренсе бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайын йыйыу һәм уның башҡарма органдарын булдырыу зарурлығы тыуҙы?

- Ошондай яңы форматҡа күсеүҙең билдәле сәбәптәре бар ине. 90-сы йылдар уртаһы, иҡтисади түңкәрелеш тантана итә. Аҡсаға ҡытлыҡ. Йәмәғәт эштәрен бер ниндәй финанс сығымдарын ҡапламайынса башҡарыу мөмкинлеге тулыһынса юғалды. Унан һуң, тиҫтәләрсә йүнәлештәрҙә барған йәмәғәтселек эштәрен бар республика территорияһында ғына түгел, башҡорттар йәшәгән башҡа субъекттарҙа ла әүҙемләштереү зарурлығы тыуҙы. Шул уҡ ваҡытта шундай эреләтелгән һәм киңәйтелгән, рәсмиләштерелгән йәмәғәт ойошмалары Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә барлыҡҡа килде. Ул тәжрибәне ҡулланмау дөрөҫ булмаҫ ине. Татарстанда Бөтөн донъя татар конгресы шул ваҡытта барлыҡҡа килде. Артабан халыҡ менән эшләүҙең иң һөҙөмтәле сараһы шул форматта булырға тейешлегенә инандыҡ. Әлбиттә, Хөкүмәт ҡарамағында, чиновниктар талабына ярашлы эш итеүҙең бигүк еңел булмаҫын белә инек. Әммә башҡа юл да юҡ ине - барыһына ла риза булырға тура килде.

Шулай итеп...
Башҡорт Ҡоролтайы бынан теүәл сирек быуат элек үҙ тарихына юл асты. Тәүге йылдарҙа Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитетының беренсе рәйесе, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов һәм уның арҡаҙаштары, бик күп зыялыларыбыҙҙы, башҡа әүҙем йәмәғәтселәрҙе йәлеп итеп, башҡорт милли хәрәкәтендә йоғонтоло көс туплай алды, тап ошо осорҙа байтаҡ башланғыстарыбыҙҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәре тыуҙы. Тик тормош гел бер рәүешле генә бармай. Заман елдәре үҙгәреү менән башҡорт ҡоролтайҙары ла үҙгәреш кисерҙе. Әлбиттә, ошо үҙгәрештәрҙе бер ҡалыпҡа һалып ҡына үлсәрлек түгелдер. Әммә был инде айырым тарих. Ошо ваҡиғаларға ваҡыт, киләсәк заман кешеләре объектив баһа бирер тигән өмөттә ҡалайыҡ.

Бәҙри ӘХМӘТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.20 | Ҡаралған: 535

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru