«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАМҠА, ЙӘҒНИ КҮСАПАЙ
+  - 

Башҡорт һөйләштәрендә бер мәғәнәле һүҙҙәрҙең күплеген күреп хайран ҡалырлыҡ. Мәҫәлән, әҙәби телдәге ҡамҡа (божья коровка) һүҙенең ниндәй генә варианты юҡ. Беҙ үҙебеҙ ҙә бәләкәй саҡта "Күсапай, күсапай, ҡояшҡа күсеп кит, апай", тип теләк теләй торғайныҡ уға өндәшеп…

Ҡамҡа һүҙе башҡорт һөйләштәрендә иң ҙур синонимик рәт тәшкил итә. 1986 йылда баҫылып сыҡҡан "Төрки телдәре диалектологияһы һәм лингвогеографияһы мәсьәләләре" китабында был һүҙҙең барлыҡ синонимдары теркәлгән: алла бабай һыйыры, алла титейе, аллатәтәй, алматутай, биҙәкле ҡуңыҙ, гөҙ, гүзбабай, диңгәсәй, йеңгәсәй, йеңгәрсәй, йетенөктә, күсапай, күсмәкүс, күсәбей, күсмә, күсем, күсмәнкүс, күсемкүс, күсәрхан, күскәнәй, көйәпапа, кейәүпапа, көжмә, көзмә, ҡаңғабиҙәр, ҡаңғыәбей, ҡойашҡорт, ҡойашапай, ҡойашымбаҡ, ҡатыҡорт, ҡыҙыл ҡандала, ҡыр һыйыры, ҡатыҡабыҡ, ҡыҙыл һыйыр, ҡуңыҙ, ҡапҡауыс, ҡылайтун, земелей, сыбар һыйыр, сибәрапай, сеңгәсәй, сыуағапай, осйөҙөгөм, оскөсөк, осомос, осайаҡ, осҡалаҡ, тутапай, тәтәйәбей, тутыйапай, тәтәйҡош, уасыпый, урмаңкүҙ, үрмәкүс, әбейкүс, әпипә, әбейсыуаҡ һ.б.
Әлбиттә, хәҙерге заманда был һүҙҙәрҙең күбеһе ҡулланылыштан төшөп ҡалған. Хатта балаларыбыҙ ҙа "божья коровка" тип кенә һөйләшә. Ошондай матур мәғәнәле һүҙҙәребеҙҙе онотмайыҡ, юғалтмайыҡ.

Айһылыу ВАХИТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.20 | Ҡаралған: 788

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru