«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ
+  - 


ДӘРТ

Шиңә барған ҡар өҫтөнә һылап затлы гәлсәр түшәлгән тиерһең! Күҙҙәрҙе ҡамаштырып, ул әллә ҡайҙарҙан ялтырап ята. Уға һоҡланмайса ҡарау мөмкин түгел. Шул ҡәҙәре һушты алырҙай нимә һуң ул, тиерһегеҙ. Ул - көн үҙәгендә бер аҙ йылытып, төндәрен, киреһенсә, шаҡырайтҡансы туңдырыу һөҙөмтәһендә хасил булған йоҡа ғына боҙ шекәрәһе яҙғы ҡояш аҫтында нур сәсеп шулай уйнай. Мөғжизәнең бындайын тик февраль айы ахырында, марттың баштарында ғына күрергә була. Әйтергә кәрәк, ҡарап тормаға хайран китерлек боҙлауыҡтың зыяны ла ярайһы ғына. Айырыуса ошо осорҙа ул көндән-көн ҡалыная, һәлмәкләнә бара һәм сибегерәк ағастарҙы ергә еткергәнсе бөгөп ҡуя. Ә бер эйелгән ағас ҡабат тураймай. Шатыр-шотор онталып ятҡан боҙ һунарсының да дуҫы түгел. Ул шыуған һайын саңғы табандарын "ашап" ҡына ҡалмай, ә һунарсы үлсәменән ҡот осҡос тауыш сығанағы ла. Бар тынлыҡты боҙған тауышты әллә ҡайҙан уҡ ишетеп алған һаҡҡолаҡ йәнлектәр яҡын-тирәнән көнэлгәре ҡасып бөтә. Хәйер, әлеге шау-шыуҙы ярайһы ғына алыҫ аранан ишетер өсөн әллә ни һаҡҡолаҡ булыу ҙа кәрәкмәй. Ҡыҫҡаһы, боҙлауыҡ ваҡытында һунарың - һунар түгел. Урманда бары ваҡыт уҙғарыр өсөн генә йөрөп ҡайтаһың. Уның ҡарауы, әкиәти боҙ батшалығы оҙаҡ ваҡыт күҙ алдыңдан китмәй. Уны тағы бер барып күрер өсөн ашҡынып тораһың.
Бөгөн көн шөйлә йылы торҙо. Төшкөлөктә хатта епшекләнгән ҡар өҫтө саңғы табандарына йәбешеп йонсотто. Әле әкрен-әкрен генә кис яҡынлаша, ағастарҙан төшкән күләгәләр оҙайғандан-оҙая бара. Йыбау ҡояштың былай ҙа һаран йылыһы һүрәнләнә. Бая ирей биреп ҡуйған ҡар йәнә ҡата башлай, йәнә туңа. Ана шул рәүешле боҙ шекәрәһе барлыҡҡа килә лә инде. Иртәгә ул тағы ҡалыная төшәсәк. Шул йәш шекәрәне вата-емерә ҡайтыу яғына ыңғайланым.
Бер арала ҡолағыма ғәжәп таныш та, ифрат танһыҡ та тауыш салынып ҡалғандай. Көтөлмәгәнлектән хатта кинәт туҡталып ҡалдым. Барлыҡ иғтибарымды туплап, ҡолаҡ һалам. Һил урман шомло тынлыҡ менән яуап бирә: ахыры, яңылыш ҡына ишеттем. Ҡуҙғалып китәм тигәндә... Ғәжәп, тауыш йәнә ҡабатланды. Был юлы яңылыш түгел, асыҡ ишеттем. Йөрәк елкендергес тоноҡ шыҡылдауҙы башҡа бер ауаз менән дә бутарлыҡ түгел. Ул үҙенә күрә берҙән-бер генә! Әлеге ауаз-йырҙы йылдың тик иртә яҙ миҙгелендә генә ишетергә мөмкин. Уныһында ла таң атып килгән, әле дөм-ҡараңғы мәлдә генә. Ул йырҙы бары йоҡоһона баш була алғандар ғына ишетә ала, ә ғәмһеҙ йоҡо сүлмәктәренә бәхеттең ундайы тәтемәй.
Үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмаған кеше һымаҡ байтаҡ торҙом. Ҡапыл, бөтөнләй яҡында ғына... һуйыр йыры яңғыраны: "Тэ-ко... тэ-ко... тэ-ко..." Йә Хоҙа! Ысынлап та һуйыр уйнай ҙа баһаң! Февраль айында! Етмәһә, кис мәлендә! Бындайҙы мин һис көтмәгән дә, уйламаған да инем. Бәләкәй генә мөғжизәме был, әллә тәбиғәттең бер яңылышлығымы? Сихыр көсөнән ихтыярһыҙ ҡалған кешеләй шаҡ ҡатып торам. Ә һуйыр, ҡәҙимгесә, йырын оҙайлы шығырлау менән осланы ла, тынып ҡалды. Хәҙер ул тыңлап ултыра: хәтәр-хәүеф янамаймы, йәнәһе. Мин тауыш-тын сығармайым, уның тағы "йырлай" башлағанын көтәм. Һәм һуйыр оҙаҡ көттөрмәй: тэ-ка... тэ-ко... Йырҙың ошо өлөшөндә айырата һаҡ булыу кәрәк. Сөнки "йырсы" барыһын да яҡшы ишетә, күреп тә ултыра. Шылт иткән тауыш та уны һағайып ҡалырға мәжбүр итә. Яңылыштан ғына өҫтөнә баҫҡан ҡыу ботаҡтың сыртылдап һыныуы ла барлыҡ тырышлығыңды күҙ асып йомған арала юҡҡа сығарыуы мөмкин. Ә инде сәйер генә фырылдап алғандан аҙаҡ тоноҡ шығырлауға күскән мәлендә, киреһенсә, тулы һаңғырауға әйләнә, күреү һәләте ҡырҡа түбәнәйә. Ата һуйыр ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа, гүйә, трансҡа бирелә лә, аңы томаланып, бөтә донъяһын онота. Һунарсыға ошо секундтарҙы ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Уға, үҙенең барлығын һиҙҙермәйсә генә, ҡабалан-ҡарһалан, ике-өс аҙым яһап өлгөрөргә кәрәк. Әммә ашығырға ярамай. Ашыҡтыңмы - эш харап. Ҡайсаҡ, хатта, һуйыр һунарсының тын алышын ишетә. Шуның өсөн кәрәк саҡта һулышты ла ала белеү һис ҡамасау итмәй.
Ошо өйрәтеүгә ябай ғына күренгән, әммә үтәүҙәре ифрат ҡатмарлы ҡағиҙәне иҫтән сығармай ғына тауыш килгән яҡҡа бара башланым. Әйтергә кәрәк, аяҡ аҫтыңда шағырлап ятҡан туң ҡар һунарсы тормошон икеләтә-өсләтә ҡатмарлаштырып ебәрә. "Тэ-ко... тэ-ко..." Мин баҫҡан урынымда ҡатып ҡалам. Эренән ике-өс аҙым яһайым, тағы шып туҡтайым. Дүртенсе аҙымға ҡыймайым - өлгөрмәй ҡалыуым бар. Шулай итеп, әкрен-әкрен генә, әммә ышаныслы рәүештә маҡсатыма яҡынлашам. Өҙөк-йыртыҡ килә торғас, мөһабәт ҡарағастар араһындағы түңәрәк аҡланға килеп сыҡтым. Аҡландың ҡап уртаһында дәү ҡарағас тора. Уның осона яҡыныраҡ ботаҡта, ҡанаттарын һәлендерә, ҡеүәтле муйынын һона биреп, сал һаҡаллы һуйыр уйнай. Ҡойроғо үҙенең матур йәйелгән. Ул, гүйә, һағындырған яҙҙы ҡабаландырып, тыуып үҫкән Ирәндегенә дан йырлай. Әйтерһең дә, тышта йылы май айы тора! Һәр хәлдә, миңә лә шулай тойола башлай. Уныһы ғына нимә, миндә кинәт ысын һунар ҡомары ҡалҡты: йөрәк тибешем йышайҙы, тамырҙарым буйлап ҡайнар ҡан йүгерҙе, тәнемде бөркөү эҫелек ялмап алды. Йырҙың икенсе быуыны башланыуға, үҙем дә һиҙмәҫтән (эйе-эйе, үҙ ихтыярымдан тыш!), мылтығымды ҡулыма алам, шулай уҡ йыр ыңғайына бер ни һиҙмәгән һуйырҙы төҙәгескә "ултыртам". Бармаҡ - тәтелә. Ара яҡын, яҙа атырлыҡ түгел. Хәҙер инде дәү ҡош - һәр һунарсының хыялы - лып итеп ергә килеп төшһөн өсөн бәләкәй генә бер хәрәкәт тә етә. Һуп бармаҡ хәрәкәте. Ошо уйҙан бөтөнләй онотола барған һымаҡмын. Тимәк, ҡанға артығы менән адреналин һибелә. Мин һуҙам. Мылтығымды тоҫҡаған килеш һуйырҙы күҙәтәм. Күрәһең, уның йырын оҙағыраҡ ишетеп ҡалғым, ләззәтле минуттарҙы оҙаҡҡараҡ һуҙаһым килә. Ваҡыт үтеү менән тулҡынланыу тигән һатлыҡ тойғо тышҡа бәреп сыға...
Беҙҙең замандарға миллион йылдар төпкөлөнән килеп еткән дәртле лә, серле лә, шул уҡ ваҡытта сәйерерәк тә йыр йәнгә илһам өҫтәй, күңелдәрҙе күтәреп, булмышты ярһыта. Ҡарт һуйыр уйнауына ҡушылып, хис-тойғолар урғыла ғына!.. Юҡ, күпме генә тырышһам да, тәтегә баҫа алманым. Выждан ҡушманымы, намыҫым тыйҙымы, әйтә алмайым. Бәлки, хуш күңелләнеп киткән йөрәгем ҡаршылашҡандыр. Ә иң дөрөҫөн әйткәндә - йәлләнем. Яҙҙы әйҙәп уйнаған дәртле ҡарт һуйырҙың йәнен мәленән алда ҡыяһым килмәне шикелле. Үлем төкөрөргә әҙер мылтығымды әкрен генә кире төшөрөүгә, ғәжәп еңеллек тойғоһо кисерҙем.
Йәлләйһең икән, һунарға йөрөмә, ти һунар ҡануны. Мин бөгөн ошо ҡанунды боҙҙом. Мин бешмәгән һунарсы! Ләкин... Бешмәгәнлегемдең икенсе яғы ла бар. Май айының күҙгә төртһәң күренмәҫ ҡараңғы төндәрендә, айыу апай өңөнән сығып, аслыҡҡа түҙә алмайынса ауға тотоноп темеҫкенгән хәүеф тулы осорҙа һунар итеү - бер, ә көпә-көндөҙ күҙ алдыңда илһамланып ултырған ғәмһеҙ ҡошҡа ышыҡ урындан мылтыҡ күтәреүе - бөтөнләй икенсе эш икән. Мин үҙемде ғәҙел булмаған уйын уйнаған кеүек тойҙом. Мин үҙемде үҙем еңә алманым. Шулай булмай һуң: мин уны күреп торам, ә ул - юҡ. Ошо буламы ғәҙеллек? Төнөн бит икебеҙ бер хәлдә. Ҡараңғыла барыһын да һиҙгерлек, уяулыҡ, ҡайсағын хатта тойомлау менән тоҫмал хәл итә. Ә былай, ысынлап та, ғәҙел түгел. Юҡ, түгел...
Ҡарт һуйырҙың хәйләһеҙ уйынын өҙмәҫкә була, килгәндәге ысул менән кире киттем. Алыҫлаша барған һайын туҡталып тыңлап торам. Бер ни аңғармаған ҡош әле генә янаған үлем ҡурҡынысын һиҙмәне, элеккегә ҡарағанда ла дәртләнеберәк йырлауын белде. Мин күңелемдән генә уның менән хушлаштым. "Хуш, урман баһадиры! Әлегә... Хозур мәлдәр етеп, нәҫелеңде ҡалдырғандан һуң был тирәләргә йәнә килеп урармын әле. Ул сағында инде абай бул, ҡартлас! Донъяңды онотма! Шуға күрә, әлегә хуш!"

МАНЬЯК

Күп йылдар ағышында ҡанға һеңешкән ғәҙәт буйынса кәнсәләргә мин иртә йөрөйөм. Бына бөгөн дә иң алдан килгәнмен. Ишектә уҫлаптай йоҙаҡ элеүле тора, тимәк, эш көнө әлегә тик минең өсөн генә башланған...
Беҙҙең кәнсә түбәһе тулҡынлы ҡалай менән ябылған. Һәр тулҡындың аҫтында тиерлек турғай ояһы. Бында турғайҙар батшалығы. Бәләкәй ҡошсоҡтар умартаһынан яңы сыҡҡан бал ҡорттары ише мыжғып тора. Шул ҡәҙәре күптәр. Илаһи миҙгел, донъя хозурлығына ҡыуанышып, сыр-сыу киләләр. Иғтибарлап ҡараһаң, улар ҙа үҙҙәренсә матур ғыналар икән. Ҡайһыһылыр сырҡ-сырҡ иткән булып тормош ишен эҙләһә, икенселәре, бар донъяларын онотоп, торлаҡ төҙөү менән мәшғүлдәр. Ә өсөнсөләре, һөмһөҙлөк менән йәшәп өйрәнгәндәре, зыҡ ҡубып әҙер оя өсөн низағлаша. Ундайҙар турғай заты араһында ла була икән.
Эскәмйә янында аунашып ятҡан турғай кәүҙәләренә иғтибар иттем. Икәүҙәр. Үҙҙәренең бер урындары ла зарарланмаған һымаҡ, яралары ла күренмәй, ә йәндәре юҡ. Ни сәбәптән һәләк булғандарҙыр, кем белә. Күрәһең, араларында берәй яман сир таралғандыр. Йыртҡыс-фәлән тәләфләһә, мәҫәлән, бесәй, бында ятҡырып ҡалдырмаҫ ине. Ауыр ҡышты үткәреп тә, йәшәйеш буйтым еңеләйергә торғанда былай ҙа ҡыҫҡа ғүмерҙәре мәлһеҙ өҙөлгән ҡошсоҡтар йәл булып китте. Фәлсәфәүи хистәргә бирелеп ултырғанымда баш осомдан, фырылдап, һоро йомғаҡ кәйелеп үтте. Үтте лә туң ергә туп итеп барып төштө. Йомғаҡ тигәнем ике турғай ине. Бер-береһенә сат йәбешкәндәр ҙә улар, тауыш-тынһыҙ ғына ҡыйнашалар, боҙ өҫтөндә тәгәрәшеп йөрөйҙәр. Мин ҡыҙыҡһынып күҙәтәм. Моғайын, оя өсөн талашаларҙыр. Сәйер алыш оҙаҡҡа барманы, ҡошсоҡтарҙың береһе ҡанаттарын хәлһеҙ йәйҙе лә, салҡан һуҙылып төштө. Еңеүсе тураһында: "Нәҡ көрәшселәр кеүек икән, тәки арҡаһына һалды бит, ә", - тип уйлап йылмайып ҡуйҙым. Шулай ҙа ни эшләп еңеүсе дәғүәсеһенең муйынынан алған да һаман ебәрмәй? Былай эштең олоға китеүе бар.
Урынымдан ҡалҡынып, тегеләр яғына атланым. "Еңеүсе" осоп китте лә, түбәгә ҡунып, тантаналы сырҡылдарға тотондо, ә еңелеүсе хәрәкәтһеҙ ятып ҡалды. Уны һаҡ ҡына ҡулыма алдым. Кескәй генә йылы йомғаҡ-кәүҙә... йәнһеҙ ине. Мин шаҡ ҡаттым. Тора биргәс, башыма барып етте: турғайҙарҙың баяғы икәүһе лә, күрәһең, ошо рәүешле һәләк булған. Тимәк, турғайҙар араһында ла үлтереүселәре була! Турғай маньягы! Кем уйлаған инде, йә. Үҙ күҙҙәрем менән күрмәһәм, кеше әйткәнгә ғүмерҙә ышанмаҫ инем. Ҡайҙан белеп алған да, нисек өйрәнгән буҙ турғай әлеге яман эшкә? Үҙ ишеңде ниндәйҙер оя хаҡына быуып үлтерсе әле! Бәғзе бер йыртҡыс затты хәтерләтмәйме һуң уның ҡылығы? Был турғайҙың нәҫеле нисегерәк булыр? Мәгәр аталарына оҡшап яралһалар... Ул сағында бөтә буҙ турғайҙар ҙа йыртҡысҡа әйләнеп бөтмәҫ тимә. Ә артабан, берен-бере быуа торғас, турғай заты тамырынан ҡоромаҫ тип кем әйтә ала. Һорауҙар күп, яуап юҡ. Аптыратты турғай. "Ә үҙең һуң, үҙең, әҙәм балаһы, - тип уйланым аҙаҡ, - ошо мөртәт турғай һымаҡтарың әҙме араңда? Турғай, ярай, аҡылһыҙ, ә әҙәм..."

"БЫУАР ЙЫЛАН"

Ауылыбыҙҙан бер апай бесән сабып йөрөгәнендә ҡаршыһына ғәләмәт ҙур йылан килеп сыҡҡан, имеш. Апай, ҡурҡышынан, хатта һушы китеп йығылған, ти. Был турала хәҙер бөтә ауыл һөйләй. Гөрләп тора ауыл. Шулай булмай: Ирәндек һынлы Ирәндек буйҙарында әкиәттәрҙә генә була торған быуар йылан үҙе йөрөп ятһын әле! Шауламаҫ ерҙән шауларһың. Баштараҡ ҡолас буйлыҡ, беләк йыуанлыҡ һөйрәлеүсе тора-бара, аҙ түгел, күп тә түгел, баҫырау оҙонлоҡ, тумрау йыуанлыҡ булып китте. Торғаны менән аждаһа инде.
Апайҙың сабынлығына күрше генә бер бабай бесән эшләй. Шуға киттем: теге һүҙҙәрҙең айышына төшөнөп ҡуйыу кәрәк. Хәл-әхүәл һорашҡандан һуң һөйләшеүҙе, ипләп кенә, әлеге "аждаһа" затына күсерәм.
- Юлдары күренгеләй, былай, бер нәмәнең, - тине ул күҙҙәрен ҡыҫа биреп, - үләнде йырғыслап, йоморо һуҡмаҡ һалып бөткән. Ниндәйерәк йәнлек икәнен әйтә алмайым, эҙҙәрҙең ундайын ошоғаса күргәнем юҡ, - тине ул.
Уның ише йоморо һуҡмаҡтарҙы үҙем дә күргәнем бар шикелле, мәгәр шул булһа: күңелемә шунда уҡ шик төштө. Күрәнле, еркә үләнле Һаҡмар туғайҙарында йыш осрай ундайҙар. Уларҙы кем һалғанлығын да яҡынса һиҙемләйем.
Һунар миҙгеле асылыуға әле иртәрәк, шулай ҙа мылтығымды алдым: ниҙәр булмай был ғәжәйеп һәм сер тулы донъяла. Барыбер икеләндерә. Бына мин апайҙың ҡот осҡос йылан менән күҙгә-күҙ осрашҡан сабынында. Ҡарағайһаҙ тип аталған үҙе ҡараңғы, үҙе хәтәр шомло урында ул. Ҡарағайһаҙҙың көртмәлеһе һәләк күп, ә болот ише ҡайнашып, мыжғып торған эре, ерән серәкәйҙәре унан да күберәк. Өҫтө ҡалын мүк ҡатламы менән генә ҡапланғанғамы, баҫҡан һайын мөлкөп ятҡан һаҙға барып индеңме, ҡапыл ҡуҙғып киткән ҡанэскестәрҙән тын алыр әмәл юҡ. Шуғамылыр, әллә күңелдәргә шом һалған айыу эҙҙәре йыш ҡына күренгеләп ҡалғанғамы, был тирәгә кеше аҙ йөрөй. Дөрөҫөрәге, мажара көҫәгән һунарсылар ғына һирәк-һаяҡ килеп сыҡҡылай.
Бына, сама менән бесәнсе апайҙың "һушһыҙ йығылған" урыны. Шишмә ситендә моңайып торған иҫке ҡыуыш янында. Ялбыр ҡарт ҡайынлыҡ эсендәге сабылмай ҡалған шыйыҡ үләндәр, ҡаты-ҡото ҡурайҙан башҡаһы, һәлмәк баштарын эйеп йығыла ла башлаған. Тимәк, йәй ахыры яҡынлаша. Ошо уйҙан, нисектер, күңел болоҡһоп китә.
Әлеге үләнлек араһында, бабай әйткәнсә, йышылып бөткән һуҡмаҡтар айырым-асыҡ күренә. Уларҙы тәжрибәһеҙ һунарсы ла шунда уҡ шәйләп алыр ине, әммә кем һалғанлығын ҡапыл ғына әйтә алмаҫ ине. Ә мин инде белдем. Тынысланып, мылтығымды ағасҡа һөйәнем. Үҙем дә, ныҡ ҡына талсығып өлгөргән аяҡтарыма ял бирмәккә, шул ҡайынға арҡамды терәп ултырҙым.
Сәйер һуҡмаҡтарҙың иң олоһо, иң тапалғаны минән биш-алты аҙымда ғына үтә. Тегеләй-былай тармаҡланып бара торғас, ул һаҙлыҡ араһына таралып бөтөнләй юҡҡа сыға. Ә башы сафтан-саф шишмәгә барып төртөлә. Кемдер, бесәнселәрҙең һыу юлы лабаһа был, тиер, ләкин мин улай тип әйтергә ашыҡмаҫ инем. Сөнки...
Уйҙарға бирелеп оҙаҡ ултырырға тура килмәне, күҙ ҡырыма ғына ниндәйҙер хәрәкәт салынып ҡалды. Башымды, ғәҙәт буйынса, бик әкрен генә, һаҡлыҡ менән шул яҡҡа борам. Селтерәп ятҡан шишмә эсенән, теҙелешеп, шәшкеләр сығып килә. Сыҡҡан бере һөҙәк яр ситендә ҡағынып йыбырлаша. Шәшкенең быйылғы балалары инде әсәләре дәүмәллек булып та киләләр икән. Шәп үҫәләр. Уларҙың эйәк аҫтындағы аҡ таптары барыһыныҡы ла бер иш, әйтерһең дә, кемдер тамға һалып сыҡҡан. Юғалып ҡуймаһындар өсөн.
Бына ҙурлығы менән айырылып торған инә шәшке сәйер "мығырлап" ҡуйҙы ла, таҡыр һуҡмаҡтан ырғандап китте. Шаян, сос көсөктәре уға эйәрҙе. Бер, ике, өс... улар етәү ине. Күптәр икән! Шулай ҙа мине иң ныҡ ғәжәпләндергәне икенсе: шәшке балаһының алда барғаны әсәләренең ҡойроҡ осонан тешләп алған, унан икенсеһе, өсөнсөһө. Барыһы ла шул рәүешле бер-береһенең ҡойроғона "йәбешкән". Ҡыҙыҡ инде. Ситтән ҡарағанда, ысынлап та, бер бөтөн йән эйәһе китеп барған һымаҡ! Шыма тиреләре йылҡылдашып торған кейектәрҙең көмөрө арҡалары, һикергән һайын, үлән араһынан алмаш-тилмәш күренеп ҡала. Бына лабаһаң теге "быуар йылан"! Оҙонлоғо ла, йыуанлығы ла уны "күргән кешеләр" әйткәнгә тап килеп тора. Уны осратып, үтә шөбһәләнеүсе яңғыҙ апай кешенең генә түгел, ҡуш йөрәкле теләһә ниндәй ағайыңдын да ҡото алыныр.
Ә шәшкеләр сылбыры, хәрәкәтһеҙ ултырғанлыҡтан, мине шәйләмәйсә, эргәмдән үтеп китте. Аҡыллы әсә, әле аңрараҡ, оҙон үлән араһында үҙаллы йөрөй белмәгән сабыйҙарын, аҙашып ҡуймаһындар, тип, шул һыналған ышаныслы ысул менән алып китеп бара.

(Дауамы. Башы 24-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.20 | Ҡаралған: 563

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru