«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ - ЙӘНӘЙ, АСЫЛЫБЫҘ - КӨНБАЙЫШ БАШҠОРТТАРЫ
+  - 

(2-се бүлек)

Суварҙарҙың бер өлөшө Волга йылғаһының уң яғына сығып, ошо ерлектә хәҙерге сыуаш исемендә билдәле булған халыҡты хасил итә. Волга Булгарияһы барлыҡҡа килгән ваҡытта улар инде тулыһынса төркиләшкән була. Әммә улар менән ҡәрҙәш булған мадъярҙар уғыр телле булып ҡала. Күрәһең, улар башҡа бер суварҙарҙан айырымланып йәшәй. Оло Тиган ҡәберлегендә табылған ҡомартҡыларҙың Паннонияла (хәҙерге Венгрияла) асылғандары менән оҡшаш булыуы (мәрхүмдәрҙе ерләү менән бәйле матди әйберҙәр) ошо фаразды дәлилләй. Был факт археологик ҡомартҡылары уртаҡ булған ҡәүемдәрҙең телдәре һәр осраҡта ла бер үк төрлө булмауын асыҡ күрһәтеп тора. Аралашыу теле үҙгәреү менән теге йәки был этностың матди мәҙәниәте әллә ни үҙгәрештәр кисермәй генә һаҡланып ҡалыуы мөмкин. Телдәре төркиләшкән суварҙар ҙа үҙҙәренең боронғо мәҙәниәтен юғалтмай, һәм уның боронғо мадъяр мәҙәниәте менән уртаҡлығын ошо рәүешле аңлатырға була. Был инде Оло Тиган ҡәберлегенең боронғо мадъяр мәҙәниәте ҡомартҡыһы булыуын инҡар итергә мөмкинлек бирә. Тимәк, тарихи Hungaria Major (Бөйөк Венгрия) - мадъярҙарҙың боронғо Ватаны, Волганың һул яҡ ярынан көнсығыштараҡ ятҡан ерҙәрҙә булмаған.
Бәшәнәктәр ҡыҫымы һөҙөмтәһендә көнбайыш тарафтарға күсенеп киткән венгрҙар күпмелер ваҡыт дауамында Днепр һәм Днестр йылғалары араһындағы ерҙәрҙә йәшәй, улар был ерҙе Ателькуза тип атай, мәғәнәһе - йылға арауығы. Әммә бәшәнәктәр бында ла килеп етеп, венгрҙарға яңынан һөжүм итә. Венгрҙар, көнбайышҡараҡ йүнәлеп, Карпат тауҙары аръяғына барып етә. Бында улар инде үҙҙәре славян һәм валаш ҡәбиләләрен ҡыҫырыҡлап сығарып, яңы ватандарын таба. 922 йылда ул ваҡыттағы көньяҡ-көнбайыш башҡорттары ерҙәре аша Волга Булғарияһына юл тотҡан Ибн Фаҙлан мадъяр-венгрҙар хаҡында бер ни ҙә яҙмаған. Тимәк, X быуат башында Волганан көнсығышҡа табан ерҙәрҙә мадъярҙар булмай. Был сәйәхәтсенең замандашы Ибн Русте яҙмаларында ла Әл Маджгарийаның үрҙәрәк телгә алынған Ателькуза территорияһында булыуы хаҡында әйтелә.
X - XII быуаттарҙа йәшәгән ғәрәп авторҙары әл Мәсғуди, әл Истархи, Ибн Хаукаль, әл Иҙриси Көньяҡ Уралда һәм уға яҡын ерҙәрҙә тик башҡорттар ғына йәшәүен билдәләй. Улар ҙа Magna Hungaria исемендә билдәле булған мадъяр илен был тарафтарҙа тапмаған. Әл Иҙриси картаһына ярашлы, башҡорт иле Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы үрҙәренән башлап, Ағиҙелдең барса ағымы буйлап, көньяҡта Мугоджар тауҙарына тиклем барып етә, көнбайышта башҡорт ерҙәре Бөйөк Булғария менән сиктәш булһа, көнсығышта улар Урал аръяғы далаларын биләй.
Боронғо мадъяр ерҙәренең ҡайһы тарафта булыуын был ҡәүемдең тарихы бәйән ителгән Gesta Hungarorum тип аталған венгр хроникаһындағы мәғлүмәттәр аша билдәләп була. Унда әйтелгәнсә, Ателькузаға күсенер алдынан уларҙың ата-бабалары Dentumoger тип исемләнгән тарафта йәшәй.
Ҡайһы бер ғалимдар был атаманың мәғәнәһе "Дон мадъярҙары" тигәнгә тура килеүен билдәләй. Шулай итеп, боронғо мадъяр тарихын бына шулайыраҡ итеп күҙалларға була. Күрәһең, V - VI быуаттарҙа уҡ уғыр телле суварҙарҙың бер өлөшө, савирҙарҙың көнбайышҡа табан дөйөм хәрәкәтенә ҡушылып, Волга аша сыға, унан һуң Дон буйҙарында төпләнә. Gesta Hungarorum хроникаһында 819 йылда кенәз Алмостың атаһы, венгр юлбашсыһы Угектың әлеге Dentumoger ерендә йәшәүе хаҡында мәғлүмәт теркәлгән. Бында ул саҡта иң ҡеүәтле венгр ҡәүеме булараҡ өҫтөнлөк алған Moger ҡәбиләләр союзы барлыҡҡа килә. Ә мадъярҙарға, улар Волганан көнсығыштараҡ ерҙәр аша күсенеп барған бер осорҙа, шулай уҡ бәшәнәктәр ҡыҫымына дусар ителгән юрматы һәм йәнәй ырыуҙарының бер өлөшө ҡушылып киткәндер, тип фараз итергә була. Күрәһең, донъя тарихында "халыҡтарҙың бөйөк күсеше" тип исемләнгән ваҡиғалар барышында мадъяр-башҡорт сәйәси бәйләнеше барлыҡҡа килә. Алдараҡ әйтелгәнсә, IX быуат аҙағында бәшәнәктәрҙең аяуһыҙ һөжүменән ҡасып, мадъяр-венгрҙар Дунай буйҙарындағы Паннония тип аталған ерҙәргә барып сыға, уны үҙҙәренең яңы ватаны итеүгә өлгәшә.
Әммә мадъяр союзына ингән барса халыҡ та көнбайышҡа ҡасып китмәй, ата-бабалары ерендә ҡалыуҙы хуп күрә. Әйткәндәй, ошондайыраҡ ваҡиғаларҙың алыҫ ауазы һуңғараҡ мең шәжәрәһендә лә сағылыш тапҡан. Юрматылар һәм йәнәйҙәрҙең дә күпселеге Уралды ташлап китмәй. Шуныһы ҡыҙыҡ, Верона ҡалаһында йәшәүсе бер сәйәхәтсе Рим папаһы Пий II (1405 - 1464 й.й.) менән һөйләшкәнендә үҙенең бөтә Скифияны йөрөп сығып, Танаис (Дон) йылғаһы үрендә Паннония мадъярҙары менән бер үк телдә һөйләшкән кешеләр менән осрашыуы хаҡында хәбәр итә. Ысынлап та, көнсығыш мадъярҙары хаҡында башҡа мәғлүмәттәр ҙә бар. "Монголдарҙың йәшерен тарихы" исемле риүәйәттә Сыңғыҙ хандың ғәскәр башлығы Сүбидәй баһадирҙың Көнсығыш Европаға походы барышында монгол баҫҡынсылығына ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәткән ҡәүемдәр һаналып үтә: Канлин (ҡаңлылар), Кибчаут (ҡыпсаҡтар), Бачжигит (башҡорттар), Орусут (рустар), Асут (осетиндар), Сесут, Мачжар (мадъярҙар), Кашемир, Сергесут (черкестар), Булар, Келет.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.20 | Ҡаралған: 492

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru